Славя́н телдәре — һинд-европа ғаиләһенә ҡараған туғандаш телдәр төркөмө. Үҙәк Европа һәм Көнсығыш Европа һәм Төньяҡ Азия илдәрендә таралған[3]. Славян телдәрендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 400 миллиондан ашыу кеше[4][5][6][7], башлыса славяндар. Һүҙ структураһында, грамматик категорияларҙы ҡулланыуҙа, һөйләм структураһында, семантикала, өндәрҙең даими тап килеү системаһында, морфонологик сиратлашыуҙарҙа бер-береһенә яҡынлыҡ дәрәжәһе ҙур. Был яҡынлыҡ славян телдәренең килеп сығышының берҙәмлеге һәм уларҙың әҙәби телдәр һәм диалекттар кимәлендә үҙ-ара оҙайлы һәм интенсив бәйләнеше менән аңлатыла.

Славян телдәре
Таксон

төркөм

Тарихи тыуған иле

Полесье

Ареал

Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, Себер, Урта Азия

Телде белеүселәр һаны

400—500 млн

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа ғаиләһе

Балт-славян тармағы
Состав

Көнсығыш славян телдәре, Көнбайыш славян телдәре, Көньяҡ славян телдәре төркөмсәләре

Бүленгән ваҡыты

б. э. I быуаты [1] (строгий подсчёт)
б. э. VI быуаты[2] (расширенный подсчёт)

Процент совпадений

83 %

Телдәрҙең кодтары
ГОСТ 7.75–97

сла 604

ISO 639-2

sla

ISO 639-5

sla

Славянские языки. Рәсәй Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтының «Языки мира» баҫмаһы буйынса, «Славянские языки» томы, М., 2005
Халыҡтың күпселеге славян телендә һөйләшкән илдәр

Төрлө этник, географик һәм тарихи-мәҙәни шарттарҙа славян халыҡтарының оҙайлы үҙаллы үҫеше, уларҙың төрлө этник төркөмдәр менән бәйләнеше матди, функциональ һәм типологик характерҙағы айырмаларға килтерә.

Классификацияһы

үҙгәртергә

Бер-береһенә яҡынлыҡ дәрәжәһе буйынса славян телдәрҙе 3: көнсығыш славян, көньяҡ славян һәм көнбайыш славян төркөмдәренә бүлеү ҡабул ителгән. Славян телдәренең һәр төркөм эсендә бүленеше үҙенсәлекле. Һәр славян теле үҙ составына әҙәби телде һәм уның бөтә эске төрҙәрен һәм үҙ территориаль диалекттарын индерә. Һәр славян теленең диалекттарға бүленеше һәм стилистик структураһы (телмәрҙең функциональ стилдәре) бер төрлө түгел.

Славян телдәренең тармаҡтары:

  • Көнбайыш славян телдәре
    • Лехит телдәре
      • Померан (помор) телдәре
        • Кашуб теле (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: csb)
          • Словин теле † (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: —)
      • Полаб теле † (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: pox)
      • Поляк теле (ISO 639-1: pl; ISO 639-3: pol)
        • Силез теле[8] (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: szl)
    • Лужиц теле
      • Үрге лужиц теле (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: hsb)
      • Түбәнге лужиц теле (ISO 639-1: — ; ISO 639-3: dsb)
    • Чех-словак телдәре

Долгопольский Арон Борисович көнбайыыш славян һәм көньяҡ славян тел төркөмсәләре, генетик берләшмә түгел, конвенциональ, йәғни пра көнбайыш славян һәм пра көньяҡ славян телдәре булмаған, ти[9].

Күп кенә тикшереүселәр, үрҙә әйтеп кителгән телдәрҙән башҡа, көньяҡ славян теле менән көнбайыш славян телдәренә ҡарата ике аралағы тел (паннон-славян теле) булып торған, шулай уҡ көньяҡ славян теле менән көнсығыш славян телдәренә ҡарата ике аралағы тел (дак-славян теле) булып торған — был телдәр үле тел һанала.

Тағы ла ике төркөмгә, төньяҡ славян теле һәм көньяҡ славян теленә, бүлеү бар[10].

Һинд-европа телдәр ғаиләһендә славян теле балтий телдәренә бигерәк яҡын. Ике төркөм араһындағы оҡшашлыҡ һинд-европа прателенән башта балт-славян прателе, һуңғараҡ ул прабалтий һәм праславян теленә бүленгән тигән раҫлауҙар «балт-славян прателе» теорияһына нигеҙ булып тора. Әммә ҡайһы бер ғалимдар уларҙың айырата оҡшашлығыын боронғо балттар менән славяндарҙың оҙайлы бәйләнештәре менән аңлата һәм дөйөм балт-славян теле булғанлығын кире ҡаға[11]. Славян телдәренең лексикаһы нигеҙҙә һинд-европа сығышлы; боронғо һинд-европа телдәрендә аныҡ тәңгәллеге булмаған күп кенә элементтарҙы шулай уҡ балт-славян уртаҡлығы менән бәйләйҙәр[12].

Славян тел континуумының һинд-европа/балт-славян берҙәмлегенән ҡайһы территорияла айырымланыуы билдәләнмәгән. Һинд-европа диалекттарының (протославян) береһенән бөтә хәҙерге славян телдәренә нигеҙ һалыусы праславян теле формалашҡан. Праславян теленең тарихы айырым славян телдәренең тарихынан күпкә дауамлы булған. Оҙайлы ваҡыт дауамында ул оҡшаш структуралы бер бөтөн диалект булып үҫешкән. Диалект варианттары һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.

Праславян теленең үҙ аллы телдәргә күсеүе б. э. I мең йыллығының 2-се яртыһында, Көньяҡ-көнсығыш Европа һәм Көнсығыш Европа территорияһында иртә славян дәүләттәре формалашҡан осорҙа, әүҙемләшкән. Был осорҙа славян ауылдары территориялары байтаҡҡа артҡан. Төрлө тәбиғәт һәм һауа торошо шарттарында урынлашҡан төрлө географик зона райондарын үҙләштереп, славяндар ошо территорияларҙа йәшәүсе төрлө мәҙәни үҫеш баҫҡысында торған халыҡ менән аралашҡан, үҙ-ара мөнәсәбәткә ингән. Һәм быларҙың бөтәһе лә славян телдәренең тарихында сағылыш тапҡан.

Бүленеш ваҡыты

үҙгәртергә
 
Грей һәм Аткинсон буйынса хәҙерге славян телдәренең генеалогик ағасы (2003)
 
Чанг, Кэткарт, Холл һәм Гарретт буйынса тере һәм үле славян телдәренең генеалогик ағасы (2015)

Грей һәм Аткинсон

үҙгәртергә

Аткинсон һәм Грей, лексика-статистик мәғлүмәт базаһын файҙаланып (Сводеш исемлегенә таянып уны Айсидор Дайен булдырған), һәм өҫтәмә мәғлүмәткә таянып, 103 тере һәм үле туғандаш һинд-европа телдәренең (яҡынса 150 билдәле тел араһынан) статистик анализын яһаған.

Монте-Карло методы менән, уларҙың тарихи һәм лигвистик дөрөҫкә оҡшағанлығын иҫәпкә алып тормайынса, миллионлаған осраҡлы «тел ағастары» генерирланған (быуынланған). Тел ағастары тармаҡтарында эволюция тиҙлеге айырымланһа һәм осраҡлы бүленһә лә, был тарҡалыш артыҡ ҙур булырға тейеш түгел тип фаразланған. Мәҫәлән, әгәр халыҡтар һәм телдәр тарихы буйынса бөтә билдәле мәғлүмәтте лә онотоп торғанда, әрмән теле һәм исланд телен алыҫлашмаған уртаҡ тәүтелгә йүнәлткәндә — тел ағасының башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда эволюция темпы артыҡ юғары булыуы бигерәк кеше ышанмаҫлыҡ булыр ине.

Грей һәм Аткинсондың методами Байес анализы ысулы менән алынған һәм 2012 йылда Science журналында баҫылған мәғлүмәттәре праһинд-европа теленең йәшен 8000-дән 9500-гә тиклемге интервалда күрһәтә һәм уның анатолий сығышлы булыуын ышаныслы раҫлай[13]. Тап шул осорҙа дөйөм олондан хеттарҙың ата-бабалары айырылған.

Славян тел берҙәмлеге, тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, 1300 йыл элек, йәғни б. э. яҡынса VIII быуатында, бүленгән. Балт-славян тел берҙәмлеге 3400 йыл элек, б. э. т. яҡынса XV быуатта, тарҡалған.

Грей һәм Аткинсон ысулы һәм һөҙөмтәһе төрлө аспекттарҙа ҡәтғи тәнҡитләнгән[14].

Чанг, Кэткарт, Холл һәм Гарретт

үҙгәртергә

2015 йылдың февралендә ғалимдар Уилл Чанг (Will Chang), Чундра Кэткарт (Chundra Cathcart), Дэвид Холл (David Hall) һәм Андрю Гарреттарҙың (Andrew Garrett) һинд-европа телдәре ғаиләһенең йәшен ҡурған гипотезаһына, 5500—6500 йыл элек йәғни б. э. т. 3500—4500 йылға тура килгәнен раҫлаусы «Ancestry-constrained phylogenetic analysis supports the Indo-European steppe hypothesis» тип аталған ғилми хеҙмәте донъя күрә. Был хеҙмәттә һинд-европа ғаиләһенә ҡараған тере һәм үле телдәрҙән 200 һүҙ ҡаралған, һәм статистик моделләштереү ярҙамында был тел ғаиләһенең үрҙә килтерелгән айырымланыу датаһы билдәләнгән. Славян телдәре, был тикшеренеү һөҙөмтәһендә, хәҙерге заманға тиклем 1240 йыл элек, йәғни б. э. 710 йылында айырыла башлаған.[15]

Касьян, Дыбо

үҙгәртергә
 
Касьян һәм Дыбо буйынса славян телдәренең ағасы һәм картаһы

2015 йылдың сентябрендә А. С. Касьян һәм Дыбо Анна Владимировна славян этногенезы буйынса дисциплинар-ара тикшеренеүҙәр сиктәрендә[16][17][18] «Глобальная лексикостатистическая база данных/Global Lexicostatistical Database» проекты стандарты буйынса йыйылған һәм заманса филогенетик алгоритмдар менән эшкәртелгән славян теленең Сводеш исемлегенә ингән иң сифатлы 110-һүҙҙәренә таянып төҙөлгән лексикостатистик классификацияһын яһаған[19] и обработанных современными

Датаһы билдәләнгән тел ағасы славян төркөмөнөң структураһына традицион славистик ҡараш менән ярашлы. Ағас праславян теленең өс: көнбайыш, көнсығыыш һәм көньяҡ тармаҡтарына бүленеүен фаразлай. Бүленеш б. э. яҡынса 100 йыл менән билдәләнә, был археологтар раҫлауҙарына ла тура килә: б. э. 1-се мең йыллығы башында славян популяцияһы шаҡтай киң территорияны биләгән[20] һәм етерлек бер бөтөндө тәшкил иткән[21]. Артабан, б. э. V—VI быуаттарында, өс славян тармаҡ бер үк ваҡытта тиерлек сағыштырмаса вағыраҡ таксондарға бүленгән, был б. э. 1-се мең йыллығының икенсе яртыһында Көнсығыш Европа һәм Балкан буйлап славяндарҙың тиҙ таралыуына (Европаның славянлашыуы) тап килә[22][23][24][25].

Анализға, люблян койнеһы һәм әҙәби словен теле көньяҡ славян һәм көнбайыш славян лексик һыҙаттарының ҡатнашыуын күрһәткән (был словен теле, күрше серб-хорват диалекттары йоғонтоһона дусар ителгәнлектән, сығанаҡ көнбайыш славян атрибуциялы булыуын күрһәтә, тип фаразлана) словен теле индерелмәгән, ә словен диалекттары буйынса сифатлы сводеш исемлеге ул мәлгә йыйылмаған була. Лексик мәғлүмәттең етешмәүе һәм ышанысһыҙлығы арҡаһында ғилми хеҙмәттә боронғо новгород диалекты, полаб теле һәм ҡайһы бер башҡа славян идиомалары индерелмәгән.

Үҫеш тарихы

үҙгәртергә
 
Зализняк Андрей Анатольевич буйынса славян телдәре диалекттары
 
Башчан плитаһы, XI быуат, Крк, Хорватия

Славян прателенең иртә үҫеше осоронда һуҙынҡы сонанттарҙың (рус телендә сонор тартынҡылар: [m], [n], [l], [r]; [j] өнө лә сонор — май [maj] һүҙендә) яңы системаһы барлыҡҡа килгән, консонантизм (бер нисә тартынҡының йәнәш килеүе) байтаҡ ябайлаштырыла, аблаутта (бер тамырлы һүҙҙәрҙәге эске флексия — собирать — соберу — сбор — соб-рать), редукция (һуҙынҡыларҙың баҫымһыҙ хәлдә көсһөҙләнеүе) баҫҡысы киң тарала, тамыр боронғо сикләүҙәргә буйһоноуҙан туҡтай. Праславян теле сатем төркөмөнә (праславян sьrdьce, pisati, prositi, сағыштыр: латин cor, — cordis, pictus, precor); (праславян zьrno, znati, zima, сағыштыр: латин granum, cognosco, hiems) инә. Әммә был һыҙат тулыһынса тормошҡа ашырылмай[26]: сағыштыр: праславян *kamy, *kosa, *gǫsь, *gordъ һ. б. Праславян морфологияһында һинд-европа тибынан күп кенә тайпылыштар бар. Был иң тәү сиратта ҡылымға, аҙ дәрәжәлә — исемгә ҡарай.

 
XIV быуат. Новгород туҙ грамотаһы

Суффикстарҙың күпселеге праславян нигеҙҙә формалаша. Үҙенең иртә үҫешендә праславян теле лексика өлкәһендә күп кенә әүерелеүҙәр кисергән. Башлыса иҫке һинд-европа лексикаһын һаҡлап ҡалып, бер үк ваҡытта ул ҡайһы бер лексемаларҙы (мәҫәлән, социаль мөнәсәбәттәр өлкәһендә ҡулланылған һәм тәбиғәткә ҡағылышлы һ. б. терминдар) юғалта. Төрлө тыйыуҙар (табу) арҡаһында ла күп кенә һүҙҙәр ҡулланыштан төшөп ҡалған. Мәҫәлән, имән атамаһы юғалаған — һинд-европаса perkuos, унан — латинса quercus. Славян телендә табу һүҙе (славян dǫbъ нығына; унан — «дуб», (пол. dąb, болг. дъб) һ. б. Медведь һүҙенең һинд-европа атамаһы юғала. Ул яңы ғилми «Арктика» (сағыштыр: грек ἄρκτος) терминында ғына һаҡланған. Праславян телендә һинд-европа һүҙе тыйылған һүҙҙәр бәйләнеше менән алмаштырылған: *medvědь («поедатель мёда», мёд һәм *ěd-)[27].

 
Зограф кодексы, XXI бб.

Праславян телендә балт-славян уртаҡлығы осоронда һуҙынҡылар (сонор тартынҡылар — сонанттар юғалған, улар урынына дифтонг бәйләнештәр: тартынҡылар алдында һәм «һуҙынҡы сонант һуҙынҡылар алдында» (sъmьrti, но umirati) эҙмә-эҙлеклегендә, (акут һәм циркумфлекс) интонациялары релевантлы билдәгә әйләнгән. Сонор тартынҡыларҙы (сонанты) ҡайһы бер фонетик күренештәрҙе тасуирлау өсөн ҡулланалар. Рус телендә – был [л], [л'], [р], [р'], [м], [м'], [н], [н'], [j], [и] өндәре (ҡалған тартынҡылар шаулы - шумные тип атала). Сонор тартынҡылар шаулы тартынҡыларҙан артикуляцион билдәләре менән генә түгел, акустик һәм фонологик билдәләре менән дә айырыла. Йот алдынан ябыҡ ижектәрҙең юҡҡа сығыуы һәм йот алдынан тартынҡыларҙың йомшарыуы — праславян осорҙоң мөһим процесы. Беренсе процесс менән бәйле бөтә боронғо дифтонг бәйләнештәре монофтонгтарға әүерелгән, талғын ижек тартынҡылары (р, л), танау һуҙынҡылары барлыҡҡа килгән, ижектәргә бүлеү күсерелеүенә килтергән, был, үҙ сиратында, тартынҡылар төркөмөнөң ябайлаштырылыуына, ижек-ара диссимиляция күренешенә килтергән. Был иң боронғо процестар йоғонтоһо бөтә хәҙерге славян телдәрендә күҙәтелгән күп төрлө сиратлашыуҙарҙа сағыла: сағыштыр: «жать — жну»; «взять — возьму», «имя — имена», (чех žít — žnu, vzít — vezmu; серб-хорват жети — жањем, узети — узмем, име — имена}}. Йот алдынан тартынҡыларҙың йомшарыуы түбәндәге сиратлашыуҙа сағыла: с/ш, з/ж һ. б. Бөтә был процестар грамматик ҡоролошҡа, флексиялар (ялғауҙар) системаһына ҙур йоғонто яһаған. Йот алдынан тартынҡыларҙың йомшарыуы арҡаһында артҡы аңҡау тартынҡылары палаталләшкән: к > ч, г > ж, х > ш. Шул нигеҙҙә сиратлашыуҙар праславян теле осоронда уҡ формалашҡан — к/ч, г/ж, х/ш, һәм был исем һәм ҡылым һүҙъяһалыштарына ҙур йоғонто яһаған.

Һуңғараҡ артҡы аңҡау тартынҡыларының икенсе һәм өсөнсө палаталләшеүе үҫешкән, шуның һөҙөмтәһендә түбәндәге сиратлашыуҙар барлыҡҡа килгән — к/ц, г/дз (з), х/с (х). Исем килеш һәм һан менән үҙгәргән. Берлек һәм күплек һандарҙан башҡа икелек һаны (двойственное число) булған, словен һәм лужиц телдәренән башҡа, барлыҡ тиерлек славян телдәрендә был күренеш юҡҡа сыҡҡан, шулай ҙа дуалис рудименттары бөтә славян телдәрендә тиерлек һаҡлана.

Исем нигеҙҙәре аныҡлаусы функцияһын үтәгән күренеш булған. Һуңғы праславян осоронда алмаш сифаттары (местоименные прилагательные) барлыҡҡа килгән. Ҡылымдың инфинитив нигеҙе һәм хәҙерге заманы булған. Беренселәренән инфинитив, супин, аорист, имперфект, сифат ҡылым (причастие на -л), үткән заман төп йүнәлеш сифат ҡылымдары (причастия действительного залога прошедшего времени на -въ) һәм төшөм йүнәлеш сифат ҡылым (причастия страдательного залога на -н) барлыҡҡа килгән. Хәҙерге заман нигеҙенән хәҙерге заман, бойороҡ һөйкәлеше, хәҙерге заман төп йүнәлеш сифат ҡылымы (причастие действительного залога настоящего времени) барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ ҡайһы бер славян телдәрендә был нигеҙҙән имперфект (үткән замандың несовершенный видына тап килә) барлыҡҡа килә башлаған.

Праславян телендә диалекттар формалаша башлаған. Диалекттарҙың өс: көнсығыш, көнбайыш һәм көньяҡ төркөмө булған. Уларҙан яйлап ярашһлы телдәр формалашҡан. Көнсығыш славян телдәре төркөмө иң йыйнағы булған. Көнбайыш славян төркөмөндә өс: лехит, серб-лужиц һәм чех-словак төркөмсәләре булған. Көньяҡ славян төркөмө диалектлыҡ яғынан иң сиктәре билдәләнгәне (дифференцированный) булған.

Праславян теле славяндарҙың дәүләткәсә тарихы, ҡәбилә-ырыу йәмғиәт ҡоролошо, осоронда ғәмәлдә булған. Иртә феодализм осоронда әһәмиәтле үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән. XII—XIII быуаттарҙа славян телдәренең артабанғы бүленеше дауам иткән, праславян теленә хас үтә ҡыҫҡа һуҙынҡы өндәр (редуцированные Ъ һәм Ь) юҡҡа сыҡҡан. Бер осраҡта улар юғалған, икенсе осраҡта тулы берәмек һуҙынҡыларына әүерелгән. Һөҙөмтәлә славян телдәренең фонетик һәм морфологик төҙөлөшөндә, уларҙың лексик составында етди үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән.

Фонетикаһы

үҙгәртергә

Фонетика өлкәһендә славян телдәре араһында ҡайһы бер мөһим айырмалар бар.

Славян телдәренең күпселегендә һуҙынҡыларҙыү оҙонлоғо/ҡыҫҡалығы буйынса оппозиция юҡҡа сыҡҡан, шул уҡ ваҡытта чех һәм словак телдәрендә (төньяҡ морав һәм көнсығыш словак диалекттарын ҡвҫтырмағанда, штокав төркөмөнөң әҙәби нормаларында (серб, хорват, босний һәм черногор), шулай уҡ өлөшләтә словен телендә был айырмалар һаҡланған[28]. Поляк һәм кашуб, лехит телдәрендә, башҡа славян телдәрендә юғалған танау һуҙынҡылары (танау һуҙынҡылары шулай уҡ хәҙер үле полаб теле фонетик системаһына хас булған) һаҡланған. Танау һуҙынҡылары болгар-македон һәм словен тел ареалдарында (шул телдәргә ярашлы периферия һөйләштәрендә хәҙерге көндәрҙә лә ҡайһы бер һүҙҙәрҙә назализация реликттары сағылыш таба) оҙайлы ваҡыт һаҡланған[29].

Славян телдәренә тартынҡыларҙың палаталләшеүе — өндө әйткәндә телдең яҫы урта өлөшөнөң аңҡауға яҡынайыуы хас. Славян телдәренең бөтә тартынҡылары тиерлек ҡаты (палаталләшмәгән) йә йомшаҡ (палаталләшкән) була алған. Бер нисә депалаталләшеү процесы арҡаһында, чех-словак төркөмө телдәрендә тартынҡыларҙы ҡатылыҡ/йомшаҡлыҡ буйынса сағыштырыу байтаҡ сикләнгән (чех телендә t — t’, d — d’, n — n’ оппозицияһы, словак телендә — t — t’, d — d’, n — n’, l — l’ оппозиция һаҡланған, шуның менән бергә көнбайыш словак диалектында ассибиляция: t’, d’ һәм артабанғы ҡатыланыу, шулай уҡ l’ ҡатыланыуы эҙемтәһендә, ҡағиҙә булараҡ тик бер пар: n — n’ төшөнсәһе генә һаҡланған, ә ҡайһы бер көнбайыш словак һөйләштәрендә (поваж, трнав, загорский һөйләштәре) парлы йомшаҡ тартынҡылар бөтөнләй юҡ)[30]. Тартынҡыларҙың ҡатылыҡ/йомшаҡлыҡ буйынса оппозицияһы серб-хорват-словен һәм көнбайыш болгар-македон телдәре ареалдарында — иҫке парлы йомшаҡ тартынҡыларҙан тик n’ (< *nj), l’ (< *lj) ҡатыға әйләнмәгән (беренсе сиратта серб-хорват ареалында) формалашмаған[31].

Славян телдәрендә баҫым төрлөсә бойомға ашырыла. Күпселек славян телдәрендә (серб-хорват һәм словен телдәренән башҡа) политон праславян баҫымы динамик баҫымға алмашына. Праславян баҫымының ирекле, хәрәкәтсән характеры рус, украин, белорус һәм болгар телдәрендә, шулай уҡ кашуб теленең торлак һөйләшендә һәм төньяҡ кашуб диалектында (үле полаб телендә лә баҫым хәрәкәтсән булған) һаҡланған. Урта рус һөйләштәрендә (һәм, шуға ярашлы, рус әҙәби телендә), көньяҡ рус һөйләшендә (наречие), төньяҡ кашуб һөйләштәрендә, шулай уҡ белорус һәм болгар телдәрендә бындай типтағы баҫым баҫымһыҙ һуҙынҡыларҙың редукцияһын тыуҙырған. Ҡайһы бер телдәрҙә, тәү сиратта көнбайыш славяни телдәрендә, билдәле бер ижеккә йә тактлы төркөмгә генә төшә торған тәғәйенләнгән (фиксированный) баҫым формалашҡан. Поляк әҙәби телендә һәм поляк теленең күпселек диалекттарында, чех төньяҡ морав һәм көнсығыыш словак диалекттарында һәм кашуб теле көньяҡ кашуб диалектының көньяҡ-көнбайыш һөйләштәрендә, шулай уҡ лемков диалектында баҫым һуңғы ижектең алдындағыһына ҡуйыла. Чех һәм словак әҙәби телдәрендә һәм уларҙың күпселек а первый слог ударение диалекттарында, лужиц телдәрендә, көньяҡ кашуб диалектында, шулай уҡ кесе поляк диалектының гураль һөйләштәрендә баҫым беренсе ижеккә ҡуйыла. Македон телендә лә тәғәйенләнгән (фиксированный) баҫым — ул (акцент төркөмлө) һүҙ аҙағынан һанағанда өсөнсө ижектән дә арыраҡ ҡуйылмай. Словен һәм серб-хорват телдәрендә баҫым политонлы, төрлө урынлы йәки хәрәкәтсән, диалекттар буйынса һүҙ формаларында тоник характеристикалары һәм урынлашыуы төрлөсә. Үҙәк кашуб диалектында баҫым төрлө урынға ҡуйылыусан, әммә билдәле бер морфемаға нығытылған[32].

Йоғонтоһо

үҙгәртергә

Көньяҡ-Көнсығыш Европа телдәре

үҙгәртергә

Румын, албан һәм венгр телдәрендә ҡала тормошо, ауыл хужалығы, кәсептәр һәм сауҙа терминологияһында — оҙайлы дәүерҙәр дауамында сикләнгән мәҙәни контакттар ваҡытындағы төп мәҙәни яңылыҡтарҙа күрше славян телдәренең йоғонтоһо күренә. Был телдәрҙең һәр береһендә славян лексик үҙләштермәләре дөйөм һүҙлек запасының 15 %-н тәшкил итә. Шулай итеп, славян ҡәбиләләренең Балкан ярымутрауына күсенгән юлында боронғо иллирийҙар һәм валахтар йәшәгән территорияларҙан үткәне һәм улар менән аралашып йәшәгәнлеген фаразлана.

Герман телдәре

үҙгәртергә

Макс Фасмер, славян этимологияһы өлкәһендәге белгес, прагерман телендә славян үҙләштермәләре булмаған, тип раҫлаған. Әммә башҡа герман телдәрендә (бәлки, шулай уҡ иртә) айырым славян үҙләштермәләре бар: нем. Grenze, нидер. grens һүҙҙәре «граница» дөйөм славян һүҙенән. Көнсығыш Германияла һәм Австрияла славян сығышлы топонимдар йыш ҡына осрай: атап әйткәндә, Шверин, Росток, Любек, Берлин, Дрезден, тарихи өлкә атамаһы (Померания). Инглиз һүҙе quark (сыр төрө һәм субатом өлөшсәһе) немец һүҙе Quark менән бәйле, был үҙ сиратында тварогъ тигән праславян һүҙенән [33]. Герман топонимдарындағы -ау (-au) ялғауҙары славян сығышлы, һәм немец фамилиялары ла күпселек осраҡта германлаштырылған -ов (-ow) ялғаулы[34].

Скандинав телдәрендә лә (моғайын, скандинав-славян бәйләнештәренән килгән мираҫтыр), диңгеҙселек һәм сауҙа менән бәйле байтаҡ үҙләштермәләр бар, мәҫәлән: lodhia (ладья (судно), йөк судноһы), pråm (баржа, көнсығыш славян һүҙенән — pramŭ)[35], torg (базар-баҙар, сауҙа майҙаны)[36], besman/bisman (безмен-бизмән), pitschaft (печать-мисәт), tolk (переводчик-тәржемәсе, боронғо славян һүҙе — tlŭkŭ[37]; һуңғыһы шулай уҡ урта түбәнге немец телендә таралған һ. б.

