Курд теле
Курд теле (زمانێ كوردی, Kurdî Zimanê, Кӧрди Зыман) — курд халҡының туған теле. Һинд-европа тел ғаиләһенә ҡараған Иран телдәре төркөмөнең төньяҡ-көнбайыш төркөмсәһенә ҡарай. Рәсми рәүештә танылыу алмаған, ни бары Курдистан тип атап йөрөтөлгән төбәктәрҙә генә таралыш тапҡан. Фонетикаһында һәм тамыр составы яғынан айырмалыҡтар әллә ни ҙур түгел, шулай ҙа морфологияла күҙгә күренерлек айырма бар, шуға күрә был тел төркөмөнә ҡарағандар араһында бер-береһен аңлау мөмкинлеге тулыһынса юғалған. Сөнки улар төрлө диалекттарҙа аралаша һәм һәр ҡайһыһының үҙ алфавиты бар. Был Урта быуаттарҙа иран телдәренең күпселеген үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар ителеүе менән бәйле. Әлеге көндә курд телендә 20 миллион кеше һөйләшә. Хәҙерге ваҡытта «курд телдәре» тигәндә, йышыраҡ дүрт телде күҙ уңында тоталар:
- курманджи йәки төньяҡ курд (Төркиә, Сүриә, Ираҡ, Иран, элекке СССР республикалары, АҠШ һәм Европа илдәре);
- сорани йәки үҙәк курд (Көнсығыш Ираҡ, Иран);
- көньяҡ курд теле;
- лаки
курд | |
Таксон |
подгруппа |
---|---|
Ареал |
Төркиә — 15 млн, Иран — 7,6 млн, Ираҡ — 6,3 млн, Сүриә — 1 млн һәм башҡалар[1][2][3][4] |
Телде белеүселәр һаны |
13—20 млн[5] |
Классификация | |
Категория | |
Һинд-Европа телдәре
| |
Состав | |
Курманджи, Сорани, Көньяҡ курд теле, Лаки | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Тарихы
үҙгәртергәКурд телдәре мид теленән барлыҡҡа килгән. Урта быуаттарҙа ғәрәп һәм фарсы телдәренең йоғонтоһона бирелгән була, шулай уҡ төрөк теленән үҙләштереү ҙә күҙәтелә. Курд теленең фарсы теле менән ҡәрҙәш булыуы, унан алынған күп һанлы калькаларҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәп булып тора (уларҙың яһалыу процесы әлеге көндә лә дауам итә).
Яҙыу
үҙгәртергәКурдтар элек-электән ғәрәп алфавиты[6] ҡулланылған. 1920—1930 йылдарҙа Төркиәлә һәм СССР-ҙа латинлаштырылған ҡурд алфавиты булдырыла. 1946 йылда совет курдтарының алфавиты кириллица нигеҙендәге алфавитҡа күсерелә. Ираҡта һәм Иранда йәшәүсе курдтар- ғәрәп яҙмаһын, ә Төркиәлә, Сүриәлә һәм Азербайжанда йәшәүсе ҡурдтар — латин яҙмаһын, Әрмәнстанда әрмән графикаһын (1946 йылға ҡәҙәр) һәм кирилицаны (1946 йылдан һуң) ҡуллана.
Хәҙерге Төркиәлә курд телдәрен ҡулланыу хупланмай, унда ҡурд латиницаһы бөтөнләй тыйылған, курдтарға хатта исем теркәгәндә лә латиница яҙмаһын ҡулланыу рөхсәт ителмәй.
Һуңғы йылдарҙа элекке совет курдтары тулыһынса тиерлек латин яҙыуына күсте. Хәҙерге ваҡытта ла латин алфавитына күсеү мәсьәләһе Ираҡ Курдистанында ла даими күтәрелеп тора, был мәсьәлә шулай уҡ хөкүмәт кимәлендә лә ҡарала; ләкин был йүнәлештә яһалған реаль эштәр бик яй бара. Быға ҡапма-ҡаршы, Сүриә ҡурдтары өсөн латин алфавитын ҡулланыуҙа сикләүҙәр юҡ.
