Лех Валенса

(Lech Wałęsa битенән йүнәлтелде)

Лех Валенса (пол. Lech Wałęsa, [ˈlɛx vaˈwɛ̃sa]; 1943 йылдың 27 сентябрендә/һарысайында Польшаның Тлухово гминаһы Попово ҡасабаһында тыуған) — поляк дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы активист, «Теләктәшлек» (пол. Solidarność) профсоюз ойошмаһы етәксеһе, 1990—1995 йылдарҙа Польша Президенты, 1983 йылғы Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы Лауреаты, һөнәре буйынса электрик.

Лех Валенса
пол. Lech Wałęsa
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Польша[3]
Тыуған көнө 29 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4][5][6][…] (81 йәш)
Тыуған урыны Попово[d], Өсөнсө рейх[4]
Хәләл ефете Данута Валенса[d]
Балалары Ярослав Валенса[d]
Туған тел поляк теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, электромонтёр, профсоюз эшмәкәре, диссидент, политический активист, активист, антикоммунист
Биләгән вазифаһы Президент Республики Польша[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Избирательная Акция Солидарность[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Польше[d]
Ойошма ағзаһы Солидарность[d] һәм Q11756664?
Сәйәси идеология Демократия һәм антикоммунизм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобель тыныслыҡ премияһы кавалер Большого креста ордена Почётного легиона рыцарь Большого Креста ордена Бани орден Белого орла Большой крест ордена Белого льва Президентская медаль Свободы орден Франсиско Миранды

медаль Эрнста Рейтера[d] (9 июнь 2009)

Fritt Ord[d] (1982)

премия ПАСЕ «Права человека»[d]

Филадельфийская медаль Свободы

премия Свободы[d] (1989)

премия «Монисмания»[d] (1981)

премия «Pacem in Terris»[d] (2001)

премия «Целостность»[d] (1986)

премия свободы имени Яна Карского[d] (2007)

премия Кисела[d] (2005)

медаль «За службу демократии»[d] (апрель 1999)

премия свободы имени Рональда Рейгана Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» кавалер Большого креста ордена Возрождения Польши кавалер Большого креста ордена Заслуг перед Республикой Польша орден Креста земли Марии 1-го класса Большой крест ордена Витаутаса Великого Большой крест ордена Заслуг Венгрии

золотая пластина Академии достижений[d]

орден Пия IX кавалер ордена Слона

Будапешттың почётлы гражданы[d] (2011)

Большой крест особой степени ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» Большая цепь ордена Свободы медаль Восточной Республики Уругвай

премия «Пойнт-Альфа»[d] (2013)

орден князя Ярослава Мудрого II степени

Осгар[d] (2004)

почётный доктор Гданьского университета[d] (20 март 1990)

Человек года (Financial Times)[d] (1980)

почётный гражданин Гданьска[d]

Большой крест ордена Белой розы Финляндии с цепью

почётный доктор Университета Нанси II[d] (16 июль 1991)

почётный доктор Университета Париж VIII[d] (1 октябрь 1983, 1983)

орден Слона орден Серафимов орден Турецкой Республики орден «Мугунхва»
Йөҙ ҡылдары моржовые усы[d]
 Лех Валенса Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1943 йылдың 29 сентябрендә Попово ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә, нацис Германияһы тарафынан аннексияланған Помор воеводаһы территорияһында тыуа. Атаһы Болеслав Валенса немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан тотоп алына һәм Лех тыуғансы уҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла. Һуғыш бөтөүгә бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас (1945 йылдың апрель башында), Болеслав ҡаты сирле килеш йортона ҡайта һәм 1945 йылдың 16 июнендә вафат була.

Белем алыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1961 йылда профессиональ училищены тамамлай. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем автомеханик булып эшләй, 1967 йылдың июленән Гданьск судоверфендә электрик булып эшләй. 1980 йылда Көнсығыш Европала беренсе булып ирекле, дәүләт контролендә булмаған — Теләктәшлек профсоюзын ойоштора.

«Теләктәшлек»

үҙгәртергә
 
Забастовка комитеты рәйесе Лех Валенса 1980 йылдың авгусында Гданьск судоверфендә.

Әүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Валенсаны эштән сығарыу менән рәттән 1980 һәм 1981 йылдарҙа аҙыҡ-түлектең етешмәүе һәм хаҡтарҙың арта барыуы забастовкаларға килтерә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында «Теләктәшлек» киң хуплау таба һәм хөкүмәттең бер нисә ташлама яһауына, шул иҫәптән эшселәргә профсоюздарҙы ирекле рәүештә ойоштороу хоҡуғын биреүгә килтерә. Августа Валенса Завод-ара забастовка комитетына етәкселек итә һәм вице-премьер Ягельский менән Гданьск килешеүенә ҡул ҡуя.

1981 йылдың 13 декабренә ҡарай төндә Польша Халыҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе, Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, генерал Войцех Ярузельский хәрби хәл индерә һәм «Теләктәшлекте» закондар тыш тип иғлан итә. Хәрби хәл индерелеүҙең тәүге көндәрендә үк Валенса менән бергә 3 меңдән ашыу активисты тотоп ябалар һәм сит илгә сығарыу үҙәктәренә ебәрәләр. 1982 йылдың 14 ноябрендә Валенса тотолған активистарҙың күбеһе менән бергә иреккә сығарыла.

1983 йылда Нобель Тыныслыҡ премияһын, миҙал ала, миҙалын Ченстоховтағы Ясна Гура монастыренә тапшыра[7]

1986 йылдың 30 сентябрендә Валенса рәйеслегендә «Теләктәшлектең» Ваҡытлы советы булдырыла. Төбәк профсоюз үҙәктәрен ҡайтанан тергеҙеү башлана. Властар формаль рәүештә «Теләктәшлекте» легелләштереүгә рөхсәт бирмәй, ләкин дөйөм алғанда ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙырмай. 1987 йылдың 25 октябрендә активистар төркөмө «Теләктәшлектең» Милли башҡарма комитетын ойоштора. Уға Валенса етәкселек итә. Был структура оппозицияның властар менән һөйләшеүҙәр алып барыуға әҙер булған өлөшөн бергә туплай. Ул ваҡытта күп кенә активистар «Көрәшеүсе Теләктәшлек» яҡлы була һәм режим менән бер ниндәй компромиссһыҙ көрәшеү өсөн сығыш яһай.

1988 йылдың яҙы-йәйендәге күләмле забастовка хәрәкәте һөҙөмтәһендә Польша етәкселеге «Теләктәшлек» менән килешеүҙәргә табан курс алырға мәжбүр була. 1988 йылдың 25 авгусында эске эштәр министры Чеслав Кищак Польша епископаты вәкиле аббат Алоизий Оршулик алдында Валенса менән осраша. 1988 (Магдаленкала әңгәмәләр) һәм 1989 (Түңәрәк өҫтәл) йылдарҙа хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә Валенса төп ролде уйнай. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе — «Теләктәшлекте» легалләштереү һәм 1989 йылдың июнендә ярымирекле парламент һайлауҙарын үткәреү, уларҙа «Теләктәшлек» Сенаттағы 100 урындың 99-ын яулай.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса коммунистар власты тулыһынса юғалтмаһа ла (президент булып Ярузельский ҡала, көс министрлыҡтары Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы ҡулында ҡала), уларға оппозицияға властың байтаҡ өлөшөн бирергә тура килә, йәмғиәт һайлауҙарҙы режимдың еңелеүе тип ҡабул итә. 1989 йылдың 7 авгусында Валенса «Теләктәшлектең» хөкүмәткә етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға әҙер булыуы тураһында белдерә. Валенсаның Берләшкән крәҫтиән һәм Демократик партияларҙың (күп йылдар буйы коммунистик режим яҡлылар) етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыуы килеп тыуған хәлдә уларҙың «Теләктәшлекте» хупларға мәжбүр булыуына килтерә. 7 сентябрҙә Польшала беренсе тапҡыр власҡа «Теләктәшлек» вәкиле Валенсаның кәңәшсеһе Тадеуш Мазовецкий етәкселекгендәге коммунистик булмаған хөкүмәт килә.

Президентлыҡ

үҙгәртергә

1990 йылдың президент һайлауҙарында Валенса ышаныслы еңеү яулай, икенсе турҙа Польша президенты итеп һайлана (74,25 % тауыш менән). Уның алдына сәйәси тотороҡһоҙлоҡтоң һәм Польшаның ирекле баҙар иҡтисадына күсеүенең ғәйәт ауыр проблемалары килеп баҫа.

1995 йылда Валенса һайлауҙарҙа Александр Квасьневскийҙан еңелә. Беренсе турҙа ул, 33,1 процент йыйып, икенсе урынға сыға, ә икенсе турҙа, 48,3 процент йыйып, еңелә.

Президентлыҡтан һуң

үҙгәртергә

2000 йылғы президент һайлауҙарында Валенса 1,4 % тауыш йыя.

2006 йылдың 29 сентябрендә Лех Валенса сәйәсәткә кире ҡайтырға һәм яңы партия ойошторорға йыйыныуы тураһында иғлан итә. Ул түбәндәгене белдерә: «Ҡасандыр Польшаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән кешеләр әлеге ваҡытта илдә барған хәл менән килешмәй. Беҙ Качиньский, Леппер йәки Гертых кеүектәр өсөн көрәшмәнек».

Ҡатыны Данута менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла[8].

Әйтелгән фекерҙәре

үҙгәртергә

Лех Валенсаның ҡайһы бер тапҡыр һүҙҙәре халыҡ араһында киң ҡулланыла, һәм улар йыйылма рәүештә «валенсизмдар» тип йөрөтөлә.

  • 2013 йылдың 1 мартында TVN 24 телеканалына биргән интервьюһында Лех Валенса, гомосексуалдар парламентта башҡа депутаттарҙан айырым, хатта стена артында ултырырға тейеш, тип белдерә. Был һүҙҙәре өсөн уны Сеймдың ҡайһы бер депутатттары тәнҡитләй[9][10].
  • 2014 йылдың 4 майында BBC-ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе әйтә:

Йәш сағымда, һин лидер булаһың һәм коммунизмды еңәһең, тип әйтһәләр, мин һис кенә лә ышанмаҫ инем. … Бына шуға күрә лә мин Галактикалағы иң бәхетле кеше.

«Lech Walesa:'My work here is done'»

Сәнғәттә

үҙгәртергә
 
Леха Валенсаның 2013 йылда президенттың юбилейына ҡарата эшләнгән скульптур портреты. Авторы — скульптор Геннадий Ершов

2013 йылда режиссёр Анджей Вайданың «Валенса. Өмөттән тыуған кеше» фильмы сыға, унда Лех Валенсаның сәйәси карьераһы һәм шәхси тормошо тураһында һөйләнелә. Валенсаның ролен Роберт Венцкевич башҡара.

Граждандар оборонаһы төркөмөнөң «Новая патриотическая» йырында ла уның исеме ьелгә алына.

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә

Польша наградалары

үҙгәртергә

Польша Президенты булараҡ түбәндәге наградалар кавалеры:

Сит дәүләттәр наградалары

үҙгәртергә

Исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә

2004 йылда Гданьск аэропортына Лех Валенса исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118628704 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2018.
  4. 4,0 4,1 http://www.nobelprize.org/nobel_prizes/peace/laureates/1983/walesa-facts.html
  5. Lech Wałęsa // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Lech Wałęsa // Discogs (ингл.) — 2000.
  7. Walesa Takes Nobel Medal To Polish Shrine — The New York Times
  8. Сын Леха Валенсы найден мертвым
  9. Вести. Ru: Экс-президент Польши Лех Валенса решил отгородиться от геев стеной
  10. Lenta.ru: Мир: Общество: Валенсу решили засудить за гомофобию
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Odznaczenia Lecha Wałęsy
  12. Cidadãos Estrangeiros Agraciados com Ordens Portuguesas. presidencia.pt. Дата обращения: 7 июнь 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. (порт.)
  13. Указ Президента України № 1218/2005 від 31 серпня 2005 року «Про нагородження Л. Валенси орденом князя Ярослава Мудрого» (укр.)
  14. Vabariigi President(недоступная ссылка)Ҡалып:Ref-ee
  15. Декрет Президента Литвы от 10 июня 2011 года № 1K-734 (Информация на официальном сайте Президента Литвы 2009 йыл 16 сентябрь архивланған.(лит.)
Алдан килеүсе:
Войцех Ярузельский
Польша Президенты
23 декабря 199023 декабря 1995
Һуңынан килеүсе:
Александр Квасьневский

Ҡалып:Польша Президенттары Ҡалып:Нобель тыныслыҡ ппремияһы 1976—2000 Ҡалып:Йыл кешеһе (Тайм журналы версияһы буйынса) 1976-2000 Ҡалып:Филадельфияның Азатлыҡ миҙалы менән бүләкләнгәндәр