Терегөмөш (Hg, лат. Hydrargyrum) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы период, 12-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 80. Нормаль шартта шыйыҡ рәүештә булған берҙән-бер металл. Быуы бик ағыулы, контаминант.

Терегөмөш
mercury
кат. mercuri
Рәсем
Масса 200,592 ± 0,003 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Меркурий[d]
Грозящая опасность терегөмөш менән ағыуланыу[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Киноварь[d], metacinnabar[d], Сфалерит[d], corderoite[d] һәм livingstonite[d]
Элемент символы Hg[2]
Химик формула Hg[3]
Каноническая формула SMILES [Hg][3]
Атом һаны 80
Электронная конфигурация [Xe] 4f¹⁴ 5d¹⁰ 6s²
Электр кирелеге 2
Ионный радиус 1,19 ангстрем[4], 0,69 ангстрем[4], 0,96 ангстрем[4], 1,02 ангстрем[4] һәм 1,14 ангстрем[4]
Магнитное упорядочение диамагнетизм[d]
Удельная электрическая проводимость 1 040 000 сименс на метр
Теплопроводность 8,3 Вт/(м·K)[5]
Удельная теплоёмкость 140
Молярная энтальпия плавления 2,37 килоджоуль на моль
Стандартная молярная энтропия 76 ± 0,05 Дж / (моль·К)[6]
Тығыҙлыҡ 13,6 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы −37,89 ℉[7] һәм −38,83 °C[7]
Ҡайнау нөктәһе 674,11 ℉
Давление пара 0,0012 mm Hg
Скорость звука 1450 метр в секунду[8]
Кристаллик система тригональная сингония[d]
PGCH коды 0383
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,1 mg/m³
IDLH 10 mg/m³
Пиктограмма
Изображение памятной доски
WordLift URL data.wordlift.io/wl01714…[9]
 Терегөмөш Викимилектә
80
Ртуть
200,59
4f145d106s2
 
Меркурий планетаһының астрономик символы

Йыш ҡына уны самородок рәүешендә (тау тоҡомдарында шыйыҡ тамсылар) табалар, тик ғәҙәттә тәбиғи киноварҙы яндырып сығарып алалар. Боронғо грек һәм римлеләр алтынды таҙартыу өсөн ҡулланғандар (амальгамалау) терегөмөштөң һәм уның ҡушылмаларының ағыулы икәнен беләләр. Күп быуаттар дауамында алхимиктар терегөмөш барлыҡ металдарҙың өлөшө булып тора тип һанағандар һәм көкөрт йәки мышаяҡ ярҙамында алтын килеп сығасаҡ, тип уйлағандар. Терегөмөштө саф килеш бүлеп сығарыу 1735 йылда швед химигы Георг Брандт тарафынан тасуирлана.

Элементты алхимиктарҙан ла, хәҙерге ваҡытта ла Меркурий планетаһы символы итеп ҡулланыла.

Терегөмөштөң металдарға ҡарауы Ломоносов һәм Браун хеҙмәттәре менән генә раҫлана, улар 1759 йылдың декабрендә терегөмөштө туңдырып, уның металл үҙенсәлектәрен асалар.


Этимологияһы

үҙгәртергә

Урыҫса атамаһының килеп сыҡҡан терегөмөш праслав. *rьtǫtь "елдереү" һүҙе менән бәйле. Hg — латинса исеме, был элементтың алхимиктар ҡушҡан исеме -hydrargyrum ( бор. грек. ὕδωρ «һыу» һәм ἄργυρος «көмөш», һүҙмә-һүҙ — «шыйыҡ көмөш»).

Башҡортса (төркиҙәрҙең күбеһендә) "тере" һәм "көмөш" һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[10].

Тәбиғәттә

үҙгәртергә

Терегөмөш — ер ҡабығында сағыштырмаса һирәк элемент, уртаса 83 мг/ т. Терегөмөшкә иң бай мәғдәндә 2,5 % тиклем. онъя океаны һыуҙарында терегөмөш миҡдары — 0,1 мкг/л.

