Сөләймән I
Күркәм Сөләймән I (Ҡануни́; ғосм. سليمانا اول — Süleymân-ı evvel, төр. Birinci Süleyman, Kanuni Sultan Süleyman; 6 ноябрь 1494 йыл — 5/6 сентябрь 1566 йыл) — Ғосман империяһының унынсы солтаны (1520 йылдың 22 сентябренән), 1538 йылдан — хәлифә.
Сөләймән Ҡануни | |||
ғосман. سليمانا اول | |||
| |||
---|---|---|---|
1520—1566 | |||
Алдан килеүсе: | Сәлим I | ||
Дауамсы: | Сәлим II | ||
Дине: | Ислам, сөнни | ||
Тыуған: | 6 ноябрь 1494 Трабзон, Ғосман империяһы | ||
Үлгән: | 5/6 сентябрь 1566 (71 йәш) Сигетвар, Ғосман империяһы | ||
Ерләнгән: | Сөләймәниә мәсете, Истанбул | ||
Династия: | Ғосмандар[d] | ||
Атаһы: | Сәлим I | ||
Әсәһе: | Әйшә Солтан Һафса | ||
Ҡатыны: | 1) Фүләнә 2) Гөлфәм Солтан 3) Маһидәүрән Солтан 4) Роксолана (Һөррәм Солтан) | ||
Балалары: | Шехзаде Мустафа[d] Шехзаде Мехмед[d] Михримах[d] Селим II[d] Шехзаде Баязид Шехзаде Мурад[d] Разие Султан[d] Шаһзада Йыһангир Шехзаде Абдулла[d] Fatma Nur[d] Şehzade Mahmud[d] Noor sultan[d] | ||
Автограф: | |||
Туғра: | |||
Сөләймән Ғосмандар династияһындағы иң бөйөк солтан булып иҫәпләнә; уның дәүерендә Ғосман Портаһы иң юғары үҫеш нөктәһенә етә. Европала Сөләймәнде йышыраҡ Күркәм Сөләймән тип атаһалар, мосолман донъяһында Сөләймән Ҡануни тип йөрөтәләр. Ҡайһы берәүҙәр «Kanuni» (ғәр. القانونى) тигән төрөк һүҙен «Закон сығарыусы» мәғәнәһендә аңлай. «Kanun» (ике ижеккә лә баҫым төшә) «Закон» мәғәнәһендә ҡабул ителһә лә, Сөләймән I-гә Ғосман империяһы халҡы биргән «Ҡануни» тигән маҡтаулы ҡушамат «Ғәҙел» төшөнсәһен йөрөтә.
Сәйәсәт, тышҡы һуғыштар
үҙгәртергәСөләймән I 1494 йылда Трабзонда солтан Яуыз Сәлим I менән Ҡырым ханы Меңле I Гәрәйҙең ҡыҙы Әйшә Һафса ғаиләһендә донъяға килә[1].
1512 йылға тиклем Кәфә ҡалаһында бейләрбей була[2]. Атаһы солтан Сәлим I 1520 йылда вафат булған мәлгә, Сөләймән Манисала (Магнесия)[3] сансаҡ бей, йәғни наместник, була. 26 йәшенән Ғосман дәүләтенә хакимлыҡ итә. Кардинал Уолси король Генрих VIII һарайында Венеция илсеһенә уның хаҡында былай ти: «Был солтан Сөләймәнгә егерме алты йәш, айыҡ аҡыллы тиергә була; атаһы кеүек үк эш итер тип хәүефләнергә урын бар»[4].
Хакимлығын Сөләймән I Сәлим тарафынан бығаулап тотолған затлы Мысыр әсирҙәрен иреккә сығарыуҙан башлай[5]. Европалылар уның батша булыуына шатлана, тик улар бер нәмәне иҫтән сығарып ташлай: Сөләймән, Сәлим I кеүек үк ҡанһыҙ булмаһа ла, баҫҡынсылыҡҡа уның кеүек үк әүәҫ булып сыға. Башта ул венециялылар менән дуҫлаша, ә Венеция уның Венгрия һәм Родос менән һуғышҡа әҙерләнеүенә тыныс ҡарай.
