Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы

Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы (25 ғинуар 1945 йыл) — ғалим-инженер механик. 1963—1997 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1997—2009 йылдарҙа Өфөләге «Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау» ғилми үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының бүлек мөдире, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005).

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәшит Сибәғәт улы Зәйнуллин 1945 йылдың 25 ғинуарында Төркмән ССР-ының Илъялы ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Йомағужа ауылында үткән.

1961 йылда Йомағужа урта мәктәбен тамамлаған.

1963—1968 йылдарҙа Өфө нефть институты студенты. Юғары белем алғандан һуң Силәбе политехник институты аспирантураһына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1963—1997 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, «Нефть аппараттары төҙөү технологияһы» кафедраһы профессоры.

1974 йылда кандидатлыҡ һәм 1987 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1997—2009 йылдарҙа Өфөләге «Ҡатмарлы техник системаларҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау» ғилми-техник үҙәк директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан БР Фәндәр Академияһының Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР) «Техник системаларҙың ышаныслығы һәм хәүефһеҙлеге» бүлеге мөдире,

2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре.

Ғилми эшмәкәрлеге коррозиялы мөхиттә баҫым аҫтында эшләгән нефть-газ ҡорамалдары һәм торба үткәргестәр хәүефһеҙлеге проблемалары менән бәйле. Уның ентекле тикшеренеүҙәре — тышлыҡлы типтағы ресурс ҡоролмалары техник системалары хәүефһеҙлеге; металдың механик-химик зарарланыуы; көпшәләр, аппараттар һәм торба үткәргестәрҙең сифатын күтәреү; ҡоролмаларҙың ҡалдыҡ ресурстарын диагностикалау һәм баһалау — Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһында һәм БДБ илдәре нефть-химия һәм газ сәнәғәт тармаҡтары предприятиеларында («Башнефтехим», «Транснефть» Акционерҙар Компанияһында, «Башнефть» Акционерҙар Йәмғиәтендә, «Салауатнефтемаш», «Уралхиммаш») ҡулланыла.

10-дан артыҡ асыш танытмаһы һәм патент, 450-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, 18 монография һәм китап авторы.

БР-ҙың «Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты» Дәүләт унитар предприятиеһы эргәһендәге диссертация советы составына инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Зайнуллин, Рашит Сибагатович. Предельное состояние элементов трубопроводных систем / Р. С. Зайнуллин, А. Г. Вахитов; под ред. Е. М. Морозова. — Уфа : [б. и.], 2005. — 418, [2] с. : ил., табл.; 21 см. Изложены научные основы оценки предельного состояния конструктивных элементов различных конструкций в том числе сосудов, аппаратов и трубопроводов. Для специалистов, аспирантов и студентов. Пособие для специалистов.
  • З. Р. Абдурашидова. «Юмагузино. История в делах и судьбах»

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • энциклопедия-урала.рф/index.php/Зайнуллин_Рашит_Сибагатович Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы Энциклопедия Урала.
  • Рәсәй дәүләт китапханаһы. Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы
  • yumaguza.ru/publ/gordimsja/rashit_sibagatovich_zainullin/4-1-0-27 Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы тураһында. Йомағужа модель китапханаһы.
  • wiki02.ru/encyclopedia/Zaynullin_Rashit_Sibagatovich/t/5135

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә