Милләттәр Берләшмәһе
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Берләшмә (ингл. Commonwealth), йәки Милләттәр Берләшмәһе (ингл. Commonwealth of Nations; 1946 йылға ҡәҙәр Британ Милләттәр Берләшмәһе — ингл. British Commonwealth of Nations) — бойондороҡһоҙ илдәрҙең ирекле дәүләт-ара берекмәһе, уға Бөйөк Британия һәм уның бөтә тиерлек доминиондары, колониялары һәм протетораттары инә. Тағы ла Берләшмә ағзалары булып Мозамбик һәм Руанда тора.
Милләттәр Берләшмәһе Commonwealth of Nations | |
| |
Берләшмә ағзалары | |
Ағза |
53 ағза-дәүләттәр[1] |
---|---|
Штаб-фатир |
Вестминстер, Лондон |
Рәсми тел | |
Етәкселәре | |
Берләшмә башлыҡтары |
Елизавета II |
Генераль секретарь | |
Рәйес | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләү |
1926 / 1931 / 1949 |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Милләттәр Берләшмәһе Викимилектә | |
Берләшмәнең нигеҙҙәре
үҙгәртергәБритания империяһы 13 америка колонияһын юғалтҡандан һуң, үҙендә Канаданы, Һиндостанды һәм ҡайһы бер башҡа колонияларҙы һаҡлап ҡалып, метрополияла ике сәйәси юл барлыҡҡа килә. Беренсенән Һиндостанда һәм Алыҫ Көнсығышта артабанда британ йоғонтоһон киңәйеүе, икенсеһе метрополияның колонияларҙа үҙидаралыҡ органдары төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәтмәүе[2].
«Милләттәр Берләшмәһе» төшөнсәһен тәүге тапҡыр 1884 йылда британ премьер-министры Арчибальд Филипп лорд Розберри менән индерелә. 1887 йылда Лондонда колониялар конференцияһында Берләшмәгә нигеҙ һалына, унда яңы колониаль сәйәсәттең юлдары билдәләнә: бынан башлап иң үҫешкән колонияларға доминион статусы бирелгән. Бындай статусты Канада, Австралия берлеге, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка берлеге, Ньюфаундленд доминионы һәм Ирландия.
1926 йылда уҙғарылған Бөйөк Британия һәм британ биләмәләренең премьер-министрҙары конференцияһында Бальфур Декларацияһы ҡабул ителгән, унда Бөйөк Британия һәм уның доминиондары үҙҙәрен бойондороҡһоҙ тулы һәм тиң хоҡуҡлы дәүләт һәм Британ милләттәр берләшмәһендә ирекле ағза булыуын таныйҙар.
Берләшмәнең хоҡуҡи статусы 1931 йылдың 11 декаберендә ҡабул ителгән Вестминстер статутында нығытыла, һәм 1947 йылға тиклем ул дәүләттәр иттифағы булып торған, уларҙың һәр береһе Бөйөк Британияға шәхси уния аша бәйләнгән (йәки уларҙың дәүләт башлығы булып британ монархы торған).
Үҫеш
үҙгәртергәИкенсе донъя һуғышынан һуң Британия империяһының тарҡалыуы башлана, ул британ биләмәләрендә милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең үҫеүенә һәм британ хөкүмәтенең финанс ҡыйынлыҡтарына бәйле булған. 1946 йылдан алып «Британ Берләшмәһе» урынына «Британ Берләшмә» тип кенә атала башлай.
1947 йылда Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ яулағас, унда республика идаралыҡ формаһы урынлаштырыла. Был британ монархы дәүләт башлығы булыуынан баш тартыуҙы аңлата һәм Берләшмә ойошмаһының нигеҙҙәрен төптән үҙгәртеүҙе талап итә. Тәүҙә ойошманың исеме үҙгәрә, уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө маҡсаттары булып гуманитар миссиялар, мәғариф эше һәм башҡалар тора. Берләшмә тәү сиратта үҫеш кимәлдәре һәм иҡтисад ҡылыҡһырламалары менән айырылып торған, тығыҙ һәм тиң хоҡуҡлы үҙ-ара бәйләнешкә мөмкинлеге булған дәүләттәрҙең ойошмаһы тип ҡаралған.
Күп кенә элекке британ колонияларҙан айырмалы рәүештә, 1948 йылда — Бирма һәм 1967 йылда — Аден бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, улар Берләшмәгә инмәй ҡала. Элекке британ протектораттарҙан һәм мандатлы территорияларҙан Мысыр (1922 йылда азатлыҡ алған), Израиль (1948), Ираҡ (1932]), Бахрейн (1971), Иордания (1946), Кувейт (1961), Катар (1971) һәм Оман (1971) илдәре Берләшмәгә инмәйҙәр. 1949 йылда Ирландияла республика идара итеү ҡоролошо индерелгәндән һуң Берләшмәнән сыға, әммә шул уҡ йылғы Ирландия Акты буйынса, республиканың граждандары британ ҡануниәтенә ярашлы башҡа Берләшмә илдәре граждандары кеүек тиң статус эйә булалар. 1961 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы ойошманан сыға, ә 1994 йылдың июнендә уға кире ҡайта.
1949 йылда Лондонда Берләшмә илдәренең премьер-министрҙары кәңәшмәһендә республика идара итеү ҡоролошо һәм ойошмала ағзалыҡ араһында булған ҡаршылыҡтары хәл ителә. 1950 йылдың ғинуарынан алып Һиндостан британ монархын «Берләшмәнең башлығы һәм Берләшмәнең бойондороҡһоҙ дәүләт-ағзаларының ирекле ассоциацияһының символы» сифатында ҡабул итергә ризалыҡ бирә. Берләшмәнең ҡалған ағзалары үҙ яғынан Һиндостандың ағзалығын һаҡларға риза була. Пакистан тәҡдиме буйынса башҡа дәүләттәргә лә шундай уҡ ҡарар ҡабул итәләр. Лондон декларацияһын йыш ҡына хәҙерге күренештә булған Берләшмәне барлыҡҡа килтергән документ тип ҡарала.
Берләшмәгә ингән Бөйөк Британиянан башҡа 17 илдең дәүләт башлығы булып генерал-губернатор вәкиллеге менән күрһәтелгән Англия монархы тора. Монарх Берләшмәнең башлығы ла булып тора. Ағза-дәүләттәрҙең күбеһе британ монархын ил етәксеһе итеп танымайҙар, әммә был уларҙың статусына тәьҫир яһамай. Берләшмә сәйәси иттифаҡ булып тормай, һәм ундағы ағзалыҡ Бөйөк Британияға башҡа ағзаларға сәйәси йоғонто яһарға бирмәй.
Ағзалыҡ
үҙгәртергәБерләшмәгә ингән илдәрҙең дөйөм халыҡ һаны 2,245 миллиардҡа етә, был яғын донъя халҡының 30 %-тын тәшкил итә. Халыҡ һаны буйынса беренсе урында Һиндостан (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса бер миллиард кеше), унан һуң Пакистан, Бангладеш һәм Нигерия тора (уларҙың һәр береһенең халҡының һаны 100 миллиондан ашыу). Иң аҙ халыҡ һаны булған ағза Тувалу, унда 12 мең кеше йәшәй. Берләшмә илдәренең дөйөм майҙаны ҡоро ерҙең дүрттән бер өлөшөн алып тора. Территориялар буйынса иң ҙурҙары — Канада, Австралия һәм Һиндостан.
Берләшмәгә ағзалыҡ уның эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарын таныған һәр бер илгә асыҡ. Бының өсөн Бөйөк Британия йәки Берләшмәнең башҡа ағзалары менән кандидаттың элекке йәки хәҙерге конституциялы бәйләнештәр булыуы шарт. Бөтә ағзаларҙың да Бөйөк Британия менән конституциялы бәйләнештәре булмаған — ҡайһы бер Океания илдәре Австралия йәки Яңы Зеландия идаралығы аҫтында булған, ә Намибия 1920 йылдан алып 1990 йылға тиклем — Көньяҡ Африка Республикаһына буйһона. 1995 йылда Берләшмәгә Камерун ҡушыла, уның территорияһының тик бер өлөшө генә Британия мандаты (1920—1946) һәм опекаһы (1946—1961) аҫтында булған.
