Яфет

Нухтың оло улы
(Йәфәҫ битенән йүнәлтелде)

Яфет (йәһ. יֶפֶתYép̄eṯ, pausa теле יָפֶת‎ Yā́p̄eṯ; грек. Ἰάφεθ Iápheth; лат. Iafeth, Iapheth, Iaphethus, Iapetus) — Башланмыш китабында Нухтың өс улының береһе, унда ул Нухтың иҫерек булыуы һәм Хамдың ҡарғауы тураһындағы хикәйәлә роль уйнай, ә һуңынан Халыҡтар таблицаһында Эгей диңгеҙе, Анатолия һәм башҡа урындарҙағы халыҡтарҙың ата-бабаһы булып тора.[1] Урта быуат һәм иртә хәҙерге европа традицияларында ул европа халыҡтарының ата-бабаһы тип һаналған,[2][3][4] шул уҡ ваҡытта ислам традициялары уның вариҫтары иҫәбенә ҡытай халҡын да индерә[5].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Яфет (יפת‎ y-p-t) атамаһының мәғәнәһе бәхәсле. Атамаһының мәғәнәһенә ике мөмкин булған сығанаҡ бар::

- әрәмей теленән алынған тамыры פתה (p-т-һ), оҙонайтырға/киңәйтергә мәғәһендә

- йәһүди теленән алынған тамыры יפה (y-p-һ), матур мәғәнәлә, шулай исем "мутарлыҡ" аңлата алған.

Тоҡомдары

үҙгәртергә
 
Нух улдары өсөн географик идентификациялар (Флавий Иосиф, б. э. 100 й тирәһе); Яфеттың улдары ҡыҙыл төҫ менән күрһәтелгән

Яфеттың 7 балаһы булған: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас. Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат һәм Тоғарма. Явандың ул-нәҫелдәре: Элиша (Елиса), Таршиш, Киттим (Кипр утрауында йәшәүселәр) һәм Доданим (Родос утрауында йәшәүселәр).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Hunt, 1990
  2. Reynolds, Susan (October 1983). «Medieval Origines Gentium and the Community of the Realm». History (Wiley-Blackwell) 68 (224): 375–390. DOI:10.1111/j.1468-229X.1983.tb02193.x. ISSN Reynolds Susan Reynolds.
  3. shvili, Ivane (1950), Historical-Ethnological problems of Georgia, the Caucasus and the Near East. Tbilisi, pp. 130–135 (in Georgian).
  4. Kidd, 2004
  5. Leslie, Donald Daniel. «Japhet in China». Journal of the American Oriental Society 104: 403–09. DOI:10.2307/601652.