Габсбургтар

(Габсбург битенән йүнәлтелде)

Габсбургтар (нем. Habsburger) —Урта быуаттарҙың Һәм Яңы заман дауамында Европала иң ҡеүәтле монархия династияларының береһе. Династия вәкилдәре Австрия хакимдары булараҡ (1282 йылдан башлап), Европа дәүләттәренең иң алдынғылары рәтендәге күп милләтле Австро — Венгрия империяһына әүерелгән (1918 йылға тиклем), шулай уҡ Изге Рим империяһы императорҙары булараҡ билдәле. Был тәхетте Габсбургтар 1438 йылдан 1806 йылға тиклем (1742—1745 йылдарҙағы ҡыҫҡа өҙөктө иҫәпкә алмағанда) биләйҙәр.

Габсбургтар
Титулдар:
Төшөрөү: 1918 год
Кесе
тармаҡтар:
Габсбургтар Родовод сайтында
"Габсбург" бите бында йүнәтелә.

Австрия һәм Изге Рим империяһынан тыш Габсбургтар шулай уҡ түбәндәге илдәрҙең хакимдары булғандар:

  • Венгрияның —1437-1439, 1445—1457, 1526—1918 йылдарҙа;
  • Чехияның —1306-1307, 1437—1439, 1453—1457, 1526—1618, 1621—1918 йылдарҙа;
  • Хорватияның — 1437—1439, 1445—1457, 1526—1918 йылдарҙа;
  • Испанияның — 1516—1700 йылдарҙа;
  • Португалияның — 1580—1640 йылдарҙа;
  • Неаполитан короллегенең — 1516—1735 йылдарҙа;
  • Мексиканың —был 1864—1867 йылдарҙа;
  • Трансильванияның— 1690—1867 йылдарҙа;
  • Тосҡананың — 1790—1859 йылдарҙа;
  • Парманың—1814-1847 йылдарҙа;
  • Моденаның — 1814—1859 йылдарҙа,

шулай уҡ күп кенә ваҡ дәүләт берәмектәренең.

Сығышы үҙгәртергә

 
Габсбургтарҙың биләмәләрен билдәләгән Швейцария картаһы, 1200 йыл

Династияға нигеҙ һалыусы Гунтрам Бай (930—990 йылдар) булған. Уның биләмәләре төньяҡ Швейцарияла һәм Эльзаста урынлашҡан.

Уның өлкән улы Ланцелин (991 йылда вафат була) Аргауҙа граф Альтенбург була, ә Ланцелиндың улы Радбот (яҡынса 985—1035 йылдар) Аре йылғаһы янында Габсбург замогын төҙөгән. Ошо исемде ул үҙе һәм уның тоҡомдары ҡабул итеп ала. Версияларҙың береһенә ярашлы, башта замок Габихтсбург (нем. Habichtsburg) исемле булған («Ҡарсыға замогы»). Икенсе версияға ярашлы — был исем боронғо немец һүҙе "hab"тан  — (башҡ. кисеү) килеп сыҡҡан (нығытма Аре йылғаһы аша сығыу урынды һаҡлаған). Радбот тоҡомдары үҙҙәренең биләмәләренә өҫтәп Эльзаста (Зундгау) бер нисә биләмә һәм Төньяҡ Швейцарияның күпселек өлөшөн ҡушалар. XIII быуаттың уртаһына Габсбургтар көньяҡ — көнбайыш Германияның ситтәге өлкәләренең иң эре феодал тоҡомдары булып китәләр. Беренсе нәҫел титулы граф Габсбург титулы була.

Габсбургтар графтары үҙгәртергә

  • Радбот (ваф. 1045);
  • Вернер I (ваф. 1096), Оттон I (ваф. 1055) һәм Альбрехт I (ваф. 1050)— Радботтың балалары;
  • Оттон II (ваф.. 1111) һәм Альбрехт II (ваф. 1140) —Вернер I балалары;
  • Вернер II (ваф.1167) — Оттон II улы;
  • Альбрехт III Бай (ваф.1199, Үрге Эльзас ландграфы) — Вернер II улы;
  • Рудольф II (ваф.1232) — Альбрехт III улы;
  • Альбрехт IV (ваф. 1239) һәм Рудольф III (ваф. 1249) — Рудольф II балалары.

