Красовский Степан Акимович
Степан Акимович Красовский (8 (20) август 1897 йыл — 1983 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы (1945). КПСС-тың Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1966).
Биографияһы үҙгәртергә
Степан Акимович Красовский 1897 йылдың 8 (20) авгусында Могилев губернаһының Глухи ауылында (хәҙергеБелоруссияның Могилев өлкәһе Быховск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Белорус. 1915 йылда башланғыс училище тамамлай.
Рус император армияһында үҙгәртергә
1916 йылдың майында рус армияһына саҡырыла. Сымһыҙ телеграф механиктары курсын тамамлай, унтер-офицер дәрәжәһен ала, Көнбайыш фронттағы корпус авиаотрядын радиостанцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
Граждандар һуғышы үҙгәртергә
Граждандар һуғышы башланғанға тиклем 1917 йылдың Октябрь революцияһы ваҡиғалары ваҡытында уҡ Ҡыҙыл гвардия сафына инеп үҙенең яҙмышын билдәләй. 1918 йылдан Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, авиамоторист, һуңынан Көнсығыш фронтта 33-сө авиаотрядтың бәйләнеш начальнигы була. Фронтта кадрҙар етмәү сәбәпле летчик-күҙәтеүсе һөнәрен дә үҙләштерә, тиҫтәләгән хәрби осош яһай. 1919 йылдың октябренән —4-се армия составындағы авиация отряды комиссары, 1920 йылдың майынан — 11-се армия Хәрби-Һауа көстәренең 1-се Әзербайжан авиаотряды комиссары. Адмирал А. В. Колчак армияһына ҡаршы һуғыша, Кавказ аръяғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Stepan Akimovich Krasovsky // TracesOfWar
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Красовский Степан Акимович на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Красовский Степан Акимович . «Герои страны» сайты.
- Иваново воспитало десятки боевых лётчиков. Аргументы и факты. Владимир.