Фин-уғыр телдәре

үҙгәртергә

Фин-уғыр телдәрендә, фин лингвист-этимологы Петри Каллио әйтеүенсә, протофин осоронан уҡ славян телдәренән алынған үҙләштермәләр бар[38]. Мәҫәлән, lusikka (ложка-ҡалаҡ), sini (синий-күк) һүҙҙәре барлыҡ балтика буйы-фин телдәрендә лә таралған. Әммә күп үҙләштермәләр финлашҡан формала булғанлыҡтан, был һүҙҙәрҙең саф фин йәки саф славян булыу-булмауын билдәләү ҡыйынлаша[39].

Башҡа телдәр

үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә бөтә хәҙерге заман телдәрендә лә славян сығышлы һүҙҙәр осрай. Нигеҙҙә улар богемизмдар (робот һәм пистолет)[40], полонизмдар (вампир), русизмдар (водка, спутник). Славян булмаған телдәрҙә таралған ҡайһы бер славянизмдар, бер мәғәнәле этимологияға эйә түгел (мәҫәлән, (инглиз polje).

Элекке Советтар Союзының һәм ҡайһы бер күрше илдәрҙең (мәҫәлән, монгол теле) күпселек телдәре рус теле йоғонтоһонда, һәм был бигерәк тә лексика өлкәһендә асыҡ күренә.

Славян телдәре 860-сы йылдарҙа тәүге тапҡыр әҙәби эшкәртелгән. Славян яҙмаһын булдырыусылар — ағалы-энеле Кирилл һәм Мефодий. Улар Бөйөк Моравия ихтыяждары өсөн грек теленән славян теленә литкргик текстарҙы тәржемә иткән. Яңы әҙәби тел нигеҙендә көньяҡ македон (солун) диалекты ята, әммә Бөйөк Моравияла урындағы күп тел үҙенсәлектәрен үҙләштергән. Һуңыраҡ Болгарияла артабанғы үҫеш алған. Ғәҙәттә иҫке славян теле тип аталған был телдә Моравияла, Паннонияла, Болгарияла, Рустә, Сербияла бик бай үҙенсәлекле тәржемәүи әҙәбиәт булдырылған. Ике славян алфавиты: глаголица һәм кириллица булған. IX быуаттан славян текстары һаҡланмаған. Иң боронғолары X быуатҡа ҡарай: 943 йылғы Добруджан яҙыуы, 993 йылғы Самуил яҙыуы, 996 йылғы Варош яҙыуы һ. б. XI быуаттан башлап һаҡланған славян ҡомартҡылары күберәк.

Хәҙерге славян телдәре кириллица һәм латиница нигеҙле алфавиттарҙы ҡулланалар. Глаголица Черногория һәм Хорватияның бер нисә католик ғибәҙәттәрендә ҡулланыла. Боснияла күпмелер ваҡыт дауамында кириллица һәм латиница менән параллель рәүештә шулай уҡ ғәрәп алфавиты ҡулланылған.

Славян телдәренең оҡшашлығы һәм айырмаһы

үҙгәртергә

Тарихи сәбәптәр арҡаһында славян телдәренә бер-береһе менән оҡшашлығын һаҡлап ҡалыу мөмкин булған. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр береһе үҙенә башҡа (уникальный) һыҙаттарға эйә[41].

Көнсығыш төркөм Көнбайыш төркөм Көньяҡ төркөм
рус теле украин теле белорус теле поляк теле словак теле чех теле серб-хорват теле болгар теле македон теле словен теле
Йөрөтөүселәр һаны,

млн кеше

250 45 6,4 40 5,2 9,5 21 8,5 2 2,2
Яҡын туғандаш тел Белорус теле,

Украин теле[42]

Белорус теле[42] Украин теле[42] Кашуб теле Чех теле Словак теле Словенс теле Македон теле Болгар теле Серб-хорват теле
Яҙмаһы кириллица кириллица кириллица,

АҠШ-та һәм Канадала латиница

латиница латиница латиница кириллица/латиница кириллица кириллица/латиница латиница
Башҡа славян телдәренән айырмаһы
  • баҫымһыҙ һуҙнҡыларҙың редукцияһы (аканье);
  • Йомшаҡ тартынҡыларҙың һаҡланыуы [г’], [к’], [д’], [р’]
  • Ябыҡ ижектә o-i, e-i сиратлашыуы (икавизм)
  • бөтә боронғо славян һүҙҙәрендә лә [g] өнөнөң төшөп ҡалыуы
  • танау һуҙынҡылары;
  • дзеканье һәм цеканье;
  • шышылдаған тартынҡыларҙыү ике рәте;
  • баҫым һуңғынан алдағы ижеккә тәғәйенләнгән;
  • баҫым беренсе ижеккә тәғәйенләнгән;
  • оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡыларҙы бүлеү;
  • күтәрелә барыусы дифтонгылар
  • баҫым беренсе ижеккә тәғәйенләнгән;
  • оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡыларҙы айырыу;
  • килештәрен юғалтыу;
  • ҡылым формаларының төрлөлөгө;
  • инфинитивтың булмауы
  • артиклдәр
  • килештәрен юғалтыу;
  • ҡылым формаларының төрлөлөгө;
  • инфинитивтың булмауы
  • артиклдәр
  • икеле һанлы (двойственное число) булыуы;
  • юғары күп төрлөлөгө (40 диалекттан ашыу)
баҫым тибы ирекле

динамик

ирекле

динамик

ирекле

динамик

һуңғынан алдағы ижеккә тәғәйенләнгән беренсе ижеккә тәғәйенләгән ирекле

музыкаль, һуңғы ижектән тыш

ирекле

динамик

тәғәйенләнгән (һүҙ аҙағынан алып өсөнсө ижектән дә йырағыраҡ булмаған) ирекле музыкаль
Морфология:

звательная форма (килеш)

юҡ бар бар бар юҡ бар бар бар бар юҡ

Әҙәби телдәр

үҙгәртергә

Феодализм осоронда славян әҙәби телдәренең, ҡағиҙә булараҡ, ҡәтғи нормалары булмаған. Ҡайһы саҡта Иногда функции литературного выполняли языки, отличные от местного разговорного (Рустә — сиркәү славян теле, Чехияла һәм Польшала — латин теле) урынддағы һөйләү теленән айырым телдәр әҙәби тел функцияларын үтәгән.

Рус әҙәби теле күп быуаттар дауамында ҡатмарлы эволюция кисергән. Ул үҙ эсенә халыҡ элементтарын һәм иҫке славян теле элементтарын алған, күп европа телдәренең йоғонтоһон кисергән.

XIV—XVI быуаттарҙа бик камиллашҡан Чехия әҙәби теле XVIII быуатта юғалған тиерлек. Ҡалаларҙа немец теле (прага немец теле) өҫтөнлөклө булған. Чехияла милли яңырыу осоронда был ваҡытта халыҡ теленән бик ныҡ алыҫлашып өлгөргән XVI быуат телен яһалма рәүештә тигеләй яңырттыла. Чех теленең XIX—XX быуаттарҙы үҙ эсенә алған тарихы иҫке китап һәм һөйләү телдәренең үҙ-ара тәьҫир итешеүен сағылдыра. Словак әҙәби теле башҡа тарихҡа эйә, ул халыҡ теле нигеҙендә үҫешкән. Сербияла XIX быуатҡа тиклем сиркәү-славян теле өҫтөнлөк иткән. XVIII бывуатта был телдең халыҡ теленә яҡынайыу процесы башланған. XIX быуат уртаһында Вук Стефанович Караджич үткәргән реформа һөҙөмтәһендәяңы әҙәби тел булдырылған. Македон теле XX быуат уртаһына тулыһынса формалаша.