Альбрехт IV һәм Рудольф III нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән биләмәләрҙе бүлешеп алалар: беренсеһенә көнбайыш өлөшө эләгә, Аргау һәм Зундгау шул иҫәптән, ә икенсеһенә — көнсығыш Швейцариялағы ерҙәр. Төп нәҫел булып Альбрехт IV нәҫелен дауам итеүселәр һанала, ә Рудольф III вариҫтары граф Габсбург-Лауфенбург титулы менән йөрөтөлә башлай. Лауфенбургтар вәкилдәре герман сәйәсәтендә әллә ниндәй роль уйнамайҙар һәм бик күп башҡа немец аристократия нәҫелдәре һымаҡ төбәк феодаль нәҫеле булып ҡалдылар. Уларҙың биләмәләре составына Аргау, Тургау, Клеттгау, Кибургтың көнсығыш өлөшө һәм Бургундиялағы бер нисә лен инә. Был нәҫел 1460 йылда юҡҡа сыға.

Габсбургтарҙың төрлө тармаҡ шәжәрәләре үҙгәртергә

Австрия тәхетен биләү үҙгәртергә

Габсбургтарҙың Европа аренаһына сығыуы граф Альбрехт IV улы Рудольф IV (1218—1291) исеме менән бәйле. Ул Габсбургтар биләмәләренә бик ҙур Кибург кенәзлеген ҡуша, ә 1273 йылда немец кенәздәре уны Рудольф I исеме аҫтында Германия короле итеп һайлайҙар. Король булып алғас, Рудольф I Изге Рим империяһында үҙәк власты нығытырға тырыша, әммә уның иң ҙур уңышы Чехия короле Пржемысл Оттокар II 1278 йылда еңеүе була. Ошо еңеүҙең һөҙөмтәләре арҡаһында Рудольф I ҡарамағы аҫтына Австрия һәм Штирия герцоглыҡтары ла эләгә.

1282 йылда король был биләмәләрҙе үҙенең балалары Альбрехт I һәм Рудольф II тапшыра. Шулай итеп, Габсбургтар үҙҙәренең нәҫелдән күскән Швейцария, Швабия һәм Эльзастағы биләмәләрен менән киң һәм бай Дунай буйы дәүләттәренең хакимдары булып китәләр.

 
Габсбургтар тоҡомо Рим императорҙары гербы

Альбрехт I нәҫеленә үҙҙәренең монархияһы составына Каринтияны (1335 йыл) һәм Тиролде индерегә насип була һәм Австрия көньяҡ-көнсығыш Германияның иң эре дәүләтенә әүерелдерә. Улар XIV быуаттың беренсе яртыһында күп һанлы эске немец конфликттарында бик мөһим ролдәрҙе уйнайҙар һәм бер ни тиклем ваҡыт Германия короллеге тәхетен — Альбрехт I 1298—1308 һәм Фридрих I 1325—1330 йылдарҙа, шулай уҡ Чехия короллеге (Рудольф III 1306—1307 йылдарҙа) тәхетен биләйҙәр.

Австрия дәүләтенең иң ҡеүәтле сағы Рудольф IV (1358—1365 йылдар) идаралығы ваҡытына тура килә. Ул Австрияның үҙенә башҡа айырым статусҡа эйә булыуына һәм империянан (Privilegium Maius 1358 йыл) тулыһынса азат булыуына дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ һәм үҙәк Швейцариялағы Габсбургтар биләмәләренең төп өлөшө юғалтыла һәм үҙаллы Швейцария конфедерацияһы ойошторола. Һөҙөмтәлә Габсбургтар ҡарамағында булған территориялар конгломераты Австрия герцогтары етәкселегендәге Австрия монархияһына әүерелә.

Австрия герцогтары үҙгәртергә

  • Альбрехт I (1282—1308, Германия короле 1298 йылдан) һәм Рудольф II (1282—1283) — король Рудольф I балалары;
  • Рудольф III (1298—1307, Чехия короле 1306 йылдан), Фридрих I (1308—1330, Германия короле1325 йылдан), Леопольд I (1308—1326), Оттон Күңелле (1330—1339, Каринтия герцогы 1335 йылдан) һәм Альбрехт II Зирәк (1326—1358, Каринтия герцогы 1335 йылдан) — Альбрехт I балалары;
  • Рудольф IV (1358—1365, Тироль графы 1363 йылдан).

Австрия биләмәләренең бүленеүе үҙгәртергә

Рудольф IV вариҫтары, уның ҡустылары Альбрехт III һәм Леопольд III, 1379 йылда үҙ-ара Габсбургтар хужа булған биләмәләрҙе бүлешеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. Альбрехт III Австрия герцоглығын (шул иҫәптән Энса һәм Винер — Нойштадт үҙәнендә Штирия лендарын да), ә Леопольд III Штирия, Каринтия, Крайна, Тироль һәм Алғы Австрияның хакимы булып китә. Һөҙөмтәлә Габсбургтар ерҙәре бер быуатҡа тиерлек династияның ике тармағына бүленә: Альберт тармағы һәм Леопольд тармағы. Үҙ сиратында был бүленеү Габсбургтарҙың абруйын ҡырҡа кәметә.

 
Рудольф II Габсбургтың император тажы

Альберт яғынан туғанлыҡ ептәре үҙгәртергә

  • Альбрехт IV (1395—1404) — Альбрехт III улы;
  • Альбрехт V (1404—1439, Чехия һәм Венгрия короле 1437 йылдан, Германия короле 1438 йылдан)
  • Ладислав Постум (1440—1457, Чехия короле 1444 йылдан һәм Венгрия короле 1445 йылдан).

Альберт тармағының иң авторителы сағы 1438 йылда үҙенең хакимлығы аҫтына Үҙәк Европаның иң эре дәүләттәрен Чезия, Венгрия һәм Германияны берләштергән Альбрехт V осорона тура килә. Әммә уның хакимлығы был илдәрҙә ике йыл ғына дауам итә, уның вафатынан һуң бала йәштәге Ладислав Постумдың хакимлығы осоронда, туҡтауһыҙ үҙ — ара һәм граждандар һуғыштары башлана һәм өс дәүләт союзы тарҡала.

Ладиславтың 1457 йылда үлгәненән һуң Альберт тармағы өҙөлә, Австрия герцоглығы Леопольд тармағынан булған герцог Фридрих V ҡарамағына күсә.

Леопольд яғынан туғанлыҡ ептәре үҙгәртергә

  • Леопольд III (1365—1386, Штирия , Каринтия, герцогы , Тироль һәм Алғы Австрия графы 1379 йылдан);
  • Вильгельм (1386—1406, Эске Австрия герцогы) һәм Леопольд IV (1395—1411, Тироль һәм Алғы Австрия графы 1395 йылдан, Эске Австрия герцогы 1406 йылдан) — Леопольд III балалары.

Леопольд III идара иткән осорҙа Габсбургтар биләмәләре составына Фрейбург (1368 йыл), Форарльберг (1375) һәм Австрия монархияның беренсе диңгеҙ порты — Триест (1382 йыл) инә. Әммә герцог үҙе 1386 йылда щвейцарлар менән Земпах янындағы алышта һәләк була һәм Габсбургтар Швейцария конфедерацияһы бойондороҡһоҙлоғон танырға мәжбүр булалар.

Леопольд III вариҫтары 1406 йылда тағы бер ҡабат үҙ-ара биләмәләрен бүләләр. Габсбургтар йортоноң ике яңы тармағы барлыҡҡа килә: Штирия тармағы һәм Тироль тармағы.

Штирия тармағы үҙгәртергә

 
Император III Фридрих
  • Эрнст (1406—1424 йылдар, Эске Австрия герцогы) — Леопольд III улы;
  • Фридрих V (1424—1493 йылдар, Изге Рим империяһы императоры, 1452 йылдан алып) һәм Альбрехт VI (1458—1463 йылдар, эрцгерцог, 1453 йылдан алып) — Эрнст балалары.

Фридрих V 1440 йылда Германия короле итеп һайлана, ә 1452 йылда Римда Изге Рим империяһы императорҙары тажын кейә (Фридрих III исеме аҫтында). Дөйөм алғанда, уның идара итеү осоро уңышһыҙ булыуға ҡарамаҫтан (Австрия ерҙәре үҙ-ара бәрелештәр һәм венгрҙар һәм төрөктәрҙең барымталары арҡаһында туҙҙырылған була), 1477 йылда уға үҙенең улы һәм шул уҡ ваҡытта Бургунд герцоглығы вариҫының никахын уңышлы ойоштороуы Габсбург монархияһына Нидерландты, Люксембургты һәм Франш — Контены ҡушырға мөмкинлек бирә һәм нәҡ ошо ваҡиға күп милләтле Габсбургтар державаһын булдырыуға беренсе аҙымы була.

Тап бына Фридрих III хакимлығында Габсбургтарҙың киң билдәле булып киткән ике лозунгыһы тыуа: «Башҡалар, әйҙә, һуғышһын, ә һин, бәхетле Австрия, өйлән!» һәм «Австрия дөнья менән идара итергә тейеш» (латин аббревиатураһы «А. Е. I. O. U.»: Austriae est imperare orbi universo). Бынан тыш, 1453 йылда Фридрих III "Privilegium Maius"ты һәм Австрия монархының яңы титулын — эрцгерцог титулын — раҫланы.

Тироль тармағы үҙгәртергә

  • Фридрих IV (1402—1439 йылдарҙа, Алғы Австрия һәм Тироль герцогы);
  • Сигизмунд (1439—1490 йылдарҙа, эрцгерцог 1477 йылдан алып) — Фридрих IV улы.

Фридрих IV һәм Сигизмундҡа Тиролдең иҡтисади һәм финанс хәлен шаҡтай күтәрергә һәм Европала ҡиммәтле металдар сығанағын һәм Габсбургтарҙың тышҡы сәйәсәтен финанслау буйынса иң эре сығанағына әүерелдереүгә булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта Тироль ландтагының көсәйеүе герцогтарҙың хакимлығының сикләүенә килтерә һәм, ахыр сиктә, 1490 йылда Сигизмунд Австрия эрцгерцогы Максимилиан I файҙаһына тәхеттән баш тарта һәм Максимилиан I Тиролде һәм Алғы Австрияны Габсбургтарҙың биләмәләренә ҡуша.

«Баш осонда бер ҡасан да ҡояш батмаған империя» үҙгәртергә

 
Габсбургтар биләмәләре киңәйеүе.
 
Карл V биләмәләре гербтары (1555).

1493 йылға ҡарата Максимилиан хакимлығы осоронда Үҙәк Европалғыа Габсбургтар биләмәләренең берләшеүе тулыһынса тамамлана. XV быуаттың аҙағында Максимилиан (Филипп улын иҫәпкә алмағанда) Габсбургтар араһынан берҙән-бер ир-ат енесенән булып ҡала. Максимилиан, тәбиғәттән бирелгән һиҙгерлеге һәм бер нисә династия никахтары арҡаһында, Изге Рим империяһы императоры булып һайлана һәм үҙ ырыуын ренесанс Европа гегемондарына әүрелдерә. Улы Филипп Фландрия баш ҡалаһы Брюггта тыуа һәм Францияның көнсығыш сиктәрендәге Карл Ҡыйыуҙың ҙур биләмәләренең вариҫы булған әсәһе Мария Бургундскаяның нәҫел исемен — герцог Бургунд исемен — ала. Бургундия Франция ҡарамағында ҡала, ә Филиппҡа Бургунд герцогы титулы менән бергә ата-бабаларының бик бай булған «Түбәнге илдәре» (икенсе төрлө әйткәндә, Нидерланд) һәм стратегик яҡтан Европаның тап уртаһында урынлашҡан Франш — Конте графлығы күсә. Мария Бургундская үлгәндән һуң император Максимилиан икенсе ҡатынлыҡҡа байҙарҙың байы булған Анна Бретонскаяны алырға ниәт итә, әммә Анна Франция королен һайлай.

1496 йылда Максимилиан католик ғали йәнәптәре менән (әле генә үҙ скипетры аҫтында Испанияны берләштереү тамамлаусы) уларҙың ҡыҙы һәм вариҫы Хуана менән үҙенең улы Филипп Бургундскийҙың никахы тураһында һүҙ ҡуйышып, яңы уңышҡа өлгәшә. Был династия союзы Габсбургтарҙы иң ҡеүәтле Европа династияһы ролендә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә, нығытып ҡуя, сөнки Хуананың Испания мираҫына Италияның көньяғындағы Сицилия короллеге һәм Яңы Донъяла һаман арта барған киңәйгән колониялары инә. Максимилиан улының вафатын да кисерә, ул үлгәндән һуң 1519 йылда бөтә булған биләмәләрен ейәне Карл V ҡалдыра. Карл V, уның биләмәләре өҫтөндә бер ҡасан да ҡояш байымай, әйткән.

 
Тициан "Император Карл V « Мюльберг янындағы бәрелештә» (1548).

Габсбургтар Бургундия менән бергә электән килгән Францияға ҡарата дошманлыҡ мираҫ итеп ҡабул ителә, Бургундияның көнбайыш өлкәләре һәм Бретония вариҫы Хуана менән менән никах бәхәстәрҙе ҡуйырта. Француз королдәре Габсбургтар уларҙы билмәләре менән уратып алыуҙарын күрәләр. Габсбургтарҙың Бургундия һәм Австрия биләмәләрен берләштереүенә 1535 йылда Карл V оккупациялаған Милан герцоглығы ҡамасаулай. Ошо ерҙәргә хужа булыу өсөн ул француздар менән аяуһыҙ Италия һуғыштары алып бара. Тик ришүәттәр һәм ҡорал ярҙамында ул император титулын яулап ала һәм бөтә ошо ауырлыҡтар өлөшләтә француздарҙың ҡаршылыҡ күрһәтеү һөҙәмтәһе була. Австрия менән Испания Габсбургтары һәм француз Капетингтары (Валуа һәм Бурбондар династиялары), XVIII уртаһындағы дипломатик революцияға тиклем, бер-береһенә иң яуыз дошман булып ҡалалар һәм үҙ-ара туҡтауһыҙ һуғыш алып баралар.

Габсбургтар Испанияла һәм Австрияла үҙгәртергә

Карл V иғтибары Испания хәлдәренә һәм француздар менән ҡара-ҡаршы тороуға йүнәлтелә һәм ул уны төрөктәр менән көрәшкә ваҡлай алмай. Төрөктәр Мохач бәрелешенән һуң хәҙерге Венгрия территорияһын биләйҙәр һәм төньяҡ — көнбайышҡа Венаға тиклем үрләйҙәр (ҡарағыҙ, Венаның ҡамалышы (1529)). Ошо тиклем ҙур биләмәләр менән идара итеүенең ауырлығын ағлаған Карл 1522 йылдағы Брюссель килешеүенә ярашлы Габсбургтарҙың мираҫҡа ҡалдырылған (Австрияла булғандарын) ҡустыһы Фердинандҡа күсерә. Карлдың вафатынан һуң Фердинанд уны император тәхетендә алмаштыра.

Брюссель килешеүенән бер йыл элек Фердинанд династия тарихында һуңғы бөйөк династия никахын Владислав II ҡыҙы Анна менән теркәй. Анна Габсбургтар йортона тағы ла ике таж алып килә— Богема һәм Венгрия таждары. Уларҙы юғалтмаҫ өсөн Фердинандҡа һәм Аннаға бик күп көс һәм энергия талап ителә, әммә XVII быуат эсендә улар был илдәрҙә короллек дәрәжәһенең вариҫлығын танымаған венгрҙарҙың һәм чехтарҙың ҡаршы тороуын юҡҡа сығара алдылар һәм ике таждың да Австриялағы Габсбургтарҙың вариҫлығы икәнен танытыуға ирештеләр.

Испания Габсбургтары үҙгәртергә

 
Габсбургтарҙың Европа биләмәләре 1547 йылда
 
Испания Габсбургтары биләмәләре 1598 йылда.

Карл V вафатынан һуң Испания, Италия һәм Нидерландтағы биләмәләрен уның Контрреформацияның төп яҡлаусыһы булараҡ тарихҡа ингән улы Филипп II мираҫ итеп ала. Уның идаралығы осорондағы триумфтар араһында Англия королеваһы Мария Тюдор менән династия никахы, Хуан Австрийский тарафынан (күп һанлы Габсбургтар бастардтарының береһе) Лепанто янындағы (1571йыл) төрөктәрҙе еңеүе һәм Испания тажына бөтә диңгеҙ аръяғы байлыҡтары менән (1580 йыл) Португалияның тажын ҡушыуы һанала.

Филипптың дини фанатизмы шулай уҡ протестант Англия менән туҡтауһыҙ дауам иткән конфликтҡа һәм Нидерланд провинцияларының болаһына реакция тыуҙырҙы. Һөҙәмтәлә Габсбургтар Хәҙерге замандағы Нидерланд территорияһын юғалттылар.

Филипптың нәҫеле Испания тажын һәм 1640 йылға тиклем Португалияныҡын да һаҡлап килһәләр ҙә, донъя һәм Европа тарихында тышҡы сәйәсәттә Австриялағы ике туған ағай — ҡустыларына таянып төп рөлде уйнамайҙар ине инде. Ерҙәрен елгә осормаҫ өсөн Австриялағы һәм Испаниялағы Габсбургтар бер туҡтауһыҙ бер береһе менән никахлашалар (инцухт), шуның өсөн XVIII быуат башына тегеләр ҙә, былар ҙә тоҡом боҙолоуға дусар булалар [сығанаҡ?]..

Карл II вафаты менән 1700 йылда оло (Испания) тармағы һүнә, Австрия тоҡомо ҡырҡ йылға оҙағыраҡ дауам итә.

Импер Габсбургтар үҙгәртергә

 
Леопольд I портретында Габсбургтарҙың ғаилә билдәләре — алға сыҡҡан аҫҡы ирен һәм күтәрелгән эйәк— сағылдырылған.

Император тәхете XVI—XVII быуаттарҙа Габсбургтар йортоноң йәштәр тармағы вәкилдәре — Фердинанд I һәм Анна Агелонская нәҫеле — өҙлөкһөҙ биләне. XVII быуат башында Габсбургтарҙың империяла позициялары Фердинандтың ейәндәре — аҡылһыҙ Рудольф II, штаттгальтер Матиас һәм кардинал Альбрехт араһындағы конфликт арҡаһында ныҡ көсһөҙләнә. Был ваҡыт эсендә Габсбургтар биләмәләрендә сираттағы бүленеш билдәләнә: Ырыуҙң йәш тармаҡтары идаралыҡҡа Штирия менән Тиролде ҡабул итеп алдылар.

Рудольф һәм уның ағалары үлгәндән һуң уларҙың таждары, шул иҫәптән императорҙыҡы, Фердинанд II исемен алған Штирия тармағы вәкиленә күсте.

Яңы монарх Богемияла болалары Утыҙ йыллыҡ һуғышҡа әүерелгән протестанттар менән килешә алманы. Европалағы көстәр балансы мөһим рәүештә үҙгәрә. Һуғыш хәрәкәттәренәФранцияның позицияларын нығытҡан һәм Габсбургтарҙың мәнфәғәттәренә бик ныҡ һуҡҡан Вестфаль солохо (1648 йыл) нөктә ҡуя.

1659 йылда француз короле Людовик XIV Габсбургтар престижына яңы һөжүм эшләй — Пиреней солохо ҡалдырҙы өсөн француздарға Испания Нидерландының көнбайыш өлөшөн ҡалдырҙы, шул иҫәптән Артуа графлығын да. Был ваҡытҡа Бурбондар Габсбургтар менән Европала беренселек өсөн ҡара-ҡаршы торошта еңеүселәр икәне шикһеҙ ине.

Фердинанд II ейәне, император Леопольд, ярты быуат самаһы, 1658 йылдан алып 1705 йылға тиклем идара итә. Уның ҡаҙаныштары һанына Үҙәк Европала Тироль тоҡомо вариҫы менән никах аша Габсбургтар ерҙәрен йыйыу тамамланыуы ла ин. Людовик XIV(1688—1697 йылдар) ҡаршы Аусбург лигаһы һуғышына император хатта боронғо Габсбургтарҙың дошмандарын —протестант — либераль Англия менән Голландияны йәлеп итә.

Леопольдтың ике улы, Иосиф һәм Карл, сиратлап император тәхетен биләнеләр, уларҙың икенсеһенә тәүҙә эйәһеҙ ҡалған Испания тажын тапшырырға уйлайҙар. 1711 йылға, Карл император булып һайланғас, ул Габсбургтарҙан берҙән-бер ир енесенән вариҫ була. Ошондай уҡ хәлдә ҡасандыр уның ата-бабаһы Максимилиан да була. Габсбургтар йорто өҫтөндә тиҙ арала һүнеү ҡурҡынысы килеп баҫа.

Прагматик санкция үҙгәртергә

 
Пышные сбросной надгробие Франца Стефан һәм Мария Терезия был Кайзеры.

Карлдың император тәхетенә ултырыуы уны Испания мираҫы һуғышындағы союздаштары ярҙамынан мәхрүм итә. Улар Австрия һәм Испания берҙәм скипетр аҫтында берләшеүенән шөрләйҙәр ине. Был һуғыш Испания тәхетенең вариҫы тип һаналған Виттельсбахтар тоҡомонан Иосиф Фердинанд — Австрия принцессаһы Мария Антонияның улы — вафат булғандан һуң Испания Габсбургтарының мираҫы өсөн башланып китә. Утрехт солохона (1713 йыл) ярашлы Испания Габсбургтары биләмәләренән император Карлға тик Испания Нидерланды һәм Неаполитан короллеге (тиҙ арала Польша мираҫы өсөн һуғышы һөҙөмтәһе буйынса юғала)тәғәйенләнә. Императорҙың Италия табыштары араһында Мантуя герцоглығы һәм Сардиния утрауы була. Сардиния утрауы 1717 йылда Сицилияға алмаштырыла.

Ата — бабаларының мираҫын ҡыҙҙарына һәм уларҙың вариҫтарына тапшырыу маҡсаты менән, дөрөҫөн әйткәндә, Габсбургтарҙың һуңғыһы Карл 1713 йылда Прагматик санкция булараҡ билдәле тәхеткә мираҫлыҡ тураһында закон ҡабул итә. 1736 йылда ул үҙенең өлкән ҡыҙы һәм вариҫы Мария Терезияға ир итеп боронғо бай нәҫеленән булған Лотарингия герцогы Франц Стефанды һайлай. Император Карл Прагматик санкцияны халыҡ — ара танытыу өсөн саралар күрһә лә, уның вафаты менән Австрия мираҫы өсөн Һуғыш башланып китә. Был һуғыш дауамында Мария Терезияға һәм Франц Стефанға Габсбургтарҙың бөтә биләмәләрен дә (Силезияның бер өлөшөнән һәм яңыраҡ уларға күскән Парма һәм Пьяченц Италия герцоглыҡтарынан башҡа) һаҡлап алып ҡалырға насип була. Францты император итеп һайлағандан һуң Изге Рим империяһында Габсбургтар исемен һаҡлап ҡалған Лотарингия династияһы батшалыҡ итә башлай.

Габсбургтар- Лотарингскийҙар нәҫеле үҙгәртергә

 
Габсбург-Лотарингия йорто

Габсбургтар династияһы 1736 йылда Лотарингия нәҫеле менән төҙөлгән династия Союзына ярашлы Габсбургтар-Лотарингскийҙар исемен йөрөтә.

Был династияның беренсе императоры Франц Стефан менән Мария Терезияның улы Иосиф II була. Ул Габсбургтар биләмәләрен Польшаны бүлгеләү иҫәбенән (Австрияға Галиция һәм Лодомерия короллеге Львовтағы баш ҡалаһы менән күсә) күпкә ҙурайта, әммә Баварияны яулап алыу планы тормошҡа ашмай (Пфальцтағы Виттельбахтарҙы Австрия Нидерланды иҫәбенә компенсациялау планлаштырылған була).

Наполеон һуғыштары дәүерендә Изге Рим империяһы тарҡалдырыла, уның ҡалдыҡтарында Австрия империяһы ҡалҡып сыға, Габсбургтар Мария Бургундская мираҫынан аҙаҡҡы остоҡтарын юғалталар (улар урынына яңы дәүләт төҙөлә — Бельгия)

XIX быуатта Габсбургстар -Лотарингия нәҫеле (эрцгерцог Иоганндан сыҡҡан граф Мерандарҙың морганатик тоҡомон иҫәпкә алмағанда) биш төп тармаҡҡа тарала:

  • Император — бында Изге Рим империяһының һуңғы императоры һәм беренсе Австрия императоры Франц II, шул иҫәптән уның улы император Фердинанд һәм ейәндәре, Мексика императоры Максимилиан һәм Австрия императоры — Франц Иосиф, тоҡомдары инә. Франц Иосифтың улы кронпринц Рудольф үҙенең һөйгәне Мария фон Вечера менән үҙ-үҙенә ҡул һала. Тура вариҫһыҙ ҡалғас, бик олоғайған Франц Иосиф тәхетте мираҫ итеп ағаһының улы Франц Фердинандҡа ҡалдыра, уны Сараевола үлтергәндән һуң — ейән рәтендә булған туғаны, киләсәктә Карл I. 1922—2011 йылдарҙа Габсбургтар нәҫеле башында Карл I улы кронпринц Отто торҙо (һуғыштан һуңғы Австрияға ҡайтҡас «фон» ҡушылмаһынан һәм бөтә титулдарынан да бащ тарта). Хәҙер Габсбургтар нәҫел башында Оттоның улы Карл Габсбург-Лотаринген тора.
  • Тоскан — Франц II ҡустыһы — Фердинанд Австрийский тоҡомдары. Фердинандҡа идаралыҡҡа уның ҡартатаһы Франц I Лотарингияға алмаштырылған Тоскан бөйөк герцоглығы тапшырыла. Был тармаҡ — иң күп һанлы — әлеге көнгә тиклем дауам итә. Рисорджименто (1860) дәүерендә Тоскан герцогтары үҙҙәренең башҡалаһын (Флоренцияны) Джузеппе Гарибальди отрядтарына ҡалдырырға мәжбүр булалар һәм Вена һарайы янында нигеҙләнәләр. XX быуатта был тармаҡ вәкилдәре тергеҙелгән Испания тәхетенә дәғүәселәр итеп ҡарала, әммә улар үҙҙәренең хоҡуҡтарын Габсбургтарҙың да, Бурбондарҙың да вариҫы булған граф Барселонский файҙаһына биреүҙәре тураһында регентҡа (генерал Франко) хәбәр итеп тәхеттән баш тарттылар. Граф Барселонский үҙ сиратында 1975 йылда интронизация ваҡытында тәхеттән үҙенең улы Хуан карлос файҙаһына баш тартты.
 
Габсбург монархияһы флагы.
  • Тешен — Франц II тағы ла бер ағаһының вариҫы, Наполеон һуғыштарының данлы полководецы, эрцгерцог Карл Иоганн. Тешен герцогы титулын ул уны уллыҡҡа алған олатаһы Альберт Саксонскийҙан алған. Уның ейәнсәре Мария Кристина Австрийская — Испания королеваһы һәм үҙенең бәләкәс улы Альфонс XIII регенты (1885—1902 йылдар).
  • Венгр — хәҙерге көндә лә күп һанлы иҫәп буйынса Франц II алтынсы ҡустыһы Венгрияла наместник булып хеҙмәт иткән һәм венгрҙар араһында ҙур абруй яулаған эрцгерцог Иосифтың вариҫтары. Эрцгерцогтың беренсе ҡатыны бөйөк княжна Александра Павловна була (Романовтар һәм Габсбургтар араһында берҙән — бер никах, өҫтә-енә, балаһыҙ). Өсөнсө ҡатынынан уның ҡыҙы Мария Генриетта Австрийская була— һуңғараҡ Бельгия королеваһы, Леопольд II ҡатыны.
  • Моден — эрцгерцог Фердинанд Австрийский һәм уның улы Франческо IV д’Эстеның вариҫтары. Был Габсбургтар — Лотарингскийҙар вәкилдәре һүнгән д’Эсте нәҫеленән Моден герцоглығына хоҡуҡтар алып ҡалалар. Рисорджиментоға тиклем улар унда абсолют монархтар булараҡ хакимлыҡ итә. Династияның был тармағы 1876 йылда Франческо IV ейәнсәре Мария — Терезия Моденскаяла туҡтап ҡала. Мария — Терезия 1868 йылда Баварияның аҙаҡҡы короле Людвиг III кейәүгә сыға.
 
Артштеттен замогы —Гогенберг ғаиләһенең резиденцияһы

Эсте фамилияһы һәм титулы аҙаҡҡы Моден герцогы Франц Иосиф туғаны эрцгерцог Фердинандҡа мираҫлыҡҡа ҡалдырылған ине. 1914 йылда ул Сараевола үлтерелә, ә уның графиня Хотек менән морганатик никахтан тыуған вариҫтары тәхет мираҫлығынан төшөрөп ҡалдырылғандар ине. Улар Габсбургтар түгел, Гогенберг тип исемләнгән була һәм бер ниндәй ҙә тәхеттәргә дәғүә белдерә алмайҙар (ҡайһы бер Габсбургтар биләмәләрендә, мәҫәлән, Венгрияла морганатик төшөнсәһе бер ҡасан да булмағанына ҡарамаҫтан). Ҡалған ике тармаҡ вәкилдәре (Австрия һәм Тоскан) ҡыҫҡа титуляр форманы ҡулланалар — Австрия эрцгерцогы (Австрия эрцгерцогиняһы), Венгрия һәм Богемия принцы (принцессаһы). 2010 йылда Австрия президент һайлауҙарында Отто Габсбургтың туғанының улы Ульрих Габсбург ҡатнашҡан. Ул етерлек һанда тауыш йыя алмай һәм ярыштан төшөп ҡала. Ул Габсбургтарға президентлыҡҡа кандидат итеп дәғүә итергә рөхсәт өсөн сығыш яһай.

Габсбургтар тоҡомонан Австрия хакимдары үҙгәртергә

  • Рудольф I (1276—1282)
  • Альбрехт I (1282—1308)
  • Фридрих I (1308—1330)
  • Альбрехт II (1330—1358)
  • Рудольф IV (1358—1365)
  • Леопольд III (1365—1386)
  • Фридрих III (1440—1493)
  • Максимилиан I (1486—1519)
  • Карл V (1519—1556)
  • Фердинанд I (1556—1564)
 
Габсбургтарҙың ғаилә кәшәнәһе — Веналағы Капуцинеркирхта Император склепы.
  • Максимилиан II (1564—1576)
  • Рудольф II (1576—1612)
  • Маттиас (1612—1619)
  • Фердинанд II (1619—1637)
  • Фердинанд III (1637—1657)
  • Леопольд I (1658—1705)
  • Йозеф I (1705—1711)
  • Карл VI (1711—1740)

Габсбургтар-Лотарингскийҙар тоҡомонан Австрия императорҙары үҙгәртергә

  • Франц I (1745—1765) (, Бөйөк герцог Тосканский һәм Лотарингия герцогы булараҡ Мария Терезияға өйләнә һәм Император була)
  • Иосиф II (1765—1790)
  • Леопольд II (1790—1792)
  • Франц II (I) (1792—1835) (Изге Рим империяһы императоры, 1806 йылдан тик Австрия императоры)
  • Фердинанд I (Австрийский) (1835—1848)
  • Франц Иосиф I (Австро-Венгрия) (1848—1916)
  • Карл I Австрийский, шулай уҡ Карл IV, Венгрия короле (1916—1918). Папа Иоанн Павел II тарафынан 2004 йылда беатификацияланған.

Төп даталар үҙгәртергә

  • 1020 йылда —Хабихтсбург нәҫел замогы төҙөү
  • 1459—1519 йылдарҙа — Максимилиан I Габсбургтар йоғонтоһон көсәйтә.
  • 1506 йылда Карл V Бургундия һәм Нидерландты мираҫлыҡҡа ала.
  • 1516 йылда Карл V Испания һәм Неапольды мираҫлыҡҡа ла.
  • 1519—1556 йылдарҙа — император Карл V Изге Рим империяһы императоры.
  • 1546 йылға — Габсбургтар араһында протестанттар һуғыш.
  • 1618—1648 йылдарҙа — католиктар һәм протестант араһында Утыҙ йыллыҡ һуғыш

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Андрей Шарай; Ярослав Имов «Тамырҙар һәм таж. Австро-Венгрия тураһында очерктар : империя яҙмышы» (2011)
  • Ярослав Имов «Австро-Венгрия империяһы» (2003)

Һылтанмалар үҙгәртергә