Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет
Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет (Троицкиҙың өсөнсө йәмиғ мәсете ) — Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһындағы таш мәсет.
Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет | |
Нигеҙләү датаһы | 1863 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Троицк |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Троицк (Челябинская область)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Октябрьская улица, 122 |
Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет Викимилектә |
Сауҙагәр Ғайса Яушев аҡсаһына 1863—1864 йылдарҙа төҙөлә. Мәсет имамдары аталы-уллы Рахманҡуловтар була. Шулай уҡ йыш ҡына йома вәғәзен V мәсет имамы Зәйнулла Рәсүлев үткәрә. 1930—1944 йылдарҙа тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, клуб һәм театр була. 1943 йылда манараһы һүтелә. 1944 йылда диндарҙарға кире ҡайтарылған бина 1980 йылдар башында авария хәлендә була. 1988 йылда башланған реставрация эштәре тамамланмай ҡала. 2002 йылда төҙәтеү яңынан башлана, әммә мәсет манараһы әлегәсә тергеҙелмәгән. 2008 йылдан иман йорто Зәйнулла Рәсүлев исемен йөрөтә.
Мәсет адресы: Октябрь урамы, 122-се йорт. Архитектура ҡомартҡыһы булараҡ муниципаль һаҡ аҫтында тора (1992).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — 404 с., ил. — (Ислам в Российской Федерации; Вып. 5).
- ↑ Постановления Законодательного Собрания Челябинской области № 456-457 от 28.01.1999