«Ҙур» славян телдәренән башҡа ғәҙәттә милли әҙәби телдәр менән бер рәттән славян микротелдәре лә бар, улар сағыштырмаса ваҡ этник төркөмдәрҙе йәки хатта айырым әҙәби жанрҙарҙы хеҙмәтләндерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kassian A., Dybo A. Supplementary Information 2: Linguistics: Datasets; Methods; Results. Архивировано 14 февраль 2018 года. в статье Kushniarevich A, Utevska O, Chuhryaeva M, Agdzhoyan A, Dibirova K, Uktveryte I, et al. (2015) Genetic Heritage of the Balto-Slavic Speaking Populations: A Synthesis of Autosomal, Mitochondrial and Y-Chromosomal Data. PLoS ONE 10(9): e0135820. https://doi.org/10.1371/journal.pone.0135820
  2. Blažek V., Novotná P. Glottochronology and its application to the Balto-Slavic languages. Архивировано 9 февраль 2018 года. // Baltistica. 2007. Vol. 42. № 2. P. 201.
  3. Славянские языки // Сен-Жерменский мир 1679 — Социальное обеспечение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 396—397. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 30). — ISBN 978-5-85270-367-5.
  4. Balto-Slavonic Natural Language Processing 2009
  5. http://www2.ignatius.edu/faculty/turner/worldlang.htm
  6. Languages Spoken by More Than 10 Million People (Языки, на которых говорят более 10 миллионов человек) по данным энциклопедии [[Encarta]]. Архивировано 29 октябрь 2009 года.
  7. Omniglot
  8. 8,0 8,1 Иногда выделяют в отдельный язык
  9. Dolgopolsky A. More about the Indo-European Homeland problem // Mediterranean Language Review. — 1990—1993. — Т. 6—7. — С. 232.
  10. Peter Trudgill. 2003. A Glossary of Sociolinguistics. Oxford: Oxford University Press, pp 36, 95—96, 124—125.
  11. Б. Вимер. Судьбы балто-славянских гипотез и сегодняшняя контактная лингвистика. // Ареальное и генетическое в структуре славянских языков. — М.: «Пробел», Институт славяноведения РАН, 2007, с. 32—33.
  12. Славянские языки / Скорвид С. С. // Сен-Жерменский мир 1679 — Социальное обеспечение [Электронный ресурс]. — 2015. — С. 396—397—389. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 30). — ISBN 978-5-85270-367-5.
  13. Bouckaert R. et al. Mapping the origins and expansion of the Indo-European language family (инг.) // Science. — 2012. — Vol. 337. — № 6097. — P. 957—960. — DOI:10.1126/science.1219669 Архивировано из первоисточника 24 сентябрь 2015.
  14. YouTube сайтында «Mismodelling Indo-European Origins» Talk  (инг.)
  15. Indo-European languages emerged roughly 6,500 years ago on Russian steppes, new research suggests (18 февраль 2015). Дата обращения: 31 июль 2015. Архивировано 14 сентябрь 2015 года.
  16. Kassian, Alexei, Anna Dybo, «Supplementary Information 2: Linguistics: Datasets; Methods; Results» в статье Kushniarevich A, Utevska O, Chuhryaeva M, Agdzhoyan A, Dibirova K, Uktveryte I, et al. (2015) Genetic Heritage of the Balto-Slavic Speaking Populations: A Synthesis of Autosomal, Mitochondrial and Y-Chromosomal Data. PLoS ONE 10(9): e0135820. https://doi.org/10.1371/journal.pone.0135820
  17. Как складывался генофонд славян и балтов. Дата обращения: 27 ғинуар 2018. Архивировано 10 май 2022 года.
  18. «Это очень опасно — считать себя эталоном славянства»: Учёные проследили генетическую и лингвистическую историю славяно-балтоязычных народов. Дата обращения: 27 ғинуар 2018. Архивировано 6 март 2022 года.
  19. http://starling.rinet.ru/new100/main.htm
  20. Sussex, Roland, Paul Cubberley. 2006. The Slavic languages. Cambridge: Cambridge University Press. P.19.
  21. Седов, В. В. 1995. Славяне в раннем средневековье. Москва: Фонд археологии. С. 5.
  22. Седов, В. В. 1979. Происхождение и ранняя история славян. Москва: Наука.
  23. Barford, P. M. 2001. The Early Slavs: Culture and Society in Early Medieval Eastern Europe. Ithaca: Cornell University Press.
  24. Curta F. 2001. The Making of the Slavs: History and Archaeology of the Lower Danube Region, c. 500—700. Cambridge: Cambridge University Press.
  25. Heather P. 2010. Empires and Barbarians: The Fall of Rome and the Birth of Europe. Oxford: Oxford University Press.
  26. см. Закон Мейе.
  27. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. Архивировано 8 август 2021 года. — 1-е изд. — Т. 1-4. — М., 1964—1973.
  28. Супрун А. Е., Скорвид С. С. Славянские языки. — С. 15. Архивная копия от 16 май 2017 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 26 март 2014)
  29. Супрун А. Е., Скорвид С. С. Славянские языки. — С. 10. Архивная копия от 16 май 2017 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 26 март 2014)
  30. Лифанов К. В. Диалектология словацкого языка: Учебное пособие. — М.: Инфра-М, 2012. — С. 34. — ISBN 978-5-16-005518-3.
  31. Супрун А. Е., Скорвид С. С. Славянские языки. — С. 16. Архивная копия от 16 май 2017 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 26 март 2014)
  32. Супрун А. Е., Скорвид С. С. Славянские языки. — С. 14—15. Архивная копия от 16 май 2017 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 26 март 2014)
  33. Шанский Н. М., Иванов В. В., Шанская Т. В. Краткий этимологический словарь русского языка / Пособие для учителей. Под ред. чл.-кор. АН СССР С. Г. Бархударова. — 3-е изд. — М.: Просвещение, 1975. — С. 438. — 544 с. Архивная копия от 24 июнь 2021 на Wayback Machine
  34. Inge Bily. Ortsnamenbuch des Mittelelbegebietes — Berlin: Akademie Verlag, 1996, S. 49
  35. Ҡалып:Cite dictionary
  36. Ҡалып:Cite dictionary
  37. Ҡалып:Cite dictionary
  38. On the Earliest Slavonic Loanwords in Finnic. Архивировано 19 август 2021 года.. Ed. by Juhani Nuorluoto, Helsinki 2006, ISBN 9521028521
  39. THE FINNISH-RUSSIAN RELATIONSHIPS: THE INTERPLAY OF ECONOMICS, HISTORY, PSYCHOLOGY AND LANGUAGE. Архивировано 23 апрель 2021 года. Mustajoki Arto, Protassova Ekaterina, 2014
  40. (1922) «Naše řeč – Ohlasy husitského válečnictví v Evropě» (cs). Československý Vědecký ústav Vojenský.
  41. Введение в славянскую филологию. ebooks.grsu.by. Дата обращения: 18 ноябрь 2015. Архивировано 8 сентябрь 2016 года.
  42. 42,0 42,1 42,2 Petra Novotná, Václav Blažek (Masaryk University). Glottochronology and its application to the Balto-Slavic languages // Baltistica XLII (2). 2007. 185—210.
Русскоязычные
  • Бернштейн С. Б. Очерк сравнительной грамматики славянских языков. Введение. Фонетика. М., 1961.
  • Бернштейн С. Б. Очерк сравнительной грамматики славянских языков. Чередования. Именные основы. М., 1974.
  • Бирнбаум Х. Праславянский язык. Достижения и проблемы его реконструкции, пер. с англ., М., 1987.
  • Бошкович Р. Основы сравнительной грамматики славянских языков. Фонетика и словообразование. М., 1984.
  • Гильфердинг А. Ф. Общеславянская азбука с приложением образцов славянских наречий. — СПб.: Тип. Императорской Академии Наук, 1871.
  • Кузнецов П. С. Очерки по морфологии праславянского языка. М., 1961.
  • Мейе А. Общеславянский язык, пер. с франц., М., 1951.
  • Нахтигал Р. Славянские языки, пер. со словен., М., 1963.
  • Национальное возрождение и формирование славянских литературных языков. М., 1978.
  • Сараджева Л. А. Заметки по армяно-славянской этимологии // Историко-филологический журнал. — Ер., 1984. — № 1. — С. 157—162.
Иностранные
  • Вступ до порівняльно історичного вивчення слов’янських мов. За ред. О. С. Мельничука. Київ, 1966.
  • Russell D. Gray & Quentin D. Atkinson. Language-tree divergence times support the Anatolian theory of Indo-European origin. Nature, 426: 435—439 (27 November 2003).
  • Kalima, Jalo. Classifying Slavonic languages: Some remarks. // The Slavonic and East European Review. — April 1947. — Vol. 25 — No. 65.
  • Vaillant A. Grammaire comparee des langues slaves, t. 1-5. Lyon — P., 1950-77.

Ҡалып:Славянские языки Ҡалып:Славянские микроязыки Ҡалып:Индоевропейцы