Утыҙ йыллыҡ һуғыш

Утыҙ йыллыҡ һуғышИзге Рим империяһында һәм Европала гегемония өсөн ҡораллы низағ. Һуғыш 1618 йылдан алып 1648 йылға тиклем дауам иткән һәм теге йәки был дәрәжәлә ғәмәлдә бөтә Европа илдәренә ҡағылған. Низағ Изге Рим империяһында католиктар һәм протестанттарҙың ҡаршылыҡтары һымаҡ башлана, ләкин һуңынан Европала Габсбургтарҙың өҫтөнлөк итеүенә ҡаршы көрәшкә әүерелә. Низағ Европала һуңғы ҙур дини һуғыш булған һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең Вестфаль системаһын барлыҡҡа килтерә.

Утыҙ йыллыҡ һуғыш
Дата

23 май 1618 — 24 октябрь 1648

Урыны

Европа (башлыса Германия)

Нәтижә

Вестфаль килешеүе

Ҡаршы тороусылар

Протестанттар һәм уларҙың союздаштары:
Инжил унияһы

  • Богемия
  • Курпфальц
  • Саксония
  • Бранденбург
  • Ансбах
  • Баден-Дурлах
  • Гессен-Кассель
  • 17 империя ҡалалары
  • һ. б.

Швеция
Дания-Норвегия унияһы
Берләшкән Провинциялар республикаһы
Трансильвания кенәзлеге
Франция
Шотландия
Англия
Швейцария
Савойя
Венеция республикаһы
Рус батшалығы
Ғосман империяһы

Католиктар һәм уларҙың союздаштары Изге Рим империяһы
Католик лигаһы (Германия)

  • Бавария
  • Кёльн
  • Трир
  • Майнц
  • Вюрцбург
  • һ. б.

Австрия
Испания
Португалия
Дания-Норвегия унияһы (1643—1645)
Речь Посполитая
Папа өлкәһе

Командирҙар

Фридрих V†
Густав II Адольф †
Иоанн Банер †
Леннарт Торстенссон
Кардинал Ришельё †
Людовик II Бурбон
Кристиан IV Датский †
Иоанн Георг I Саксонский
Бернард Саксен-Веймарский †

Фердинанд II †
Фердинанд III
Иоганн фон Тилли †
Альбрехт фон Валленштейн †
Матиас Галлас †
Максимилиан І Баварский
Гаспар Оливарес †

Ҡаршы тороусы көстәр

Бөтәһе: 400 мең,
Швеция: 75 мең (ялланыусыларһыҙ)
Нидерланд: 50 мең
Инжил унияһы: 100 меңдән ашыу
Франция: 150 меңдән ашыу

Бөтәһе: 500 мең
Испания: 300 мең
Изге Рим империяһы: 200 меңдән ашыу

Юғалтыуҙар

яҡынса 300 мең һәләк булғандар һәм яраланғандар, Германияның граждан халҡының юғалтыуҙары яҡынса 5—8 млн

яҡынса 400 мең һәләк булғандар

 Утыҙ йыллыҡ һуғыш Викимилектә

Һуғыш Чехияла 1618 йылдың майында башланған. Артабанғы ҡораллы көрәш дүрт ҙур осорға бүленә: Чехия — Пфальц, Дания, Швеция, Франция — Швеция. Низағты бөтөрөр өсөн ике ынтылыш — Любекский тыныслыҡ килешеүе (1629) һәм Прага тыныслыҡ килешеүе (1635) — уңышһыҙ тамамлана, сөнки улар бөтә яҡтарҙың мәнфәғәттәрен иғтибарға алмағандар. Был эш бөтә Европа Вестфаль тыныслыҡ конгрессына (1641—1648) килеп сыға. 1648 йылдың 24 октябрендә Изге Рим империяһы императоры һәм империя ҡатламдары араһында көстәр балансын һәм конституцион сиктәрен билдәләй. Берләшкән Провинциялар республикаһы һәм Швейцария союзы бойондороҡһоҙ дәүләт булып китәләр һәм империя составынан сығалар.

Утыҙ йыллыҡ һуғыш хәрәкәттәре Үҙәк Европала, башлыса Германияла була. Һуғыш хәрәкәттәре үҙе лә, улар арҡаһында барлыҡҡа килгән аслыҡ һәм эпидемиялар тотош төбәктәрҙе буш ҡалдыра. Һуғышта Көньяҡ Германия халҡының өстән бер өлөшө генә иҫән ҡала. Күп кенә өлкәләргә һуғыш эҙемтәләре арҡаһында килеп сыҡҡан иҡтисади һәм социаль төшкөнлөктән тергеҙелеү өсөн быуаттан ашыу ваҡыт талап ителгән.

1618 йылда Үҙәк Европала дини конфессиялар

XVI—XVII быуаттар араһында Европа

үҙгәртергә

XVI—XVII быуаттар араһында Европа Урта быуаттарҙан Яңы заманға күсеште кисергән. Милли абсолютизм концепцияһы үҫеш ала башлаған[1]. Милли тойғолар дәүләт менән түгел, ә идара итеүсе династия, сюзерен менән бәйләнгән булған. Тышҡы сәйәсәткә көс биреүсе булып сюзерендың шәхси ихтыяры булып торған. Союздар төҙөүҙәрҙең иң мөһим ысулдарының береһе булып династиялар араһында никахлашыу булған[2][3].

Католик Европала Контрреформация башланыу менән материализмдан баш тартыу киң күҙәтелгән. Католик сиркәүе урынының көсәйеүе[4] астрологияның модаға кереүе менән, оккультизм һәм башҡа мистик ағымдар таралыуы менән бергә барған[5]. Сиркәү һәм фән донъяһы вәкилдәре араһында низағтар киҫкенләшкән. Католик мөхиттә филосфия һәм хатта фән дини асыҡлау менән идара иткәндә генә рөхсәт ителгән, ә башҡа осраҡта иблистың яңылыштырыуға алып барыуҙары тип иҫәпләнгән[6]. Тридент соборынан һуң Католик сиркәүенең хәрби бүлектәре булып Игнасио Лойола төҙөгән «Иисус ордены» — иезуиттар ағзалары булған[7].

XVI быуат башынан алып Европаның сәйәси тормошонда етәксе роль испан һәм австрия тармаҡтарынан торған Габсбургтар династияһына ҡараған[8]. XVII быуат башында испан Габсбургтары Испаниянан башҡа, тағы ла Португалия, Көньяҡ Нидерланд, Милан герцоглығы, Франш-Конте, Сицилия һәм Неаполитан короллектәре, һәм тағы ла ғәйәт ҙур испано-португал колониаль империяһы биләмәләрен үҙ ҡулында тотҡан[9][3][10]. Австрия Габсбургтары Изге Рим империяһы, Богемия, Венгрия һәм Хорватия таждарын үҙенең артынан нығытҡан[10].

XVI быуат дауамында эре Европа дәүләттәре Европала Габсбургтарҙың гегемонияһы урынлашыуына һәм уның биләмәләренең артабан күбәйеүенә ҡаршы ынтылғандар[11]. Шул осорҙағы Европа милли дәүләттәренең иң эреһе булған — католик Франция короллеге Габсбургтарға ҡаршылыҡты етәкләгән. Францияның ҡоро ерҙәге сиктәре Габсбургтар биләмәләре менән уратып алынған булған. Испанияның башҡа дошмандары ҡитғаның төньяғында урынлашҡандар — бойондороҡһоҙлоҡ өсөн бер нисә тиҫтә йылдар буйы көрәшкән протестант Берләшкән Провинциялар республикаһы[12][13] һәм испандарҙың диңгеҙгә хакимлыҡ итеүенә һәм Испания колониаль биләмәләренә дәғүә итеүсе Англия[14].

Дошманлыҡ итеүсе яҡтарҙың мәнфәғәттәре башлыса йыш ҡына бер нисә төбәктәрҙә киҫешә. Иң күп ҡаршылыҡтар Изге Рим империяһы территорияһында тупланған. Император һәм немец кенәздәренең традицион көрәштәренә ҡушылып дини ҡаршылыҡтар ҙа артҡан[15]. Реформация тамамланыуына нөктә ҡуйған 1555 йылғы Аусбург дини килешеүе Германияла лютерандар һәм католиктар араһында асыҡ ҡаршылыҡты ваҡытлыса ғына туҡтата. Килешеүгә ярашлы немец кенәздәре үҙҙәре лютеран йәки католик динен cujus regio, ejus religio (лат. кемдең власы, уның динелә) принцибы буйынса һайлай алғандар[16]. Уларҙың башҡа дингә күсергә теләмәгән подданныйҙарына, килешеүгә ярашлы үҙҙәренең дине булған территорияға эмиграцияға китергә хоҡуғы ҡалған[* 1].

Балтик диңгеҙендә башҡа ҡаршылыҡтар төйөнө булған. Скандинавия протестант илдәре Дания һәм Швеция был дәүерҙә бик тиҙ иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш алғандар. Улар Балитик диңгеҙенең көньяғында баҫып алырға теләгәндәр, шул уҡ ваҡытта уларға католик Речь Посполитаяны әүҙем ҡаршылыҡ күрһәткән. Башҡа Европа дәүләттәрелә балтик сауҙаһы ирекле булыуына сығыш яһағандар[17].

Өсөнсө бәхәсле төбәк булып тарҡаулы Италия булып торған, бында итальян һуғыштары башланғандан алып Франция һәм Испанияның мәнфәғәттәре киҫешә[18]. XVII быуат башында испандар Италия территорияһының күп өлөшөн контролдә тоталар һәм ҡалған өлөшөндә яулап алырға ынтылалар[19].

Һуғыштың башланыуы

үҙгәртергә

Еретиктар менән тулы ил менән идара иткәнсе, сүл менән яҡшыраҡ булыр.

— император Фердинанд II әйткән тип иҫәпләнә[20]

1618 йылда Изге Рим империяһына ингән Чехияла Габсбургтарға ҡаршы милли-азатлыҡ хәрәкәте башланған. Дини эҙәрләүҙәрҙән нәфрәтләнгән протестант чех дворяндары императорға баш күтәргән. Прагала дворяндар король һанаттарын Чехия хөкүмәте резиденцияһының тәҙрәләренән ырғытҡан, шулайҙа улар иҫән ҡалғандар. Был Австрия менән араны өҙөүҙе аңлатҡан, һәм чехтар менән император араһында һуғыш башлаған. Һуғыш алмашыусанлы уңыш менән дауам иткән.

 
Аҡ Тау янындағы алыш. Питер Снайерс, 1620.

Император Фердинанд II баш күтәреүселәргә ҡаршы ҙур армия ебәргән. 1620 йылда ул Праганан алыҫ түгел Аҡ Тау янында чехтарҙың ғәскәрен ҡыйратҡан. Бынан алып чехтарҙы аяуһыҙ үс алыу ойошторолған. Чехия Австрияның иезуиттар хакимлығындағы Богемия провинцияһына әйләндерелгән. Улар чех мәҙәниәтен эҙәрләгән, чех телендә баҫылған китаптар иезуиттарҙың бойороғо буйынса утта яндырылған. Һуғыш артабан Пфальцта дауам итә.

