СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы

СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы — Совет Социалистик Республикалар Союзының төп законы; 1924 йылдың ғинуарында СССР Советтарының Икенсе съезында раҫланған.

СССР-ҙың 1924 йылғы Конституцияһы
Атамаһы Конституция (основной закон) Союза Советских Социалистических Республик
Дәүләт  СССР
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы
Публикация со списком ошибок и неточностей Конституция СССР[d], Конституция СССР[d] һәм Конституция СССР[d]
Башланыу датаһы 31 ғинуар 1924
Тамамланыу датаһы 5 декабрь 1936
Тулы мәғлүмәт өсөн URL constitution.garant.ru/h…[1]
Отменяет Договор об образовании СССР[d]

1924 йылғы Конституцияһында нығытылған совет власы һәм пролетариат диктатураһы нигеҙендәге дәүләт ҡоролошо Советтар Союзының күп милләтле үҙенсәлеген сағылдыра.

Конституцияның ҡабул ителеүе сит ил державаларҙың СССР-ҙы таныуға булышлыҡ итә[2].

Кәрәк булған саҡта Конституция тексына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә. 1936 йылда СССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителә.

Ҡабул итеү тарихы үҙгәртергә

1922 йылдың декабрендә СССР Советтарының Беренсе съезында Декларация һәм СССР-ҙы булдырыу тураһында килешеү раҫлана. Килешеүгә дүрт республика ҡул ҡуя: Рәсәй, Украина, Белоруссия, Кавказ аръяғы Совет Федератив Социалистик Республикаһы (уның составында Грузия, Әрмәнстан, Әзербайжан). Был мәлгә һәр республиканың үҙ конституцияһы була. Съезд Бөтә Союз конституцияһын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың 10 ғинуарында СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы буласаҡ конституцияны әҙерләү өсөн 6 комиссия булдыра:

  • Халыҡ комиссарҙары советын (СНК), Хеҙмәт һәм оборона советы (СТО) һәм СССР наркоматтары тураһында положениелар булдырыу комиссияһы
  • бюджет комиссияһы
  • СССР Юғары Суды һәм ОГПУ тураһында положениены әҙерләү комиссияһы
  • СССР флагын һәм гербын раҫлау буйынса комиссия
  • СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (ЦИК СССР) тураһында положениены әҙерләү комиссияһы
  • наркоматтарҙың һәм коллегияларҙың персональ составы буйынса комиссия

2627 июндә Конституция проекты РКП(б) Пленумы тарафынан тикшерелә, тулыландырыла һәм хуплана. 6 июлдә СССР Үҙәк башҡарма комитетының II сессияһы СССР Конституцияһы проектын хуплай һәм «Совет Социалистик Республикалары Союзы Конституцияһын ғәмәлгә индереү тураһында» ҡарарын ҡабул итә. 1924 йылдың 31 ғинуарында Конституция бер тауыштан Советтарҙың Икенсе съезы тарафынан ҡабул ителә.

1924 йылғы Конституция структураһы үҙгәртергә

СССР Конституцияһы ике бүлектән тора[3]:

  • СССР-ҙың булдырылыуы тураһында Декларация
  • СССР-ҙың булдырылыуы тураһында килешеү.

СССР-ҙың булдырылыуы тураһында Декларация үҙгәртергә

Декларацияла берләштереү принциптары (ирекле инеү/сығыу (добровольность) һәм тиң хоҡуҡлылыҡ), Совет дәүләт милли сәйәсәтенең айырмалыҡлы характеры асып бирелә. Ул СССР-ҙың булдырыуын ябайса ғына иғлан итмәй, ул ваҡыттағы донъя революцияһы хаҡындағы хыялдарҙы төп маҡсатҡа әүерелдерә. Декларациянан цитаталар:

  • «Совет республикалары булдырылған ваҡыттан донъя дәүләттәре ике лагергә бүленде: социализм лагере һәм капитализм лагере»
  • «Союзға булдырылған һәм киләсәктә булдырыласаҡ барлыҡ социалистик совет республикаларына инеү мөмкинлеге бар»
  • «яңы союз дәүләте… донъя капитализмына ҡаршы тоғро таянысы һәм бөтә донъя хеҙмәтсәндәренең Донъя Социалистик Совет Республикаһында берләшеүгә яңы ҡыйыу аҙым буласаҡ».

СССР-ҙың булдырылыуы тураһында килешеү үҙгәртергә

1924 йылғы Конституция редакцияһында Килешеү үҙ эсенә 11 глава ала:

  • I бүлек. Совет Социалистик Республикалары Союзының юғары органдары ҡарамағындағы нәмәләр
  • II бүлек. Союздаш республикаларҙың мөстәҡил хоҡуҡтары һәм союз гражданлығы тураһында
  • III бүлек. СССР-ҙың советтары Съезы тураһында
  • IV бүлек. СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты тураһында
  • V бүлек. СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының Президиумы тураһында
  • VI бүлек. СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы тураһында
  • VII бүлек. СССР-ҙың Юғары суды тураһында
  • VIII бүлек. СССР-ҙың халыҡ комиссариаттары тураһында
  • IX бүлек. Берләшкән дәүләт сәйәси идара итеү тураһында
  • X бүлек. Союздаш республикалар тураһында
  • XI бүлек. СССР гербы, флагы һәм баш ҡалаһы тураһында

1924 йылғы Конституцияның төп положениелары үҙгәртергә

Беренсе Союз Конституцияһы ҡарамағында булғандарҙың тулы исемлеген бирҙе. Конституция буйынса, Союздың махсус ҡарамағына индерелгән була:

  • тышҡы мөнәсәбәттәр һәм сауҙа,
  • һуғыш һәм солох мәсьәләләрен хәл итеү,
  • ҡораллы көстәрҙе ойоштороу һәм етәкселек итеү,
  • иҡтисадты һәм бюджетты планлаштырыу һәм дөйөм етәкселек,
  • ҡануниәт нигеҙҙәрен төҙөү (дөйөм союз юстицияһы).

Конституцияны раҫлау һәм төп нигеҙҙәрен үҙгәртеү СССР-ҙың Советтары Съезының айырата ҡарамағында була. Союздаш республикаларҙың СССР-ҙан сығыу хоҡуғы һаҡланып ҡала, территорияһы тик уның ризалығы менән генә үҙгәртелә ала. Берҙәм союздаш гражданлығы булдырыла.

СССР-ҙың юғары органы итеп СССР Советтарының Съезы иғлан ителә, ул ҡала Советтарынан һәм Советтарҙың губерна съездарынан һайлана. Шул уҡ ваҡытта съезд делегаттарын туранан-тура һайланмау системаһы билдәләнә.

Съездар араһындағы осорҙа юғары власть органы булып СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (ЦИК) тора, ул Союз советынан (съезд республика вәкилдәренән халыҡ иҫәбенә ҡарата пропорциональ рәүештә һайлай) һәм Милләттәр советынан тора (автономиялы һәм союздаш республикалар вәкилдәренән тора).

СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының сессиялар араһындағы осорҙа уның Президиумы (палаталарҙың берлектәге ултырышында һайлана) юғары ҡануниәт органы була, ул союздаш республикалар советтарының съездары ҡарарҙарын туҡтатып торорға һәм СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советының, СССР наркоматтарының, союздаш республикаларҙың Үҙәк башҡарма комитеттары һәм Халыҡ комиссарҙары советтары ҡарарҙарын юҡҡа сығара алған.

СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты үҙенең юғары башҡарма идара итеү органын булдыра — СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы, совет составына рәйес, уның урынбаҫарҙары һәм ун нарком инә.

СССР-ҙың ойошторолоу барышында союздаш республикаларҙың статусының үҙгәрелеүе уларҙың федератив союздың өлөштәре булып китеүенән һәм союз власы һәм идара итеү органдарының ҡарамағына эләгеүенән күренеп тора. Республика органдарының юрисдикцияһы Союздың айырата ҡарамағында булмаған сфераларҙа ғына рөхсәт ителә. Республикалар мәнфәғәттәре союз органдарының структураларында уларҙың вәкилдәре аша күрһәтелә (СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы, Милләттәр советы).

Конституция буйынса үҙәк периферияны контролдә тотоу өсөн бик ҙур вәкәләттәр ала. Конституция үҙ алдына — «йөкмәткеһе буйынса пролетар һәм формаһы буйынса милли» яңы сәйәси мәҙәниәтте булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, һәм дөйөм берләшкән коммунистик пландарҙың һәм милли традицияларҙың компромисынан ғибәрәт була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Конституция СССР (1924) первоначальная редакция
  2. Конституция СССР. Большая советская энциклопедия. Издание второе, т. 22. М., 1953 г.
  3. Конституция СССР 1924 года