Картвель телдәре
Картвель телдәре (йәки көньяҡ-кавказ;груз. ქართველური ენები) — көньяҡ Кавказда, башлыса Грузияла таралған телдәр ғаиләһе.
Картвель | |
Таксон |
ғаилә |
---|---|
Ареал | |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Ностратик телдәр макро-ғаиләһе (гипотеза) | |
Состав | |
4 телгә | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Башҡа телдәр менән генетик бәйленеше билдәләнмәгән. Элегерәк гипотетик кавказ телдәре йәки иберий-кавказ телдәре макро-ғаиләһенә индергәндәр. Был гипотеза фәнни йәмғиәт тарафынан кире ҡағылһа ла, Грузияла киң таралған. Картавель телдәренең ностратик макро-ғаиләгә ҡарауы тураһында ла гипотеза бар[1]. Был гипотеза бәхәсле һәм күп кенә белгестәр тарафынан тәнҡитләнгән һәм кире ҡағылған. Гипотезаның йомғаҡтарын компаративистар ҡабул итмәй, һәм тулыһынса яңылыш һәм ышанысһыҙ тип иҫәпләй[2][3].
Классификация
үҙгәртергә- Көньяҡ картавель тармағы
- грузин теле — телде белеүселәр 3,6 млн.[4] (шул иҫәптән Картли, Кахети һәм Имерети диалекттары).
- Заин (колхида) төркөмө
- Төньяҡ картавель (сван) тармағы
Боронғо Грузияның әҙәби теле лә картавель телдәренә инә.
Грузияла киврули, Израилдә ивр. גרוזינית יהודית (грузинит йехудит) йәки ивр. גאורגית יהודית (георгит йехудит) тип аталған грузия йәһүдтәре телен дә картавель телдәренә ҡарай тип иҫәпләйҙәр. Лингвистарҙың күпселеге был телде иврит һәм арамей телдәренән бик күп һүҙҙәр үҙләштергән грузин теле диалекты тип иҫәпләй. Йәһүд яҙмаһын ҡулланалар.
Хәҙерге картавель телдәренән тик грузин теленең генә яҙмаһы бар. XIX быуаттан лаз теленә (Германия һәм Төркиәлә латиница нигеҙендә) һәм мегрель теленә (Грузияла грузин яҙмаһы нигеҙендә) яҙма булдырылды, тик әлегә киң таралау тапманы.
Грамматик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәКартавель телдәрендә 11-ҙән 15-кә тиклем модаль-заман формалары бар. Исемдәрҙең һәм башҡа һүҙ төркөмдәренең грамматик заты юҡ. Аблаут [9](Тамыр һүҙҙәрҙәге һуҙынҡыларҙың морфологик сиратлашыуы. Мәҫәлән, ғәрәп телендә китаб — көтөб (күплек төшөнсәһе) бар. Егермешәрле иҫәп системаһы бар.Ғәрәп, фарси, төрки телдәренән ингән һүҙҙәр бар. [10]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Британская энциклопедия, 15-е издание, Статья Caucasian languages.
- ↑ George Starostin. Nostratic . Oxford Bibliographies. Oxford University Press (29 октябрь 2013). doi:10.1093/OBO/9780199772810-0156. — «Nevertheless, this evidence is also regarded by many specialists as insufficient to satisfy the criteria generally required for demonstrating genetic relationship, and the theory remains highly controversial among mainstream historical linguists, who tend to view it as, at worst, completely invalid or, at best, inconclusive.» Архивировано 13 сентябрь 2015 года.
- ↑ Нерознак В. П. Праязык: реконструкт или реальность? // Сравнительно-историческое изучение языков разных семей : Теория лингвистической реконструкции / Отв. ред. Н. З. Гаджиева. — М.: Наука, 1988. — С. 36—38. — ISBN 5-02-010869-3.
- ↑ Joshuaproject.
- ↑ Joshuaproject.
- ↑ Joshuaproject.
- ↑ Joshuaproject.
- ↑ DoBeS (Dokumentation Bedrohter Sprachen, Documentation of Endangered Languages)
- ↑ Гамкрелидзе Т., Мачавариани Г. Система сонантов и аблаут в картвельских языках. Типология общекартвельской структуры. На груз. яз. — Тб., 1965.
- ↑ Большая советская энциклопедия, см. Картвельские языки
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Климов Г. А. Этимологический словарь картвельских языков. М., 1964.
- Климов Г. А. Склонение в картвельских языках в сравнительно-историческом аспекте, М., 1962.
- Климов Г. А. Этимологический словарь картвельских языков. М., 1964.
- Цагарели А. А., Сравнительный обзор морфологии иберийской группы кавказских языков, 2 изд., Тб., 1957.
- Bopp Fr., Die kaukasischen Glieder des indoeuropä ischen Sprachstamms, B., 1847.
- Deeters G., Das kharthwelische Verbum, Lpz., 1930.