Буранғол (Учалы районы)

Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Мансур ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[1]. Почта индексы — 453713, ОКАТО коды — 80253849005.

Ауыл
Буранғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Мансур

Координаталар

54°33′25″ с. ш. 59°24′57″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 849 005

ОКТМО коды

80 653 449 116

Буранғол (Рәсәй)
Буранғол
Буранғол
Буранғол (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Буранғол

Географик урыныҮҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 45 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шартым): 35 км[2].

Буранғол ауылы Яйыҡ йылғаһы ярында урынлашҡан.

ТарихыҮҙгәртергә

Ҡыуаҡандар, керҙәштәр сифатында, Буранғол (Яңы) ауылына 1819 йылда нигеҙ һалған. Ул ваҡытта унда 101 кеше йәшәгән, ә 25 йылдан һуң 300 кеше иҫәпләнгән.

Ауылда тәүге төпләнеүсе зауряд-яҫауыл Буранғол Ғәбделжәлиловҡа 1859 йылда 78 йәш була. Уның ике ҡатынынан ике улы — Мөхәмәтшәриф менән Мөхәмәтзариф булған. Мөхәмәтшәрифтең улдары — Ихсан һәм Фәхрислам, Мөхәмәтзарифтың улы — Ислам. Бында шулай уҡ Буранғолдоң ҡустылары Йыһанша, Ҡорамша һәм Ҡолбаҡ йәшәгән.

100 кешегә ни бары 48 ат, 42 һыйыр, 65 һарыҡ, 24 кәзә тура килгән[3].

Буранғол ауылы айырыуса шәп үҫмәй. 1920 йылға бында 36 йортта 340 кеше йәшәгән.

Ҡыуаҡандарҙың фажиғәһеҮҙгәртергә

Ҡыуаҡан улусы 1735—1740 йылғы башҡорт ихтилалы үҙәгенә әүерелеүе менән билдәле. Был ихтилалды 1739 йылда Минзәләлә язалап үлтерелгән улус старшинаһы уҡымышлы Бәпәнәй Төрөпбирҙин абыз етәкләй. Ырымбур крайының баш начальнигы В. Н. Татищевҡа яҙған хатында Бәпәнәй башҡорттар урыҫ подданныйлығын үҙ иректәре менән ҡабул иткәнлеге һәм баш күтәреүгә килтергән сәбәптәрҙе аңлата:

«Беҙ, башҡорт халыҡтары, беҙҙең атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, бөйөк батшабыҙ подданныйлығына үҙ иркебеҙ менән килгәнбеҙ, һәм батшалар беҙгә ирек бирҙе, баш особоҙҙа ҡылыс уйнатманы. Беҙ ергә эйә булғаныбыҙ өсөн яһаҡ түләнек. Хәҙер яһаҡлы ерҙәрҙә ҡалалар төҙөйҙәр, башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлайҙар, һәм, әгәр ҙә бындай хаяһыҙ тәртип үҙгәрмәй икән, юҡҡа сығыу янаһа ла, үлемдән дә ҡурҡмай, башҡорттар ҡаршылыҡ күрһәтәсәк»

.

Ҡыуаҡандарҙың Троицк өйәҙендә 38 мең дисәтинәгә яҡын ере булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ерҙәрен ҡаҙна һәм заводтар мәнфәғәтенә тартып алыу сәбәпле, ҡыуаҡан халҡының күпселеге аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан. Ҡыуаҡандар ҡайһы бер ерҙәрен «игенселек эштәрен алып барыуға яраҡһыҙ булғанлыҡтан» ҡалдырған. Шулай итеп, үҙ ерҙәренең хужаһы булған аҫабалар, сит ерҙәрҙе ҡуртымға алып, керҙәшкә әйләнгәндәр.

Хәҙерге ваҡытта Учалы районы составына ингән бөтә ҡыуаҡан ауылдары ла, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә түгел, ә ҡуртымға алынған Ҡаратабын һәм Барын-Табын ерҙәрендә урынлашҡан[5].

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 67 32 35 47,8 52,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Буранғол ауылында башҡорттар йәшәй (99 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

УрамдарыҮҙгәртергә

  • Клуб урамы (рус. Клубная улица)
  • Ҡарағай урамы (рус. Сосновая улица)
  • Яйыҡ урамы (рус. Яицкая улица)[7]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 17. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме

ҺылтанмаларҮҙгәртергә