Ишмөхәмәт (исем)
Ишмөхәмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәИшмөхәмәт — башҡорт, ғәрәп сығышлы ир-ат исеме[1]. Мәғәнәһе: ата-әсәһенә, туғандарына иш булһын, иптәш булһын тигән теләкте белдерә[2].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИшмөхәмәт сәсән — (төп исеме Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 7 июль 1781 йыл — 1878 йыл) — йырсы, ҡурайсы һәм ҡобайырсы. Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районының (элекке Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү волосы) Яңы Балапан ауылында тыуған.
Ишмөхәмәт Ғилмнтдин улы Ғәләүетдинов — (1 ғинуар 1948 йыл — 10 октябрь 2015 йыл) — башҡорт теле белгесе, шәрҡиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008).
Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов — уҡытыусы-ғалим, методист, 1941 йылдың 8 ғинуарында Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.
Фамилиялар
үҙгәртергәИшмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы (25 июль 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй математик-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй, Рәсәй фәндәр академияһы Иҫәпләү үҙәгенең һыҙма булмаған анализ ысулдары бүлеге етәксеһе була. Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
Ишмөхәмәтов Рөстәм Рифат улы (7 октябрь 1977 йыл) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт ҡоролошо комитеты ағзаһы («Берҙәм Рәсәй» фракцияһы), Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған.
Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1 июль 1957 йыл) — ғалим-терапевт, фармокология маркетологы, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003) . Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир- ағзаһы, генераль директор, иммунобиологик препараттар етештереүҙе ойоштороу һәм уларҙың технологияһы кафедраһы мөдире, «Ремедиум» журналының баш мөхәррире.
Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (1894—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 28-се кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры (1919). 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадроны командиры (1920). Тамъян-Ҡатай кантонының башҡарма комитеты рәйесе (1928). 1930—1937 йылдарҙа — Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры.
Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы (4 август 1932 йыл — 29 февраль 2004 йыл) — СССР, Рәсәй физиологы; медицина фәндәре докторы (1970), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы (30 март, 1957, БАССР, Өфө ҡалаһы) — журналист, сәйәсмән. «Өфө-Ведомости» муниципаль бюджет учреждениеһының баш мөхәррире (директоры). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 9-сы Ҡояшлы бер мандатлы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Ишмөхәмәтов Исмәғил Хажиәхмәт улы (1 февраль 1901 йыл — 23 март 1971 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1928 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1932 йылдан химия кафедраһы мөдире, 1934 йылдан — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фән эштәре буйынса проректор; 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия кафедраһы мөдире, 1964—1970 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (10.09.1948), табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Зәк-Ишмәт ауылынан.
Ауылдар
үҙгәртергәИшмөхәмәт — Баймаҡ районындағы ауыл, ул дистан начальнигы Ишмөхәмәт Биксантаевтың (1771—1851) исемен йөрөтә.
Ишмөхәмәт — Федёровка районы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЗөлхизә (йыр) — риүәйәтенең икенсе вариатында Ҡушмөхәмәт менән Ишмөхәмәт тигән ике һунарсы дуҫ булған. Халыҡ уларҙың исемен боҙоп Ишәй менән Ҡушай тип йөрөткән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 58-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |