РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы

РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы — 19181925 йылдарҙағы Рәсәй конституцияһы. 1918 йылдың 10 июлендә Советтарҙың V Бөтә Рәсәй съезында ҡабул ителә. Рәсәй Совет Республикаһы (РСР) Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы тип атала башлай (РСФСР).

РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
Производная работа Конституция Украинской ССР 1919 г.[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы
Тамамланыу датаһы 11 май 1925
 РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы Викимилектә

Әҙерләү эштәре

үҙгәртергә

Советтарҙың III Бөтә Рәсәй съезы 1918 йылдың ғинуарында Совет власы приоритеттарының береһе сифатында Конституция әҙерләүҙе тәҡдим итте.

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә

Советтарҙың эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттарының Бөтә Рәсәй съезы (СРККиКД) дәүләт власының юғары органы булараҡ иғлан ителә, ул даими орган булмай һәм эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттарының Бөтә Рәсәй Башҡарма комитеты (ВЦИК) тарафынан сағыштырмаса ҙур булмаған осорға, йылына ике тапҡырҙан да һирәгерәк түгел, саҡырылырға тейеш була. Советтар съезының башҡарма комитеты вәкәләтле органдары яғынан контролһеҙ эшләй, әммә был, үҙ сиратында, власты артыҡ файҙаланыуға мөмкинлектәр аса. Был хәл айырыуса 1918 йылдың июлендә, конституцияны ҡабул иткәнгә тиклем үк, билдәле була. Башлыса РКП(б) ағзаларынан һәм яҡлаусыларынан торған ВЦИК 1918 йылдың май-июнь айҙарында эшсе һәм крәҫтиән депутаттары советтарына һайлауҙарҙы ғәмәлдән сыҡҡан (недействительный) тип иғлан итә, сөнки был һайлауҙарҙа РСДРП һәм ПСР еңеү яулаған булып сыға, ә һуңғараҡ, 1918 йылдың 14 июнендә, был партияларҙың бөтә ағзаларының һәм яҡлаусыларының мандаттарын яраҡһыҙ тип таба. РСДРП(б) март-октябрҙә даими эшләп килгән эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Бөтә Рәсәй советын ойоштороуҙы тәҡдим итә, әммә бындай совет булдырылмай, ә СРККиКД конституцияла тулы хоҡуҡлы орган булып иғлан ителә — ул закондарҙы, бюджетты ҡабул итә ала, һалымдарҙы билдәләй, халыҡ-ара килешеүҙәрҙе ратификациялай.

Эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары Советтарының Бөтә Рәсәй съезына һайлауҙар дөйөм булмай — һайлауҙарҙан эшләмәй табылған килемгә йәшәгән кешеләр ситләтелә; тиң булмай — ҡала советтары һәм ауыл советтары төрлө иҫәптәге делегаттарҙы съезға ебәрә; туранан-тура булмай — Советтарҙың Бөтә Рәсәй съезына делегаттар ҡала советтары һәм советтарҙың губерна съездарынан һайлана.

Урындағы үҙидара

үҙгәртергә

Урындағы дәүләт власы органдары булып урындағы советтарҙың эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары съезы тора, улар ҙа даими эш иткән органдары булмай һәм урындағы башҡарма комитеттары тарафынан саҡыралалар. Даими эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарының губерна советтары таратылалар һәм даими булмаған эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары съездары менән алмаштыралалар. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа дәүләт власының урындағы органдары эшсе һәм ҡыҙылармеецтар депутаттарының ҡала советтары һәм крәҫтиән депутаттарының ауыл советтары була, улар даими органдар булалар, эшселәр һәм крәҫтиәндәр уларҙы 3 ай срокка һайлай. Шул уҡ ваҡытта был советтарҙың ағзаларын һайлаусылар кире саҡырып ала алған.

Әһәмиәте

үҙгәртергә

1918 йылғы конституция ғәмәлгә индергән сәйәси система 1925 йылғы РСФСР Конституцияһында үҙгәртеүһеҙ тиерлек ҡала һәм 1936 йылғы СССР Конституцияһы ҡабул иткәнгә тиклем ғәмәлдә була.

  • Кукушкин Ю. С., Чистяков О. И. Очерк истории Советской Конституции. — Изд. 2-е, доп. — М.: Политиздат, 1987.
  • Портнов В. П., Славин М. М. Становление и развитие конституционного законодательства Советской России 1917—1920 гг. / Отв. ред. Б. Н. Топорнин. — М.: Наука, 1987.
  • Мезенцев Д.Е / «прогулки по истории» под редакцией Айтасова Ж.И 2016 гг
  • Чистяков О. И. Конституция РСФСР 1918 года. — Изд. 2-е. — М., 2003. — 224 с. — (Памятники советского законодательства). — ISBN 5-94373-061-3.

Ҡалып:Рәсәй Конституцияһы