Еҙем — йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.

Еҙем
Ғафури районында Еҙем аша һалынған күпер
Ғафури районында Еҙем аша һалынған күпер
Характеристика
Оҙонлоғо 215 км
Бассейн 3280 км²
Һыу ағымы
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы уң яҡ яр буйлап 585 км
 · Координаталар 54°23′33″ с. ш. 56°28′03″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200712111100018678
Еҙем (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
тамағы
Еҙем Викимилектә
Рәсәй һыу реестры
10010200712111100018678
Код бассейна 10.01.02.007
Код по ГИ 111101867
Том ГИ 11 (выпуск 1)[1]

Елмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 215 км, бассейн майҙаны 3280 км², дөйөм түбәнәйеүе 607 м. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 65—85 %‑ы — яҙғы (апрель—май), 10—15 %‑ы — йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 5—10 %‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 38,7 м³/с.

Бассейнының рельефы тәпәш таулы, биләмәһе бик күп ҡушылдыҡ үҙәндәре менән йырғыланған. Бассейны әүжән свитаһы, елмәрҙәк свитаһы тау тоҡомдарынан, вендтың әшә серияһынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.

Ландшафтары башлыса урман һоро тупрағында һәм кәҫле көлһыу тупраҡта үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора. Бассейнының 84 %‑ын — урман, 1 %‑ын һаҙлыҡ тәшкил итә. Ҡушылдыҡтары: уң — Манайлы, Оло Рәүәт һ. б., һул — Егәҙе, Оло Шешәнәк һәм Бәләкәй Шешәнәк, Таҡаты, Мәндем һ. б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама/ Под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.

Топографик карталар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә