Башҡорт Үргене

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районындағы ауыл

Башҡорт Үргене (рус. Башкирская Ургинка), Үрген, боронғо исеме Этбаҡ — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453388, ОКАТО коды — 80226825002.

Ауыл
Башҡорт Үргене
рус. Башкирская Ургинка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Яңы Петровка

Координаталар

52°15′53″ с. ш. 56°39′35″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2005

Халҡы

866[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453388

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 825 002

ОКТМО коды

80 626 425 106

Башҡорт Үргене (Рәсәй)
Башҡорт Үргене
Башҡорт Үргене
Башҡорт Үргене (Башҡортостан Республикаһы)
Башҡорт Үргене

Географик урыны

үҙгәртергә

Башҡорт Үргене Үрген йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 йылдан алып Этбай исеме менән билдәле. Староста Этбай Саҡыров исеме менән аталған. 1795 йылда 27 йортта 171 кеше, 1866 йылда 93 йортта — 551 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1922 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Ауыл, ауыл торама пунктының ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Законына, 1-се статьяға ярашлы ала:

6. Тораҡ тибын ауыл тип биләдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

23)Ейәнсура районында:…

а) Яңы Петровка ауыл Советының Башҡорт Үргене ауылының

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Башҡорт Үргене ауылы Яңы Петровка ауыл Советына ҡарай. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Үҫәргән кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 Үҫәргән кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 2-се Үҫәргән улусы Үҫәргән кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 2-се Үҫәргән улусы Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1920 2-се Үҫәргән улусы Үҫәргән кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 2-се Үҫәргән улусы Йылайыр кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 ауыл советы Ейәнсура районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 ауыл советы Ейәнсура районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Яңы Петровка ауыл советы Ейәнсура районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Халҡы: 1900 йылда — 696 кеше, 1920 йылда 831 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 1030 кеше тәшкил иткән[4]. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]

Йыл Халыҡ һаны
1939 877 [5]
1959 964 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 958 [6]
1979 923 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 804 [7]
2002 992 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 1030 [9]
2010 866 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[10].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Арал урамы (рус.  улица Арал)
  • Бишәй урамы (рус.  улица Бишай)
  • Йәштәр урамы (рус.  улица Молодёжная)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Мәсет урамы (рус.  улица Мечети)
  • Сатра урамы (рус.  улица Сатра)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Тибеҙ урамы (рус.  улица Тибез)
  • Тимерлек урамы (рус.  Кузнецкая улица)[11]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар:

  • Ҡыҙҙар тауы
  • Кәмшәткә тауы (Ерәнсә сәсән аты менән ҡолап төшөп үлгән тау)

Йылғалар:

  • Үрген йылғаһы
  • Наҙы йылғаһы

Шишмәләр:

  • Ерекле шишмәһе

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Төлкөатҡан урыны
  • Үгеҙүлгән ер
  • Урыҫай

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Ерәнсә ташы

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Абдуллин Сәләхетдин Ҡотләхмәт улы (XIX быуат уртаһында тыуған —?) — указлы ахун.

үҙгәртергә

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Ҡушаматтар

үҙгәртергә

Ауылда киң ҡулланылған ҡушаматтарҙан:

  • Ҡара Минзиә
  • Һары Минзиә
  • Ҡаҙаҡ Йомабай
  • Немец Тажый (Тажетдин тигән кеше һуғыштан трофей итеп немец каскаһын кейеп ҡайтҡан, был уға ҡушамат булып тағылған)
  • Япон Йәғәфәр (Йәғәфәрҙең атаһы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, япон һүҙе улына ҡушамат булып киткән)
  • Банзай (үтә ныҡ һимеҙлеге арҡаһында Баязит тигән кешегә ҡушылған)
  • Балта (Роберт исемле кешегә тағылған ҡушамат. Ҡарттаһы ейәненең ят исемен дөрөҫ әйтә алмай, Роберт урынына «рубит» тип әйткән… утын ҡырҡыу ҡоралы — «балта»).

Бынан тыш тотош айырым фамилияларға ҡарата мәсекәйҙәр, кәкүктәр ҡушаматы ла булған.

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. 3,0 3,1 Башҡорт Үргене // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Справочник 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  12. Солтанбаев Юлай. Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен. Башҡортостан. Дата обращения: 19 октябрь 2019.
  13. Башҡортостан — әүлиәләр иле./ Солтанбаев Ю. В. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб. Өфө: Китап, 2012

Һылтанмалар

үҙгәртергә