Викидатала элемент юҡ

Закир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа мосолман халыҡтарында ла бар.

Этимология үҙгәртергә

Закир [ғәр.] — иҫкә алыусы, алланы үҙенең доғаларында данлаусы, тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Закир Һаҙый, Һаҙыев Закир Һаҙый улы (15 март 1863 йыл — 1932 йыл) — ХХ быуат башы яҙыусыһы.

Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы (20 декабрь 1918 йыл — 4 ғинуар 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Әкбәров Закир Насир улы (4 март 1947) — яҙыусы, журналист һәм педагог.

Шакиров Закир Шакир улы (Мөхәмәтзакир Мөхәмәтшакир улы; 3 ноябрь 1881 йыл — 3 декабрь 1968 йыл) — күренекле башҡорт телсеһе, мәғрифәтсе-педагог. Хеҙмәт Геройы (1928), Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944).

Айыуханов Закир Насир улы (23 май 1889 йыл — 22 июнь 1961 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1937—1959 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1959—1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе, дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, шул иҫәптән "Әлифба"ның авторы.

Селәүсин Закир Мостафа улы (рус. Слявчин Закир Мустафиевич 1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы (рус. Сунагатуллин Закир Гибадуллич 1909 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Шулай уҡ башҡа халыҡтарҙа Закир исеме бар[2]:

Закир — б. э. тиклем VIII быуаттағы Хамат батшаһы.

Мардук-закир-шуми — ике Вавилон батшаларының исеме.

Касым-бек Закир — әзербайжан шағиры, әзербайжан әҙәбиәтендә тәнҡит реализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Закир Мамедов — Әзербайжан Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, философия фәндәре докторы, профессор.

Закир Мамедов — әзербайжан ғалим-физиологы.

Закир Багиров — совет әзербайжан композиторы, Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962).

Закир Ахмедов — совет әзербайжан дөгө үҫтереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Закир Меджидов — Карабах һуғышында ҡатнашыусы, Әзербайжандың милли геройы (1992).

Закир Юсифов — әзербайжан осоусыһы, майор, Әзербайжандың милли геройы.

Закир Гасанов — генерал-полковник, Әзербайжан Республикаһының оборона министры, Әзербайжандың эске ғәскәрҙәре командующийы.

Закир Гаралов — Әзербайжан Республикаһының генераль прокуроры (2000-2020).


Фамилия үҙгәртергә

Закиров Игорь Рәүеф улы (1945) — осоусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994).

Закиров Әхмәт Закир улы (19111988), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Закирова Римма Рәйес ҡыҙы (1977) — балет артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы (24 ноябрь 1950 йыл — 22 ноябрь 2014 йыл) — журналист һәм шағир. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17 сентябрь 1934 йыл — 5 июнь 1996 йыл) — ғалим-библиограф. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Закиров Ринат Закир улы (рус. Закиров Ринат Закирович) — 7 июль 1947 йыл) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, финанс эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты.

Закиров Тәбрик Фридрих улы (8 июль 1980 йыл — 25 декабрь 1999 йыл) — Рәсәй Армияһының Төньяҡ Кавказда террорсыларға ҡаршы ойошторолған операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәре. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң).

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә