Викидатала элемент юҡ


Имам — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Имам башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, кешеләрҙе үҙенең артынан эйәртеп намаҙ, мәхәллә муллаһы; дин һәм дәүләт башлығы; башлыҡ; дәрәжәле ҙур ғалим мәғәнәләрендә йөрөй[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы (24 март 1898 йыл — 2 май 1969 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1940). Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы Рәйесе (19471955). БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947). Ике Ленин ордены (1949, 1953) кавалеры.

Ғәлимов Имам Ғәлим улы (1908 йыл — 1965 йыл) — 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, пулемётсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[2].

Асакируддин Абу́л-Хөсәйен Мөслим ибн әл-Хажаж ән-Найсабу́ри, күберәк имам Мөслим булараҡ билдәле (ғәр. إمام مسلم‎‎; 821 йыл — 875 йыл) — ислам дин белгесе, хәҙистәрҙе өйрәнеүсе һәм хоҡуҡ белгесе. Иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығы — Сәхих Мөслим авторы. Сауҙа менән шөғөлләнгән һәм үҙен тулыһынса хәҙистәр йыйыуға, төрлө ҡалалар буйлап сәйәхәт итеүгә арнау өсөн етерлек байлығы булған. Ираҡта, Сүриәлә, Мысырҙа, Хиджазда булған. әл-Бохари имамда, Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Шихаб әз-Зөһри һәм башҡа дин белгестәрендә уҡыған. Имам әт-Тирмизи, Ибн Хузайма, Әбү Хәтим әр-Рази һәм башҡа дин белгестәренең уҡытыусыһы булған. Ике тиҫтәгә яҡын китап төҙөгән, уларҙың күпселеге хәҙис фәне һәм уларҙы быуындан-быуынға тапшырыусылар тураһында.

Насиров Имаметдин Низаметдин улы (30 сентябрь 1898 йыл — 29 март 1942 йыл) — башҡорт яҙыусыһы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.

Фамилияла

үҙгәртергә

Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы (1898, Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Ҡыҙылъяр ауылы — 11 март 1945, Пруссия, Грошевиц) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Имамғаязов Мәжит Имамғаяз улы (рус. Имамагаязов Мазит Имамзаязович) (1 октябрь 1938 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 - 1991 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен ҡала комитетының беренсе секретары, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Имам — Исламда мосолмандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуына етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусы. Мәҙинәлә мосолман йәмғиәте ойошҡан ваҡытта (622—632 йылдар) имам вазифаһын Мөхәммәт СҒС үҙе башҡарған.

Имам майҙаны (میدان امام‎), элекке исеме Нахʼш-е Джахāн майҙаны — Исфахана (Иран) ҡалаһы уртаһындағы майҙан, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты. 1979 йылға тиклем майҙан Шах (میدان شاه‎) исемен йөрөткән. Имам майҙаны Исфахан ҡалаһының тарихи үҙәгендә Гөлбаһар районында урынлашҡан. Майҙандың көньяғында Имам мәсете, көнбайышында Алий-Гапу һарайы, көнсығышында Лотфулла шәйех мәсете урынлашҡан. Ислам революцияһынан һуң Имам майҙанында йома намаҙҙары уҡыла.

Имам мәсете (фарс. مسجد امام — masjed-e emam), элекке Шах мәсете — Исфахандың Имам майҙанында урынлашҡан иң ҙур мәсеттәренең береһе. 1611 йылда төҙөлә башланған, 1641 йылда тамамланған. Эске станалары мозаика, орнамент, семәрле яҙыу менән биҙәлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