Имәндәш (рус. Имендяшево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819002.

Ауыл
Имәндәш
рус. Имендяшево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Имәндәш ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°08′15″ с. ш. 56°45′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

341[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар — 99%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453063

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 819 002

ОКТМО коды

80 621 419 106

ГКГН номеры

0519066

Имәндәш (Рәсәй)
Имәндәш
Имәндәш
Имәндәш (Башҡортостан Республикаһы)
Имәндәш


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 341 173 168 50,7 49,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 54 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 60 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Кәлсер-Табын улусы башҡорттары 1750 йылда купчий ҡағыҙы буйынса нигеҙ һала[3].

1839 йылда имәндәштәр зауряд-сотник Түҙбәк Рахманғолов, Әбделҡадир Мәсәғүтов, Әсәҙулла Абдулҡадиров, Хисмәтулла Түзбәков, Лоҡман Рәжәпов, Ауҙимән Рәжәпов, Мөхәмәтйән Әбделвахитов: «Беҙҙең ырыу Кәлсер-Табын башҡорттарынан килеп сыҡҡан һәм батшаларҙан бирелгән ерҙәрҙә йәшәгән. Әлеге ерҙәрҙе 1750 йылдың 4 майындағы яҙыу менән Кесе-Табын башҡорттарынан алғандар. Ошо ерҙә һатып алыу хоҡуғында әле лә йәшәйбеҙ», тип белдерәләр. Архивта килешеүҙең тексы ла һаҡланған. Кәлсер-Табын башҡорттары икенсе килешеү ҙә төҙөйҙәр. «1751 йылдың 8 февраль көнөндә Өфө өйәҙе Нуғай юлы Кесе-Табын олоҫо старшина Байымбәт Илсеғолов командаһындағы Ҡармыш Бикәйев, Түләкәй Үтәғолов, Дәүләтәй Сағыров, Елүш Сәйетов, Елдәш Аптраҡов, Ҡотос Мәмкәйев, Тыныш Елембәтов, Ҡунаҡбай Сотҡаров, Сәфәрғол Мәүләшов, Алдаҡай Кәбәсов, Солтан Утәков, Солтан Елембәтов, Әлекәй Колмәмбәтов, Сура Елембәтов, Тәүләкәй Мүсәшев, Һатлык Имаҡов, Дауыт Теләпәйев, Өфө ҡалаһында булғанда, Табын улусы старшина Таиш Иткинин командаһы башҡорттары Ебәрғол Зийәшевҡа, Ғәббәс Аҙнағоловҡа, Баҡай Мерәҫовҡа, Хоҙайғол Һөйөндөковҡа, Ныяз Наурызовҡа, Һөйөндөк Нуғаевҡа, Байҡай Һөйөндөковҡа, Бирҙекәй Мерәҫовҡа, Рәхимғол Үтәғоловҡа, Мырҙа Мерәҫовҡа, Ғабдулла Ноҡаевҡа, Еҙтәй Аҙанҡоловҡа, Ҡармыш Йомаҡовҡа, Ишҡыуат Ҡармышовҡа, бөтәһе 17 кешегә, беҙҙән йыраҡта, ә припущенниктарға яҡында булған пайҙарыбыҙҙы бирҙек, тигән яҙма бирәбеҙ». Һәр кешенән унар һум аҡса алалар. Кесе-табындарҙан 5 кеше ҡултамға, 12 тамға ҡуялар[4].

Ике килешеүҙән күренеүенсә кесе-табындар ике олоҫ араһындағы үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен кәлсер-табындарға бөтөнләйгә һаталар. Кесе-Табын ерендә кәлсер-табындар тарафынан 1750—1751 йылдарҙа Имәндәш ауылына нигеҙ һалына. Тарих документтарынан күренеүенсә, XIX быуат буйына һәм XX быуат башында кесе-табындар менән кәлсер-табындарҙың ошо һатылған ерҙәр өсөн күп тапҡыр судлашыуҙары билдәле. Әммә суд, ерҙәрҙең мәңгелеккә һатылғанына таянып, һәр ваҡыт имәндәштәр файҙаһына ҡарар сығара[4].

1795 йылдағы V ревизия ауылда 30 йортта 360 кеше йәшәүен, 1859 йылдағы ревизия 70 йортта 257 ир-ат 285 ҡатын-ҡыҙ йәшәүен күрһәтә. XIX быуат аҙағында 121 йортта 335 ир-ат һәм 228 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1920 йыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуын (457 ҡатын-ҡыҙ) ир-аттарҙың кәмеүен (379 ир-ат) күрһәтә. Имәндәшкә Һабай ауылынан да күсеп ултыралар. 1795 йылда 31 йортта 360 кеше йәшәгән, 1865 йылда 80 йортта — 469 кеше Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, сана һәм ағас һауыт‑һаба яһау менән шөғөлләнгә. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә архелогик ҡомартҡы Имәндәш ҡаласығы урынлашҡан[4].

Халҡы: 1906 йылда — 665 кеше; 1920 йылда — 836 кеше; 1939 йылда — 640 кеше; 1959 йылда — 672 кеше; 1989 йылда — 435 кеше; 2002 йылда — 410 кеше; 2010 йылда — 341 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауыл исеменең бер нисә варианты йәшәй. Әнүәр Әсфәндиәров фекеренсә ауыл шул исемдәге тау һәм йылға исеменән алынған[4]. Шулай уҡ Имәндәш атамаһының «Имандаш» (бер имандан), Иман ташы һүҙҙәренән килеп сығыуы ла фаразлана.

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[5]

Александровка урамы (рус. Александрвовская (улица))

Еҙем урамы (рус. Зилимская (улица))

Колхоз урамы (рус. Колзозная (улица))

Яңы ауыл урамы (рус. Новоселка (улица))

Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))

Шишмә урамы (рус. Чишминская)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә