«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы 1942 йылдың 22 декабрендәге СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы[1] булдырылған. Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Н. И. Москалев.
«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 декабрь 1942 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | "Киевты обороналаған өсөн" миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Проектлаусы | Николай Москалёв[d] |
Һаны | 759 560 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән Сталинградты обороналауҙа ҡатнашҡан бөтә яугирҙар бүләкләнә — Ҡыҙыл Армия хәрбиҙәре, Хәрби-Диңгеҙ Флоты һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ туранан-тура оборалауҙа ҡатнашҡан граждандар. 1942 йылдың 12 июленән алып 19 ноябргә тиклемге осор Сталинградты обороналаған осор тип һанала.
«Ленинградты обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары биш мөйөшлө ҡалыпта йөрөтөү өсөн раҫланған тәүге совет наградалары бүла. наградаһына беренсе булып совет, пятиугольный на колоде йөрөтөү өсөн ойошторола. Башта уларҙы күкрәктең уң яғында йөрөтөү ҡаралған була, һуңынан, 1943 йылдың 19 июнендәге Указға ярашлы ҡалаларҙы обороналаған өсөн миҙалдар күкрәктең һул яғында, башҡа наградалар менән бер рәттән, йөрөтөү ҡарала. «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында, «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалынан һуң, йөрөтөлә.
00001 -се һанлы танытма менән «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы 64-се армия командующийы М. С. Шумиловҡа тапшырыла. Шулай уҡ тәүгеләрҙән булып 1943 йылдың 1 июнендә партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә: 00014-се һанлы миҙал менән — Сталинград ҡала башҡарма комитеты рәйесе Д. М. Пигалев, 00022-се һанлы миҙал менән — Сталинград өлкә башҡарма комитеты рәйесе И. Ф. Зименков, 00026-ы һанлы миҙал менән — ВКП(б) өлкә комитеты секретары И. И. Бондарь бүләкләнәләр[2].
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙал менән яҡынса 759 560 кеше бүләкләнгән.
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалды булдырған саҡта уны тутыҡмаусы ҡоростан эшләргә тейеш булғандар, әммә 1943 йылдың 27 мартындағы ҡарар менән әлеге материал еҙгә алмаштырыла[3]. Миҙал 32 мм диаметрлы түңәрәк формала.
Миҙалдың алғы яғында — винтовкаларҙы алға эйеп тотҡан бер төркөм һалдаттар һүрәте. Төркөм өҫтөндә, миҙалдың уң яғынан, елберләп торған байраҡ , ә һул яҡтан танкылар һәм бер-бер артлы осоп барыусы самолеттар һүрәте. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә, яугирҙар төркөмө өҫтөндә — биш осло йондоҙ һәм миҙал тирәләй «ЗА ОБОРОНУ СТАЛИНГРАДА» яҙыуы. Миҙалдың алғы яғы ҡабарынҡы күтәрмә менән ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Яҙыу өҫтөндә ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр баҙыҡ һүрәтләнешле.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған ебәк муар таҫма менән уратылған. Башта таҫма уртаһынан 8 мм-лыҡ ҡыҙыл буй үткән буҙ төҫтә булырға тейеш тип раҫлана, әмәм 1943 йылдың 19 июнендәге Указға ярашлы таҫманың төҫө үҙгәртелә, яңы таҫманың төҫө һарғылт-йәшел (зәйтүн) төҫөндә, уның уртыһанан киңлеге 2 мм булған ҡыҙыл буй үтә[4].
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Миҙалдың реверсы
-
СССР Почта маркаһы, 1944 йыл
-
Таҫманың 1-се варианты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Об учреждении медалей «За оборону Ленинграда», «За оборону Одессы», «За оборону Севастополя» и «За оборону Сталинграда» и награждении этими медалями участников обороны Ленинграда, Одессы, Севастополя и Сталинграда» от 22 декабря 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 30 декабря (№ 47 (206)). — С. 1.
- ↑ Сталинградская битва: энциклопедия, 2012
- ↑ Постановление Президиума Верховного Совета СССР от 27 марта 1943 г. «О медалях „За оборону Ленинграда“, „За оборону Одессы“, „За оборону Севастополя“ и „За оборону Сталинграда“».
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 19 июня 1943 г. «Об утверждении образцов и описания лент к орденам и медалям СССР и правил ношения орденов, медалей, орденских лент и знаков отличия».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Виктор Григорьев Первые медали Великой Отечественной войны и их первоначальный вид после утверждения // Санкт-Петербургский коллекционер. — 2005. — № 2 (32). — С. 20.
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 65—68. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 78—79.
- Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 371. — 800 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Медаль «За оборону Сталинграда». Медали и ордена СССР