Боголюбов Николай Николаевич

Николай Николаевич Боголюбов (1909-1992) - совет математигы һәм физик-теоретигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан); СССР Фәндәр академияһы (1953 йылдан) һәм Украина ССР-ы Фәндәр академияһы ( 1948 йылдан) академигы, һыҙыҡлы булмаған механика һәм теоретик физика фәнни мәктәптәренә нигеҙ һалыусы. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969, 1979).

Боголюбов Николай Николаевич
рус. Николай Николаевич Боголюбов
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 (21) август 1909[2][3][4]
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы[5]
Вафат булған көнө 13 февраль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][4][6] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Николай Михайлович Боголюбов[d]
Бер туғандары Алексей Николаевич Боголюбов[d] һәм Михаил Николаевич Боголюбов[d]
Балалары Николай Николаевич Боголюбов[d] һәм Боголюбов Павел Николаевич
Һөнәр төрө математик, физик-теоретик, уйлап табыусы, ғилми-педагогик хеҙмәткәр, автор нехудожественной литературы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө математика, ядро физикаһы һәм теоретическая физика[d]
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
РФА-ның математика институты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Институт теоретической физики имени Н. Н. Боголюбова НАН Украины[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d], директор[d] һәм директор[d]
Уҡыу йорто Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Ғилми исеме профессор[d], академик АН СССР[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1930)
Ғилми етәксе Крылов, Николай Митрофанович[d]
Аспиранттар Альберт Никифорович Тавхелидзе[d][7], Логунов Анатолий Алексеевич[7], Селим Григорьевич Крейн[d][7], Зубарёв, Дмитрий Николаевич[d][7], Кукин, Валерий Дмитриевич[d], Naftul Iosifovich Polsky[d][7], Galina Iosifovna Biryuk[d][7], Georgiy Isaakovich Kats[d][7], E. R. Velibekov[d][7], Boris Isakovich Khatset[d][7], Vsevolod Anatolievich Moskalenko[d][7], Виктор Матвеев[d][7], Струминский, Борис Владимирович[d][7], Свидзинский Анатолий Вадимович[d], Сисакян, Алексей Норайрович[d], Остап Степанович Парасюк[d], Шелест Виталий Петрович[d], Ширков, Дмитрий Васильевич[d], Тябликов, Сергей Владимирович[d], Юрий Алексеевич Митропольский[d][7], Михаил Константинович Поливанов[d], Медведев, Борис Валентинович[d], Юрий Львович Климонтович[d][7] һәм Владимиров, Василий Сергеевич[d][7]
Уҡыусылар Зубарёв, Дмитрий Николаевич[d], Селим Григорьевич Крейн[d], Логунов Анатолий Алексеевич, Медведев, Борис Валентинович[d], Юрий Алексеевич Митропольский[d], Михаил Константинович Поливанов[d], Тябликов, Сергей Владимирович[d], Ширков, Дмитрий Васильевич[d] һәм Виктор Матвеев[d]
Әүҙемлек урыны Киев[1] һәм Мәскәү[1]
Ойошма ағзаһы ГДР фәндәр академяһы[d], Украинаның Милли фәндәр академияһы, АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d][8], Гейдельбергская академия наук[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Болгарская академия наук[d], Польша фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d] һәм Һиндостан милли фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре mi.ras.ru/index.php?c=in…
Изображение памятной доски
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Боголюбов Николай Николаевич Викимилектә

Дубналағы Атом тикшеренеүҙәре Берләшкән институтының (АБИ) теоретик физика лабораторияһы директоры (1956 йылдан), МИАН директоры (1965--1988), Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының квант статистикаһы һәм ҡыр теорияһы кафедраһы мөдире (1966-1992).

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Боголюбов 1909 йылда Түбәнге Новгородта, теология, фәлсәфә һәм психология уҡытыусыһы, яҙыусы дин әһеле һәм Рәсәй православие сиркәүенең баш руханийы Николай Михайлович Боголюбов (1872—1934) ғаиләһендә тыуған[9] . Буласаҡ ғалимдың әсәһе Ольга Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Люминарская) музыка уҡытыусыһы булып эшләгән. Ғаиләлә өс ул булған: Николай Николаевич Боголюбов (баш бала), Алексей Николаевич Боголюбов (1911—2004) — математик, фән тарихсыһы, Украина Милли Фәндәр Академияһы ағзаһы, Михаил Николаевич Боголюбов (1918—2010) — лингвист, РФА академигы.

 
Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында Н. Н. Боголюбов ҡәбере

Атаһы Николайҙы дүрт йәшенән уҡырға һәм яҙырға, биш йәшенән — немец, шуның менән бергә француз һәм инглиз телдәренә өйрәтә башлай. Боголюбов телдәр үҙләштереүгә ғәжәйеп һәләткә эйә булған, лингвистика һәм тарихты бик ныҡ белгән. Ул инглиз, немец һәм француз телдәренән ҡала тиҫтәгә яҡын — итальян, венгр, фин, швед, поляк, чех һ.б. телдәрҙе белгән.

1913 йылда ғаилә Киевҡа күсенә, унда аталары Владимир университетында теология профессоры булып эшләй . Граждандар һуғышы ваҡытында ул эшһеҙ ҡала һәм ҡалала эш таба алмайынса, ауылға күсенә. Ете йыллыҡ мәктәпте Николай унда тамамлай [10] .

1925 йылда туранан-тура УССР Фәндәр академияһы аспирантураһына ҡабул ителә һәм унан һуң УССР һәм СССР Фәндәр академияларында эшләй.

1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының математика бүлеге секретары. 1965 йылдан Дубналағы Атом-ядро тикшеренеүҙәре Берләшкән институты директоры.

Төп эштәре — математика анализы, математика физикаһы, һыҙыҡлы булмаған механиканың асимптотик ысулдары, динамик системалар теорияһы, статистик физика һәм ҡырҙың квант теорияһы.

Күп кенә сит ил Академиялары ағзаһы (Болгария, ГДР, Польша, АҠШ һ.б.), фәнни учреждениелар һәм йәмғиәттәр, Пагуош хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 7-8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

1937 йылда Евгения Александровна Пирашковаға өйләнгән. Никахта ике улы тыуған. Оло улы Николай — математика физикаһы һәм статистика механикаһы белгесе, В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.


Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #11906703X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. http://www.mi.ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=21693&l=1
  4. 4,0 4,1 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  5. Боголюбов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Nikolai Nikolajewitsch Bogoljubow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  8. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-53167.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
  9. Николай Михайлович Боголюбов в Православной энциклопедии
  10. О людях Московского университета, 2019, с. 259: «Аттестат об окончании семи классов деревенской школы был единственным документом об образовании, который Боголюбов получил за всю свою жизнь. Следующим документом стал диплом доктора математики»

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Боголюбов Николай Николаевич. «Герои страны» сайты.