Тәбиғәттә 20 тирәһе терегөмөш минералы билдәле, әммә төп сәнәғәт әһәмиәтенә эйә - киноварь.

Ятҡылыҡтары

үҙгәртергә

Терегөмөш һирәк металл булып иҫәпләнә.[11]

Донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе Испанияла (Альмаден). Терегөмөш ятҡылыҡтары Кавказда (Дағстан, Әрмәнстан), Тажикстанда, Словенияла, Ҡырғыҙстанда (Хайдаркан — Айдаркен), Донбасста (Горловка, Никитовск терегөмөш комбинаты) билдәле.

Рәсәйҙә 23 терегөмөш ятҡылығы бар, сәнәғәт запастары 15,6 мең тонна тәшкил итә (2002 йылға), уларҙың иң ҙуры Чукоткала — Западно-Палянское һәм Тамватнейск.

Тирә-яҡ мөхиттә

үҙгәртергә
 
270 йыл эсендә боҙлоҡтарҙа терегөмөш йөкмәткеһе

Тарихта терегөмөш менән бысраныу 1956 йылда Японияның Минамата ҡалаһында була, был өс меңдән артыҡ ҡорбанға, йә Минамата ауырыуынан бик ныҡ зыян күреүгә килтерә.

Терегөмөш токсикологияһы

үҙгәртергә

Терегөмөш һәм уның күп кенә ҡушылмалары ағыулы. Ул хатта ҙур булмаған миҡдарҙа ла сәләмәтлеккә бәйле етди проблемалар килтереп сығарырға мөмкин һәм ул иртә стадияларҙа бала яралғыһының үҫеше өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра.

2020 йылдан терегөмөш менән күпләп ағыуланыу осраҡтары иҫтәлегенә күп илдәр ҡул ҡуйған халыҡ-ара конвенция көсөнә инә. Ул көнкүрештә ҡулланыла торған бер нисә төрлө терегөмөшлө продукцияны, шул иҫәптән электр батареялары, электр выключателдәре һәм реле, ҡайһы бер компакт люминесцентлы лампалар (КЛ), һалҡын катодлы люминесцентлы лампалар, тышҡы электродлы люминесцентлы лампалар, терегөмөшлө термометрҙар һәм ҡан баҫымын үлсәү приборҙары етештереүҙе, экспортлауҙы һәм импортлауҙы тыя[12]. Конвенция металл ҡулланыуҙы яйға һала һәм ҡайһы бер сәнәғәт процесстарын һәм тармаҡтарҙы, шул иҫәптән тау тоҡомдары сығарыу (бигерәк тә сәнәғәти булмаған алтын табыу), цемент етештереүҙе сикләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 MERCURY (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. https://www.webelements.com/mercury/
  6. https://chem.libretexts.org/Bookshelves/General_Chemistry/Book%3A_ChemPRIME_(Moore_et_al.)/16%3A_Entropy_and_Spontaneous_Reactions/16.06%3A_Standard_Molar_Entropies
  7. 7,0 7,1 http://www.webelements.com/mercury/
  8. CRC Handbook of Chemistry and Physics (ингл.) / David R. Lide, Jr. — 78 — USA: CRC Press, 1997. — P. 14—37. — ISBN 978-0-8493-0478-1
  9. https://fr.dentist/kb/mercury/
  10. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 344-се бит
  11. Ebany J. Martinez-Finley, Michael Aschner Recent Advances in Mercury Research (инг.) // Current environmental health reports. — 2014-06. — В. 2. — Т. 1. — С. 163. — DOI:10.1007/s40572-014-0014-z
  12. Республика Беларусь подписала Минаматскую конвенцию о ртути, ООН (24 сентябрь 2014). 25 сентябрь 2014 тикшерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ртуть// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә