Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты

Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты (укр. Київський національний університет імені Тараса Шевченка, урыҫса Киевский национальный университет имени Тараса Шевченко, ҡыҫҡаса: КНУ им. Тараса Шевченко) — Украинаның иң оло һәм ҙур юғары уҡыу йорто, Киев ҡалаһындағы алдынғы вуздарының береһе, милли фән һәм мәҙәниәт үҙәге. 2008—2009 йылдарҙа үҙ аллылыҡ (автономиялы) статусы алды.

Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
(КНУ им. Т. Шевченко)
Исеме

Київський національний університет імені Тараса Шевченка

Халыҡ-ара исеме

ингл. Taras Shevchenko National University of Kyiv, лат. Universitas Kioviensis

Девиз

лат. Utilitas, Honor et Gloria,
«Файҙа, Намыҫ һәм Дан»
«Польза, Честь и Слава»

Асылған йылы

1834

Тип

милли, автономиялы, ғилми-тикшеренеү

Ректор

Губерский Леонид Васильевич

Студенттар

26 мең

Аспирантура

1,5 меңдән күберәк

Докторантура

100-ҙән артыҡ

Урынлашыуы

Украина Украина, Киев

Юридик адресы

Украина, 01601, г. Киев,
Владимир урамы, 60

Сайт

univ.kiev.ua

Наградалары

Октябрь Революцияһы ордены

Атамалар тарихы 

үҙгәртергә
 
Төп корпус ҡаршыһындағы паркта университетҡа нигеҙ һалыусы Николай I һәйкәле (1917 йыл фотоһы)

 Киевтың Изге Владимир Император университеты 1833 йылдың 8 ноябрендә асыла.  Уҡыу йорто артабан төрлөсә йөрөтөлә:

  • 1917-1919: Киевтың Изге Владимир университеты
  • 1920-1926:  М. П. Драгоманов исемендәге Халыҡ мәғарифының юғары институты (ВИНО)
  • 1926-1932:  М. П. Драгоманов исемендәге Киев  халыҡ мәғарифы институты (КИНО)
  • 1933-1939: Киев дәүләт университеты
  • 1939-1994:  Т. Г. Шевченко (Т. Г. Шевченко исемендәге КДУ) исемендәге Киев дәүләт университеты
  • 1959:  Т. Г. Шевченко исемендәге Ленин орденлы Киев дәүләт университеты 
  • 1984: Т. Г. Шевченко исемендәге  Ленин  һәм Октябрь революцияһы орденлы Киев дәүләт университеты 
  • 1994-1999: Тарас Шевченко исемендәге Киев университеты  (КУ)
  • 1999 йылдан — Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты.

Киев университеты бөгөн

үҙгәртергә

Тарас Шевченко исемендәге Киев университеты күп тармаҡлы белем биреү-фән комплексы. Уның базаһында   гуманитар һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәге  14 факультет һәм 7 уҡыу институты ойошторолған, уларҙа яҡынса 25 мең студент уҡый.  Университет структураһында  шулай уҡ  физика-математика лицейы,[1] мәғлүмәт-иҫәпләү[2] һәм нәшриәт-полиграфия үҙәктәре, бер нисә астрономик обсерватория[3], китапхана, Фомин исемендәге ботаника баҡсаһы һәм Каневский ҡурсаулығы иҫәпләнә.

Фундаменталь һәм ғәмәли фәндәр өлкәһендә 70 тәбиғи һәм социаль-гуманитар специальностар һәм 153 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү тормошҡа ашырыла.    2011 йылдың йәйенә ҡарата булған мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, бакалавр, белгес һәм магистрлыҡҡа [4] ҡабул итеү ойошторола. Университетта 2000 юғары фәнни-педагогик һәм 1000 фәнни хеҙмәткәр эшләй, өҫтәүенә,  уҡытыусы составтың 80 проценты ғилми дәрәжәгә эйә, 24 проценты - фән докторы. 

Юғары уҡыу йорто үҫә. Украина Президенты Указы менән  2008 йылдың 5 майында университетҡа «ғилми-тикшеренеү» статусы бирелә. Был уның 48 фәнни мәктәп өсөн нигеҙ булып торған ғилми тикшеренеүҙәренең юғары кимәлен таныу. 

Факультеттары

үҙгәртергә
  • География
  • Иҡтисад
  • Мәғлүмәт технологиялары (2013 йылдан)
  • Тарих
  • Кибернетика
  • Механика-математика
  • Әҙерлек
  • Психология (2008 йылдан)
  • Радиофизика, электроника һәм компьютер системалары факультеты (элекке. Радиофизика факультеты) (1952 йылда нигеҙ һалына )
  • Социология (2008 йылдан)
  • Физика ( 1940 йылда  1864 йылда булдырылған физика-математика бүлегенән ойошторола)
  • Фәлсәфә
  • Химия (1933 йыл да 1901 йылда асылған бүлек нигеҙендә ойошторола)
  • Юридик

Уҡытыу институттары

үҙгәртергә
  • Хәрби институт;
  • Геология институты,
  • Юғары технологиялар институты;
  • Журналистика институты, ;
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (КИМО);
  • Белем биреү-фәнни үҙәге "Биология институты" белем биреү- ғилми үҙәге
  • Дипломдан һуң белем биреү институты (1949 йылда нигеҙ һалына);
  • Филология институты.

Бүлектәре

үҙгәртергә

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты

үҙгәртергә

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты йәки  Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең Киев институты, рәсми рәүештә  Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (укр. Інститут міжнародних відносин Київського національного університету імені Тараса Шевченка) —  Киев милли университетының структур бүлексәһе.  1995 йылда институт Украинаның  халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм тышҡы сәйәсәте өлкәһендә эшләү өсөн белгестәр әҙерләү буйынса төп уҡытыу-методика үҙәге тип билдәләнә. 

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты тарихы

үҙгәртергә

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм халыҡ-ара  хоҡуҡ факультеты

УССР мәғариф халыҡ комиссары бойороғо нигеҙендә, 1944 йылдың 18 октябрендә Киев университетында Сит ил министрлығына ғәмәли хеҙмәткәрҙәр әҙерләү маҡсатында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты асыла. Факультетты һуғыштан һуңғы йылдарҙа И. А. Василенко һәм М. П. Овчаренко етәкләй.  Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тарихы кафедраһының беренсе мөдире Александр Касименко,  УССР Фәндәр академияһының  Тарих институты  директоры була. Унан һуң уны В. А. Жебокрицький,  быға тиклем Вашингтонда  совет илселегендә эшләгән  дипломат   Василий Тарасенко етәкләй. 1962 йылда юридик-иҡтисад факультетында  халыҡ-ара хоҡуҡ бүлеге ойошторола. Бүлектә уҡытыу процесын тәьмин итеү  өсөн юридик фәндәр докторы И. И. Лукашук[5] етәкләгән  халыҡ-ара хоҡуҡ һәм сит ил ҡануниәте кафедраһы саҡырыла.

1971 йылдан башлап халыҡ-ара белгестәр әҙерләү  халыҡ-ара  мөнәсәбәттәр һәм халыҡ-ара хоҡуҡ факультетында тергеҙелә. Был факультет эсенә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм тышҡы сәйәсәт тарихы,  халыҡ-ара хоҡуҡ һәм сит ил ҡануниәте,   сит ил кешеләре өсөн быға тиклем дөйөм университеттыҡы булған  рус теле кафедралары инә.  Уларҙың декандары    халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм халыҡ-ара хоҡуҡ  буйынса фәнни мәктәптәргә нигеҙ һалыусы  профессор Г. М. Цветков, Украина Фәндәр академияһының  мөхбир-ағзаһы Анатолий Чухно, доцент О . Т. Еременко, профессорҙар Константин Зажигай, Антон Филипенко, Владимир Буткевич[5] була.

1972 йылда факультетта  "халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр" специальносы асыла. Бер аҙҙан  халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр (мөдирҙәре - профессорҙар Виктор Булкин һәм Антон Филипенко) кафедраһы булдырыла. 1975 йылда  факультет базаһында  халыҡ-ара лекторҙарҙың белемен камиллаштырыу буйынса ике йыллыҡ ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла. Уны доценты А. И. Ганец етәкләй. Бүлеккә   лекторлыҡ, мөғәллимлек, ғилми-тикшеренеү эштәре[5] менән шөғөлләнгән юғары белемле Украина граждандары ҡабул ителә.

1976 йылда халыҡ-ара белгес специальносын иҫәпкә алып тәржемәсе-референттар менән эшләү өсөн студенттар әҙерләүҙе тәьмин иткән сит телдәр  бүлеге булдырыла. Ул кафедраның бер өлөшө булып тора. Беренсе мөдире доцент И. И. Борисенко була. Эшлә- ваҡытында  (1990 йылға тиклем) факультет  3500-ҙән ашыу халыҡ-ара белгес әҙерләп сығара (күбеһенсә сит ил кешеләре).  Факультетты тамамлаусылар Украинаның ул ваҡыттағы аҙ һанлы дипломатик корпусын тәшкил итә,   халыҡ-ара мөнәсәбәттәр  һәм халыҡ-ара хоҡуҡ[5] өлкәһендә  педагогик һәм фәнни мәктәпкә нигеҙ һала.  

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты

1988 йылдың 4 майында  халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм халыҡ-ара  хоҡуҡ факультеты Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм халыҡ-ара хоҡуҡ институтына үҙгәртелә, 1990 йылдың декабрендә  Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына әйләнә.

Корпустар һәм кампустар

үҙгәртергә

Ҡыҙыл корпус

үҙгәртергә

Университеттың Владимир урамы, 60, адресы буйынса урынлашҡан төп корпусы -  иң боронғоларҙың береһе.  Ул  Николай I  заказы буйынса төҙөлә һәм  дәүләт әһәмиәтенә эйә архитектура һәйкәле булп тора.  Корпус фасадында  Т. Г. Шевченкоға,    Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған студенттарға һәм уҡытыусыларға, 1941 йылдың йәйендә  Киев университеты уҡытыусылары һәм студенттарынан төҙөлгән  истребитель батальоны штабына  мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һары корпус

үҙгәртергә

Университеттың Гуманитар  корпусы   Шевченко бульвары, 14, адресы буйынса урынлашҡан. Бина  1850-52 йылдарҙа классицизм стилендә  Александр Беретти  проекты буйынса Беренсе Киев гимназияһы өсөн төҙөлгән. 1959 йылда  университетҡа тапшырыла.

Максимович китапханаһы

үҙгәртергә

М. Максимович исемендәге Ғилми китапхана. .Ул университеттың төп корпусы (Владимир урамы, 58) эргәһендә урынлашҡан.  В. И. Вернадский исемендәге 1-се Украина Милли китапханаһы (Владимир урамы, 62) филиалы һәм университет бинаһы менән бергә берҙәм архитектура комплексын тыуҙыра. 

Ботаника баҡсаһы

үҙгәртергә

Академик А. В. Фомин исемендәге Ботаника баҡсаһы Петлюра урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан.  1939 йылда төҙөлгән.  Хәҙерге ваҡытта майҙаны  — 22,5 га. Баҡса  университеттың төп корпусы артында урынлашҡан.

Астрономия обсерватория

үҙгәртергә

1845 йылда  нигеҙләнгән обсерватория  Обсерваторная, 3 адресы буйынса урынлашҡан.   Тәүҙә обсерваторияны төп корпуста ҡалдырыу планлаштырыла,  әммә һуңыраҡ уның өсөн айырым бина төҙөргә ҡарар итәләр һәм ул 1841-1845 йылдарҙа  Викентий Беретти проекты буйынса эшләнә.

Каневск тәбиғи ҡурсаулығы

үҙгәртергә

Башҡа бүлексәләре

үҙгәртергә
  • Ректорат,  Владимир урамы, 64/13.
  • Спорт комплексы, Академик Глушков просп., б.
  • Украина физика-математика лицейы, Академик Глушков просп., 6.
  • Университет ҡаласығы.

Рейтингтар һәм репутация

үҙгәртергә
 
Киев милли университетының Ҡыҙыл корпусы  

2009 йылда "Компас-2009" ("Корреспондент"  журналы, 22 май, 2009 йыл)  дөйөм милли рейтинг һөҙөмтәләре буйынса КМУ  234 украин юғары уҡыу йорто[6] араһында 1-се урынға лайыҡ була.  2010 йылда КМУ    "Компас-2010" рейтингы буйынса 2-се урынды алды (1-се  урында  - Украинаның Милли техник университеты  "КПИ")[7].

 
Николай І

Университет  1833 йылдың 8 ноябрендә Николай I указына ярашлы,  Изге  Владимир Киев Император университеты булараҡ,   1830-1831 йылдарҙағы Польша ихтилалынан һуң  ябылған Виленск университеты   һәм Кременецк лицейы базаһында асыла.  Улар ваҡытлы уставты һәм штат расписаниеһын раҫлай. Был устав буйынса,  учреждение халыҡ мәғарифы министрына ғына түгел, округ попечителенә лә буйһона.    Университет советы  йыл һайын факультеттар  декандарын һайлай,  уларҙы  министр раҫлай.

Был хәҙерге Украина территорияһында Львов һәм Харьков университеттарынан һуң өсөнсө,  Рәсәй империяһының алтынсы университеты була.

Башта университет алдындат торған төп бурыстарҙың береһе, 1830-1831 йылдарҙағы Польша ихтилалы   тар-мар ителгәндән һуң эҙәрлекләүгә дусар ителгән поляклаштырылған Киев зыялылары менән көрәш була. Русьте көнсығыш йолаһы буйынса суҡындырған кенәз Владимир I яҙылған апелляция университеттың тап ошо йүнәлешен символлаштыра.  

 
Изге Владимир император университеты 

Университетта  беренсе дәрестәр һәм уны тантаналы асыу  1834 йылдың 15 июлендә - Изге Владимир көнөндә үтә. Киев-Печера лаврында  литургия хеҙмәте уҙғарыла, һуңынан барыһы ла уҡыу өсөн ҡуртымға алынған  Печерскийҙағы йортҡа килә.

1842 йылға тиклем Киев университетының үҙ бинаһы булмай.   Шуға күрә уҡыу өсөн тәғәйенләнмәгән шәхси йорттарҙы ҡуртымға алырға мәжбүр булалар. Петербург сәнғәт академияһының архитектура профессоры  Викентий Иванович Беретти  етәкселегендә боронғо Киев ситендәге буш урында  18381842 йылдарҙа рус  классицизмы стилендә ҙур университет корпусы ҡалҡып сыға. Ул тәүҙә аҡ төҫтә була, һуңынан буяталар. 

Университетың төп корпусы (Ҡыҙыл корпус) эске ихатаһы булған ҙур ябыҡ корпусты тәшкил итә ( фасад оҙонлоғо 145,68 м).  Изге Владимир орденының награда таҫмаһы — ҡыҙыл һәм ҡара (ҡыҙыл диуарҙар, нигеҙҙәр һәм капител колонналары - ҡара) төҫтәренә буяла. Ордендың девизы «Utilitas, Honor et Gloria» (лат. "Файҙа, намыҫ һәм дан" ) шулай уҡ университет девизына әүерелә.

XIX быуатта Киев университеты

үҙгәртергә

1834 йылда университета бары тик ике: тарих-филология һәм физика-математика бүлектәренән торған һәм 62 студент уҡыған философия факультеты була . 1835 йылда - юридик, 1841 — медицина факультеттар (һуңынан медицина факультеты айырылып, хәҙерге Киев медицина университетына әйләнә) барлыҡҡа килә. Философия факультеты 1850 йылда тарих-филология һәм физика-математика факультеттарына бүленә. Ошо составта уҡыу йорто 1918 йылүа тиклем эшләй.

Уставҡа ярашлы, уҡыу ваҡыты дүрт йыл тип билдәләнә. Студенттар һәр курс аҙағында имтихан тапшыра, университетты тамамлау алдынан һәләтлеләргә алтын һәм көмөш миҙалдар тапшырыла.

1834 - 1917 йылдарҙа университетта дүрт статут үҙгәрә: 1833, 1842, 1863 һәм 1884 йылдарҙа. Тәүге икеһе махсус рәүештә Киев университеты өсөн булдырылһа, ҡалғандары – Рәсәй вуздары өсөн.

Университеттың беренсе ректоры Мәскәү университеты профессоры, тарихсы һәм филолог Михаил Александрович Максимович була.

1838 йылда Польша хәрәкәте университетты ваҡытлыса ябырға һәм поляк милләтенән булған профессорҙарҙы һәм студенттарҙы эштән ебәрергә, уҡыуҙан күсерергә мәжбүр итә. Тыңлаусылар һаны ҡырҡа ҡыҫҡара; кафедраларҙың яртыһы бушап ҡала һәм һуңынан рустар йәки немецтар менән тултырыла.

Университет тормошо яйға һалына ғына башлағанда, 1848 йылғы ҡәтғи саралар арҡаһында кафедралар бушап ҡала, студенттар һаны сикләнә. Әммә ошо ауыр 184856 йылдарҙа ла университет яңы учреждениелар төҙөтә: Анатомия театры - (хәҙер унда Украина медицинаһының Милли музейы урынлашҡан) һәм метеорология обсерваторияһы төҙөлә, боронғо акттарҙы тикшереү өсөн Киев уҡытыу округы губерналары комиссиялары эш башлай. 50-се йылдар һуңында Киев университеты йәнләнә башлай; быға бигерәк тә 1863 йылғы устав йоғонто яһай.

18451846 йылдарҙа университетта бер нисә ай дауамында Тарас Шевченко Киев университеты ҡарамағындағы Киев Археографик комиссияһының археологик тикшеренеүҙәренең штаттағы рәссамы булып эшләй.

Шул ваҡытта Т. Г. Шевченко Николай Иванович Костомаров менән таныша, уны университеттың Рәсәй тарихы кафедраһына һайланыуы менән беренселәрҙән булып ҡотлай.

Әгәр Аллаһы Тәғәлә миңә университетҡа ҡағылыу мөмкинлеген бирһә, бик яҡшы булыр ине...

— ти ул Н. И. Костомаровҡа яҙған хаттарының береһендә.

1846 йылда Шевченко Комиссиялағы эше менән бергә алып бара алырына ышанып, университеттың рәссамы вазифаһына дәғүә итә. Өс кандидатура араһынан халыҡ мәғарифы министры Шевченкоға өҫтөнлөк бирә. Әммә «Кирилл-Мефодий туғанлығы» эшмәкәрлегендә ҡатнашыуы өсөн 1847 йылдың 5 апрелендә ҡулға алыныуы һөҙөмтәһендә, был вазифаны биләй алмай.

Университетта тыңлаусылар һаны тирбәлеп торһа ла, даими арта: асылүан ваҡытында 62 студент булһа, 1838 йылда - 267, 1838 йылда ябылүандан һуң — 125, 1860 йылда — 1049; 1863 йылда, Польша ихтилалынан һуң - 476; 1871 йылда — 940, 1876 йылда — 613, 1884 йылда — 1709, 1894 йылда 2327 талип иҫәпләнә.

XIX быуатта Киев университетында юридик һәм медицина факультеттары була. 1859 йылда медиктар юристарҙан өс тапҡырға күберәк булып, 540 кеше тәшкил итә. 60-сы йылдарҙа иһә юристар һаны арта, медиктарҙыҡы кәмей; 1864 йылда юристар медиктарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк була; 1870 йылда нисбәт тигеҙләнә, һуңынан 1881 йылда медиктар юристарҙы 5 тапҡырсамаһына артып китә (785 һәм 175). Медик булырға теләүселәрҙең күплеге 1-се курсҡа комплект булдырырүа мәжбүр итә. Шуға ҡарамаҫтан, 1894 йылда медиктар һаны 1014-кә етә. XIX һуңында юристов һаны ла арта (1894 йылда — 932). [[Филологтар 1884 йылғы устав индерелгәнгә тиклем барлыҡ студенттарҙың 19 өлөшөн алып торһа (1883 йылда — 162), һуңынан тиҙ арала кәмеп, 1894 йылда 69-ға ҡала.

Башта студенттарҙың күпселек өлөшөн дворян балалары тәшкил итһә (88 %), 1883 йылда был ҡатлам 50 процентҡа ҡала. XIX быуаттың 60-70-се йылдарында демократия килә һәм төрлө ҡатлам вәкилдәре дворяндарҙы ҡыҫырыҡлай. Киев университетының алдынғы демократик студенттары революцион хәрәкәттә актив ҡатнаша. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 18731877 йылдарҙа батшаға ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан өсөн хөкөмгә тарттырылыусыларҙың яртыһын студенттар һәм урта уҡыу йорттары уҡыусылары алып тора.

1884 йылда студенттарҙың үҙ-ара ярҙам кассалары, китапханалар, ашханалар ойоштороу, студент судын һайлау, студент йыйылыштарын йыйыу хоҡуғын биреү тураһындағы талабына ҡаршы хөкүмәт ҡаты саралар күрә. Университет ярты йылға ябыла, 140 студент ҡыуыла, ата-әсәләре Киевта булмаусылар ҡаланан һөрөлә. 34 студент хөкөмгә тарттырыла.

1880 йылдар һуңында университет ҡарамағында 45 уҡытыу-ярҙамсы учреждение: 2 китапхана (ғилми һәм студент), 2 обсерваториия (астрономик һәм метеорологик), ботаника баҡсаһы, 4 факультет клиникаһы, 3 госпиталь клиникаһы, ҡала дауаханаһы ҡарамағында 2 клиник бүлексә, анатомия театры, 9 лаборатория һәм 21 кабинет була.

18591870 йылдарҙа университетта үҙешмәкәр театр эшләй (уның составында Михаил Петрович Старицкий, Николай Витальевич Лысенко, Павел Платонович Чубинский була); 1874 йылда университетта 3-сө археология съезы үтә, уның эшендә билдәле ватан һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша.

1861—1919 йылдарҙа ай һайын «Университетские известия» баҫмаһы сыға, 10 ғилми йәмғиәт эшләй.

1880 йылда университеттадонъяла беренсе тапҡыр бер үк сымдан бер үк ваҡытта телеграфирлау һәм телефондан һөйләшеү тәжрибәһе үткәрелә (уйылап табыусыһы - Г. Г. Игнатьев). И. С. Тургенев, Д. И. Менделеев, Николай Егорович Жуковский, Пётр Петрович Семёнов-Тян-Шанский университеттың маҡтаулы ағзалары була.

Уҡыу менән бер рәттән көрәш тә дауам итә: Киев студенттары Петербург университетындағы полиция золомона ҡаршы 1899 йылғы Бөтә Рәсәй студенттары баш күтәреүендә ҡатнаша.

XX быуатта Киев университеты

үҙгәртергә
 
Киев милли университетының Һары корпусы

1900 йылда вузда белем алыусылар студенттар митингыһында ҡатнашыусыларҙы уҡыуҙан ҡыуыуға ҡаршы сығыш яһай, һөҙөмтәлә 183 талипты хәрби хеҙмәткә ебәрәләр.

1910 йылдың ноябрендә Лев Толстойҙың вафат булыуына бәйле Киевта эшсе-студенттар демонстрациялары көсәйә. Ҡулға алынған 107 демонстранттың 100 самаһы студенттар була. 1911 йылдың февралендә тағы ла Бөтә Рәсәй студенттары баш күтәрә.

Беренсе донъя һуғышы Киев университетын бик ауыр хәлгә төшөрә. Хәрби командование, тылда баш күтәреүсе студенттарҙың булыуын теләмәй һәм уҡыу йортон “Киевтың һул ярына”, ахыр сиктә Һарытауға эвакуацияларға бойора. Эвакуация студенттарҙың хәлен тағы ла ҡатмарлаштыра. Күсенеү һөҙөмтәһендә лабораториялар һәм кабинеттар, музей коллекциялары бик ҙур юғалтыу кисерә. 1916 йылдың көҙөндә университет ҡабат Киевҡа әйләнеп ҡайта.

1917 йылғы Октябрь революцияһы алдынан вузда 5300 самаһы студент белем ала.

1918 йылда университет ябыла һәм 1919 йылдың 29 мартында ғына асыла. 1919 йылдың 23 апреленән ул рәсми рәүештә Киев университеты тип атала башлай. Бер йылдан һуң уҡыу йорто таратыла, уның базаһында Михаил Петрович Драгоманов исемендәге Халыҡ мәғарифының юғары институты (1926 йылдан — Халыҡ мәғарифының Киев институты), шулай уҡ Социаль мәғариф, һөнәрселек мәғарифы һәм физика-химия-математика институттары ойошторола.

УССР-ҙың Мәғариф буйынса халыҡ комиссарҙары ҡарары менән 1933 йылдың 1 ғинуарында Украинала дәүләт университеттары, шул иҫәптән Киев дәүләт университеты ла тергеҙелә. 1939 йылдың мартында уға СССР Юғары Советы указына ярашлы, тыуыуына 125 йыл тулыу айһанлы, Т. Г. Шевченко исеме бирелә. Икенсе йылына гуманитар факультеттар урынлашҡан яңы уҡыу корпусы төҙөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан КДУ СССР-ҙа Мәскәү һәм Ленинград университеттарынан ҡала, өсөнсө ҙур университет була. Һуғыш ваҡытында ул тәүҙә Харьковҡа, һуңынан, ваҡытлыса А. М. Горький исемендәге Харьков университеты менән ҡушылып, Берләшкән Украина дәүләт университеты булып Ҡыҙыл-Ордаға ( Ҡаҙағстан ССР-ы, (19421943 йылдар) күсенә.

Шул уҡ ваҡытта оккупацияланған Киевта (1941—1942 йылдарҙа) ректор К. Ф. Штеппа[9] етәкселегендә университет үҙ эшен дауам итә.

Алыштар барышында Киев университетына ҙур зыян килтерелә – Төп корпус тулыһынса емерелә, бик күп мәҙәни ҡиммәттәр юҡҡа сыға. Зыян күргән лаборатория ҡорамалдарының хаҡы ғына 50 миллион һум тора. шуға ҡарамаҫтан, Киев дошмандарҙан азат ителгәндән һуң ике ай үткәс, 1944 йылдың ғинуарында, университет ҡабат эш башлай. 1949 йылда унда 12 факультет иҫәпләнә.

Мәскәү, Кремль, СТАЛИН иптәшкә.
Шевченко исемендәге Киев дәүләт университеты профессорҙары, уҡытыусылары, студенттары һәм техник хеҙмәткәрҙәр коллективы һөйөклө Ҡыҙыл Армиябыҙҙың бронялы танкылар ҡеүәтен нығытыуға 100 000 һум күләмендә үҙ өлөшөн индерә.
Был аҡсаға эшләнгән танкты «Шевченко исемендәге Киев университеты» тип атауығыҙҙы һорайбыҙ. Аҡса йыйыу дауам итә.

Университет ректоры Алексей РУСЬКО, партойошма секретары Иван ШЕВЧЕНКО.

«Шевченко исемендәге Киев университеты» танкыһын эшләү өсөн 100 000 һум аҡса йыйған Шевченко исемендәге Киев дәүләт университеты профессорҙары, уҡытыусылары, студенттары һәм техник хеҙмәткәрҙәр коллективына сәләмемде һәм Ҡыҙыр Армияның рәхмәтен еткереүегеҙҙе һорайым.
И. СТАЛИН
«Правда» гәзите, 1944 йылдың 10 июле.

Студенттар менән уҡытыусылар гуманитар һәм химия корпустарын үҙ көстәре менән тергеҙеп, 1944 йылдың башында өлкән курстар уҡыуҙы башлай. Ҡыҙыл-Орданан 146 студент, 3 профессор, 7 доцент һәм 11 уҡытыусынан торған Берләшкән университет төркөмө ҡайта. 1944 – 1945 яңы уҡыу йылында университетҡа 1,5 мең кеше ҡабул ителә, икенсе йылына инде унда 2 меңдән ашыу студент белем ала. Уларға 80 кафедрала 290 профессор, доцент һәм уҡытыусы белем бирә.

1954 йылдан ВДНХ районында университеттың яңы фәнни-уҡытыу комплексы (архитекторҙар В. Е. Ладный и В. Е. Коломиец, инженер В. Я. Дризо) асыла.

1960 йылда уҡыу йортонда сит ил студенттары өсөн факультет эш башлай.

1984/1985 уҡыу йылында 17: фәлсәфә, иҡтисад, тарих, филологический, роман-герман филологияһы, журналистика, юридик, халыҡ-ара хоҡуҡ, механико-математик, кибернетика, физика, радиофизика, геология, география, химия, биология һәм әҙерлек факультеты иҫәпләнә.

Асылғандан алып университет халыҡ хужалығының, фәндең, мәғариф һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарына 250 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығара.

Украина президентының 1994 йылдың 21 апрелендәге Указы менән Киев университетына милли һәм автономиялы дәүләт юғары уҡыу йорто статусынполучил статусы бирелә. Уның Уставы ил президенты тарафынан раҫлана, вуз ректоры статусы буйынса министрға тиңләштерелә. Уҡыу йортона белем биреүгә һәм фәнни эшмәкәрлеккә бүленгән средстволар Украина бюджетына айырым статьялар менән һалына(2013 йылда ошо маҡсаттағы сығымдар статьяһы суммаһы 895 һәм 81 млн грн. Тәшкил итә)[10]. Сағыштыру өсөн: башҡа III һәм IV кимәлдәге аккредитациялы вуздар ошо уҡ йылда уҡытыуға 16,3 млрд грн. ала[11]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Украинский физико-математический лицей
  2. Список информационно-технических подразделений Киевского университета имени Тараса Шевченко
  3. Университетская обсерватория, обсерватория кафедры астрономии, Виртуальная рентгеновская и гамма-обсерватория на базе физического факультета КНУ и Института теоретической физики им. 
  4. Правила приема в КНУ на 2010/2011 гг.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Історія 2014 йыл 5 июнь архивланған., Інститут міжнародних відносин
  6. Корреспондент опубликовал рейтинг лучших украинских вузов " Последние события в Украине — Корреспондент
  7. Рейтинг вузов Украины Компас — Лучшие ВУЗы Украины — Рейтинг украинских ВУЗов :: Компас 2010 йыл 16 июнь архивланған.
  8. Тарас Шевченко и Университет св. Владимира в Киеве.
  9. http://shron.chtyvo.org.ua/Astafiev_Oleksandr/Kost_Shtepa.pdf 2014 йыл 30 декабрь архивланған.
  10. Закон Украины «Про Державний бюджет Украөни на 2013 рік», приложение 3, статьи 2201280 и 2201290.
  11. Закон Украины «Про Державний бюджет Украөни на 2013 рік», приложение 3, статья 2201160.

Һылтанмалар

үҙгәртергә