Буранғол (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Буранғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәБуранғол исеме төрки сығанаҡлы башҡорт исеме. Буранлы көн тыуған ҡол (кеше), бәндә.[1][2]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБуранғол Ҡыуатов (Буранғол Ҡыуат улы Кинйәғолов; 1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнашҡан, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт полкының командиры булып хеҙмәт итә.
Фамилияла
үҙгәртергәБуранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (15 декабрь 1888 йыл — 9 март 1966 йыл) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11 июнь 1961 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 1991—1993 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъяның 10 иң яҡшы марафонсыларының береһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28 февраль 1910 йыл — 16 февраль 1979 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975)
Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы (рус. Бурангулова Альбина Ванцетовна; 10 май 1961 йыл, Өфө ҡалаһы) — ғалим-табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (15 апрель 1961 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Буранғолов Йәмил Айҙар улы (19 июнь 1958 йыл) — журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904 йыл — 7 март 1943 йыл) — халыҡ йырсыһы, музыкант.
Ауылдар
үҙгәртергәБуранғол (Дәүләкән районы) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.
Буранғол (Учалы районы) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Буранғол (Ырымбур өлкәһе) — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Буранғол (Әбйәлил районы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |