Осиек
Осийка (хорва. Osijek, нем. Esseg, мадьярса Eszék) — Хорватия көнсығышындағы ҡала. Славонияла урынлашҡан, илдең баш ҡалаһы Загребтан көнсығышта — Драва йылғаһының уң ярында, уның Дунай йылғаһына ҡойған еренән 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Осиек | |
хорв. Osijek | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Osijek |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Административ үҙәге | Осиецко-Бараньская жупания[d] |
Административ-территориаль берәмек | Осиецко-Бараньская жупания[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Халыҡ һаны | 96 313 кеше (31 август 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 95 метр[2] |
Туғандаш ҡала | Печ (ҡала, Венгрия)[3][4], Марибор[5], Пфорцхайм[d][5], Плоешти[d][5], Тузла[d][5], Нитра[5], Призрен[5], Суботица[d][5][6], Лозанна[d][5], Виченца[d][5], XIII район Будапешта[d][5], Эльбасан[d][5] һәм Крань[d] |
Милке | Градски Врт[d], Jug Sport Hall[d], Градски врт[d] һәм Zrinjevac Sport Hall[d] |
Сиктәш | Трпинья[d], Эрдут[d], Шодоловци[d], Антуновац[d], Чепин[d], Petrijevci[d], Darda[d] һәм Билье[d] |
Майҙан |
174,9 км²[7], 59,1 км²[7] |
Почта индексы | 31000[8] |
Рәсми сайт | osijek.hr |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 331 |
Урындағы телефон коды | 031 |
Номер тамғаһы коды | OS |
Категория для почётных граждан субъекта | Q97400634? |
Осиек Викимилектә |
Осиек— ҙурлығы буйынса Хорватияның дүртенсе ҡалаһы (Загреб, Сплит һәм Риека ҡалаларынан һуң). Халҡы — 90 411 кеше (2001)[9]. Осиек-Баранья жупанының административ үҙәге.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәOseka — хорватса отлив һүҙенән килеп сыҡҡан
Осиек — эре индустриаль үҙәк. Ҡалала машиналар эшләү, еңел, аҙыҡ-түлек, химия һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан. Предприятиелар араһында иң билдәлеһе — «Сапония» химия заводы, шырпы фабрикаһы «Драва» (нигеҙ һалынған 1856 йылда) һәм билдәле «Осиечко» һыраһын етештереүсе һыра фабрикаһы
Осиек ҡалаһында мәҙәни һәм ғилми учреждениелап күп: Штроссмайер исемендәге университет (нигеҙ һалынған 1975 йылда), Милли театр, илдең иң ҙур аквариумлы зоопаркы, Боронғо Славония музейы (нигеҙ һалынған 1877 йылда), археологик музей.
Тарих
үҙгәртергәҠаланың 2000 йылдан ашыу тарихы бар. Боронғо ваҡытта был урындарҙа Драва кисеүе янында иллирийҙарҙың ауылы булған. 131 йылда рим императоры Адриан Мурса ауылына колония статусын һәм ҡайһы бер хоҡуҡтар бирә.
Империя ҡолатылғандан һуң был ерҙәр бер нисә тапҡыр талана. IX быуатта славяндар бында нығына һәм славян булмаған халыҡты ассимиляциялай. Ошо осорҙан алып ҡала урындағы кенәздәр, ә аҙаҡ — венгр короленең ҡулында була.
1196 йылда ҡала беренсе тапҡыр Осиек исеме аҫтында телгә алына. Ҡаланың боронғо өлөшө (Мурс ҡәлғә емереклектәрендә төҙөлгән) tvrda тип атала.
XVI быуатта ҡала Ғосман империяһы һөжүменә дусар булған, Балҡанда барған төрөк һөжүме барышында 1526 йылда Осиек төрөктәр тарафынан алына һәм тулыһынса емерелә. 150 йыл дауамындағы төрөк хакимлығы осоронда ҡала көнсығыш стилендә яңынан төҙөкләндерелә. 1687 йылда Изге рим империяһы менән төрөктәр һуғышында Осиек Австрия армияһы тарафынан алына, өҫтәүенә, һуғыш барышында нигеҙенә тиклем ҡабат емерелә.
Артабанғы йылдарҙа ҡала яңынан тергеҙелә. 1721 йылда Осиек ҡәлғәһе күтәрелә.
Австрия империяһы составында ҡалалар йылдам үҫә һәм эре сәйәси һәм сауҙа үҙәгенә әйләнә. 1809 йылда Осиек королдең ирекле ҡалаһы титулын ала. XIX быуаттың беренсе яртыһында ҡада Хорватияның иң ҙур ҡалаһы булып тора.
1910 йылда ҡалала 31 388 кеше йәшәгән, шуларҙың 40 проценты — хорваттар, 36 % — австриялылар һәм немецтар, 12 % — венгрҙар була.
Беренсе донъя һуғышынан һуң, Осиек Славения менән тоташ Серб, хорват һәм словендар короллегенең бер өлөшө була (һуңыраҡ — Югославия короллеге). 1941 йылдан алып — Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте составында тора. 1943 йылда Осиекта «Slavonije Glas» гәзите нигеҙләнә.
Икенсе донъя һуғышынан һуң Осиек — Югославия Федератив Социалистик республикаһы составында тора.
Югославияның тарҡалыуынан һуң, 1991 йылда, ҡала Бойондороҡһоҙ Хорватия өлөшө булып ҡала. Һуғыш башланғас, Осиек етди зыян күрә.
Осиектан быға тиклем ундағы халыҡтың 20,05 %-sy тәшкил иткән серб халҡы күпләп сығып китә, күп сербтар ҡала начальнигы Бранимир Главаш тарафынан үлтерелә (һуңыраҡ улхәрби енәйәттәре өсөн хөкөм ителә)[10][11]. Вуковары өсөн һуғыш тамамланғандан һуң, ҡаланы сербтар оккупацияларға нийәтләй, әммә был ҡурҡыныс тыныс һөйләшеүҙәрарҡаһында юҡҡа сыға. Шул уҡ ваҡытта Осиек янында Хорватия һалдаттары тарафынан серб граждандары күпләп үлтерелә. Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң, емерелгән биналарҙың күп өлөшө ҡабаттан тергеҙелә.
Транспорт
үҙгәртергәҠала Хорватияның Славонски-Брод, Вуковар, Вировитиц ҡалалары менән, шулай уҡ Венгрия, Сербия , Босния һәм Герцеговина ҡалалары менән автомобиль юлдары менән бәйле. Шулай уҡ ҡалала Драва йылға порты һәм тимер юл вокзалы бар.
Осиектан 20 км алыҫлыҡта ҡала аэропорты урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Ҡәлғә XVIII быуаттың барокко стилендәге ҡәлғәһе. Ҡәлғәлә -Изге Михаил сиркәүе.
- Изге Петр һәм Павел соборы — Петр һәм Павел католик соборы.
- Австрия осороноң барокко стилендәге күп һанлы ҡала биналары.
Данлыҡлы кешеләре
үҙгәртергә- Фердо Шишич (1869—1940) — хорват тарихсыһы.
- Бабич Марко (р. 28 ғинуарҙа 1981) — хорват футболсыһы.
- Благое Берса (1873—1934) — югослав композиторы.
- Юрица Враньеш (31 ғинуар 1980) — хорват футболсыһы.
- Майя Бошкович-Стулли (9 ноябрь 1922 — 14 август 2012) — хорват фольклоры өлкәһе ғалимы, фән докторы.
- Марио Галинович (р. 15 ноябрь 1976 йыл) — хорват футболсыһы.
- Елена Докич (р. 12 апрель 1983) — серб, һуңынан австралия теннисисткаһы.
- Петар Крпан (р. 1 июль 1974) — хорват футболсыһы.
- Звонимир Кулунджич (16 ғинуар 1911 — 27 декабрь 1994) — хорват тарихсыһы, публицист,
- Томислав Рукавина (р. 14 октябрь 1974) — хорват футболсыһы.
- Стевич Хрвое (8 ғинуар 1980) — хорват шахматсыһы, гроссмейстер.
- Игор Цвитанович (1 ноябрь 1970) — югославия, аҙаҡ хорват футболсыһы.
- Мирослав Шкоро (29 июль 1962) — хорват популяр йырсыһы, музыкант һәм сәйәсмән.
- Давор Шукер (1 ғинуар 1968 йылдың) — югославия, аҙаҡ хорват футболсыһы.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlement — Статистическое бюро Хорватии, 2022.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-36kq9m/Osijek/?zoom=19¢er=45.55963%2C18.69603&popup=45.55976%2C18.69611
- ↑ https://web.archive.org/web/20100726235920/http://www.osijek.hr/index.php/cro/Medunarodna-suradnja/Gradovi-Prijatelji
- ↑ https://pecs.hu/testvervarosok-partnervarosok/
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 http://www.osijek.hr/index.php/cro/Medunarodna-suradnja/Gradovi-prijatelji
- ↑ http://www.subotica.rs/index/page/id/3610/lg/sr/
- ↑ 7,0 7,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
- ↑ https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
- ↑ Republika Hrvatska — za zavod statistiku Državni: stanovništva Kontingenti, po gradovima/općinama, popis 2001 2009 йыл 27 август архивланған. (хорв.)
- ↑ Glavašu smanjena kazna sa deset na osam godina — Vesti . Дата обращения: 6 февраль 2012. Архивировано 15 август 2010 года. 2010 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Dnevnik.hr — 'bi smjele Branimira poput Osobe Glavaša se politikom baviti ne'
- ↑ Grad Osijek: Gradovi prijatelji 2009 йыл 1 апрель архивланған. (хорв.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Эсек // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- osijek.hr — Осиека рәсми сайты
- Сайт о туризме в Осиеке (хорв.) (инг.)
- Онлайн-новости из Осиека 2007 йыл 11 сентябрь архивланған. (хорв.)
- Новости и объявления в Осиеке (хорв.)