Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы

(WTO битенән йүнәлтелде)

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (БДСО-ҒА; ингл. World Trade Organization (WTO), франц. Organisation mondiale du commerce (OMC), исп. Organización Mundial del Comercio) — интеграцион ойошм, 1995 йылдың 1 ғинуарында ағза-дәүләттәрҙең халыҡ-ара сауҙа һәм сауҙа-сәйәси мөнәсәбәттәренлибералләштереү маҡсаты менән ойошторолған. БДСО 1947 йылда төҙөлгән Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәр (ГАТТ) нигеҙендә ойошторола һәм 50 йыл буйына тиерлек ғәмәлдә халыҡ-ара ойошманың функцияһын үтәгән, әммә шуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара юридик ойошма булмаған ойошма булып тора.

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы
ингл. World Trade Organization
франц. Organisation mondiale du commerce
исп. Organización Mundial del Comercio
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 1995
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы OMC, OMC һәм WTO
Эшмәкәрлек төрө trade regulation[d]
Архивы хранятся в WTO archives[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы генеральный директор Всемирной торговой организации[d]
Етәксе Нгози Оконьо-Ивевала[d][1]
Рәсми тел инглизсә, Француз теле һәм Испан теле
Дәүләт  Швейцария
Ағзалар һаны 164 Ил[2]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы субъект международного права[d]
Бойһонған ойошма (филиал) WTO General Council[d]
В партнёрстве с Международная организация гражданской авиации[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Centre William Rappard[d]
Хеҙмәткәрҙәр 640 кеше (2018)[4]
Нигеҙендәге текст марракешское соглашение[d]
Бюджет 197 200 000 Fr
Рәсми сайт wto.org
Позицион карта
Зона обслуживания бөтә донъяла[d]
Cтатус официального наблюдателя в организации Всемирная организация интеллектуальной собственности[d][5]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 580 396 һәм 33 900 ± 99[6]
Карта
 Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы Викимилектә

БДСО яңы сауҙа килешеүҙәрен төҙөү һәм уларҙы ғәмәлгә индереү өсөн яуаплы, шулай уҡ ойошма үҙ илдәренең параменттары тарафынан ратификацияланған һәм ҡултамғаһын ҡуйған күпселек ағза-дәүләттәр тарафынан бөтә килешеүҙәрҙең дә үтәлешен күҙәтә. БДСО үҙ эшмәкәрлеген 1986—1994 йылдарҙа Уругвай раунды сиктәрендә төҙөлгән Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәргә (ГАТТ) ярашлы алып бара. Сауҙа мәсьәләләре һәм либералләштереүҙең глобаль мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ донъя сауҙаһының артабанғы үҫеш перспективалары күп яҡлы сауҙа тураһындағы фекер алышыу һәм һөйләшеүҙәрҙә (раундта) алып барыла. Әлеге ваҡытта 8 раундта бындай һөйләшеүҙәр үткәрелгән, шул иҫәптән Уругвайҙа, ә 2001 йылда туғыҙынсы раунд Доһала (Катарҙа) алып барыла. Доһа раундында бөтә һөйләшеүҙәр үҫешеүсе илдәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. 2012 йылдың декабренә ҡарата Доһа ҡалаһында үткәреләсәк раундтың киләсәге билдәһеҙлектә: уның эш программаһы 21 өлөштән тора, ә 2005 йылдың 1 ғинуарына раундтың баштан билдәләнгән иң һуңғы ваҡыты үтеп киткән[7]. Һөйләшеүҙәр барышында күпселек илдәрҙең ирекле сауҙа һәм протеционизмға ынтылышы, бигерәк тә ауыл хужалығы субсидияларына ҡағылышлыһы, ойошмала конфликт барлыҡҡа килтергән. Әлегә тиклем был ҡаршылыҡтар Доһа раундының прогресына һәм яңы һөйләшеүҙәргә төп ҡамасаулаусы булып тора. 2012 йылдың июленә ҡарата, БДСО системаһында ағымдағы ауыл хужалығындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө төркөмдәр араһында һөйләшеүҙәр алып барыла — был раундта буласаҡ һөйләшеүҙәрҙе торғонлоҡҡа килтерә[8].

БДСО -ның штаб-фатиры Женевала (Швейцария) урынлашҡан. БДСО -ның Башлығы (Генераль директоры) 2021 йылға ҡарата — Нгози Оконджо-Ивеала[9], ойошманың үҙҙәренең штатында 600-гә яҡын кеше[10].

БДСО ҡағиҙәләре буйынса ҡайһы бер үҫешеүсе илдәр өсөн ташламалар ҡаралған. Әлеге ваҡытта үҫешеүсе илдәр — БДСО ағзалары, (уртаса алғанда) үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда, юғары кимәлдә үҙ илдәренең баҙарҙарын таможня-тариф һаҡлау күләменә эйә. Шуға ҡарамаҫтан, үҫешкән илдәрҙең дөйөм таможня-тариф күләме күпкә юғары, бының һөҙөмтәһендә үҫешеүсе илдәрҙең башҡа илдәр баҙарҙарына сығыу күләме етди сикләнгән[11].

БДСО ҡағиҙәләре бары тик сауҙа-иҡтисади мәсьәләләрен генә көйләй. Ҡайһы бер Европа илдәре һәм АҠШ хеҙмәт шарттары тураһында бәхәстәр башларға тырыша (быға ярашлы хеҙмәткәрҙәрҙең закон тарафынан һаҡланыуын конкурент өҫтөнлөк тип һанарға мөмкинлек тыуҙырыр ине), әммә үҫешеүсе илдәр быға протест белдерәләр, улар раҫлауынса, бындай саралар хеҙмәткәрҙәренең һанын, эш урындарын ҡыҫҡартыуға һәм уларҙың килем кимәле менән конкуренция һәләтен кәметәсәк[11].

БДСО-ның тарихы

үҙгәртергә

Донъя сауҙаһы роленең артыуы индустриаль илдәрҙе XIX быуатта таможня пошлинаһы мәсьәләләре буйынса кооперацияны халыҡ-ара һанаулы кимәлдә тоторға мәжбүр итә. 1929 йылда барлыҡҡа килгән гобаль иҡтисади кризис һәм ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙә уны, сит ил тауарҙарына юғары таможня пошлиналары ҡуйып, эске баҙарҙы туранан-тура һаҡлап еңергә тырышыуҙар, сит сауҙа күләмдәре арта барған һайын, уларҙы бөтә илдәр тарафынан танылған халыҡ-ара хоҡуҡи сиктәрҙә көйләргә кәрәклеген күрһәтә.

Тышҡы сауҙаны либералләштереү талаптарының иҡтисади нигеҙе булып XIX быуатта Давид Рикардо уйлап тапҡан иҡтисади сағыштырма өҫтөнлөк теорияһы тора.

Халыҡ-ара сауҙаны көйләү маҡсатында халыҡ-ара ойошманы булдырыу идеяһы Икенсе донъя һуғышы тамамланғанға тиклем үк барлыҡҡа килә. 1944 йылда Бреттон-Вудс конференцияһында АҠШ һәм Бөйөк Британияның ҙур тырышлығы менән Халыҡ-ара валюта фонды һәм Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкына нигеҙ һалына. Яңы иҡтисади тәртиптең өсөнсө таянысы булып юғарыла телгә алынған ойошмалар менән бер рәттән Халыҡ-ара сауҙа ойошмаһын (МТО) булдырыу тора. Бының өсөн 1946 йылда Гаванала сауҙа һәм мәшғүллек буйынса халыҡ-ара конференция саҡырыла, ошо конференция тарифтарҙы кәметеү тураһындағы халыҡ-ара килешеүҙәрҙең матди-хоҡуҡи сиктәрен эшләргә, ҡыҙыҡһынған илдәргә был ойошманың уставын тәҡдим итергә, тышҡы сауҙаны ябайлаштырыуҙа һәм тауарҙарҙың бер илдән икенселәренә күскәндәге таможня хаҡын кәметеү мәсьәләләрендә үҙе өҫтөнә координатор ролен алырға тейеш була. 1947 йылдың октябрендә Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәргә (ГАТТ) ҡул ҡуйыла, ул башта яңы халыҡ-ара сауҙа ойошмаларының килешеү сиктәрендәге бер өлөшө генә булараҡ ҡаралған була. Был ваҡытлыса килешеү 1948 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инә.

Гавана конференцияһында СССР ҡатнашыуға саҡырылмай, сөнки ул Халыҡ-ара валюта фонды һәм Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкында ағза булыуҙан баш тартҡан була. Совет хөкүмәте был ойошмаларҙа АҠШ-тың ҙур йоғонтоға эйә булғанлығын күрә һәм был идеологик блоктар араһында ҡапма-ҡаршы тороуҙы (Һалҡын һуғышты) килтереп сығарыр һәм был ойошмалар сиктәрендә СССР мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмаҫ, тип ҡурҡа.

АҠШ БДСО-ның һәм Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәрҙең (ГАТТ) төп әйҙәүсеһе булыуына ҡарамаҫтан, АҠШ конгресы ниндәйҙер сәбәптәр менән БДСО Уставын ратификацияламай, тәүҙә ваҡытлыса килешеү бер ниндәй ойошмаһыҙ эшләүен дауам итә.

Артабанғы йылдарҙа Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәрҙең (ГАТТ) ҡыҫҡартылған өлөшө бик һөҙөмтәле система икәнлеген иҫбатлай, уның арҡаһында таможня пошлинаһы 40 %-ҡа тиклем кәмей, ә 40-сы йылдарҙа килешеүҙәргә ҡул ҡуйған мәленән туҡһанынсы йылдарҙың уртаһында ул уртаса 4 процентҡа кәмей. Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәр (ГАТТ) сиктәрендә тура һәм йәшерен таможня пошлиналарын кәметеү маҡсаттары менән сит илдәрҙән тауар индереүҙе сикләү өсөн ағза-дәүләттәр ҡатнашлығында даими рәүештә һөйләшеүҙәр раундтары үткәрелә.

1986 йылдан 1994 йылға тиклем дауам иткән Уругвай һөйләшеүҙәр раунды иң уңышлыһы була. 1994 йылда оҙайлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Марракешта БДСО төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла, ул 1995 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Ағза-илдәр, был ойошма сиктәрендә тауарҙар һатып ҡына ҡалмайынса, бөтә донъялағы постиндустриаль йәмғиәттең донъя сауҙаһында хеҙмәт күрһәтеүҙең роле артыу менән бәйле (XXI быуат башында — яҡынса 20 %) тышҡы сауҙа өлкәһен көйләүсе Хеҙмәт күрһәтеү менән сауҙа итеү тураһында генераль килешеү (GATS) ҡабул итә. Шулай уҡ Марракеш килешеү сиктәрендә Интеллектуаль милек менән сауҙа итеү хоҡуҡтары (TRIPs) тураһында килешеү ҡабул итә, интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән сауҙа итеү БДСО-ның хоҡуҡи нигеҙҙәренең бер өлөшө булып тора.

Шулай итеп, халыҡ-ара ойошмалар төҙөү ынтылыштары 50 йыл уңышһыҙ үткәндән һуң һәм Тарифтар һәм сауҙа тураһындағы Генераль килешеүҙәрҙең (ГАТТ) ваҡытлыса конструкцияларына таянып сауҙа алып барылғандан һуң, ниһайәт, 1995 йылдың 1 ғинуарында БДСО барлыҡҡа килә һәм эш башлай.

2001 йылдың көҙөндә БДСО-ның донъя сауҙаһын артабан либералләштереү тураһында Доһи һөйләшеүҙәр раунды башлана. Уға индерелгән мәсьәләләр араһында донъяла аграр продукция менән донъя сауҙа итеүҙе либералләштереү, шул иҫәптән субсидияларҙы бөтөрөү һәм тарифтарҙы кәметеү, финанс хеҙмәте күрһәтеү һәм интеллектуаль милекте һаҡлау була. Әммә һөйләшеүҙәр күп йәһәттән ауыл хужалығы баҙарына инеүҙә проблемалар арҡаһында оҙаҡҡа һуҙыла. Үҫештәре алға киткән илдәр үҫешеүсе илдәрҙең сәнәғәт секторына күберәк инергә теләй, һуңғылары, үҙ сиратында, бының иҡтисади үҫеш темпын кәметеүгә килтереүенән ҡурҡа.

2012 йылдың 22 авгусында Рәсәй Федерацияһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә һәм уның 156-сы ағзаһы була[12].

БДСО-ның маҡсаттары һәм принциптары

үҙгәртергә

БДСО-ның төп маҡсаты итеп ниндәйҙер маҡсаттарға һәм һөҙөмтәләргә өлгәшеү түгел, ә халыҡ-ара сауҙа итеүҙең дөйөм принциптарын урынлаштырыу тора[13]. Декларацияға ярашлы, БДСО-ның эше ошо төп принциптарға таяна:

  • Тигеҙ хоҡуҡлыҡ. БДСО ағзалары ойошманың бөтөн башҡа ағзаларына сауҙа итеүҙә уңайлы шарттар режимы булдырырға тейеш (режим благоприятствования-РНБ). Был принцип буйынса, БДСО-ның бер ағзаһына күрһәтелгән преференциялар автоматик рәүештә ҡалғандарына ла һәр осраҡта таратылырға тейеш[13][14] .
  • Уртаҡлылыҡ. Сауҙа итеүҙә ике яҡтан да үҙ-ара ташламалар булырға тейеш.[15].
  • Асыҡлыҡ. БДСО ағзалары үҙҙәренең сауҙа ҡағиҙәләрен тулыһынса нәшер итергә һәм башҡа сауҙа ағзаларына мәғлүмәт өсөн яуаплы органдар тоторға тейеш[16].
  • Ғәмәлдәге йөкләмәләрҙе булдырыу.Сауҙа тарифтары буйынса йөкләмәләр, башлыса илдәр араһындағы мөнсәбәттәргә ҡарамайынса ,БДСО органдары тарафынан көйләнә. Ә берәй ағза-дәүләттең һатыу шарттарын боҙоу осраҡтары килеп сыҡҡанда, зарар күргән ил компенсация талап итә ала[14][15]
  • Һаҡлағыс клапандар. Ҡайһы бер осраҡта хөкүмәт сауҙа сикләүҙәре индерергә хоҡуҡлы. БДСО-ның килешеүе ағза-дәүләттәргә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау сараларын ғына түгел, ә кешеләрҙең, хайуандарҙың һаулығын һаҡлау сараларын булдырырға ла мөмкинлек бирә.[17]

Был йүнәлештәге эшмәкәрлектең өс төрө бар:

 — Иҡтисади булмаған маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлектәр бирәсәк сауҙа сараларын ҡулланыуҙы рөхсәт итеүсе статьялар;
 — «Ғәҙел конкуренция»ны тәьмин итеүгә йүнәлтелгән статьялар. Ағза-дәүләттәре, үҙҙәренең протекциялау сәйәсәтен үткәреүҙәрен йәшереп, тәбиғәтте һаҡлау сараларын ҡулланырға тейеш түгел[17]
 — Сауҙаға иҡтисади сәбәптәр буйынса ҡыҫылырға рөхсәт итеүсе ҡағиҙәләр.[16]
Шулай уҡ РНБ принциптарынан БДСО-ның ташлама режимдары менән ҡулланыу хоҡуҡлы үҫешеүсе һәм түбән үҫешле илдәрҙең төбәк ирекле сауҙа зоналары һәм Таможня берлектәре сығарып ташланған[11]

БДСО-ның ойоштороу структураһы

үҙгәртергә

Ойошманың рәсми юғары органы булып БДСО-ның Министрҙар конференцияһы тора, ул ике йылға бер тапҡыр йыйыла. БДСО ойошторолғандан алып бындай ун бер конференция үткәрелгән, глобалләшеүгә ҡаршы булыусылар уларҙың һәр береһенә тиерлек әүҙем протестар күрһәткәндәр.

Ойошманың башында Генераль дирктор тора, уға ойошма советы буйһона. Совет ҡарамағында ағза-илдәрҙең сауҙа сәйәсәте буйынса махсус комиссияһы бар; был комиссия ҡатнашыусы илдәр тарафынан БДСО сиктәрендә үҙ йөкләмәләрен үтәүҙе күҙәтә. Дөйөм башҡарма функцияһынан тыш, Генераль совет шулай уҡ БДСО килешеүҙәренә нигеҙләнеп төҙөлгән бер нисә комиссияны етәкләй. Уларҙың иң мөһиме булып Тауар менән сауҙа итеү советы (Совет-ГАТТ), хеҙмәт күрһәтеү менән сауҙа итеү мәсьәләләре буйынса совет һәм интеллектуаль милек менән сауҙа итеүҙең хоҡуҡи аспекттары мәсьәләләре буйынса совет. Бынан тыш, Генераль Советҡа башҡа күп комитеттар һәм эш төркөмдәре буйһонған, улар БДСО-ның юғары органдарын үҫешеүсе илдәр, бюджет сәйәсәте, финанс-бюджет мәсьәләләре тураһындағы мәғлүмәттәр менән тәьмин итә.

Бәхәстәрҙе сисеүсе органдар

үҙгәртергә

БДСО-ға ингән ағза-илдәр араһында килеп сыҡҡан бәхәстәрҙе «Бәхәстәрҙе сисеүҙе көйләү ҡағиҙәләре һәм процедуралары тураһында декларация» нигеҙендә көйләү менән Бәхәстәрҙе сисеү органы (ОРС) шөғөлләнә. Был квазисуд илдәр араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡты, ҡаршылыҡтарҙы тәҫьирләнмәйенсә һөҙөмтәле сисеү өсөн булдырылған. Де-факто уның функцияһын БДСО (Вто)-ның генераль советы үтәй, ул третей төркөмө докладтары нигеҙендә теге йәки был бәхәс тураһында ҡарар ҡабул итеү менән шөғөлләнә. Был совет БДСО барлыҡҡа килгәндән алып күп осраҡта сәйәси хәлдәр арҡаһында килеп сыҡҡан ҡатмарлы сауҙа мәсьәләләрен сисергә мәжбүр була. ОРС тарафынан ҡабул ителгән күп кенә ҡарарҙарға төрлөсә ҡараш тыуған.

Айырым ҡарарҙар

үҙгәртергә

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының Бәхәстәрҙе көйләү комиссияһының ҙур ижтимағи резонанс тыуҙырған ҡайһы бер ҡарарҙары:

  • 1992 йылда ГАТТ сиктәрендә АҠШ-тың тунец импортын көйләү законына ҡарата ҡарар. Американың Диңгеҙ балығын һаҡлау тураһындағы законында диңгеҙ һөтимәрҙәрен һаҡлау маҡсатында уларҙы импортлау тыйылған, сөнки уларҙы аулаған саҡта дельфиндар һәләк була икән. Американың был законы үҙ илдәренең сауҙагәрҙәренә ҡарата ла, шуай уҡ сит илдәрҙең тунецты импортлау менән шөғөлләнгән һатыусыларына ҡарата ла ҡулланыла. Тунец балығын ау менән тотоусы Мексика был законға ялыу биргән, ул быны ирекле һатыу тураһындағы килешеүҙәрҙе боҙоу тип һанай. Элекке комиссия был законды тейешһеҙ закон, ул ирекле һатыу итеүҙең тәғәйенләнгән нормаларына ысынлап та тура килмәй, тип таба. Комиссия, Америка хөкүмәте дельфиндарҙы легитим хөкүмәт яҡлау маҡсатында тунец һатыусыларҙы эҙәрлекләһә лә, был маҡсатҡа, башҡа илдәрҙең сауҙа хоҡуҡтарын сикләмәйенсә, ниндәйҙер башҡа юлдар менән ирешергә мөмкин булыр ине, ти. Tuna/I Dolphin Case (инг.)
  • АҠШ-та тағын да ошоға оҡшаш бәхәс диңгеҙ ташбаҡалары өсөн хәүефле булған креветкалар аулау ысулы арҡаһында килеп сыға. БДСО-ның Бәхәстәрҙе сисеү комиссияһы был мәсьәләне ҡарай. Креветкалар тотоуҙың был ысулын ҡулланыусы Азия илдәренең (Һиндостан, Пакистан, Таиланд һәм Малайзия) фекеренсә, АҠШ тарафынан креветкалар импортын сикләү бары тик үҫешеүсе илдәрҙән индерелгән арзан импортты сикләү юлы, ә «йәшел властарҙың» экологик нигеҙләүе бары тик һылтау ғына булып тора. Комиссия ҡарарында АҠШ-тың был сикләү законы БДСО нормаларына тап килмәй, тиелә, шунлыҡтан АҠШ-ҡа үҙенең был законын юҡҡа сығарырға, туҡтатырға тура килә. Shrimp/Turtle Case (инг.)
  • БДСО-лағы бәхәстәрҙең төп өлөшө Европа союзы һәм АҠШ араһындағы бәхәстәрҙән тора. Мәҫәлән, 2002 йылда Европа илдәренән ҡорос импортына АҠШ юғары пошлиналар индергәс, Европа берлеге был сикләүҙәрҙе дискриминация һәм ул БДСО тарафынан тыйылған тип баһалай һәм Бәхәстәрҙе сисеү комиссияһына ялыу менән мөрәжәғәт итә. Комиссия, Америка баҙарын яҡлау буйынса саралар БДСО ҡағиҙәләрен боҙған, тип таный. АҠШ дискриминация пошлиналарын ғәмәлдән сығарырға мәжбүр була.

БДСО-ға ағзалыҡҡа инеү һәм ағзалыҡ

үҙгәртергә

БДСО-ға ағза булып 164 ил ингән, шул иҫәптән: халыҡ-ара танылған 160 дәүләт (БМО ағзалары), өлөшләтә танылған Тайвань, 2 бойондороҡлы территория (Гонконг һәм Макао) һәм Европа союзы. БДСО-ға инеү өсөн дәүләт меморандум (ғариза) бирергә тейеш, ошо меморандум нигеҙендә БДСО дәүләттең БДСО-ға ҡағылышлы сауҙа һәм иҡтисади сәйәсәтен тикшерә[18][19].

БДСО һәм СССР тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән илдәр

үҙгәртергә

Шулай итеп, СССР тарҡалғандан һуң совет илдәре БДСО-ла:

  • Ҡырғыҙстан, 1998 йылдың 20 декабренән алып (133-сө БДСО ағзаһы).
  • Латвия, 1999 йылдың 10 февраленән алып (134-се БДСО ағзаһы).
  • Эстония, 1999 йылдың 13 ноябренән (135-се БДСО ағзаһы).
  • Грузия, 2000 йылдың 14 июненән (137-се БДСО ағзаһы).
  • Литва, 2001 йылдың 31 майынан (141-сеБДСО ағзаһы).
  • Молдавия 2001 йылдың 26 июленән (142-се БДСО ағзаһы).
  • Әрмәнстан, 2003 йылдың 5 февраленән (145-се БДСО ағзаһы).
  • Украина 2008 йылдың 16 майынан (152-се БДСО ағзаһы)[20].
  • Рәсәй, 2012 йылдың 22 авгусынан (156-сы БДСО ағзаһы)
  • Тажикстан, 2013 йылдың 2 мартынан (159-сы БДСО ағзаһы).
  • Ҡаҙағстан, 2015 йылдың 30 ноябренән алып (162-се вто ағзаһы йыры).

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң дүрт ил: Әзербайжан, Белоруссия, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан БДСО-ға инмәй ҡалған. 2013 йылда Төркмәнстан БДСО-ға инеү тураһындағы инициативаһы менән сығыш яһай[21][22]. 2020 йылдың майында ул БДСО-ға күҙәтеүсе статусын алыуға заявкалар биреү тураһында Секретариатына мөрәжәғәт итә. 2020 йылдың 22 июлендә ойошма Төркмәнстанға күҙәтеүсе статусын киләһе биш йыл эсендә БДСО-ға инеү процесын инициировать итеү шарты менән бирә.[23] 2016 йыл башында Белоруссия БДСО-ға инеү буйынса әүҙем һөйләшеүҙәр башлай. 2020 йылдың июлендә БДСО Эш төркөмөнөң дүртенсе ултырышы үтә, унда Үзбәкстандың БДСО-ға инеүе мәсьәләһе ҡарала.[24] Рәсәй Федерацияһы был ойошмаға ағзалыҡҡа әле 2007 йылда уҡ ғариза биргән була.

Рәсәйҙең БДСО-ға ҡушылыуы тураһында һөйләшеүҙәр

үҙгәртергә

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе тураһында һөйләшеүҙәр 1993—2011 йылдарҙа 18 йыл дауамында алып барыла.

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса доклад әҙерләнә[25] Рәсәй федерацияһының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылыу буйынса эш төркөмө 2011 йылдың 16 ноябрендәге № WT/ACC/ RUS/70, WT/MIN(11)/2 доклады.

Рәсәйҙең БДСО-ға ҡушылыуы тураһындағы акт

үҙгәртергә

2011 йылдың 16 декабрендә Женевала «1994 йылдың 15 апрелендә Марракештағы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһын булдырыу тураһындағы килешеүгә Рәсәй Федерацияһын ҡушыу тураһында» протоколына ҡул ҡуйыла[26]

2012 йылдың 7 июле — РФ Дәүләт думаһы «1994 йылдың 15 апрелендә Марракештағы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһын булдырыу тураһындағы килешеүгә Рәсәй Федерацияһын ҡушыу тураһындағы протоколын ратификациялау»ҙың № 89689-6 закон проектын теркәй[27]

2012 йылдың 10 июлендә — дәүләт думаһы закон проектын ҡабул итә.

2012 йылдың 18 июлендә — закон проекты Федерация Советы тарафынан хуплана.

21 июль 2012 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президенты законға ҡул ҡуя.

2012 йылдың 23 июлендә — 2012 йылдың 21 июленән федераль законға, № 126-ФЗ «Рәсәй Федерацияһының1994 йылдың 15 апрелендә Марракештағы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы булдырыу тураһындағы килешеүгә Рәсәй Федерацияһының ҡушылыуы тураһындағы протоколды ратификациялау» тигән 2012 йылдың 21 июленән федераль закон № 126-ФЗ[28] "Российская газета"ның 166-сы һанындағы "Интернет порталда рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт"тә (www.pravo.gov.ru), Рәсәй Федерацияһы 30-сы һанлы Ҡануниәт йыйылмаһының 4177 статьяһында баҫылып сыға.

2012 йылдың 3 авгусында — 2012 йылдың 21 июленән федераль законға, № 126-ФЗ «Рәсәй Федерацияһының1994 йылдың 15 апрелендә Марракештағы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы булдырыу тураһындағы килешеүгә Рәсәй Федерацияһының ҡушылыуы тураһындағы протоколды ратификациялау» тураһындағы закон үҙ көсөнә инә (уны рәсми баҫып сығарғандан һуң 10 көн кисектермәй).

2012 йылдың 22 авгусында — Паскаль Лами (БДСО-ның Генераль директоры) хәбәренә ярашлы[19] — 156-cы тәртип һаны аҫтында БДСО илдәренең рәсми исемлегенә индерелә.

Рәсәйҙең БДСО-ға ҡушылыуы һөҙөмтәләре тураһында рәсми отчеттар

үҙгәртергә

РФ Иҫәп палатаһының «Дәүләт властары органдарының Рәсәй Федерацияһының БДСО-ға ҡушылыуы менән бәйле уның хоҡуҡтарын һәм йөкләмәләрен ғәмәлгә ашырыу буйынса ҡабул иткән сараларын анализлау, БДСО нормалары һәм ҡағиҙәләренең бюджет системаһына һәм иҡтисад тармаҡтарына йоғонтоһон баһалау һөҙөмтәләренең эксперт-анализ саралары» тигән отчеты[29] (Тикшерелеү осоро: 2012 йыл. Тикшереүҙәрҙе үткәреү ваҡыты: 2012 йылдың 22 майынан алып 2013 йылдың 29 мартына тиклем).

Рәсәйҙең БДСО-ға инеү маҡсаты

үҙгәртергә

Рәсәйҙең БДСО-ға инеүенең төп маҡсаттары:

  • ватан тауарҙарына сит ил баҙарҙарына инеүгә яҡшы шарттар булдырыу;
  • сауҙа бәхәстәрен халыҡ-ара механизмдар ярҙамында сисеү мөмкинлеге;
  • ситтән инвестициялар йәлеп итеү, һөҙөмтәлә БДСО закондары нормаларына ярашлы улар өсөн уңайлы климат булдырыу;
  • халыҡ-ара аренаға ватан инвесторҙары инеү мөмкинлеген, атап әйткәндә, банк өлкәһендә, арттырыу;
  • импортты үҫтереү һөҙөмтәһендә рәсәй тауарҙарының һәм хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын күтәреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу;
  • милли мәнфәғәтте иҫәпкә алып, халыҡ-ара сауҙа ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашыу;
  • халыҡ-ара тауар әйләнешенең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы сифатында илдең имиджын яҡшыртыу[30].

БДСО-нан сығыу

үҙгәртергә

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы уствының XV статьяһы:

Теләһә ниндәй ағза был Килешеүҙән сыға ала. Бындай ситләтеү ошо Килешеүгә лә, күп яҡлы сауҙа килешеүҙәренә лә ҡағыла һәм DNJ Генераль директоры тарафынан Ситләтеү тураһында яҙма белдереү ҡағыҙы алынған көндән һуң ярты йыл үткәс көсөнә инергә тейеш.

— Устав ВТО

Шул уҡ ваҡытта БДСО-нан сығыу процедураһы яҙылмаған һәм шуға ярашлы рәүештә, Устав ҡағиҙәләрен иҫәпкә алмағанда, сыҡҡанда БДСО яғынан санкциялар алырға мөмкин. АҠШ Аҡ йортоноң 2020 йылдың февралендә БДСО-ың байтаҡ килешеүҙәренән сығыу ихтималлығы тураһында белдереүенә ҡарамаҫтан,[31], 2020 йылға ҡарата БДСО ағзаларының береһе лә был ойошманан сығыу ниәтен әйтмәй.

БДСО-ның белдереүенсә, уның маҡсаты — ирекле сауҙа принциптары һәм идеяларын һәм таратыу һәм иҡтисади үҫеште ҡуҙғытыу. Тәнҡитселәр, ирекле сауҙа итеү күпселек илдәрҙең тормошон сәскә аттырмай, ә бай илдәрҙе (шәхестәрҙе) артабан байытыуға ғына килтерәсәк, тип һанайҙар. Шулай уҡ БДСО-ны трансмилли корпорацияларға һәм бай илдәргә өлөшләтә өҫтөнлөк биреүҙә ғәҙелһеҙ ғәйепләйҙәр[32].

Шулай уҡ тәнҡитселәр фекеренсә, үҫешеүсе илдәргә ярҙам күрһәтеү ойошманың төп маҡсаты булып торһа ла,БДСО-ға бәләкәй илдәрҙең йоғонтоһо бик бәләкәй — ул үҫешкән илдәргә һәм коммерция мәнфәғәттәренә үҙенең йылы ҡарашын йүнәлткән. Шулай уҡ, уларҙың фекере буйынса, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен, тирә-яҡ мөхиттең именлеген һаҡлауҙы, бизнес файҙаһынан сығып, БДСО үҙ иғтибарында даими рәүештә тотмай, был БДСО Уставына һәм уның маҡсаттарына туранан-тура ҡаршы килә. [көнө лә 2663]

Атап әйткәндә, БДСО-ның эшмәкәрлеге антиглобалистар тарафынан ныҡ тәнҡиткә дусар ителә.

Ойошманың тәғәйенләнгән маҡсаттары белдерелеүенә ҡарамаҫтан,БДСО-лағы ағзалыҡ илдәрҙе сәйәси бер яҡлы иҡтисади санкциялар һалыуҙан һаҡламай: АҠШ-тың Кубаға ҡаршы санкциялары, мәҫәлән.

Генераль директорҙары

үҙгәртергә

БДСО-ның башлыҡтары:

  • Питер Сазерленд, 1995
  • Ренато Руджеро, 1995—1999
  • Майк Мур, 1999—2002
  • Супачаи Панитчпакди, 2002—2005
  • Паскаль Лами, 2005—2013
  • Роберт Азевед, 2013—2020[33]
  • Нгози Оконджо-Ивеала, 2021—н в.[34]

2020 йылдың авгусында Азевед Роберттың Генераль директор вазифаһын биләүҙән ваҡытынан алда отставкаға киткәненән һуң, бер нисә кандидаттар араһынан Генераль директор һайлау процесы бара[9]. Иң күп тауышты Нигерия финанс министры Нгози Оконджо-Ивеала йыя. Әммә Дональд Трамп хакимиәте башҡа кандидатты — Корея вәкиле Ю Мунг Хи кандидатураһын яҡлап сыға. Трамп АҠШ Президенты вазифаһынан киткәндән һуң, Ю Мунг Хи үҙенең кандидатураһын төшөрә. Байден хакимиәте Нгози Оконджо-Ивеала кандидатураһын хуплай . У,л вазифаһында раҫланғандан һуң, БДСО тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ һәм бер үк ваҡытта БДСО-ла беренсе Африка вәкиле була[35].

БДСО барлыҡҡа килгәнгә тиклем ГАТТ-тың башлыҡтары:

  • Эрик Уиндхем Уайт, 1948—1968
  • Оливер Лонг, 1968—1980
  • Артур Данкел, 1980—1993
  • Питер Сазерленд, 1993—1995
  1. Ngozi Okonjo-Iweala Becomes First Woman, African To Lead World Trade OrganizationForbes, 2021.
  2. WTO | Members and Observers
  3. https://www.icao.int/about-icao/Pages/Invited-Organizations.aspx
  4. https://www.wto.org/english/thewto_e/whatis_e/what_stand_for_e.htm
  5. https://www.wipo.int/members/en/organizations.jsp?type=IGO_W
  6. Интерфейс программирования приложения YouTube
  7. The Doha agenda (инг.)
  8. http://www.wto.org/english/tratop_e/dda_e/negotiating_groups_e.pdf
  9. 9,0 9,1 WTO Director-General (ингл.). ВТО. Дата обращения: ноябрь 2020.
  10. Understanding the WTO: What We Stand For
  11. 11,0 11,1 11,2 Справочник ВТО(недоступная ссылка)
  12. Россия стала 156-м полноправным членом ВТО
  13. 13,0 13,1 B. Hoekman, The WTO: Functions and Basic Principles, 42
  14. 14,0 14,1 whatis_e/tif_e/fact2_e.htm # seebox принципы торговой системы, ВТО официальный сайт
  15. 15,0 15,1 B. Hoekman, The WTO: Functions and Basic Principles, 43
  16. 16,0 16,1 B. Hoekman, The WTO: Functions and Basic Principles, 44
  17. 17,0 17,1 what_stand_for_e.htm Понимание ВТО: То, что мы стоим за
  18. ВТО. Члены и наблюдатели ВТО. Дата обращения: 16 сентябрь 2009. Архивировано 4 февраль 2012 года.(недоступная ссылка)
  19. 19,0 19,1 WTO: 2012 PRESS RELEASES PRESS/668 23 July 2012 PRESS RELEASE: Lamy hails Russia’s WTO accession ratification
  20. Україна стала 152-им членом СОТ — Офіцiйне представництво Президента України 2013 йыл 17 март архивланған.
  21. Туркменистан намерен вступить в ВТО
  22. Заседание Кабинета Министров Туркменистана
  23. Members endorse Turkmenistan’s WTO observer status (ингл.).
  24. Uzbekistan resumes WTO membership negotiations (ингл.).
  25. Доклад Рабочей группы по присоединению Российской Федерации к Всемирной торговой организации от 16 ноября 2011 года № WT/ACC/ RUS/70, WT/MIN(11)/2. 2018 йыл 7 май архивланған.
  26. Женева, Протокол от 16 декабря 2011 года «О присоединении Российской Федерации к Марракешскому соглашению об учреждении Всемирной торговой организации от 15 апреля 1994 г.» 2014 йыл 2 август архивланған.
  27. Карточка Законопроекта № 89689-6 «О ратификации Протокола о присоединении Российской Федерации к Марракешскому соглашению об учреждении Всемирной торговой организации от 15 апреля 1994 г.» 2015 йыл 27 апрель архивланған.
  28. Федеральный закон Российской Федерации от 21 июля 2012 г. N 126-ФЗ «О ратификации Протокола о присоединении Российской Федерации к Марракешскому соглашению об учреждении Всемирной торговой организации от 15 апреля 1994 г.»
  29. Отчет Счетной Палаты РФ
  30. Гуляев Г. Ю. Расширение конкуренции в условиях ВТО // Теоретическая экономика. — 2014. — № 6. — С. 60-72. 2015 йыл 13 июнь архивланған.
  31. Bloomberg узнал о планах США покинуть одно из соглашений ВТО (рус.)
  32. Ждановская А. Что такое ВТО? В чьих интересах в ВТО принимаются решения? Чем опасна ВТО? «Левая политика», 2009, № 9, С. 38-55.
  33. Mr Roberto Azevêdo was Director-General of the WTO from 1 September 2013 to 31 August 2020. (ингл.). ВТО. Дата обращения: ноябрь 2020. Архивировано ноябрь 2020 года.
  34. ВТО возглавит Нгози Оконджо-Ивеала - первая женщина-африканка на этом посту. Против ее назначения выступал Трамп (15 февраль 2021). Дата обращения: 15 февраль 2021.
  35. Ngozi Okonjo-Iweala set to make history at WTO, BBC, 6.02.2021

Һылтанмалар

үҙгәртергә