Курд телдәренең таралышы
үҙгәртергәКурд телдәренең иң таралған урыны булып Төркиә, Иран, Ираҡ, Сүриә, Азербайжан, Иордания һәм Әрмәнстан кеүек илдәр иҫәпләнә. 60 % курдтар Төркиәлә, Төньяҡ- көнбайыш Иранда, Ираҡтың һәм Сүриәнең (Көнбайыш, Төньяҡ-көнбайыш, Көньяҡ-көнбайыш һәм Үҙәк Курдистан) төньяғында йәшәй. Улар куманджи диалектында аралаша. Курдтарҙың 30 % самаһы Көнбайыш һәм Көньяҡ-көнсығыш Иранда, Көнсығыш һәм Көньяҡ-көнсығыш Ираҡта йәшәй һәм сорани диалектында һөйләшә (Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Курдистан). Курдтарҙың ҡалған өлөшө зази (думили) һәм гурани (көньяҡ курд) диалектын ҡулланаӨҙөмтә хатаһы: <ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш.FB.ru: http://fb.ru/article/275086/kurdskie-yazyiki-alfavit-pismennost-territoriya-rasprostraneniya-i-uroki-dlya-nachinayuschihӨҙөмтә хатаһы: <ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш..
Фонетика һәм фонология
үҙгәртергәАлғы | Урта | Артҡы | |
---|---|---|---|
Өҫкө | /î/ /i/,
/u/ /y/ |
/i/ /ɨ/ | /û/ /u/ |
Урта | (/ê/ /e/) | /о/ /o/ | |
Түбәнге | /e/ /æ/ | /а/ /[ɑ]/ |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ethnologue. Kurdish, Central
- ↑ Ethnologue. Kurdish, Northern
- ↑ Ethnologue. Kurdish, Southern
- ↑ Ethnologue. Laki
- ↑ Kurdistan.no — Språk>
- ↑ Исаев М. И. Языковое строительство в СССР. — М.: Наука, 1979. — С. 154-156. — 352 с. — 2650 экз.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Канат Калашевич Курдоев. Грамматика курдского языка (корманджи). М.-Л., 1957.
- Канат Калашевич Курдоев, Юсупова З. А. Курдско-русский словарь (сорани). М., 1983.
- Бакаев Ч. Х. Курдско-русский словарь (корманджи). М., 1957.
- Иван Омарович Фаризов Русско-курдский словарь (корманджи). М., 1957.
- Петр Иванович Лерх. Исследования об иранских курдах и их предках северных халдеях. СПб. 1856.
- Август Дементьевич Жаба. Курдско-французский словарь. СПб., 1879.
- Руденко М. Б. Функция глагола («geîyan») в текстах средневековой курдской литературы на северном диалекте (курманджи) // Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока. VIII. М., 1972. С. 200—203.
- Руденко М. Б. О некоторых особенностях языка средневековой курдской литературы (по материалам поэмы Селима Слемана «Юсуф и Зелиха») // Иранская филология. Краткое изложение докладов научной конференции, посвященной 60-летию проф. А. Н. Болдырева. М., 1969. С. 104—107.
- Цукерман И. И. Хорасанский курманджи: Исследования и тексты / АН СССР. Институт востоковедения. М.: ГРВЛ, 1986. 271 с.
- Цукерман И. И. Очерки курдской грамматики: Глагольные формы курманджи / АН СССР. Институт народов Азии. М.: ИВЛ, 1962. 239 с.
- Цукерман И. И. Очерки курдской грамматики // Иранские языки. Вып. II. М.-Л., 1950. С. 78-144.
- Цукерман И. И. Склонение имен существительных в говоре курдов ССР Армении / Тезисы диссертации на степень кандидата филологических наук. Институт языка и мышления им. Н. Я. Марра. Л., 1939. 4 с.
- Руслан Лазаревич Цаболов Этимологический словарь курдского языка. Том 1: А—М. — М.: Восточная литература РАН, 2001. — 686 с.
- Цаболов Р. Л. Этимологический словарь курдского языка. Том 2: N—Z.: М.: Восточная литература 2010. 536 с. ISBN 978-5-02-018394-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Online русско-курдский и курдо-русский словарь 2014 йыл 17 май архивланған.
- Русско-курдский и русско-курдский словарь 2017 йыл 21 ноябрь архивланған.
- Грамматика курдского языка 2014 йыл 7 октябрь архивланған.
- История курдоведения в СПбФ ИВ РАН 2015 йыл 20 май архивланған.
- The Kurdish Institute of Paris — Language and Literature
- Kurdish Institute of Istanbul 2016 йыл 15 ғинуар архивланған.
- KAL: The Kurdish Academy of Language
- Kurdish Kurdish links and language information, dictionary etc.
- Open Directory Project: Kurdish Language 2017 йыл 8 март архивланған.
- Kurd_lal: Kurdish Language and Linguistics
- Academic research about Zazaki
- MIT OpenCourseWare online course in Zazaki 2011 йыл 9 июль архивланған.