Имәндәш ҡаласығы
Имәндәш ҡаласығы (рус. Имендяшевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендә урынлашҡан VII—XII быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Имәндәш ҡаласығы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ғафури районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәИмәндәш ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Имәндәш ауылынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Имәндәштән район үҙәгенә тиклем (Красноусольский) — 54 км.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәҠаласыҡтың майҙаны 2 мең м² тәшкил итә. Ул 2 ур[4] һәм соҡор менән уратып алынған.
Усағы булған тура мөйөшлө, 5,5×5,0 м дәүмәлле 2 яртылаш ер өй, хужалыҡ соҡорҙары табылған.
Археологтарҙың ҡаҙыныу эштәре ваҡытында төрлө мәҙәниәттәргә ҡараған балсыҡ һауыттар табылған:
Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡарағаны — түңәрәк төплө, тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, һырлы, түңәрәк соҡорло һәм ҡалҡыу биҙәкле;
Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡарағаны — туҫтаҡ рәүешендәге йоҡа тышлы, кәкерсәк һыҙыҡтар төшөрөлгән, тешле мөһөр баҫылған;
Турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡарағаны — туҫтаҡ рәүешендәге яҫы төплө, тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, ауыҙ сите һәм муйыны һырҙар, түңәрәк соҡорло биҙәк менән биҙәлгән, мөһөр баҫылған.
Табылдыҡтар араһында — бронза айыл һәм ҡайыш биҙәүесе, бысаҡтар, сулпылар, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер ураҡтар, таш ҡайраҡтар, һөйәк ҡаптырма һәм уҡ башаҡтары.
Артефакттарҙан күренеүенсә, ҡаласыҡ халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән.
Ҡомартҡы иртә Урта быуат осоронда Урал буйына төрки ҡәбиләләрҙең күсеп ултырыу барышын билдәләргә мөмкинлек бирә.
Урындағы халыҡ араһында ҡаласыҡ урынлашҡан ер «Ханҡала» тип йөрөтөлә (фаразланыуынса, бында Туҡтамыш туҡтала торған булған).
Ҡомартҡы материалдары өлөшләтә Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6].Археология һәм этнография музейында һаҡлана. Бер өлөшө Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы фондтарына тапшырылған.
Асыш тарихы
үҙгәртергә1956 йылда буласаҡ тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов һәм ғалим-археолог, ул саҡта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, төркиәтсе һәм этнограф Х. В. Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә
1963, 1968 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева тикшеренеүҙәр үткәрә.
1989 йылда Н. А. Мәжитов һәм уның ҡыҙы археолог, тарих фәндәре кандидаты, доцент Әлфиә Нияз ҡыҙы Солтанова тарафынан тикшерелә[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Имәндәш ҡаласығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Имәндәш ҡаласығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Имәндәш ҡаласығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеева Г. И. Памятники железного века в бассейне р. Зилим //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.