Боголюбов Павел Николаевич
Боголюбов Павел Николаевич (18 май 1942 йыл, Өфө — 15 декабрь 2011 йыл, Дубна) — Рәсәй физигы-теоретигы, физика-математика фәндәре докторы, Ленин премияһы лауреаты.
Боголюбов Павел Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 май 1942 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 декабрь 2011 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Дубна, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Атаһы | Боголюбов Николай Николаевич |
Бер туғандары | Николай Николаевич Боголюбов[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | теоретическая физика[d] |
Эш урыны | Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПавел Николаевич Боголюбов 1942 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында математик һәм физик-теоретик Николай Николаевич Боголюбов ғаиләһендә тыуа. Николай Николаевич Боголюбовтың (кесе) ҡустыһы, Николай Михайлович Боголюбовтың ейәне[1]
1965 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. Шул уҡ йылдан Ядро тикшеренеүҙәренең берләштерелгән институтында теоретик физика лабораторияһында стажер-тикшеренеүсе вазифаһынан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр фазифаһына тиклем эшләй
1972 йылда «О некоторых релятивистских уравнениях в теории элементарных частиц » темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1972—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ядро тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1983 йылда Ядро тикшеренеүҙәренең берләштерелгән институтының Теоретик физика лабораторияһына әйләнеп ҡайта, бүлек етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдар башында Европа ядро тикшеренеүҙәре ойошмаһында оҙайлы командировкала була.
1996 йылдан Халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса институт директоры ярҙамсыһы, бер үк ваҡытта Берләшкән Ядро тикшеренеүҙәре институтының халыҡ-ара фәнни-техник бәйләнештәр буйынса департаментына етәкселек итә. Һуңғы вазифаһы — Институт дирекцияһы ҡарамағында советник.
Элементар өлөшсәләрҙең ҡушма моделдәре, релятив тулҡын тигеҙләмәләре теорияһы буйынса һәм башҡа өлкәләрҙә эштәр авторы.
1988 йылда «Новое квантовое число — цвет и установление динамических закономерностей в кварковой структуре элементарных частиц и атомных ядер» эштәр циклы өсөн А.М. Балдин, В.А. Матвеев, Р.М. Мурадян, А.Н. Таухелидзе менән бергә Ленин премияһына лайыҡ була (1965—1977).
Корея Халыҡ Демократик Республикаһының Дуҫлыҡ миҙалы, Украина Фәндәр академияһының Н.Н. Боголюбов һәм Н.М. Крылов исемендәге премиялары менән бүләкләнгән.
2011 йылдың 15 декабрендә ҡаты һәм оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була[2]
Баҫмалар
үҙгәртергә- П. Н. Боголюбов, А. Е. Дорохов, «Об устойчивости классических решений уравнений Янга-Миллса с источником», ТМФ, 51:2 (1982), 224—233 mathnet mathscinet; P. N. Bogolyubov, A. E. Dorokhov, «Stability of classical solutions of the Yang-Mills equations with source», Theoret. and Math. Phys., 51:2 (1982), 462—468
- П. Н. Боголюбов, «Причинность инвариантных форм-факторов в разложениях коммутаторов токов», Тр. МИАН СССР, 136 (1975), 15-33
- П. Н. Боголюбов, «Квазипотенциальные уравнения для спиновых частиц с разными массами», ТМФ, 5:2 (1970), 244—252 mathnet; P. N. Bogolyubov, «Quasipotential equations for spin particles with different masses», Theoret. and Math. Phys., 5:2 (1970), 1121—1127
- О модели квазинезависимых кварков [Текст]. — [Дубна] : [б. и.], [1967]. — 29 с.; 21 см. — (Издания/ Объедин. ин-т ядерных исследований. Лаборатория теорет. физики; Р2-3115).
- О составной модели барионов на основе уравнения для трех частиц [Текст]. — [Дубна] : [б. и.], [1965]. — 27 с.; 21 см. — (Издания/ Объедин. ин-т ядерных исследований. Лаборатория теорет. физики; Р-2186).
- Метод когерентных состояний и кварковая модель [Текст]. — [Дубна] : [б. и.], [1971]. — 44 с.; 21 см. — (Сообщение Объединенного института ядерных исследований/ Р2-5684. Лаб. теорет. физики).
- О составной модели мезонов на основе уравнений типа Бете-Солпитера [Текст]. — [Дубна] : [б. и.], [1965]. — 14 с.; 22 см. — (Издания/ Объедин. ин-т ядерных исследований. Лаборатория теорет. физики; Р-2098).
- Структура некоторых матричных элементов коммутаторов токов [Текст]. — [Дубна] : [б. и.], [1972]. — 20 с.; 21 см. — (Сообщение Объединенного института ядерных исследований/ Р2-6637. Лаб. теорет. физики).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Л. Г. Лесько.Боголюбов Павло Миколайович//Енциклопедія сучасної України : укр.: у 30 т. / НАН України, Наукове товариство ім. Шевченка, Институт энциклопедических исследований НАН Украины.— К., 2001—…. — ISBN 944-02-3354-X.
- ↑ Павел Николаевич Боголюбов 18.05.1942 - 15.12.2011. Еженедельник "Дубна". Объединенный институт ядерных исследований (23 декабря 2011).