Афразия телдәре (көнбайыш әҙәбиәттә афроазияй, иҫкесә: семит-хәмит йәки хәмит-семит) — Африканың төньяҡ өлөшөндә Атлантик океан яр буйынан һәм Канар утрауҙарынан алып Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйына саҡлы, һәм шулай уҡ Көнбайыш Азияла һәм Мальта утрауында таралған телдәр макроғаиләһе. Афразия телдәрендә һөйләшкән төркөмдәр (башлыса ғәрәп теленең төрлө диалекттары) төп ареал сиктәренән тыш күп кенә илдәрҙә бар. Шул телдәрҙә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 253 млн самаһы кеше[1].

Афразия
Таксон

макроғаилә

Ареал

Алғы Азия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Африка

Телде белеүселәр һаны

270—300 млн

Классификация
Категория

Евразия телдәре, Африка телдәре

Ностратик телдәр (фараз)

Көнбайыш ностратик телдәр
Состав

Бербер-ливий телдәре, мысыр теле, кушит телдәре, омот телдәре, семит телдәре, чад телдәре

Бүленгән ваҡыты

б.э.т. X—VIII меңйыллыҡ

Телдәрҙең кодтары
ГОСТ 7.75–97

афз 069

ISO 639-2

afa

ISO 639-5

afa

Сығышы яғынан уртаҡ билдәләре — ҡәрҙәш тамыр һәм грамматик морфемалары булған биш (йәки алты) тел ғаиләһен үҙ эсенә ала. Ҡайһы берҙә бигерәк ныҡ дөйөмләштерелгән ойоштормаға — һинд-европа, картвель, урал, дравидий һәм алтай ғаиләләрен берләштергән телдәрҙең ностратик макроғаиләһенә индерелә. Әммә һуңғы ваҡытта афразия макроғаиләһе ностратик телдәрҙән сығарылып һәм һуңғыһы менән бер рәттән айырым һәм үҙ аллы итеп ҡаралһа ла, шулай ҙа ностратик телдәр менән яҡын туғандаш итеп ҡарала[2].

Тикшереүҙәр тарихы

үҙгәртергә

Библия Тәүрәт традицияларында семиттар һәм хәмиттәр:
Семиттар һәм хәмиттәр атамаһы Иҫке Ғәһедтең легендар персонаждарына — Бөйөк ташҡынды кисергән Ной улдарына барып тоташа. Риүәйәттәргә ярашлы, уларҙың иң өлкәне Сим семиттәрҙең тәү ата-бабаһы — Елам улдары/эламлыларҙың, Ассур улдары/ассирийлыларҙың, Сим улы Арфаксад улдары/халдейҙарҙың, Лут улдары/лидийҙарҙың, Сим улы Арамдың улдары/арамейҙарҙың тәү ата-бабаһы булған (Библия. Быт 10:22). Ҡайһы берҙә өлкәне, ҡайсаҡта кесеһе тип аталған улы Хәм хәмиттәрҙең тәү ата-бабаһы тип иҫәпләнә — Хуш улдары/кушиттар, Мицраим улдары/мысырлылар, Ҡайһы бер ливийлыларҙы Хам улы Футтың улдары һәм Хамдың улы Ханаан улдары/ханаанлылар тиҙәр (Библия. Быт 10:6).


Семит телдәре Семит телдәрен, грамматист ғалимдар ғәрәп, боронғо йәһүд һәм арамей телдәренең үҙҙәре йәшәгән дәүерҙәге формаларын өйрәнеп һәм боронғолары менән сағыштырып, системалы итеп өйрәнеүҙе иртә урта быуат осоронда башлаған тип һанарға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай эштәрҙең маҡсаты булып төрлө дини әҙәбиәтте яҡшылап уҡыу һәм аңлау булған. Ғәрәп, сүриә һәм йәһүд урта быуат филологтарының хеҙмәттәренә византия грамматистары ҡайһы бер йоғонто яһаған. Европала семит тармағы телдәрен өйрәнеү классик гуманизм осоронда (XIV—XVI быуаттар) фәндә йәһүд тел ғилеме йолаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә башланған[~ 1].

Француз аббаты Ж. Бартелемиҙың Финикия алфавитын дешифровкалауы боронғо яҙыу ҡомартҡыларының яҙыу системаһын анализлауы XVIII быуаттың мөһим ваҡиғаһы булған. XIX быуатта семит телдәре буйынса мөһим грамматикалар, йыйынтыҡ һүҙлектәр, тарихи күҙәтеүҙәр, каталогтар һәм ҡулъяҙмаларҙың тәнҡит баҫмалары, эпиграфик ҡомартҡылар йыйынтыҡтары, шул иҫәптән «Corpus Inscriptionum Semiticarum» (1881 й.) баҫылған. Был дәүерҙең иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — Т. Нёльдеке, В. Гезениус (боронғо йәһүд һүҙлеге һәм грамматикаһы), Ю.Вельхаузен, Р. Киттель (библеистика), Ф. Преториус К. һәм Ф. А. Дильман (эфиопистика), М. Лидзбарский (эпиграфика), К. Броккельман (семит телдәренең сағыштырма грамматикаһы), Антуан Исаак Сильвестр де Саси, Э. М. Катрмер, И. Гольдциер (Арабистика/ғәрәп тел ғилеме) булған.

XX быуатта семит телдәрен өйрәнеү күп һанлы ғилми экспедицияларҙа йыйылған яңы материалдар базаһында үҫешкән. 30-сы йылдарҙа Ш. Виролло һәм Х. Бауэр угарит яҙмаһын дешифровкалаған анализлаған, 1947 йылда Ҡумран ҡулъяҙмаларын табыу библеистикалағы ҡайһы бер түңкәрелеш тип атарлыҡ булған. XX быуаттың иң әһәмиәтле тикшеренеүселәре — П . Э Кале, П. Леандер, Г Бергштрессер, И. Фридрих (Германия); Дж. Х. Гринберг, И. Дж. Гелба, С. Гордон, В Леслау (АҠШ); Ж. Кантино, А. Дюпон-Соммер, М. Коэн, Д. Коэн (Франция); Г. Р. Драйвер, леди М. Дроуэр (Бөйөк Британия); С. Москати, Дж. Гарбини, П. Фрондзароли (Италия), К. Петрачек (Чехословакия), Й. Айстлейтнер (Венгрия), Э. Бен Йеһуда, Х. М. Рабин, Э. Й. Кучер (Израиль). Хәҙерге көндә семитология кафедралары донъяның бөтә университеттарында тиерлек бар[3](шулай уҡ ҡарағыҙ: Семитология).

Хәмит телдәре. Яҡынса XIX быуат уртаһында фәндә Төньяҡ Африка телдәренең «хәмит телдәре» тигән дөйөм исем аҫтында тел уртаҡлығы бар тигән фараз барлыҡҡа килгән. Был күҙ аллауҙы, моғайын, немец египтологы К. Р. Лепсиус тәүләп әйткәндер, ә австрия египтологы һәм тел белгесе Л. Рейниш хеҙмәттәре йоғонтоһонда ул тулыһынса нығынған. Һуңғараҡ тел белгесе африка телдәре белгесе африканист К. Мейнхоф (инг.)баш. "Инглиз телендә" баш., бында грамматик род менән айырылып торған бөтөн Африка «хәмит телдәре» төшөнсәһен байтаҡҡа киңәйткән. Бөгөнгө көндә был термин ҡулланылмай[4][5].

Семит-хәмит телдәре (икенсе төрлө хәмит-семит). Хәмит телдәрен өйрәнеү бик күптән инде семит телдәренә туғанлығын асыҡлаған. Мәҫәлән, боронғо мысырлылар телен боронғо семит телдәре менән сағыштырыу мәсьәләһен немец египтологы һәм лексикографы А. Эрман ентекле өйрәнгән. Артабан күп кенә тикшеренеүселәр боронғо мысыр телдәрен мысыр теле, хәмит төркөмөнә ҡаратылған айырым африка телдәре менән сағыштырыу буйынса шуға оҡшаш эштәр үткәргән. Методик күҙлектән ҡарағанда, боронғо телдәр һәм айырым алынған тере телдәрҙе сағыштырыу әллә ни уңышлы булмаған. Боронғо телдәр һәм айырым алынған тере телдәр менән сағыштырыу ағыштырыу Семит һәм мысыр телдәре, шулай уҡ мысыр һәм бербер телдәре араһында сағыштырыуҙар бер ни тиклем уңышлы булған, күп кенә ышандырырлыҡ оҡшашлыҡтар табылған (түбәндәге ғалимдарҙың эштәре иң әһәмиәтлеһе: А. Эмбер, Р Каличе, Э. Зигларж, В Вицихл, В Леслау).

XX быуат уртаһында француз тел белгесе М. Коэн мәсьәләне өйрәнеүҙе байтаҡ алға этеүсе сағыштырма "Хәмит-семит телдәре һүҙлеге"н (бындай эштәре тәүгеһе) баҫтырған. Әммә, аныҡ методикаһы булмау һәм башҡа ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, һүҙлекте күп кенә ғалимдар ғәҙел тәнҡитләгән. Яҡынса ошо дәүерҙә күпселек тел белгестәре лингвистар семит-хәмит ғаиләһенә ҡараған африка телдәре азия «семит» тармағына ҡаршы тороусы айырым «хәмит» тармағын булдыра тип түгел, ә берҙәм тел ғаиләһенең төрлө өлөшөн тәшкил итә тигән һығымтаға килгән. Был ғаилә составында телдәрҙең айырым африка төркөмдәре (тармаҡтары) семит тармағы менән, кәм тигәндә, тиң хоҡуҡлы. Шулай итеп, «семит-хәмит телдәре» тигән термин ҡулланыу дөрөҫ булмаған, әммә, инерция буйынса, уны ғалимдарҙың ҡайһы бер өлөшө XX быуаттың 70-се йылдарына саҡлы ҡулланған .

Афроазиатский/афразия телдәре. XX быуаттың 50-се йылдарында америка лингвисы Джозеф Гринберг «семит-хәмит телдәре» терминын «афроазиатский телдәре» термины менән алмаштырырға кәрәклеген тәҡдим иткән; был атама көнбайыш илдәре фәнендә, башлыса АҠШ-та, нығынған. СССР-ҙа һәм хәҙерге Рәсәйҙә «афразия телдәре» тигән термин ҡабул ителгән. Ҡайһы саҡта аҙыраҡ таралған — «эритрей», йәки «лисрамик» телдәр тигән исем ҡулланалар. 1965 й. афразия телдәренең (тағы ла «семит-хәмит» атамаһы менән) сағыштырма-тарихи грамматикаһы, 1981-86 йй. Рәсәйҙә «Афразия телдәренең сағыштырма-тарихи һүҙлеге» сығарылған. Беҙҙең осорҙа афразия макроғаиләһенең төрлө тармаҡтарын лингвистик тикшереүҙәр күпкә киңәйҙе:1.

Афразия телдәрен төркөмләү классификация

үҙгәртергә
 
Афроазиатский макроғаилә — (һары төҫ) һәм уның күршеләре.
 
Афразия телдәренең хәҙерге заман картаһы

Афразия телдәренә тере телдәр ҙә, шулай уҡ үле телдәр ҙә инә. Хәҙерге ваҡытта тере телдәр Алғы Азия (Месопотамия яр буйынан Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәре ярҙарына саҡлы) һәм Көнсығыш һәм Төньяҡ Африканан — Атлантик диңгеҙ ярына тиклемге территорияларының киң биләмәләрендә таралған. Афразия телдәре вәкилдәренең айырым төркөмдәре улар таралған төп биләмәнән ситтә лә осрай. Төрлө иҫәпләүҙәр буйынса, хәҙер ошо телдәрҙә һөйләшеүселәр һаны 270 миллиондан алып 300 миллион араһында тирбәлә. Афразия макроғаиләһенә түбәндәге тел ғаиләләре (йәки тармаҡтары) инә.

Мысыр тармағы

үҙгәртергә

Үҙенең һуңғы быуыны — копт теле аша — үле тел булып тора. Урта һәм аҫҡы Нил үҙәне (хәҙерге Мысыр) территорияһында таралған булған. Мысыр теленең тәүге яҙма ҡомартҡылары б.э.т. IV—III мең йыллыҡ башына ҡарай. Йәнле һөйләү теле сифатында б.э.т. V быуатҡа тиклем йәшәгән. Копт теле һәйкәлдәре б.э. III быуатынан алып билдәле. Копт теле христиан сиркәүенең культ ғибәҙәт теле булараҡ һаҡланып килеп, XIV быуатҡа юҡҡа сыҡҡан. 2010 йыл аҙағына 8 млн самаһы иҫәпләнгән[6],копттар көнкүрештә ғәрәп телендә һөйләшәләр һәм хәҙер, ғәрәп булмаһалар ҙа, мысыр ғәрәптәренең этноконфессиональ төркөмө һанала: христиан копттар менән мосолман ғәрәптәр араһында конфессия-ара никахтар тыйылғанлыҡтан, ҡатнаш никахтар ысынбарлыҡ тормошта бик һирәк осрай.

  • иртә иҫке мысыр †
  • иҫке мысыр классик †
  • урта мысыр классик †
  • яңы мысыр †
  • урта мысыр һуңғы †
  • демотик †
  • птолемей †
  • копт † (диалекттары: саид, ахмим, субахмим/асиут, фаюм, бохейр)

Прабербер теленән килеп сыҡҡандар. Был ғаиләнең тере телдәре Төньяҡ Африкала Мысыр һәм Ливиянан көнбайышҡа Мавританияға табан, шулай уҡ Сахара оазистарынан Нигерия һәм Сенегалға саҡлы таралған. 1980 йыл аҙағы мәғлүмәттәре буйынса, был телдә һөйләшеүселәр 14 миллиондан ашыу тәшкил итә. Мароккола бербер телендә һөйләшеүселәр ил халҡының яҡынса 40 %, Алжир ҙа — яҡынса 25 % тәшкил иткән. Мысырҙа, Ливияла, Туниста, Мавританияла бербер телле халыҡ һаны аҙыраҡ. Гуанч теле — XVIII быуатҡа юҡҡа сыҡҡан Канар утрауҙарында йәшәгән аборигендар теле. Бөтә тере телдәр — яҙмаһыҙ. Бербер ҡәбиләләре туарегтар (Сахара) көнкүрештә боронғо ливий яҙмаһына барып тоташҡан тифинаг тип аталған яҙманы ҡуллана. Ливий яҙмаһы Сахарала һәм Ливия сүллегендә ҡаяларҙа табылған ҡыҫҡа ғына яҙмаларҙа һаҡланған; уларҙың иң иртәләре б.э.т. II быуатҡа ҡарай. Яҙмалар өлөшләтә уҡылған; улар өс һәйкәл: феззан-триполитан, көнбайыш нумидий һәм көнсығыш нумидий төркөмдәренә бүленгән. Был яҙмаларҙың теле бербер-ливий ғаиләһенең үле төркөмөн тәшкил итә.

Бербер-канар тармағы

үҙгәртергә
1. бербер/бербер-ливий
А. көнсығыш бербер: сива, ауджила, фоджаха, гхадамес, сокна, тмесса
В. көньяҡ бербер/туарег:
а. төньяҡ туарег: аххагар, ахнет, тайток, гхат
б. көнсығыш туарег: аир, көнсығыш тауллеммет
с. көнбайыш туарег: көнбайыш тауллеммет, тадгхак, аир, танеслемет
C. төньяҡ бербер:
а. зенет:
I. көнсығыш зенет: нефуса, зуара, сенед, джерба
II. оазис: мзаб, уаргла, ригх/туггурт, гурара
III. төньяҡ алжир: шауйя, матмата, менасыр, шенва, бени-салах
IV. тлемсен-көнсығыш мароккан: снус, изнасын
V. төньяҡ мароккан: сенхаджа, риф
б. кабиль
с. атлас:
I. сегхрушен
II. тамазигхт/берабер: изайан, издег, ндыр, мессад
III. шильх/ташельхайт: нтифа, семлаль, баамрани
D. көнбайыш бербер/зенага
Е. боронғо ливий эпиграфик: триполитан †, көнсығыш нумидий †, көнбайыш нумидий/мавритан †
2. канар/гуанч † (Лансароте, Фуэртевентура, Гран-Канария, Тенерифе, Пальма, Гомера, Иерро утрауҙары телдәре/диалекттары)

Чад тармағы

үҙгәртергә

Тере телдәр; был ғаиләгә хәҙерге замандың 150-нән ашыу телдәре һәм диалект төркөмдәре ҡарай. Үҙәк һәм Көнбайыш Суданда, Чад күле районында, Нигерияла, Камерунда таралған. Хауса телендә һөйләшеүселәр күпселекте тәшкил итә, уларҙың һаны яҡынса 30-40 миллион кеше; уларҙың күбеһе өсөн хауса теле туған тел түгел, ә милләт-ара аралашыу теле булып тора.

1. көнбайыш чад:
А. ысын мәғәнәһендә көнбайыш чад:
а. хауса: хауса, гвандара
б. сура-герка:
I. сура-ангас: сура/мвагхавул, ангас, мупун, чакфем, джипал, джорто
II. герка-кофьяр: мирьям/мерньянг, диммук/доемак, квалла/квагаллак, бвал, гворам, чип, герка/йивом, монтол/теэл, канам, пьяпун, коеноем
с. рон: фьер, тамбас, даффо-бутура, бокос/чала, ша, кулере, карфа, нафунфья, шагаву
d. боле-тангале: карекаре, гера, герумава, дено, куби, кирфи, галамбу, болева, квам, беле, нгамо, маха, перо, вуркум, куши, чонге, тангале, дера/канакуру, шеллен
B. баучи-баде:
а. төньяҡ бауч: варджи, цагу, гала, кария, мия, па’а/афава, сири, мбурку/барке, джимбин, дири
б. көньяҡ баучи: боггом/буррум, зул (мбарми), дир/барам-дутсе, геджи-гайнзи, бала, були, джими, гурунтум, зунгур, зар/сайанчи, сигиди, лукши-докши, ванди-вангдай, барава, копти/закши, бото
с. баде-нгизим: нгизим, баде, дувай, айюкава, ширава
2. үҙәк чад:
А. гонгола-хиги:
а. тера: тера, ньиматли, пидлими (хина), джара, га’анда, хона, габин, нгваба, бога;
б. бура-марги: бура, пабир, чибак, кильба/хыба, марги
с. хиги: хиги, нкафа, макулу, капсики, гье, фали-кирия
d. бата: гуди, фали-джильбу, фали-муби, чеке, нзанги/нджей, бата-гаруа, кобочи, вади, малабу, бачама, гуду
е. лааманг/хидкала: лааманг, хидкала, алатагва, визик, вемго, вага, тур
f. мафа: молоко, муянг, мада, вузлам
В. таулы:
а. мандара: мандара/вандала, гамергу, падуко, главда, гбоко, гудуф, дгведе, нгвеше
б. сукур
с. матакам: хурза, удлам, мада, зельгва, мбоку, матакам/мофа, гисига, мутурва
d. даба: даба, балда, мусгой, хина, гавар
е. гидар
С. йылғалы:
а. котоко: будума, котоко, шое, сао, гульфей, афаде, логоне, макери, кусери, мпаде (макери)
б. мусгу: мусгу, нгилемонг, гирвидиг
с. маса: маса, зиме, бана, марба, дари, мусей, месме
3. көнсығыш чад:
А. көньяҡ:
а. кванг-кера: кванг/модгел, кера
б. нанчере: габри, нанчере, леле, лай
с. сомрай: сомрай, ндам-дик, тумак, гаданг, мод
В. төньяҡ:
а. сокоро: сокоро, барейн, саба
б. дангла: дангалеат, мигама, бидийо
с. мокулу/джонкор
d. муби: джегу, биргит, муби, торам, масмадже, каджаксе, зиренкель

Кушит тармағы

үҙгәртергә

Уларҙың Төньяҡ-Көнсығыш Африкала: Судандың төньяҡ-көнсығышында, Эфиопияла, Джибутиҙа, Сомалиҙа, Кенияның төньяғында һәм Танзанияның көнбайышында таралғандары. 1980 йылдар аҙағы мәғлүмәттәре буйынса, 25,7 миллион тирәһе кеше был телдәрҙә һөйләшә.

1. төньяҡ кушит: бедауйе
2. үҙәк кушит/агав: билин, хамир, хамт, дембеа, квара, кемант, аунги, дамот
3. көнсығыш кушит:
А. сидамо-бурджи: бурджи, сидамо, дараса, хадия, камбата, алаба, кабенна
B. дуллай-тана:
ә. дуллай: веризе/варази, гаввада, харсо, цамай
б. макро-оромо:
I консо-гидоле: консо, гидоле
II. оромо: борена, тулема, вата
с афар-тана:
I сахо-афар: афар, сахо
II. омот-тана: гелеб/дасенеч, арборе, эльмоло, байсо, рендилле, сомали, могогодо
4. көньяҡ кушит: дахало/санье, иракв, горова, алагва, бурунге, аса, квадза

Омот тармағы

үҙгәртергә

Эфиопияның көньяҡ-көнбайышында яҙмаһыҙ тере телдәр таралған. 1980 йылдар аҙағы мәғлүмәттәре буйынса һөйләшеүселәр һаны 1,6 млн кеше тирәһе тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ғына (Флеминг, М.Бендер, И. М. Дьяконов) Афразия макроғаиләһенең үҙ аллы тармағы булараҡ айырымлана башлаған. Ҡайһы бер ғалимдар башҡаларынан алда пракушит теленән айырылып сыҡҡан омот телдәрен көнбайыш кушит төркөмөнә индерә.

1. көньяҡ омот: каро, банна, хамер, аари/бако, диме
2. төньяҡ омот:
А. дизи-омето:
ә. дизи: дизи/маджи, нао, шеко
б. макро-омето:
I ҡануны: ҡануны, гимира/бенчо
II. омето:
ә. мале
б. көнсығыш: гидичо/харро, койра/бадитту, зергулла, зис, гацамба
в төньяҡ: баскето, ойда, дорсе, даче, кулло, гем, веламо/уоламо, гофа, зала, мало
В гонга-джанджеро:
ә. джанджеро/ямма
б. гонга: кефа/кафичо, боша, моча, анфилло/көньяҡ мао, бворо/шинаша, нага, боро, губа

Семит тармағы

үҙгәртергә

Афразия телдәре ғаиләһенең иң күп һанлы тармағы Ғәрәп Көнсығышы территорияһында, Израилда, Эфиопияла һәм Төньяҡ Африкала, утрауҙар рәүешендә — Азия һәм Африканың башҡа илдәрендә таралған. Төрлө сығанаҡтар буйынса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 200 млн тирәһендә тирбәлә.

1. төньяҡ семит
А. төньяҡ-көнсығыш: аккад/ассирий-вавилон †
В. эблаит †
С. төньяҡ-көнбайыш:
а. үҙәк:
I.төньяҡ-үҙәк:
а. аморей †
б. угарит †
с. левантий:
I. ханааней: ханаанейский †,
боронғо йәһүд †,
хәҙерге иврит, финикий †,
телль эль-амарн хат яҙыу теле †, моавит †, я’уди † һ.б.
II. арамей: самгаль †, иҫке арамей †, империя арамей †, библия тәүрат арамей †, мысыр-арамей †, христиан-фәләстан †, йәһүд-фәләстан/йәһүд-арамей †, самаритян †, мандей †, набатей †, пальмир †, сүриә/эдес †, вавилон-арамей/Вавилон Талмуты теле †, хәҙерге арамей (төньяҡ-көнсығыш, туройо һ.б.)
III. көньяҡ ғәрәп аравийский эпиграфик: сабей †, маин/миней †, катабан †, хадрамаут †
II. көньяҡ-үҙәк/ғәрәп аравийский:
а. төньяҡ ғәрәп аравийский эпиграфик: саф †, самуд †, лихьян †
б. ғәрәп (әҙәби һ.б. — ҡара: ғәрәп теленең төрҙәре)
б. перифериялы/эфиосемит:
I. төньяҡ: геэз †, тигринья/тиграи, тигре
II. көньяҡ: амхарский, аргобба, гоггот, мухер, маскан, энеммор, эндегень, гьето, эжа, чаха, соддо, селти, волане, звай, харари
2. көньяҡ семит: джиббали/шхери/шахри, мехри, харсуси, ботхари, сокотри
Шулай уҡ прасемит теле.

Семит телдәрен үҫтереү

үҙгәртергә

Афразия макроғаиләһенә ингән һәр тел ғаиләһенең эске бүленеше — генетик билдәләре буйынса төркөмләнеше бар. Бөтөн афразия телдәре лә тулыһынса өйрәнелмәгәнлектән һәм адекват һүрәтләнмәгәнлектән, төркөмләү төрлө кимәлдәге деталләштереү менән эшләнгән.

Чад телдәре[7] менән күберәк оҡшағанлығы тойомланһа ла, бер ниндәй ҙә «сыбыҡ осо» туғандаш телдәре булмаған мысыр теле үҙенә башҡараҡ[8]. Тәүге һәйкәлдәрҙән алып һуңғы копт теле һәйкәлдәренә тиклем был тел йәшәүенең тик хронологик периодизацияһы ғына бар.

Афразия тел берлеге осоро (дөрөҫөрәге, был берҙәм тел булмаған, ә туғандаш диалекттар төркөмө булғандыр) б.э.т. яҡынса XI—X меңйыллыҡтарға барып тоташа. Афразия макроғаиләһенең айырым тел ғаиләләренә тарҡалыуы б.э.т. X—VIII меңйыллыҡтарҙа барғандыр.

Фараз ителеүенсә, бик боронғо афразия телдәр ареалы Төньяҡ-Көнсығыш Африка һәм Алғы Азия территорияһында урынлашҡан булған.

Афразия телдәренең тәү тыуған иленә ҡарата ике фараз бар. И. М. Дьяконов (беренсе фараз) буйынса, Афразия телдәре тәүтөйәген Көньяҡ-Көнсығыш Сахара һәм Көнсығыш Африканың уға яҡын райондарына урынлаштырған. Б.э.т. XI—X мең йыллыҡтарҙа (мезолит осоро) был территориялар кеше тормошо өсөн уңайлы булған. Әлегә саҡлы афразия тел ғаиләләренең һәм телдәренең күпселеге Африка континентында элеккесә таралыш табыуы был фаразды дәлилләй. Праафразия ғаиләһенән айырылған мысыр һәм чад тармаҡтары ҡайһы бер дөйөм үҙенсәлектәрен һаҡлаған. Һуңғараҡ дөйөм прасемит үҙенсәлектәрен һаҡлаған пракушит тел уртаҡлығын йөрөтөүселәр айырымланған. Афразия телдәре прасемит һәм прабербер-ливий тармаҡтарының һуңғы бүленеше б.э.т. VI меңйыллыҡта булған. Сахара территорияһында климат шарттары насарланғанлыҡтан, боронғо семит ҡәбиләлре көнсығышҡа, Алғы Азияға (Суэц муйыны йәки Баб-әл-Мандеб боғаҙы) йүнәлгәндәр. Ливий-гуанч ҡәбиләләре көнбайышҡа, Атлантик океан яр буйына һәм Канар утрауҙарына, күсенгән.

Дәүер күрһәткесе буйынса икенсе фараз, А. Ю. Милитарев фаразы буйынса, Афразия телдәренең тәү тыуған иле Алғы Азия һәм Ғәрәбстан Аравия ярымутрауында булған ти. А. Ю. Милитарев натуфий мәҙәниәтен праафразия телдәренә тап килерлек археологик мәҙәниәт тип иҫәпләй. Афразия телдәрен ностратик телдәр берлегенә индереү яҡлылар ҙа был ҡарашты хуплай. Икенсе фараз файҙаһына бындай факт дәлил килтерәләр: Африка территорияһында таралған афразия телдәре һәм Алғы Азияның афразия булмаған (айырым алғанда, кавказ) телдәре араһында (башлыса, лексикала) боронғо контакт эҙҙәре табылған. Үтеп инеү ваҡыты буйынса контакт лексика фаразланған афразия телдәре берлеге осорона тура килә. Икенсе фаразға ярашлы, афразия берлеге бүленеше афразиялыларҙың көнбайышҡа, Африка территорияһына табан хәрәкәт итеүенә бәйле, фәҡәт прасемит телдәре генә үҙенең тарихи тыуған илендә тороп ҡалған.

Афразия макроғаиләһенең төп тармаҡтарын генетик яҡтан төркөмләү, тармаҡтары/ғаиләләре төрлө дәрәжәлә өйрәнелгәнлектән, тулыһынса башҡарылмаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Совокупность способов описания и осмысления древнееврейского языка, складывавшаяся начиная с первых веков нашей эры на Ближнем Востоке, а с X века и в Европе
Сығанаҡтар
  1. Порхомовский В. Я. Афразийские языки // Лингвистический энциклопедический словарь / Под ред. В. Н. Ярцевой. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-85270-031-2.
  2. Старостин С. А. Nostratic and Sino-Caucasian // Труды по языкознанию. — 2007. — С. 448-449.
  3. Семитология (И. М. Дьяконов) // Лингвистический энциклопедический словарь — «Советская энциклопедия», 1990.
  4. Дьяконов И.
  5. Порхомовский В. Я. Хамитские языки // Лингвистический энциклопедический словарь / Под ред. В. Н. Ярцевой. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-85270-031-2.
  6. Новости NEWSru.com :: Бывшим коптам разрешили снова стать христианами
  7. Языки Азии и Африки. Т.4. Афразийские языки. Кн.1—2. М., Наука. 1991—1993.
  8. Языки Азии и Африки. Т.4. Афразийские языки. Кн.1—2. М., Наука. 1991—1993.
  • Дьяконов И. М. Семито-хамитские языки. Опыт классификации. — М.: Наука (ГРВЛ), 1965. — 120 с. — (Языки народов Азии и Африки).
  • Дьяконов И. М., Языки дренней Передней Азии, M., 1967.
  • Дьяконов И. М., Лингвистические данные к история древнейших носителей афразийских языков, в кн.: Africana. Африканский этнографический сборник, в. 10, Л., 1975.
  • Дьяконов И. М., Порхомовский В. Я., О принципах афразийской реконструкции, в кн.: Balcanica. Лингвистические исследования, M., 1979.
  • Порхомовский В. Я., Афразийские языки, в кн.: Сравнительно-историческое изучение языков разных семей. Задачи и перспективы, М., 1982.
  • Порхомовский В. Я., Проблемы генетической классификации языков Африки, в кн.: Теоретические основы классификации языков мира. Проблемы родства, М., 1982.
  • Порхомовский В. Я., Афразийские языки, в кн.: Лингвистический энциклопедический словарь, М., 1990.
  • Cohen M., Essai comparatif sur le vocabulaire et la phonétique du chamito-sémitique, P., 1947.
  • Greenberg J., The languages of Africa, Bloomington, 1963.
  • Linguistics in South-West Asia and North Africa, CTI, 1970, v, 6.
  • Actes du premier Congrès International de linguistique sémitique et chamito-sémitique. Paris, 1969. Réunis par A. Caquot et D. Cohen, The Hague — P., 1974.
  • Hamito-semitica, ed. by J. and Th. Bynon, The Hague — P., 1975.
  • The Non-Semitic languages of Ethiopia, ed. by M. L. Bender, East Lansing, 1976.
  • Atti del Secondo Congresso Internazionale di linguistica camito-semitica, Firenze, 1978.
  • Diakonoff I. M., Afrasian languages, M., 1988.
  • Сравнительно-исторический словарь афразийских языков, в. 1—3, М., 1981-86 («Письменные памятники и проблемы истории культуры народов Востока»).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Языковые семьи Африки