Зәйнулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Зәйнулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Зәйнулла исеме бар.
Этимология
үҙгәртергәЗәйнулла исеме башҡорттарға ғәрәп теленән ингән. Башҡортса алла биҙәге, алланың яратҡан кешеһе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЗәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 йыл — 2 февраль 1917 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе. Халыҡта әүлиә һәм табип һымаҡ та билдәле булған. Шәрҡиәтсе В. В. Бартольд уны башҡорттарҙың «рухи короле» тип атай.
Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы (рус. Каикбердин Зайнулла Галлямович) (5 ғинуар 1925 йыл — 23 февраль 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.
Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (26 ноябрь 1906 йыл — 25 декабрь 1997 йыл) — ғалим-физиолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының уҡыу эштәре буйынса проректоры, 1965——1973 йылдарҙа — ректоры, бер үк ваҡытта 1968 йылдан башлап нормаль физиология кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь Революцияһы, ике «Почёт Билдәһе» һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Ибәтуллин Зәйнулла (1891 йыл — март 1919 йыл) — совет эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы, тулы Георгий таҫмаһы кавалеры.
Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (16 ғинуар 1946 йыл) — ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
Вәхитов Зәйнулла Вәхит улы (1906 йыл — 22 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец
Фамилияла
үҙгәртергәЗәйнуллин Фәйзулла Зәйнулла улы (1921 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.
Зәйнуллин Марат Вәли улы (5 ноябрь 1935 йыл — 13 май 2016 йыл) — башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология, 2000—2011 йылдарҙа — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев (1996) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2008) премиялар лауреаты.
Зәйнуллин Радик Әнүәр улы (2 апрель 1961 йыл) — ғалим-химик-органик. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йылдарҙа аспирантура бүлеге мөдире, 2007 йылдан — сифат бүлеге начальнигы. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы (25 ғинуар 1945 йыл) — ғалим-инженер механик. 1963—1997 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1997—2009 йылдарҙа Өфөләге «Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау» ғилми үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005).
Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы (15 сентябрь 1951 йыл — 4 декабрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1987).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЗәйнулла — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Зәйнулла ишан исемендәге мәсет — Учалы ҡалаһында 2009 йылдың 20 нобрендә төҙөлгән ике ҡатлы йорт. Мәсет ҡаланың ситендә, коттеджлы йорттарҙан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан. Ғибәҙәт йортоноң төҙөлөү урыны осраҡлы түгел: ун йылдан, ҡала үҫә барыу менән, мәсет үҙәктә ҡаласаҡ.
Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет (Троицкиҙың өсөнсө йәмиғ мәсете) — Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһындағы таш мәсет. Сауҙагәр Ғайса Яушев аҡсаһына 1863—1864 йылдарҙа төҙөлә.
Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет (Дағстан) — Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала 2016 йылдың 1 авгусында асылған мәсет.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |