Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы

журналист, шағир

Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы (24 ноябрь 1950 йыл — 22 ноябрь 2014 йыл) — журналист һәм шағир. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡариҙел районы, Ҡариҙел ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Дәүләт ауылы
Вафат булған көнө 22 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Туған тел башҡорт теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

БиографияһыҮҙгәртергә

Миңлемөхәмәт (Мөхәмәт) Тәфтизан улы Закиров 1950 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Дәүләт ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башҡортостан Дәүләт телерадиокомитетында өлкән мөхәррир булып эшләй, артабан «Ҡызыл таң» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе була.

2001 йылдан — Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы[1]

Мөхәмәт Закиров 2014 йылдың 22 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

ИжадыҮҙгәртергә

Шиғырҙарҙы 1970 йылдарҙан алып яҙа. Уның шиғырҙары өсөн хистәрҙең ихласлығы, халыҡ ижадының образдарын һәм мотивтарын ҡулланыу, нескә юмор хас. Шул уҡ ваҡытта уларҙа эске һағыш, бөгөнгө көн, әхлаҡи ориентирҙар юғалыуы өсөн һыҙланыу һиҙелә.

Нәшер ителгән шиғри йыйынтыҡтары:

  • Ҡайын яҡтыһы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 31 бит.
  • Сәскә тулҡыны: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • Уңалған яра: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Беҙ Ҡараиҙелдән: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Ҡылыстағы һандуғас: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Тыуған йорт: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2010.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2020)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә