Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы
Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1 июль 1957 йыл) — ғалим-терапевт, фармокология маркетологы, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003)[1]. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир- ағзаһы, генераль директор, иммунобиологик препараттар етештереүҙе ойоштороу һәм уларҙың технологияһы кафедраһы мөдире, «Ремедиум» журналының баш мөхәррире[2], Пирогов ордены кавалеры (2022)[3]
Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 1 июль 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, терапевт |
Эшмәкәрлек төрө | фармация[d] һәм биотехнология |
Эш урыны |
1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты Предприятие по производству бактерийных и вирусных препаратов ИПВЭ[d] |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАйҙар Айрат улы Ишмөхәмәтов 1957 йылдың 1 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. И. М. Сеченов исемендәге 1‑се Мәскәү медицина институтын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай. 2001 йылдан алып лаборатория мөдире[1].
- 1985 йыл — медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә;
- 2001 йыл — медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе бирелә;
- 2002 йыл — дарыу сараларының әйләнеше өлкәһендә идаралыҡ итеүҙе ойоштороу кафедраһы доценты;
- 2003 йыл — дарыу сараларының әйләнеше өлкәһендә идаралыҡ итеүҙе ойоштороу кафедраһы профессоры;
- 2016 йыл — Рәсәй Фәндәр Академияһының (РФА) ағза-корреспондент итеп һайлана[4].
Эш урыны — «М. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшкәртеү федераль ғилми үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, генераль директор[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙарҙы дауалағанда иммунология проблемаларына, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу моделдәрен, дарыу әйләнеше өлкәһендә маркетинг һәм мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. Ишмөхәмәтов А. А. ревматоид артрит менән ауырығандарҙа иммун статусы боҙолоуын һәм плазмаферезға ҡарата индивидуаль һиҙгерлекте билдәләү ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Төп фәнни ҡаҙаныштары:
1. Ревматоид артрит менән ауырығандарҙа иммун статусы боҙолоуын һәм плазмаферезға ҡарата индивидуаль һиҙгерлекте билдәләү ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә.
2. Фармацевтика тармағының көнүҙәк хәлен сағылдырған мәғлүмәти-аналитика системаларҙы төҙөүҙең уникаль ысулдары булдырыла.
3. Дарыу саралары әйләнеше өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыу буйынса төп принциптар формалаштырыла һәм нигеҙләнә.
4. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һағы министрыүлығы Дәүләт контроле органдарының Берҙәм мәғлүмәт-эҙләү системаһы эшләнгән.
5. Дарыу сараларының Дәүләт реестры төҙөлгән һәм нәшер ителгән.
6. "Рәсәй Фәндәр Академияһының М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшкәртеү буйынса федераль ғилми үҙәк"те үҫтереү концепцияһын тәҡдим итә. Был концепция инновацион препараттарҙы булдырыуҙың фәнни, технологик һәм етештереү аспекттарын берләштереү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ вирустарға ҡапшы вакциналар эшләү мөмкинлеге тыуа[5].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Фармацевтические рынки в едином экономическом пространстве. М., 2005 (авторҙаш.);
- Фармацевтические рынки стран Содружества: Россия, Белоруссия, Казахстан, Украина. М., 2006 (авторҙаш);
- Фармацевтический маркетинг. М., 2007.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Пирогов ордены(2022) [6]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы 2020 йыл 28 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2020)
- [2](недоступная ссылка)
- [3]
- Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы 2019 йыл 1 декабрь архивланған.
- [4] 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ https://www.med-sovet.pro/jour/pages/view/chiefeditor
- ↑ 15.07.2022 й. 456-сы һанлы Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы
- ↑ 4,0 4,1 [1] 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ http://www.remedium-journal.ru/authors/detail.php 2019 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ 15.07.2022 й. 456-сы һанлы Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы