Я́дро фи́зикаһы — атом ядроһы төҙөлөшөн һәм сифаттарын, шулай уҡ уларҙың үҙ-ара бәрелешеүен (ядро реакцияларын) өйрәнеүсе физика бүлеге.

Ядро физикаһы
Рәсем
Өйрәнеү объекты атомное ядро[d]
 Ядро физикаһы Викимилектә

Мәсьәләләре үҙгәртергә

Ядро физикаһында барлыҡҡа килгән мәсьәләләр — бер нисә есем мәсьәләһенең ғәҙәти миҫалы. Ядролар нуклондарҙан (протон һәм нейтрондарҙан) тора, һәм ғәҙәти ядроларҙа унарлаған һәм йөҙәрләгән нуклон бар. Был һан теүәл сиселә торған мәсьәләләр өсөн бик ҙур, шул уҡ ваҡытта статистик физика методтарын ҡулланыу өсөн бик әҙ. Был атом ядроһы моделдәренең күп төрлөлөгөнә килтергән.

Дөйөм мәғлүмәт үҙгәртергә

Ядролағы протондар һанын (заряд һаны, шулай уҡ ' элементтың тәртип 'һаны) Z һанын , нейтрондар һанын — N менән билдәләйҙәр. Уларҙың суммаһы A = Z + N - ядроның масса һаны. Бер иш Z -лы атомдар (бер үк элемент атомдары), әгәр төрлө N -лы булһа изотоп, бер иш A-лы, тик төрлө Z -лы— изобар, бер үк төрлө N,-лы төрлө Z-лы — изотон тип атала.

Протон менән нейтрон араһындағы төп айырма шунда- протон — зарядлы киҫәксә, заряды e = 4,801·10−10 ед. СГСЭ = 1,602·10−19 Кл. Был элементар заряд, модуль буйынса электрон зарядына тиң. Нейтрон, исеме үк әйтеп тора, электрик нейтраль. Протон менән нейтрондың спиндары бер иш һәм электрон спинына тиң ,йәки 1/2 (  берәмектәрендә, Планк даимиһы (постоянная Планка). Протон менән нейтрон массаһы тигеҙ тиерлек: электрондың 1836,15 һәм 1838,68 массаһына тиң. Протон менән нейтрон фундаменталь киҫәксәләр түгел. Улар ике төр кварктан тора: d-кварк — элементар е зарядының 1/3 һәм u-кварк +2/3 тора. Протон ике u-кварк һәм бер d-кварктан (дөйөм, суммар заряды «+1») , ә нейтрон — бер u-кварк һәм ике d-кварктан (дөйөм заряды 0) тора. Ирекле нейтрон — тотороҡло киҫәксә түгел. Барлыҡҡа килеп 885 секунд үткәндән һуң ул протон, электрон һәм антинейтриноға тарҡала (см. Бета-распад нейтрона).Ядрола нейтрон тәрән потенциаль соҡорҙа ята, шуға уның тарҡалыуын һаҡланыу закондары тотҡарлай ала.

Ядро физикаһы астрофизиканың күп бүлектәре өсөн (йондоҙҙарҙа беренсел нуклеосинтез, термоядро реакцияһы) һәм, аңлашылып тора, ядро энергетикаһы һәм киләсәктә термоядро энергетикаһы өсөн бик мөһим.

Тарих үҙгәртергә

1896 йылда француз химигы Антуан Анри Беккерель осраҡлы ғына уран тоҙҙарының радиоактивлығын асҡан, был үҙаллы күренмәй торған һауаны ионлаштыра һәм фотоэмульсияны ҡарайта алған нурҙар ебәреүҙән ғибәрәт булған. Ике йылдан һуң Пьер Кюри менән Мария Склодовская-Кюри торийҙың радиоактивлығын асҡан һәм уран тоҙҙарынан полоний менән радийҙы алған, уларҙың радиоактивлығы уран менән торий радиоактивлығынан миллиондарса тапҡыр көслөрәк булып сыҡҡан.

Радиоактив нурланышты ентекле өйрәнеү менән Эрнест Резерфорд шөғөлләнә. Ул радиоактив нурланыштар α-, β- и γ-нурҙар арҡаһында бара икәнен асыҡлай. Бета-нурҙар тиҫкәре зарядлы электрондарҙан, альфа-нурҙар — ыңғай зарядлы киҫәксәләрҙән (альфа-киҫәксәләр, һуңыраҡ асыҡланыуынса, улар гелий-4 ядролары), гамма- нурҙар Рентген нурҙарына оҡшаш (зарядһыҙ), тик күпкә ҡырҡыуыраҡ (ҡатыраҡ?).

Радиоактивлыҡтың ядро тәбиғәтен Эрнест Резерфорд 1911 йылда атомдың ядро моделен тәҡдим иткәс һәм радиоактив нурланыштар атом ядроһы эсендә барған процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә икәнен белгәс кенә, аңлағандар.

Оҙаҡ ваҡыт атом ядроһы протондар һәм электрондарҙан тора тип иҫәпләгәндәр. Тик был модель спиндар һәм атом ядроһының магнит мәлдәренә бәйле эксперименталь факттарға ҡапма-ҡаршы була. 1932 йылда Джеймс Чедвик нейтронады асҡандан һуң атом ядроһы протондар һәм нейтрондарҙан тора икәне асыҡлана (Иваненко һәм Гейзенберг). Был киҫәксәләр нуклон тигән дөйөм исем ала.


Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Маляров В. В. Основы теории атомного ядра. — М: Физматлит, 1959. — 471 с. — 18 000 экз.
  • ред. Арцимович Л. А. Справочник по ядерной физике. — М: Физматлит, 1963. — 632 с. — 20 000 экз.
  • Широков Ю. М., Юдин Н. П. Ядерная физика. — М: Наука, 1980. — 727 с. — 24 500 экз.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Разделы ядерной физики Ҡалып:Ядерная технология