Сөләймән I Венгрия һәм Чехия короле Лайош (Людовик) II-гә, яһаҡ түләүҙе талап итеп, илсеһен ебәрә[6]. Король йәш була һәм үҙ байҙарына ҡаршы тора алмай, ә улары төрөктәр менән үҙҙәрен бик тәкәббер тота һәм илсене зинданға ырғыта (башҡа сығанаҡтар буйынса — үлтертә[6]), был иһә солтан өсөн һуғышҡа һылтау булып хеҙмәт итә.
1521 йылда Сөләймәндең ғәскәрҙәре Дунайҙағы Шабац тигән ҡеүәтле ҡәлғәне ала һәм Белградты ҡамай; Европа венгрҙарға ярҙам итергә теләмәй. Белград аҡтыҡ көсөнә тиклем ҡаршы тора; гарнизондан ни бары 400 кеше ҡалғас, ҡәлғә бирелә, уны һаҡлаған ҡаһармандар үлтерелеп бөтөрөлә. 1522 йылда Сөләймән Родосҡа ғәскәр төшөрә, 25 декабрҙә рыцарь-иоанниттарҙың баш цитаделе баш һала. Төрөктәр ҙур юғалтыуҙар менән Родосты баҫып ала, уның тирәһендәге утрауҙар ҙа Порта биләмәһенә күсә. 1524 йылда Жиддәнән сыҡҡан төрөк флоты Ҡыҙыл диңгеҙҙә португалдарҙы ҡыйрата һәм ошо рәүешле диңгеҙ европалыларҙан ваҡытлыса таҙартыла. 1525 йылда алты йыл әүәл төрөктәрҙең вассалы булып киткән корсар Хәйр-әд-Дин Барбаросса ныҡлап Алжирҙа төпләнә; ошо ваҡыттан алып Алжир флоты диңгеҙ һуғыштарында Ғосман империяһының төп көсөнә әйләнә.
1526 йылда Сөләймән 100 меңлек ғәскәрен Венгрияға ҡаршы яуға ебәрә; 1526 йылдың 29 авгусында Мохач эргәһендәге алышта төрөктәр Лайош II армияһын тулыһынса тиерлек тар-мар итә, король үҙе ҡасып барғанда һаҙлыҡҡа батып үлә. Венгрия бушап ҡала, төрөктәр унан тиҫтәләрсә мең кешене ҡоллоҡҡа алып китә. Чехияны ошондай уҡ яҙмыштан Австрияның Габсбургтар династияһына буйһонғанлығы ғына ҡотҡара: ошо мәлдән Австрия менән Төркиә араһында оҙайлы һуғыштар башлана, ә Венгрия һәр ваҡыт яу яланы булып ҡала. 1527—1528 йылдарҙа төрөктәр Босния, Герцеговина һәм Славонияны баҫып ала, 1528 йылда Трансильвания хакимы, Венгрия тәхетенә дәғүә итеүсе Янош Беренсе Запольяи үҙен Сөләймәндең вассалы тип таный. Уның хоҡуҡтарын һаҡлау һылтауы аҫтында Сөләймән 1529 йылдың авгусында, австрийҙарҙы ҡыуып, Венгрия баш ҡалаһы Буданы ала, ә шул уҡ йылдың сентябрендә 120 меңлек ғәскәр башында Венаны ҡамай, алғы төрөк отрядтары Баварияға бәреп инә. Империя ғәскәрҙәренең аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүе, шулай уҡ киҙеү ауырыуҙары башланыу һәм аҙыҡ-түлек етмәү арҡаһында солтан, ҡамауҙы туҡтатып, Балҡанға сигенергә мәжбүр була[7]. Ҡайтыр юлында Сөләймән бик күп ҡалаларҙы һәм ҡәлғәләрҙе талай, меңдәрсә кешене әсирлеккә ала. 1532—1533 йылдарҙағы яңы Австрия — Төркиә һуғышы төрөктәрҙең сик буйындағы Кёсег ҡәлғәһен ҡамауы менән тамамлана, уның фиҙакәр ҡаршы тороуы Венаны ҡабат ҡамарға йыйынған Сөләймәндең ниәтен ҡыя. Австрия Төркиәнең көнсығыш һәм үҙәк Венгрияны буйһондороуын таный һәм йыл һайын 30 мең дукат яһаҡ түләргә йөкләмә ала. Сөләймән башҡаса Венаға һөжүм итмәй, өҫтәүенә, был һуғышта уға австрийҙар ғына түгел, испандар ҙа ҡаршы тора: Испания короле һәм Изге Рим империяһы императоры Карл V Габсбург Австрия короле Фердинанд Беренсенең ағаһы була. Ләкин Сөләймән шул тиклем ҡеүәтле була, ул христиандар Европаһының иң көслө илдәре коалицияһына ҡаршы ла еңеүле һуғыштар алып бара.
1533 йылда Сөләймән көсһөҙ шаһ Тахмасп I идара иткән Сәфәүи дәүләтенә ҡаршы киң күләмле һуғыш башлай (1533-55 йй.). Сәфәүиҙәрҙең Хөрәсән биләмәләрен баҫып алған Шәйбәни үзбәктәренә ҡаршы Сәфәүи ғәскәренең яу асыуынан файҙаланып, солтан 1533 йылда Әзербайжанға баҫып инә, бында текелу ҡәбиләһе әмире Улама уның яғына сыға һәм Сәфәүиҙәр баш ҡалаһы Тәбризде төрөктәргә тапшыра[8]. 1534 йылдың сентябрендә Сөләймән төрөктәрҙең төп көстәре менән Тәбризгә бәреп инә, шунан бөйөк вәзир Ибраһим паша Паргалы ғәскәре менән ҡушыла, октябрҙә уларҙың берләшкән көстәре көньяҡҡа Бағдадҡа ҡарай юллана. 1534 йылдың ноябрендә Сөләймән I Бағдадҡа аяҡ баҫа[9]. Уға Фарсы ҡултығының көньяҡ ярҙарындағы Басра, Хузистан, Луристан, Бахрейн һәм башҡа кенәзлектәрҙең хакимдары буйһона (Басра төрөктәр тарафынан тулыһынса 1546 йылда яулана). 1535 йылда шаһ Тахмасп һөжүмгә күсә һәм Тәбризде ҡайтара, ләкин Сөләймән шул йылда уҡ ҡаланы ҡабат баҫып ала, шунан Диярбаҡыр аша Халебҡа сыға һәм 1536 йылда Истанбулға әйләнеп ҡайта.
1533 йылда Хәйр-әд-Дин Барбаросса капудан паша — Ғосман флоты командующийы — итеп тәғәйенләнә. 1534 йылда ул Тунисты яулай, ләкин 1535 йылда Тунисҡа испандар баҫып инә һәм һөҙөмтәлә Африкалағы төрөк биләмәләре араһына шына ҡаға. Уның ҡарауы 1536 йылда Сөләймән I Франция короле Франциск I Валуа менән йәшерен союз төҙөй, Валуа иһә бер нисә йыл инде Карл V менән Италия өҫтөнән хакимлыҡ урынлаштырыу өсөн көрәшә. Алжир корсарҙары Францияның көньяғындағы порттарҙа төпләнеү мөмкинлеген ала. 1537 йылда алжирҙар Урта диңгеҙҙә христиандарға ҡаршы һуғыш аса, Хәйр-әд-Дин Корфа утрауын талай, Апулия яр буйына һөжүм итә, Неаполгә янай. 1538 йылда Венеция, испандар һәм Рим папаһы менән берләшеп, Төркиәгә һөжүм итә, ләкин Хәйретдин Венецияның Эгей диңгеҙендәге утрауҙарын тар-мар итә, Занте, Эгина, Чериго, Андрос, Парос, Наксосты буйһондора. 1538 йылдың 28 сентябрендә императорҙың иң ҡаһарман адмиралы — Андреа Дориа — Превезе эргәһендә Ғосман флоты тарафынан ҡыйратыла. Шул уҡ йылда Сөләймән I Молдаван кенәзлеген буйһондора һәм Днестр менән Прут тамағындағы төрөк биләмәләренә ҡуша.