1995 йылда башҡаларҙан айырмалы рәүештә элек Португалия колонияһы булған Мозамбик Берләшмәгә инә. 2009 йылдың 29 нояберендә Руанда Милләттәр Берләшмәһенең 54-се ағзаһы булып китә[3].
2013 йылдың 2 октяберендә Гамбия Милләттәр Берләшмәһенән сыға[4].
Милләттәр Берләшмәһенең ғәмәлдәге ағзалары | |||
---|---|---|---|
Дәүләт | Инеү датаһы | Континент | Халыҡ һаны |
Австралия | 11 декабрь 1931 | Океания | 22 073 000 |
Антигуа һәм Барбуда | 1 ноябрь 1981 | Төньяҡ Америка | 88 000 |
Багам Утрауҙары | 10 июль 1973 | Төньяҡ Америка | 342 000 |
Бангладеш[B] | [5] | 18 апрель 1972Азия | 162 221 000 |
Барбадос | 30 ноябрь 1966 | Төньяҡ Америка | 279 000 |
Белиз | 21 сентябрь 1981 | Төньяҡ Америка | 322 130 |
Ботсвана | 30 сентябрь 1966 | Африка | 1 950 000 |
Бруней | 1 ғинуар 1984 | Азия | 400 000 |
Вануату | 30 июль 1980 | Океания | 241 000 |
Бөйөк Британия | 11 декабрь 1931 | Европа | 61 609 500 |
Доминика | 3 ноябрь 1978 | Төньяҡ Америка | 79 000 |
Гайана | 26 май 1966 | Көньяҡ Америка | 761 000 |
Гана | 6 март 1957 | Африка | 23 837 000 |
Гренада | 7 февраль 1974 | Төньяҡ Америка | 103 000 |
Замбия | 24 октябрь 1964 | Африка | 12 935 000 |
Һиндостан | 15 август 1947 | Азия | 1 210 193 422 |
Камерун | [6] | 13 ноябрь 1995Африка | 19 522 000 |
Канада | 11 декабрь 1931 | Төньяҡ Америка | 34 053 000[7] |
Кипр | [8] | 13 марта 1961Европа | 803 200[9] |
Кения | 12 декабрь 1963 | Африка | 39 856 000 |
Кирибати | 12 июль 1979 | Океания | 99 000 |
Лесото | 4 октябрь 1966 | Африка | 2,000,000 |
Маврикий | 12 март 1968 | Африка | 1 285 000 |
Малави | 6 июль 1964 | Африка | 15 884 000 |
Малайзия | 31 август 1957 | Азия | 28 356 000 |
Мальдив | 9 июль 1982 | Азия | 329 000 |
Мальта | 21 сентябрь 1964 | Европа | 412 668 |
Мозамбик | [10] | 13 ноябрь 1995Африка | 22 892 000 |
Намибия | 21 март 1990 | Африка | 2 131 000 |
Науру | 1 ноябрь 1968 | Океания | 14 000 |
Нигерия | 1 октябрь 1960 | Африка | 154 796 000 |
Яңы Зеландия | 11 декабрь 1931 | Океания | 4 317 972 |
Пакистан | 15 август 1947 | Азия | 168 052 000 |
Папуа — Яңы Гвинея | 16 сентябрь 1975 | Океания | 6 737 000 |
Руанда | 29 ноябрь 2009 | Африка | 9 998 000 |
Самоа | 28 август 1970 | Океания | 185 000 |
Эсватини | 6 сентябрь 1968 | Африка | 1 182 000 |
Сейшел Утрауҙары | 29 июнь 1976 | Африка | 84 000 |
Сент-Китс һәм Невис | 19 сентябрь 1983 | Төньяҡ Америка | 52 000 |
Сент-Люсия | 22 февраль 1979 | Төньяҡ Америка | 171 000 |
Сент-Винсент һәм Гренадин | 27 октябрь 1979 | Төньяҡ Америка | 119,000 |
Сингапур | 9 август 1966 | Азия | 4 986 000 |
Соломон Утрауҙары | 7 июль 1978 | Океания | 913 000 |
Сьерра-Леоне | 27 апрель 1961 | Африка | 5 695 000 |
Танзания | 26 апрель 1964 | Африка | 43 729 000 |
Тонга | 4 июнь 1970 | Океания | 102 000 |
Тринидад һәм Тобаго | 31 август 1962 | Көньяҡ Америка | 1 335 000 |
Тувалу | 1 октябрь 1978 | Океания | 12 000 |
Уганда | 9 октябрь 1962 | Африка | 32 816 000 |
Шри-Ланка | 4 февраль 1948 | Азия | 20 743 000 |
Көньяҡ Африка Республикаһы | 11 декабрь 1931 | Африка | 49 423 000 |
Ямайка | 6 август 1962 | Төньяҡ Америка | 2 721 000 |
Ағзалыҡ алмағандар
үҙгәртергәФранция президенты Шарль де Голль Францияның Берләшмәгә инергә мөрәжәғәт биреү мөмкинлеге хаҡында мәсьәлә күтәреп сыға, әммә Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, был һорау башҡаса ҡаралмай.
Израиль премьер-министры Давид Бен-Гурион үҙенең илен Берләшмәгә инергә тәҡдим итә, әммә уның граждандары риза булмай. Берләшмәлә был идеяға ҡаршы булалар.
Мысыр, Ираҡ, Бахрейн, Иордания, Кувейт һәм Оман Бөйөк Британияға буйһонған булһалар ҙа, бер ваҡытта ла Берләшмәгә инергә теләк белдермәйҙәр. Америка Ҡушма Штаттары ла бының тураһында һорау күтәрмәй. 1997 йылда Гонконг, Ҡытай Халыҡ Республикаһы составына инеп, Берләшмәнең өлөшө булыуынан туҡтай.
Ағзалыҡ туҡтатылған
үҙгәртергәМилләттәр Берләшмәһенең һәр бер иленең үҙ теләге менән ойошманан сығырға хоҡуғы бар.
1972 йылда Бангладешты бойондороҡһоҙ дәүләт тип таныған өсөн Берләшмәнән Пакистан сыға. 1989 йылда Пакистан ойошма составына кире ҡайта.
1987—1997 йылдарҙа, Фиджила дәүләт түңкәрелешенән һуң республика идаралыҡ ҡоролошо ҡабул ителгәс, ул ойошманан сыға. 2009 йылдың 1 сентяберендә Фиджиның ағзалығы тулыһынса туҡтатыла, сөнки билдәләнгән ваҡытта илдә демократик һайлауҙар үткәрелмәй ҡала[11][12].
2003 йылда Зимбабве Берләшмәнән сыға[13]. 2013 йылдың 2 октяберендә Гамбия хөкүмәте Милләттәр Берләшмәһенән сығыуы хаҡында белдерә[2].
Берләшмәнең ҡоролошо
үҙгәртергәМилләттәр Берләшмәһе башлығы булып Бөйөк Британия монархы булып тора, хәҙерге заманда — королева Елизавета II. Уның ойошма башлығы эшендә бер ниндәй вазифаһы юҡ һәм монарх тик символ ғына булып тора. 17 Берләшмәнең илдәре өсөн Бөйөк Британия монархы дәүләт башлығы булып тора, әммә был эштәлә монарх бер ниндәйҙә формаль вазифалар башҡармай.
Милләттәр Берләшмәһе башлығы посты титул булмай һәм нәҫел буйынса күсмәй. Бөйөк Британия монархы алышанғандан һуң, Берләшмә дәүләт-ағзаларының хөкүмәттәре кәңәшмәһендә тик формаль ҡарар ҡабул итергә тейеш була.
Берләшмә менән идаралыҡты Секретариат башҡара. 1965 йылдан алып ойошманың штаб-фатиры Лондонда урынлаша. 2008 йылдан алып Секретариат башлығы булып Камалеш Шарма (Һиндостан)тора[14].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фиджиның ағзалығы туҡтатылған, 02.10.2013 Гамбия ойошманан сыға
- ↑ 2,0 2,1 Содружество наций // «Энциклопедия Кругосвет»
- ↑ Руанда принята в Содружество наций, infox.ru (29 ноябрь 2009).
- ↑ Гамбия объявила о немедленном выходе из Содружества наций, объединяющего бывшие британские колонии . ИТАР-ТАСС. Дата обращения: 3 октябрь 2013. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Kohen Marcelo G. Secession. — London: Cambridge University Press, 2006. — P. 122. — ISBN 978-0-521-84928-9.
- ↑ Pondi, Jean-Emmanuel (October 1997). «Cameroon and the Commonwealth of Nations». The Round Table 86 (344): pp. 563–570. DOI:10.1080/00358539708454389.
- ↑ Ethnic origins, 2006 counts, for Canada, provinces and territories – 20% sample data . Statistics Canada (4 ғинуар 2008). Дата обращения: 19 октябрь 2009. Архивировано 14 март 2013 года. 2013 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ McIntyre, W. David (January 2000). «Britain and the creation of the Commonwealth Secretariat». Journal of Imperial and Commonwealth History 28 (1): pp. 135–158. DOI:10.1080/03086530008583082.
- ↑ Statistical Service Republic of Cyprus . Ministry of Finance. Дата обращения: 6 ғинуар 2012. Архивировано 7 октябрь 2012 года.
- ↑ Ingram, Derek (April 1996). «Commonwealth Update» 85 (338): pp. 153–165. DOI:10.1080/00358539608454302.
- ↑ Fiji Suspended from the Commonwealth (ингл.). Commonwealth Secretariat (1 сентябрь 2009). Дата обращения: 1 сентябрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Фиджи исключили из Британского содружества -- генсекретарь содружества, Жэньминь жибао (2 сентябрь 2009). 2012 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Громыко А. А. Великобритания эпоха реформ. М., 2007.
- ↑ Kamlesh Sharma for C'wealth top job, Times Now (24 ноябрь 2007). 24 ноябрь 2007 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сперанский А., Содружество на современном этапе: дальнейшее усиление центробежных тенденций (к итогам Оттавской конференции 1973 г.), в кн.: Международный ежегодник. Политика и экономика, М., 1974.
- Крылова Н. С. Содружество наций: политико-правовые проблемы. М., 1991.
- Сухоруков А. В. Британское содружество наций: прошлое и настоящее // Новая и новейшая история. 2006. № 5.
- The Constitutional Structure of the Commonwealth, by K C Wheare. Clarendon Press, 1960. ISBN 0-313-23624-0.
- A Guide to the Contemporary Commonwealth, by W D McIntyre. Palgrave, 2001. ISBN 0-333-96310-5.
- The Commonwealth in the World, by J D B, by N Mansergh. University of Toronto Press, 1982. ISBN 0-8020-2492-0.
- Making the New Commonwealth, by R J Moore. Clarendon Press, 1988. ISBN 0-19-820112-5
- Les ONG du Commonwealth contemporain: rôles, bilans et perspectives, by C A Auplat. L’Harmattan, Paris, 2003. ISBN 2-7475-5513-5.
- Commonwealth: Inter- and Non-State Contributions to Global Governance, by Timothy M Shaw. Routledge, 2008. ISBN 978-0-415-35120-1 (hbk). — ISBN 978-0-415-35121-8 (pbk)
Һылтанмалар
үҙгәртергәМилләттәр Берләшмәһе Викимилектә |
- Содружество наций // «Энциклопедия Кругосвет»
- Содружество//БСЭ 2014 йыл 28 июль архивланған.
- Содружество наций: прошлое и настоящее 2016 йыл 4 март архивланған.
- The Commonwealth Secretariat
- The Commonwealth Institute, London 2006 йыл 17 октябрь архивланған.
- The Royal Commonwealth Society 2020 йыл 21 октябрь архивланған.
- The Royal Commonwealth Society (of Canada) 2007 йыл 1 июль архивланған.
- British Empire & Commonwealth Museum, Bristol, England
- Association of Commonwealth Universities
- University of London Institute of Commonwealth Studies 2005 йыл 14 декабрь архивланған.
- Association for Commonwealth Literature and Language Studies
- The Commonwealth as a popular club 2006 йыл 27 ноябрь архивланған.
- What is the Commonwealth
- The Commonwealth Parliamentary Association
- The Commonwealth Meeting in Malta, 2005(недоступная ссылка)