Императорҙың Чехия һәм Пфальц протестанттарын ҡыйратыуы арҡаһында Габсбургтар власының көсәйеүенән ҡурҡҡан Англия, Голландия һәм Францияны хафаға һалған. Төньяҡ Германияла биләмәләре булған һәм Балтик диңгеҙендә өҫтөнлөклө урын яулау маҡсатында был биләмәләрҙе нығытырға теләгән Данияны ла был борсотҡан. 1624 йылдың 10 июнендә Франция һәм Голландия Компьен килешеүен төҙөйҙәр, уға Англия (15 июнь), Швеция һәм Дания (9 июль). Бер ай үткәс Франция, Савойя һәм Венеция менән бергә Валтеллинаға баҫып инергә килешәләр[21].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Augsburger Reichsabschied (нем.) (25 сентябрь 1555). — «§ 24. Wo aber Unsere, auch der Churfürsten, Fürsten und Stände Unterthanen der alten Religion oder Augspurgischen Confession anhängig, von solcher ihrer Religion wegen aus Unsern, auch der Churfürsten, Fürsten und Ständen des H. Reichs Landen, Fürstenthumen, Städten oder Flecken mit ihren Weib und Kindern an andere Orte ziehen und sich nieder thun wolten, denen soll solcher Ab- und Zuzug, auch Verkauffung ihrer Haab und Güter gegen zimlichen, billigen Abtrag der Leibeigenschaft und Nachsteuer, wie es jedes Orts von Alters anhero üblichen, herbracht und gehalten worden ist, unverhindert männiglichs zugelassen und bewilligt, auch an ihren Ehren und Pflichten allerding unentgolten seyn. Doch soll den Oberkeiten an ihren Gerechtigkeiten und Herkommen der Leibeigenen halben, dieselbigen ledig zu zehlen oder nicht, hiedurch nichts abgebrochen oder benommen seyn.» Дата обращения: 22 ноябрь 2013.
Сығанаҡтар
  • Алексеев В. М. Тридцатилетняя война. — Л.: Учпедгиз, 1961. — 184 с. — 24 000 экз.
  • Arndt J. Der Dreißigjährige Krieg 1618–1648. — Stuttgart: Reclam, 2009. — ISBN 978-3-15-018642-8. (нем.)
  • Bonney, Richard. The Thirty Years' War 1618-1648. — Osprey, 2002. — 96 p. — (Essential Histories). — ISBN 9781841763781. (инг.)
  • Wedgwood V. The Thirty Years War. — New York: New York Review Books, 2005. — 536 p. — (New York Review Books Classics Series). — ISBN 978-1590171462. (инг.)
    Веджвуд Сесили Вероника. Тридцатилетняя война. — М.: ACT, Астрель, Полиграфиздат, 2012. — 571 с. — (Историческая библиотека). — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-075923-1, 978-5-271-40322-4, 978-5-4215-3062-6.
    Wedgwood V. Der Dreißigjährige Krieg. — Hamburg: Nikol, 2011. — 517 S. — ISBN 978-3868201253. (нем.)
  • Ивонина Л. И., Прокопьев А. Ю. Дипломатия Тридцатилетней войны. — Смоленск, 1996.
  • Kohler A. Von der Reformation zum Westfälischen Frieden. — München: Oldenbourg, 2011. — Bd. 39. — 253 S. — (Oldenbourgs Grundriss der Geschichte). — ISBN 3-486-59803-1.
  • Die Zeit bis 1914: Vom Kriegshaufen zum Massenheer // Grundkurs deutsche Militärgeschichte / Karl-Volker Neugebauer. — München: Oldenbourg Wissenschaftsverlag, 2006. — Bd. 1. — 512 S. — ISBN 978-3486578539. (нем.)
  • Neuhold, Helmut. Der Dreißigjährige Krieg. — Wiesbaden: marixverlag, 2011. — 224 S. — (marixwissen). — ISBN 978-3865399601. (нем.)
  • The Thirty Years' War. — 2. — New York: Routledge, 1997. — 316 p. — ISBN 978-0415128834. (инг.)
    Der Dreissigjährige Krieg / Geoffrey Parker. — Frankfurt/Main: Campus, 1991. — ISBN 3-593-34419-X. (нем.)
  • Поршнев Б. Ф. Тридцатилетняя война и вступление в неё Швеции и Московского государства / Вебер, В. Г.. — М.: Наука, 1976. — 436 с. — 4750 экз.
  • Семченков Я. С. Тридцатилетняя война 1618 — 1648 гг.. — М.: Рейтар, 2009. — 136 с. — ISBN 5-8067-0047-X.
  • Schmidt G. Der Dreißigjährige Krieg. — 6. — München: Beck, 2003. — ISBN 3-406-49034-4. (нем.)
  • Schormann, Gerhard. Der Dreißigjährige Krieg. — 3. — Göttingen: Vandenhoeck und Ruprecht, 2004. — (Kleine Vandenhoeck-Reihe). — ISBN 3-525-33506-7. (нем.)
  • Peter H. Wilson. The Thirty Years War. Europe's Tragedy. — Harvard: Harvard Univercity Press, 2012. — 996 p. — ISBN 978-0674062313. (инг.)
  • Г. Форстен. Тридцатилетняя война // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • История средних веков / З. В. Удальцова, С. П. Карпов. — М.: Высшая школа, 1991. — Т. 2. — 400 с. — ISBN 5-06-000012-5..

Һылтанмалар

үҙгәртергә