1538 йылда төрөктәр диңгеҙ аша Көньяҡ Ғәрәбстанға һәм Һиндостанға йүнәлә. 13 июндә ғосман флоты Суэцтан сыға, 3 августа төрөктәр Аденға килеп етә, уның хакимы Әмир, тантаналы ҡабул итеү ойошторһа ла, мачтаға аҫып ҡуйыла, ҡала алына һәм талана. Аденды алғас, төрөктәр Гуджарат ярҙарына етә, португал ҡалаһы Диуҙы ҡамай. Һинд мосолмандары ҡамаусыларға ярҙам итә, ҡәлғә бирелергә йыйына, шул саҡ португал эскадраһы етеп килеүе хаҡында хәбәр тарала; гуджараттар португалдар менән солох төҙөй һәм ҡаланы ҡамаған төрөктәрҙе ҡырып һала. Шулай итеп, солтандың Һинд океанынан европалыларҙы ҡыуыу ниәте уңышһыҙлыҡҡа осрай, ләкин ҡоро ерҙәге һуғыштарҙа уның сардарҙары еңеү артынан еңеү яулай. 1540 йылдың 20 октябре солохона ярашлы, солтан Венецияны Хәйреддин баҫып алған бөтә утрауҙарҙан, Мореялағы Наполи ди Романо менән Мальвазия ҡалаларынан баш тартырға мәжбүр итә; Венеция шулай уҡ 30 мең дукат контрибуция түләй. Урта диңгеҙҙә төрөктәрҙең хакимлығы Лепанто эргәһендәге алышҡа тиклем дауам итә. Артабан Сөләймән Австрия менән һуғышты яңырта (1540—1547), 1541 йылда төрөктәр Буданы, 1543 йылда — Венгрияның элекке баш ҡалаһы Эстергомды, 1544 йылда — Вишеградты, Ноградты, Хатванды ала. 1547 йылдың 19 июнендәге Адрианополь солохо буйынса, Австрия Төркиәгә яһаҡ түләүен дауам итә; Венгрияның үҙәк төбәктәрендә айырым пашалыҡ булдырыла, ә Трансильвания, Валахия һәм Молдавия кеүек үк, Ғосман империяһы вассалына әйләнә.
Көнбайышта солох төҙөп, Сөләймән көнсығышта һөжүмдәрҙе көсәйтә: 1548 йылда төрөктәр дүртенсе тапҡыр Тәбризде ала (баш ҡалаһын һаҡлай алмаған шаһ Тахмасп резиденцияһын Казвинға күсерергә мәжбүр була), Кашанға һәм Кумға тиклем үтеп инә, Исфаханды яулай. 1552 йылда улар Ереванды ала. 1554 йылда солтан Сөләймән I Нахчиванға баҫып инә[10]. 1555 йылдың майында Сәфәүи дәүләте Амасьяла солохҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр була, уға ярашлы Ираҡтың һәм Көньяҡ-Көнсығыш Анатолияның (Ак Койунлы дәүләтенең элекке төньяҡ-көнбайыш биләмәләре) Төркиә ҡарамағына күсеүен таный; алмашҡа төрөктәр сәфәүиҙәргә Кавказ аръяғының ҙур өлөшөн бирә, ләкин Көнбайыш Грузия (Имерети) Ғосман империяһы составына инә.
Франция христиан Европаһының йәмәғәтселеге баҫымы аҫтында Ғосман менән союзды өҙә, ләкин ғәмәлдә Сөләймән I хакимлығы осоронда Франция менән Төркиә әүәлгесә Испания һәм Австрияға ҡаршы бер яҡта була. 1541 йылда Хәйреддин Барбаросса испандарҙың Алжирға оло сәфәрен ҡыя, төрөк флоты француздарға 1543 йылда — Ниццаны, 1553 йылда Корсиканы яулап алыуҙа ярҙамлаша.
Сөләймән дәүерендә Төркиәнең Рәсәй менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Бының төп сәбәбе Мәскәү дәүләте менән Ғосман империяһы составына ингән Ҡырым ханлығы араһындағы өҙлөкһөҙ дошманлыҡҡа бәйләнгән була. Сөләймәнгә вассаллыҡ буйһоноуын төрлө ваҡытта Ҡазан (Сафа-Гәрәй 1524 йылда) һәм хатта Себер хандары ла таный. Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары төрөктәрҙән дипломатик һәм хатта хәрби ярҙам алыуға өмөтләнә, ләкин Истанбул менән ара алыҫлығы арҡаһында был өмөттәр тормошҡа ашмай. Төрөктәр ара-тирә ҡырымдарҙың Мәскәү батшалығына походтарында (1541 йылда — Мәскәүгә, 1552 һәм 1555 йылдарҙа — Тулаға, 1556 йылда — Әстерханға) ҡатнаша. Үҙ сиратында 1556—1561 йылдарҙа Литва кенәзе Дмитрий Вишневецкий Данила Адашев менән бергә Очаковҡа, Перекопҡа һәм Ҡырым яр буйына баҫҡын сәфәрҙәре яһай, 1559 — 60 йылдарҙа Аҙау ҡәлғәһен яулауҙа уңышһыҙлыҡҡа осрай.
1550 йылда төрөктәр португалдар ҡулынан әл-Кәтифте ҡайтарып ала; 1547—1554 йылдарҙа төрөк флоты Һинд океанында португалдар менән ҡат-ҡат бәрелешә, уларҙың факторияларын ҡыйрата. 1552 йылда төрөк эскадраһы португалдарҙан ҡеүәтле Маскат ҡәлғәһен тартып ала, әммә төрөктәр 1553 йылда — Ормуз ҡултығында, 1554 йылда Маскат янында улар тарафынан ҡыйратыла.
Сөләймән хакимлығының һуңында Австрия менән ике яңы һуғыш (1551—1562 һәм 1566—1568) сиктәрҙе әллә ни үҙгәртә алмай. 1551 йылдың авгусында төрөк флоты Триполиҙы ала, тиҙҙән бөтөн Триполитания (хәҙерге Ливия) Сөләймәнгә буйһона. 1553 йылда төрөктәр Мароккоға бәреп инә, Ваттасиҙарҙың ҡолатылған династияһын тәхеткә ҡайтарып, был илдә үҙ йоғонтоһон көсәйтмәк була, тик уңышһыҙлыҡҡа осрай. Төрөктәрҙең Суданға походы (1555—1557) уны Ғосмандарға буйһондора; 1557 йылда төрөктәр Эфиопияның төп порты Массауаны, 1559 йылда Эритреяны яулай һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙе тулыһынса үҙ контроленә ала. Шулай итеп, 1538 йылда хәлифә титулын алған солтан Сөләймән I хакимлығы ахырына мосолман донъяһы тарихында иң бөйөк һәм иң ҡеүәтле империяға идара итә.
1565 йылдың 18 майында 180 караплы төрөк флоты Мальтаға 30 меңлек ғәскәр килтереп төшөрә, ләкин 1530 йылдан был утрауҙа нығынған рыцарь-иоанниттар бөтә штурмдарҙы кире ҡаға. Төрөктәр ғәскәрҙең сиреген юғалта һәм сентябрҙә утрауҙы ҡалдырырға мәжбүр була.
