Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы
Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы (рус. Сунагатуллин Закир Гибадуллич 1909 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1909 |
Тыуған урыны | Ҡандра районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Тербун районы, Липецк өлкәһе |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улы 1909 йылда элекке Башҡортостандың Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Сарҙыҡ ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡандра районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се гвардия кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һаҡлаусы эскадрон ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһендә барған аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була. Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһе) Тербун районы Николаевка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡыҙылармеец Сөнәғәтуллин Закир Ғибәҙулла улының Ҡандра районы Сарҙыҡ ауылында йәшәгән ҡатыны Сөнәғәтуллина күрһәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. СУНАГАТУЛЛИН Закир Гибадуллич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
- Память народа. Сунагатуллин Закир Гибадуллич. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2021)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 818883 Дело ист. информации: 1750