Аҡкүл
Аҡкүл — (башҡ. Аҡкүл[1]) — Башҡортостандың Ғафури районы «Аҡкүл» ҡурсаулығындағы күл, 1965 йылдан Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[2]).
Аҡкүл | |
---|---|
54°02′24″ с. ш. 56°16′24″ в. д.HGЯO | |
![]() | |
Страна | |
Регион | Башҡортостан |
Оҙонлоғо | 5 км |
Киңлеге | 2 км |
Майҙаны | 10 км² |
Уртаса тәрәнлек | 4 м |
Һыу йыйыу майҙаны | Впадающие реки = км² |
РДҺР | 10010200711111100003842 |
![]() |
АтамаһыҮҙгәртергә
Атамаһы ике мәғәнәле: аҡ «аҡ» йәғни «изге», плюс күл. Ғафури районында йәшәгән табын ҡәбиләһе башҡорттары Аҡҡүлде изге тип һанайҙар[1]).
ТасуирламаһыҮҙгәртергә
Өҫкө йөҙөнөң майҙаны — 8,8 км². Оҙонлоғо — 6,2 км, уртаса киңлеге — 1,4 км, иң ҙур киңлеге — 2 км, күл уртаһында 3—4 метр тәрәнлек, иң тәрән ере — 11 м, һыу күләме — 34,5 млн м³. Күл ҡаҙанлығы Ағиҙел йылғаһы буйлап һуҙылған һәм дөрөҫ булмаған эллипс формаһында. Ҡаҙанлыҡ террасалы һыу баҫҡан туғайлыҡтағы ултырмаларҙа барлыҡҡа килгән[3] [4].
Ағын күл — унан Ҡарамалы йылғаһы (Ашҡаҙар ҡушылдығы) ағып сыға. Күл мезотрофлы, йәғни уның һыуында органик һәм биоген минерал матдәләр уртаса миҡдарҙа.
Күлдең тирә-яғы ландшафты һыубаҫар урмандарҙан һәм (ҡайын, ҡарама, тал, балан, ерек, уҫаҡ, муйыл) туғайҙарҙан тора. Күл яр буйында һыу боросо, зәһәр лютик, күрән, уҡъяпраҡ, күрән, ҡырҡбыуын йәки шыршы үләне һ. б. үҫә.
Күл һыуында табан балыҡ сазан балыҡ, алабуға, ҡорман йәки таран, һыла, йәйен, опто тереклек итә, һуна өйрәк, ҡуҡый, аҡсарлаҡтар, сүрәгәй өйрәк һ.б. ҡоштар йәшәй.
Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ООПТ)Үҙгәртергә
Һаҡлау объекттары:[5]
- Башҡортостан Республикаһының биотөрлөлөгө менән айырылып торған иң эре күлдәренең береһе;
- Шул урында тереклек итеүсе типик һәм Һирәк осрай торған хайуандар һәм ҡоштар (ҡондоҙ, ондатра, һыу ҡоштары).
Һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ОПТ) — 1567,0 га.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Статья в Башкирской энциклопедии (билдәһеҙ) (недоступная ссылка — история ). башкирская-энциклопедия.ru.(недоступная ссылка)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
- ↑ Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
- ↑ Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть (билдәһеҙ). 102ozera.ru. Дата обращения: 15 июнь 2019. 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ 2016 йылдың 7 март көнөндә [https://web.archive.org/web/20160307165735/http://102ozera.ru/index.php?option=com_content&task=view&id=7&Itemid=1 архивланған. Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть
- ↑ CD Econet (недоступная ссылка). Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано 25 ғинуар 2018 года. 2018 йылдың 25 ғинуар көнөндә архивланған.