1566 йылдың 1 майында Сөләймән I һуңғы — ун өсөнсө хәрби походына сыға. Солтандың ғәскәре 7 августа Көнсығыш Венгрияла Сигетварҙы ҡамай. Күркәм Сөләймән I ҡәлғәне ҡамап тотҡанда 5 сентябҙә үҙенең сатырында мәрхүм була.
Сөләймәниә мәсете янындағы зыяратта яратҡан ҡатыны Роксолана кәшәнәһенә йәнәш кәшәнәлә ерләнгән.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәСөләймән I шағирҙарға (Бакы һ.б.), рәссамдарға, архитекторҙарға йылы мөнәсәбәттә булған, үҙе лә шиғыр яҙған, оҫта тимерсе булған һәм пушкалар ҡойоуҙа шәхсән ҡатнашҡан, шулай уҡ зәргәрлек эше менән мауыҡҡан. Уның идараһы дәүерендә төҙөлгән мөһабәт биналар һәм ҡоролмалар — күперҙәр, һарайҙар, мәсеттәр (иң билдәлеһе — «Сөләймәниә» мәсете, ҙурлығы буйынса Истанбулда икенсе) киләсәк быуаттарға Ғосман стиле үрнәге булып ҡала. Ришүәтселек менән аяуһыҙ көрәшкән Сөләймән вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған чиновниктарға ҡаты яза биргән; ул «изге ғәмәлдәре менән халыҡтың ыңғай мөнәсәбәтенн яулаған, ихтыярһыҙлап тотолған һөнәрселәрҙе иреккә сығарған, мәктәптәр төҙөгән, ләкин рәхимһеҙ тиран булған: уның шикселлегенән һәм яуызлығынан туғанлыҡ та, ҡаҙаныштар ҙа ҡотҡара алмаған».[11].
Ғаиләһе
үҙгәртергәСөләймәнгә ул табып биргән тәүге кәнизәге — Фүләнә. Кәнизәк Мәхмүт исемле ул таба, тик бала 1521 йылдың 29 ноябрендә ҡара сәсәктән үлеп ҡала. Был ҡатын солтан тормошонда бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмай, 1550 йылда вафат була. Икенсе кәнизәге Гөлфәм Хатун була. 1513 йылда солтанға Морат исемле ул таба, был бала ла 1521 йылда ҡара сәсәктән мәрхүм була[12][13]. Гөлфәм солтан эргәһенә башҡа яҡын ебәрелмәй һәм бала тапмай, ләкин оҙаҡ йылдар солтандың тоғро дуҫы булып ҡала. Гөлфәмде Сөләймәндең бойороғо буйынса 1562 йылда быуып үлтерәләр.
Солтандың өсөнсө кәнизәге — черкес ҡыҙы[2] Маһидәүрән Солтан, ул Гөлбаһар («Яҙғы рауза») булараҡ билдәле. Маһидәүрән Солтан менән солтан Сөләймәндең улы тыуа: шаһзадә Мостафа Мөхлиси ([33]) — (1515, Маниса — 6 октябрь 1553, Эрегли) — 1553 йылда атаһының бойороғо менән үлтерелә. Шуныһы билдәле: солтандың имсәктәш ағаһы Яхъя Әфәнде, Мостафаны үлтереү ваҡиғаһынан һуң, Сөләймәнгә хат яҙа, уның Мостафаға ҡарата ғәҙелһеҙлеге тураһында белдерә һәм, әүәл солтан менән бик йылы мөнәсәбәттә булһа ла, башҡаса уның менән осрашмай. Маһидәүрән Солтан 1581 йылда[14] вафат була һәм Бурсала улы шаһзадә Мостафа кәшәнәһендә ерләнә[12].
