Яҡупов Әхмәт Ширәй улы
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы (рус. Якупов Ахмед Ширеевич (Ширсевич, Шарнеевич)) ((1901 ― 28.2.1945) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса гвардия старшинаһы.[1]
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы | |
Гражданлыҡ | СССР |
---|---|
Тыуған көнө | 1901 |
Тыуған урыны | Имәндәш, Имәндәш ауыл советы, Ғафури районы |
Вафат булған көнө | 28 февраль 1945 |
Вафат булған урыны | Гожув-Велкопольск[d], Өсөнсө рейх |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Хәрби подразделение | 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЯҡупов Әхмәт Ширәй улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуа. «Салауат» колхозында эшләй.[2] Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Красноусол военкомыты хәрби хеҙмәткә саҡыра. Һуғыш йылдарында 7-се кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.
«Аттарҙы яҡшы тәрбиәләй, уның ҡарамағындағы аттар һәр ваҡыт туҡ, хәрби хәрәкәттәр барышында хәрби составты аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеп торҙо» тиелгән яугирҙың хәрби наградаға тәҡдим ителгән рәсми хатта.[3]
Яҡупов Әхмәт Ширәй улы яраларғандан һуң 1945 йылдың 28 февралендә вафат була. Германияның Ландсберг-на-Варте ҡалаһында (хәҙерге Польшаның Гожув-Велькопольски ҡалаһында) ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- 2-се дәрәдә Ватан һуғышы ордены (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)