Айыҡ ауыл

айыҡ тормошто пропагандалаған сара
("Айыҡ ауыл" конкурсы битенән йүнәлтелде)

«Айыҡ ауыл» конкурсы — 2011 йылда «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтен ойоштороусылар башлап ебәргән бәйге.

Айыҡ ауыл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Башланыу датаһы 2011
«Айыҡ ауыл» конкурсының логотибы

2010 йылдың 4 декабрендә республикала «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте рәсми теркәлә. Уның тәү сираттағы маҡсаттары халыҡ араһында айыҡ тормошто киң пропагандалау һәм алкоголь менән тәмәкене һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу була[1]. 2011 йылда хәрәкәт инициаторҙары (Роберт Дәүләтшин, Марат Абдуллин[2], Ренат Зәйнуллин[3]) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, «Башҡортостан» ТРК ДУП-ы, «Киске Өфө» гәзите менән берлектә «2011 йылдың айыҡ ауылы» конкурсын ойоштора. Һуңынан был эшкә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары редакциялары, ҡала-район хакимиәттәре ҡушыла. 2011 йылда конкурста 41 муниципаль райондан 99 ауыл ҡатнаша, уларҙың 30-ы финалға сыға. Салауат районының — Көҫәпәй, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Йылайыр районының Ишбулды ауылдары еңеүсе була[4]. «2011 йылдың айыҡ ауылы» конкурсы халыҡ-ара резонанс тыуҙыра һәм йәмәғәт хуплауы таба. Конкурс барышын федераль киң мәғлүмәт саралары яҡтырта, Россия, ТВЦ, НТВ, РЕН-ТВ, МИР телеканалдары, «Московский комсомолец», «Московские нвоости», «Российская газета» гәзиттәре, «Регнум» мәғлүмәт агентлығы һәм башҡалар яҡтырта[4]. 2013 йылда республика Хөкүмәте проектҡа дәүләт әһәмиәте биреү өсөн уны үҙ ҡанаты аҫтына ала, конкурсты башлаусылар унан ситләтелә[5].
2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелә[6].

Еңеүселәр

үҙгәртергә

Приз фонды — 40 миллион һум. Иң ҙур суммаға — 6 миллион һумға эре ауылдар номинацияһы еңеүсеһе лайыҡ була, башҡа еңеүселәргә ауылдың ҙурлығына ҡарап, төрлө күләмдәге сертификаттар тапшырыла[7].

Эре ауылдар номинацияһы
I урын — Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы
II урын — Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы
III урын — Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

Ҙур ауылдар номинацияһы
I урын — Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы
II урын — Асҡын районы, Солтанбәк ауылы
III урын — Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.

Уртаса ауылдар номинацияһы
I урын — Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы
II урын — Шаран районы, Йәрәмкә (Шаран районы) ауылы
III урын — Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.

Бәләкәй ауылдар номинацияһы
I урын — Йылайыр районы, Сәләх ауылы
II урын — Күгәрсен районы, Сәлих ауылы
III урын — Стәрлетамаҡ районы, Кантюковка ауылы[7].

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров конкурстың приз фондын 10 тапҡырға арттырырға тәҡдим итә һәм дөйөм фонд 40 миллион һумға етә. Беренсе урын алыусылар — 5, икенсе урындағылар — 3, өсөнсө урындағылар 2-шәр миллион һумға эйә була[8].
Конкурс барышында алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һаны 350-гә етә[4].

Эре ауылдар номинацияһы
1-се урын — Учалы районы Илсе ауылы
2-се урын — Өфө районы Шамонин ауылы
3-сө урын — Тәтешле районы Шулған ауылы

Ҙур ауылдар номинацияһы
1-се урын — Күгәрсен районы Исем ауылы
2-се урын — Бөрө районы Бахтыбай ауылы
3-сө урын — Әбйәлил районы Таштимер ауылы

Уртаса ауылдар номинацияһы
1-се урын — Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы
2-се урын — Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы
3-сө урын — Бөрйән районы Берәтәк ауылы

Бәләкәй ауылдар номинацияһы
1-се урын — Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы
2-се урын — Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы
3-сө урын — Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы[8].

1-се урын — Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы
2-се урын — Баймаҡ районының Йылым ауылы
3-сө урын — Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы[9]. Приз фонды — 1400000 һум. Бынан тыш партнерҙар булдырған приз фонды 500 мең һум тәшкил итә.

Иглин районының Үктәй ауылы
Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы
Бүздәк районының Түреш ауылы[10].

Конкурс матбуғат сараларында

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • «Айыҡ ауыл» конкурсы Тыва Республикаһында иғлан ителгән[11].
  • Яҡутстанда 188 ауыл алкоголдән баш тартҡан[12].
  • Свердловск өлкәһендә айыҡ ауыл конкурсы 2015 йылдан алып үткрелә[13].
  • Саха, Башҡортостан, Сыуашстан, Удмурт Республикаларында, Свердловск өлкәһендә үткән «Айыҡ ауыл» конкурстары нигеҙендә тикшеренеү һөҙөмтәләре[14].
  • БЕР АЛДАҠ ТАРИХЫ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Башкирии учреждено общественное движение против алкоголизма
  2. Яҡташтар тип йән атыусы изге йән
  3. КӨНӨНӘ ИКЕ МЕҢ КЕШЕ... эсеп үлә
  4. 4,0 4,1 4,2 ПОДВЕДЕНЫ ИТОГИ КОНКУРСА «Трезвое село 2011 года» 2022 йыл 24 май архивланған.
  5. Башкирия: почему «Трезвое село» погрязло в бюрократии
  6. Трезвое село - 2020 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 В Уфе наградили победителей республиканского конкурса «Трезвое село 2021 года»
  8. 8,0 8,1 Радий Хабиров наградил победителей и призеров республиканского конкурса «Трезвое село»
  9. Трезвое село — 2019
  10. В Башкирии определили победителей конкурса «Трезвое село-2013»
  11. В Туве учредили конкурс «Трезвое село»
  12. Трезвость — норма жизни. В Якутии 188 сел отказались от алкоголя
  13. Количество участников епархиального конкурса «Трезвое село» растет
  14. Территории трезвости: — Исследовательская группа ЦИРКОН

Сығанаҡтар

үҙгәртергә