Күркәм Сөләймәндең дүртенсе кәнизәге һәм беренсе никахлы ҡатыны — Анастасия (башҡа сығанаҡтарҙа — Александра) Лисовская, уны Һөррәм Солтан тип йөрөтәләр, ә Европала ул Роксолана исеме аҫтында билдәле. Яҙыусы Осип Назарук — «Роксолана. Хәлиф һәм падишаһ (Бөйөк Сөләймән), илбаҫар һәм ҡанунсы ҡатыны» тарихи повесының авторы — билдәләүенсә, «1612 йылда Царьгородта булған поляк илсеһе Твардовский төрөктәрҙән Роксолана Рогатинда тыуған тип ишеткән, башҡа сығанаҡтар дәлилләүенсә, ул Стрийщинанан». Билдәле шағир Михаил Гославский уны «Подольелағы Чемеривцы тигән ҡаласыҡтан» тип яҙа[15]. 1521 йылда Һөррәм менән Сөләймәндең Мәхмәд[16] исемле улы, 1522 йылда — ҡыҙҙары Миһримаһ, 1523 — улдары Абдалла, 1524 йылда Селим тыуа. 1526 йылда улдары Баязид донъяға килә, ләкин шул уҡ йылды Абдалла мәрхүм була[12]. 1532 йылда Роксолана солтанға Йыһангирҙе табып бирә.
Роксолана солтандың һеңлеһе Хәтижә Солтандың ире, бөйөк вәзир Ибраһим паша Паргалының (1493 йәки 1494—1536) үлтерелеүенә ҡыҫылышлы булған, тигән фекер йәшәй, паша Франция менән үтә тығыҙ бәйләнештә ғәйепләнгән. Бөйөк вәзир вазифаһына Роксолана яҡлы Рөстәм паша Мәкри тәғәйенләнә (1544—1553 һәм 1555—1561), ул уға 17 йәшлек ҡыҙы Миһримаһты кейәүгә бирә. Рөстәм паша Роксоланаға Сөләймәндең черкес милләтле Маһидәүрәндән тыуған улы Мостафаның фарсылар менән атаһына ҡаршы йәшерен һүҙ беркетеүҙә ғәйебен иҫбатларға ярҙам итә (тарихсылар, Мостафа ғәйепле булғанмы-булмағанмы, тип һаман бәхәсләшә). Сөләймән Мостафаны үҙенең күҙе алдында ебәк бау менән быуып үлтерергә бойора, шулай уҡ уның улын, йәғни үҙенең ейәнен дә, үлтерергә әмер бирә (1553 йыл).
Роксолананың улы Сәлим тәхет вариҫы була; ләкин әсәһенең вафатынан һуң (1558 йыл) Сөләймән менән Роксолананың икенсе улы — Баязид (1559 йыл) фетнә күтәрә. Ул ағаһы Сәлим тарафынан Конья эргәһендәге бәрелештә 1559 йылдың майында еңелә һәм сәфәүиҙәр иле Иранда йәшенмәксе була, ләкин шаһ Тахмасп I 400 мең алтынға уны атаһына һата, һәм Баязид үлтерелә (1561 йыл). Баязидтың биш улы ла үлтерелә (иң бәләкәйе өс кенә йәштә була).
Сөләймәндең тағы бер еткән ҡыҙы — Разия Солтан булған тигән фараз йәшәй. Был ҡыҙ Сөләймән солтандың үҙ ҡыҙы булғанмы, уның әсәһе кем — билдәле түгел, ләкин күптәр, уның әсәһе Маһидәүрән Солтан булған, тип иҫәпләй. Разияның булғанлығына ситләтелгән дәлил — Яхъя Әфәнде төрбәһендә «Ғәмһеҙ Разия Солтан, Ҡануни Солтан Сөләймәндең ҡандаш ҡыҙы һәм Яхъя Әфәнденең йәндәш ҡыҙы» тигән яҙыулы ҡәбер.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергә- 2003 йылда Төркиәлә «Һөррәм Солтан» тигән кесе сериал төшөрөлә.
- 1996—2003 йй. экрандарға «Роксолана» тигән украин сериалы сыға.
- 2011—2014 йй. экрандарға «Күркәм быуат» тигән төрөк сериалы сыға. Солтан ролен билдәле актёр Хәлит Эргенч башҡара.
- Assassin’s Creed: Revelations уйынында шаһзадә Сөләймән төп геройҙың союздашы булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ M. Th Houtsma. First encyclopaedia of Islam: 1913-1936. — BRILL, 1993. — С. 522. — ISBN 9004097961, 9789004097964.
- ↑ 2,0 2,1 Екатерина Николаевна Кушева. Народы Северного Кавказа и их связи с Россией: вторая половина XVI - 30-е годы XVII века. — Изд-во Академии наук СССР, 1963. — С. 201.
- ↑ Сулейман, султан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Кинросс Лорд. Расцвет и упадок Османской империи. — М.: КРОН-ПРЕСС, 1999. — С. 214. — ISBN 5-232-00732-7.
- ↑ Турция // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 6,0 6,1 Турецкие войны // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ И. Б Греков, Институт славяноведения и балканистики (Академия наук СССР). Османская империя и страны Центральной, Восточной и Юго-Восточной Европы в XV-XVI вв: главные тенденции политических взаимоотношений. — М.: Наука, 1984. — С. 165.
- ↑ История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1958. — 390 с.
- ↑ Кинросс Лорд. Расцвет и упадок Османской империи. — М.: КРОН-ПРЕСС, 1999. — С. 247-248. — ISBN 5-232-00732-7.
- ↑ История народов Северного Кавказа с древнейших времён до конца XVIII в.. — М.: Наука, 1988. — С. 313.
- ↑ Георг Веберҙың"Дөйөм тарих" тигән китабынан
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Sir H. A. R. Gibb. The Encyclopaedia of Islam. — Brill Archive, 1979. — Т. 5, части 79-80. — С. 66. Оригинал текст (рус.)
According to the tradition established by Hammer-Purgstall (GOR, iii, 673), she was Polish, from Rogatin (Polish: Rohatyn) on the Gnilaya Lipa river, now in the Ukrainian SSR, then in the Little Russia of Poland, the daughter of a Greek Catholic papas; possibly her name was Aleksandra Lisowska. The area, an old Ruthenian settlement, was subjected to frequent Tatar raids; she may have been carried off on one of these and sold as a slave in Istanbul.
- ↑ Yılmaz Öztuna. Kanûnı̂ Sultan Süleyman. — Kültür Bakanlığı, 1989. — 9, 11. — P. 163. — ISBN 9751703743, 9789751703743.
- ↑ Leslie P. Peirce. The imperial harem: women and sovereignty in the Ottoman Empir. — Oxford University Press, 1993. — С. 55-56. — ISBN 0195086775, 9780195086775.
- ↑ М. Василевский. Где родилась Роксолана? 2012 йыл 4 декабрь архивланған. // День: Ежедневная всеукраинская газета. № 124, четверг, 14 июля 2005.
- ↑ Leslie P. Peirce. The imperial harem: women and sovereignty in the Ottoman Empir. — Oxford University Press, 1993. — С. 59. — ISBN 0195086775, 9780195086775.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сулейман Великолепный. Программа «Эха Москвы» из цикла «Всё так»
- Гарольд Лэмб Сулейман. Султан Востока 2019 йыл 22 июнь архивланған. (рус.)
- А. А. Шарибжанова, Р. В. Шарибжанов. Символика власти османского султана: фантастические звериные образы на ятагане Сулеймана Великолепного 2012 йыл 21 октябрь архивланған.
- Мавзолей Сулеймана Великолепного на Искусство ислама(недоступная ссылка)
- А. Б. Широкорад Султан Сулейман Великолепный и его империя 2013 йыл 15 сентябрь архивланған.
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Сөләймәниә мәсете эргәһендә Сөләймән I-нең төрбәһе
Алдан килеүсе: Сәлим I |
Ғосман дәүләте солтаны 1520–1566 |
Һуңынан килеүсе: Сәлим II |
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |