Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы
Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы (30 март 1957 йыл) — матбуғат ветераны, журналист, йәмәғәтсе. 2002 йылдан «Уфа» журналының, 2009 йылдан — «Уфа-Ведомости» гәзитенең, 2018 йылдан — «Уфимские ведомости» гәзитенең һәм «Уфа» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 март 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Эш урыны | Уфа (журнал) |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Әүҙемлек урыны | баш мөхәррир[d] һәм депутат[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГалина Ғәзим ҡыҙы Ишмөхәмәтова 1957 йылдың 30 мартында Өфө ҡалаһында тыуа.
Өфө авиация институтын, Иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү ҙәм хоҡуҡ Көнсығыш интситутын, «Идара итеүҙең юғары мәктәбе» Милли институттарын тамамлай. 1979 йыл — хеҙмәт юлын Өфө приборҙар эшләү заводы ҡарамағындағы тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында инженер-һынаусы булып башлай.
1985—1991 йылдар — Өфө авиация институты ҡарамағындағы «Вихрь» махсус конструкторлыҡ бюроһында өлкән инженер булып эшләй.
1991—2002 йылдар — «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе, күҙәтеүсеһе, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары.
2002—2009 йылдар — «Уфа» журналы редакцияһы" МУП-ының баш мөхәррире.
2009 йылдан — «Өфө-Ведомости» муниципаль бюджет учреждениеһының баш мөхәррире (директоры)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре 2006[3];
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең маҡтау ҡағыҙы;
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала Советының Маҡтау ҡағыҙы;
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы.
- «Золотой гонг — 2013» журналистарҙың һөнәри конкурсында «Йыл мөхәррире» номинацияһы еңеүсеһе[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Проект УГАТУ «Годы и люди». Ишмухаметова Галина Газимовна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2022)