Сөғд теле (сөғд. sγwδy’n’k, sγwδy’w, таж. забони суғдӣ) — хәҙерге Тажикстан һәм Үзбәкстан территорияһында, Зеравшан йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Сөғд батшалығында, шулай уҡ «Бөйөк ебәк юлы» буйындағы күп һанлы сөғд колонияларының һөйләшеү теле булған иран телдәре көнсығыш иран төркөмсәһенә ҡараған үле тел. Яҙма ҡомартҡыларҙың күбеһе Ҡытай Халыҡ Республикаһының Шеңжан-Уйғыр автономиялы районындағы Турфанда, Ганьсу ҡытай провинцияһындағы Дуньхуанда һәм Тажикстандың Муг ҡәлғәһендә табылған.

Сөғд теле
Телдең үҙатамаһы

suγδīk (сугдик)

Илдәр

Сөғд батшалығы (Согдиана)

Үле тел

XIV быуат башына [1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа ғаиләһе

Һинд-иран тармағы
Иран төркөмө
Төньяҡ-көнсығыш төркөмсәһе
Әлифба

сөғд яҙыуы, сүриә яҙмаһы, манихей яҙмаһы

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

сог 613

ISO 639-1

ISO 639-2

sog

ISO 639-3

sog

Тажикстанда Яғноб йылғаһы үҙәнендә йәшәгән халыҡ һөйләшкән яғноб теле согдий теленең дауамы булып тора һәм уның диалекттарының береһенә барып тоташа[2][3][4][5].

 
Бер-береһенә ҡаратылған ике бюслы һәм сөғд телендә "Индамик, Заканта королеваһы"тип яҙылған мисәт, ҡушан-сәсәниҙәр осоро, б.э. 300—350 йй.. Британия музейы 119999[6].
 
Б.э. 580 йылда Ҡытайҙа вафат булған сөғд сауҙагәре һәм чиновнигы Виркак улдары тарафынан сөғд телендә яҙылған эпитафия
 
Яҡынса IX быуаттан XIII быуатҡа тиклем Манихей кредиторы хатының сөғд телендәге тексы
 
Сөғд ҡулъяҙмаларын яҙыусы Манихей руханиҙары. Тарим бассейнындағы Кочо, яҡынса VIII—IX быуаттар.
 
Турфанда (IX—XI бб.) табылған эстрангело сүриә яҙмаһы хәрефтәре менән яҙылған сөғд христиан тексты

Сөғд теле, башҡа төньяҡ-көнсығыш иран телдәре: хорезм һәм скиф-сармат телдәре менән, бер уртаҡ тәү телгә ҡарай. XIX быуат аҙағында Андреас Фридрих Карл Турфан оазисында табылған манихей әҫәрҙәре буйынса телде тәүге тапҡыр идентификациялаған.

Сөғд халҡы б. э. т. II—I мең йыллыҡ башында Зарафшан йылғаһы үҙәненә күсеп килә. Яулау һуғыштарынан һуң сөғдлеләр тыныс территориаль экспансияға күсә, б. э. III быуатында Бөйөк ебәк юлы буйында, Көнбайыш Ҡытай һәм Монголия оазистарында, сауҙа тораҡтары булдыра. Б. э. V быуатында сөғд телен һөйләшеүселәр Фирғәнә Үҙәнендәге Шаш (Чач) оазисына һәм Етеһыу биләмәләренә килеп төпләнә.

Ғәрәп яулап алыуҙарына тиклем, сөғд сауҙагәрҙәре даими рәүештә Ҡытайҙа һәм Етеһыуҙа өҙлөкһөҙ йәшәгәнлектән, сөғд теле Зарафшан үҙәненән алып биләмәләрҙә өҫтөнлөклө булған. Әүҙем сөғд сауҙаһы арҡаһында үҙәк Азия төбәгендә сөғд теле лингва франка хеҙмәтен үтәгән[7]. Сөғд телендә дини әҙәбиәт әүҙем үҫешкән, манихей, будда һәм христиан текстары булдырылған һәм тәржемәләнгән. Үҙҙәренең яҙмаһы булдырылғанға тиклем, Уйғыр ҡағанлығында сөғд теле әҙәби тел булараҡ ҡулланылған.

Иртә урта быуаттарҙа сөғдтәр сөғд, фарсы һәм парфян телдәре араһындағы айырманы аңлағандар, һәм шуның өсөн сөғд-фарсы-парфян һүҙлектәре төҙөлгән[8].

Сөғд һәм төрөк телдәре бер-береһен үҙ-ара байытҡан. Муг документтарындағы сөғд текстарында төрөк теле үҙләштермәләре осрай. Мәҫәлән, «yttuku» — «посылать», «посольство», «bediz» — «резьба, орнамент» һ.б. Шунда уҡ «sozum» — «мой приказ» тигән саф төрөк һүҙе уҡыла[9][10].

VIII быуатта Урта Азияны ғәрәптәр яулағандан һуң, сөғд мәҙәниәте бөлгөнлөк кисерә, ә сөғд телен фарсы теле ҡыҫырыҡлай. X быуатҡа Сөғд халҡының күпселеге фарсы телендә аралашҡан, әммә X быуатта Шәмсетдин әл-Мөҡәддәси: «Зарафшан үҙәнендә сөғд һөйләштәре барлығына шаһитлыҡ итәм» тип яҙған. Ҡырғыҙстан территорияһында X—XI быуаттарға ҡараған сөғд яҙыуҙары табылған. XII быуатҡа төрөк телдәре бөтөнләй сөғд телен ҡыҫырыҡлап сығарған.

Сөғд теле Согдиананың рәсми теле булған, Тажикстандың Сөғд өлкәһе Айни районы составындағы Дар-Дар ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан Муг ҡәлғәһендә табылған «Сөғд донъяуи текстары» (Иҫке хаттар) — батша Деваштичтың рәсми документтары һәм хаттары йыйылмаһы шуны раҫлай. Сөғд будда текстарын һәм Сөғд манихей текстары яҙғанда ҡулланылған әҙәби тел эпиграфик ҡомартҡылар, «Иҫке хаттар» һәм сөғд христиан (мәсих) текстары яҙылған тел йәнле һөйләү теленән бер ни тиклем айырылған.

Сөғд теленең Бохара һөйләше Сәмәрҡәнд сөғд теленән айырылған.[11]

Хәҙерге ваҡытта Яғноб йылғаһы үҙәнендә сөғд теле диалекттарының береһе тип һаналған яғноб телендә һөйләшкән ҙур булмаған анклав йәшәй.

Сөғд текстарын яҙҙырыу өсөн арамей яҙмаһынан эшләнгән үҙенең консонант яҙмаһы ҡулланылған. Христиан текстары бик күп осраҡта — сөғд фонетикаһына яраҡлаштырылған сүриә яҙмаһы варианты, ә манихей текстары арамей прототибына, йәки «милли» сөғд яҙмаһына барып тоташҡан пальмир яҙмаһының яңыртылған варианты менән яҙылған.

Үҙенә яҡын булған пехлеви яҙыуындағы Pahlavi scripts кеүек, сөғд яҙыуында ла гетерография киң ҡулланылған. Яҙмала һуҙынҡыларҙың бер мәғәнәле кәүҙәләнеше булмай, шуға күрә текстарҙы тартынҡылар эҙмә-эҙлелеге буйынса ҡарау ҡабул ителгән: мәҫәлән, көнбайыш Тажикстанда Муг тауында табылған никах килешеүенән ҡатын-ҡыҙ яңғыҙлыҡ исеме δγwtγnch (Дгудгонч тип уҡыу ҡабул ителгән). Шулай итеп, сөғд һүҙҙәренең фонетик йөҙөн тергеҙеү ҡыйын; күп осраҡтарҙа ғәрәп, ҡытай һәм башҡа сығанаҡтарҙағы глоссалар (йышыраҡ яңғыҙлыҡ исемдәр), шулай уҡ яғноб һәм башҡа иран телдәре материалдары ярҙам итә.

Сөғд яҙмаһы туранан-тура иҫке уйғыр яҙмаһының элгәреһе булып тора, уға, үҙ сиратында, элеккесә Эске Монголияла (ҠХР-ның автономлы районы) монгол һәм эвенк телдәрен яҙҙырыу өсөн ҡулланылған иҫке монгол яҙыуы, һәм, ахыр килеп, маньчжур яҙмаһы барып тоташа.

Сөғд яҙмаһы өлгөһө (транслитерацияла баш хәрефле арамей гетерограммалары)

Транслитерация: MN sγwδy-k MLK’ δy-w’šty-c ’t x’xsrc xwβw ’pšwnw δrwth γ-rβ nm’cyw

Һүҙмә-һүҙ тәржемә: От согдийского царя Деваштича хахсарскому правителю Афшуну (желаю хорошего) здоровья (и) много приветствий…

Фонетикаһы һәм фонологияһы

үҙгәртергә

Сөғд теле үле телдәргә ҡарағанлыҡтан, сөғд теленең фонетикаһы буйынса мәғлүмәттәр яҡынса ғына билдәле.

Вокализм

үҙгәртергә

Һуҙынҡылар

үҙгәртергә

Сөғд телендә һуҙынҡыларҙың оҙонлоҡ буйынса оппозицияһы йәшәп килә — оҙон (ā, ē, ū и ō) һәм ҡыҫҡа (а, е, u, o) һуҙынҡылар айырыла. Һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡалығы йәки оҙонлоғо тамырҙың ритмик үҙенсәлектәрен билдәләй, улар, үҙ сиратында, тамырҙың морфологик характеристикаһын билдәләй.

Согдий вокализмын реконструкциялауҙың төп проблемаһы — сөғд яҙмаһының консонант тәбиғәте: яҙыуҙа мотлаҡ оҙон һуҙынҡылар ғына һүрәтләнә, ҡыҫҡа һуҙынҡылар иһә даими билдәләнмәй йәки ғөмүмән билдәләнмәй. Һуҙынҡыларҙы билдәләү өсөн, семит телдәренә (иврит, арамей, ғәрәп) оҡшатып, матрес лекционис (matres lectionis) — тартынҡылар һуҙынҡылар мәғәнәһендә, өҫтәүенә ни бары өс хәреф ҡулланылған: йод (латин y хәрефе аша бирелә), вав (w) и алаф ('). Шулай итеп, төрлө өндәр бер үк тамға менән билдәләнгән: шулай итеп, ē, e, ī һәм i y менән билдәләнә, а ō, o, ū һәм u w менән билдәләнә.

Рәт Алғы Урта Артҡы
Оҙонлоғо Ҡыҫҡалығы Оҙон Ҡыҫҡа Оҙон Ҡыҫҡа Оҙон
Өҫкө күтәрелеш i ī (ɨ)1 u ū
Урта күтәрелеш e ē (ə)2 o ō
Аҫҡы күтәрелеш a ā

1 [ɨ] (айн хәрефе менән билдәләнә) [sp], [st], [sn] тартынҡылар берләшмәләре алдындағы позицияла ғына барлыҡҡа килә.

2 шва ҡыҫҡа һуҙынҡыларының редукцияһы һөҙөмтәһендә [a], [e] һәм [u] баҫымһыҙ позицияла барлыҡҡа килә.

Дифтонгтар

үҙгәртергә

Сөғд телендә икенсел [āi] һәм [āu] оҙайлы дифтонгтары булған. Боронғо иран дифтонгтары *ai һәм *au — [ē] һәм [ō] өндәренә әүерелгәндәр.

Дифтонгтың икенсе ағзаһы сифатында Анусвара (назальный призвук) [ṃ] сығыш яһай алған. Боронғо ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре, [ər], [ur], [ir] ҡыҫҡа дифтонгылар төҙөп, шундай уҡ сифатта [r] сығыш яһай алған, тип иҫәпләй.

Тартынҡылар

үҙгәртергә
Лабиаль Денталь тартынҡылар Альвеоляр Палаталь Веляр тартынҡылар
Шартлаулы тартынҡылар/Аффрикаттар p (b)1 t (d)2 (ʦ)3 ʧ4 (ʤ)5 k (g)6
Фрикативные тартынҡылар f β θ δ s z ʂ7 ʐ8 x γ
Танау тартынҡылар m n
Талғын тартынҡылар w r (l)9 y (h)10
  • 1 2 5 6 — [b], [d], [g] өндәре ярашлы рәүештә [β], [δ], [ʧ] һәм [γ] позицион аллофондары булып тора һәм [n] һәм [m] назаль тартынҡылаоынан һуң позицияһында ғына осрай.
  • 3 9 10 өндәре тик үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә осрай.
  • 4 5 7 8 өндәре [ʧ], [ʤ], [ʂ], [ʐ] традицион иран транскрипцияһында шуға ярашлы [č], [ĵ], [š] һәм [ž] булараҡ билдәләнә.

Ижектең типик структураһы: CCVCC, мәҫәлән škwrΘ [škōrΘ] (трудный), әммә башҡа төрлө схемалар ҙа (CVC, CV, VC, CCV, VCC, CCCV, VCCC) булыуы мөмкин. Ижектең башында ла, аҙағында ла өс тартынҡынан торған консонант кластер төшөп ҡала.

Суперсегмент күренештәр

үҙгәртергә

Сөғд телендә баҫым ирекле, һуҙынҡылар һанына ғына бәйле, ул оҙон һуҙынҡылы беренсе ижеккә төшә. Һүҙҙәрҙең тамырында оҙон һуҙынҡы булмаһа, баҫым ялғауға (флексия) күсә.

Бөтә баҫымһыҙ ҡыҫҡа һуҙынҡылар, [o] өнөнән башҡа, [ə]-гә тиклем редукциялана.

«Ауыр» һәм «еңел» нигеҙҙәр

үҙгәртергә

Сөғд телендәге һүҙҙәрҙең тамырҙары ике категорияға бүленә: составында бер оҙон һуҙынҡы йәки дифтонг булған бөтә тамырҙар ҙа баҫымлы һәм «ауыр» тип атала; тик ҡыҫҡа һуҙынҡыларҙан торған тамырҙар баҫымһыҙ һәм «еңел» тип атала.

«Еңел» һәм «ауыр» нигеҙҙәр ритмик закон йоғонтоһонда ята: «ауыр» нигеҙҙәр баҫымды үҙенә тарта, шуның иҫәбенә ялғауҙар, редукцияға бирелеү һөҙөмтәһендә үҙгәрә, ә «еңел» нигеҙҙәр менән улай булмай. Ошоноң арҡаһында «еңел» һәм «ауыр» нигеҙле һүҙҙәр килеш һәм зат менән төрлөсә үҙгәрә: мәҫәлән, «ауыр» нигеҙле исемдәрҙең редукцияға бирелгән ялғауҙары беленмәй башлай (айырылыуҙан туҡтай?), һәм был исемдәрҙең, алты килешле «еңел» нигеҙле һүҙҙәрҙән айырмалы, бары өс кенә килеш формаһы бар.

Морфологияһы

үҙгәртергә

Сөғд теле, синтетик һәм агглютинатив телдәр һыҙаттарын берләштереп, ҡатнаш типтағы телдәр иҫәбенә инә.

Килеш менән үҙгәреш

үҙгәртергә

Сөғд телендә исемдәрҙең род категорияһы: мужской, женский һәм средний род булған, средний род юҡҡа сыға барған, һәм һүҙҙәр яйлап мужской һәм женский родҡа күсә барған.

«Еңел» һәм ауыр «нигеҙҙәрҙең» килеш менән үҙгәреше принципиаль айырыла. Әгәр «еңел» нигеҙҙәрҙең 6 килеше булһа, «ауыр» нигеҙлеләрҙең, һуҙынҡы флексияларҙың редукцияһы арҡаһында, ни бары өс килеш. u и на -ya «еңел» нигеҙлеләр башҡа «еңел» нигеҙлеләргә ҡарағанда килеш менән бер ни ҡәҙәр башҡараҡ үҙгәргән. "Ритмик закон"дың ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, сөғд телендә «ауыр» нигеҙҙәр флексияларын «еңел» өлгөһө буйынса төҙөү тенденцияһы булған.

Һан категорияһы күплек һәм берлек һандарынан тора. Бөтә родтарҙың да күплек формалары бер иш булған үҙгәргән.

«Еңел» нигеҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше
үҙгәртергә
Килеш Мужской — a нигеҙле Средний — a нигеҙле Женский — ā нигеҙле Мужской — u нигеҙле Женский — ū нигеҙле Мужской — ya нигеҙле Женский — нигеҙле Күплек
Именительный килеш (nom). -i -u -a, -e -a -a -i -yā -ta, -īšt, -(y)a
Звательный килеш (voc). -u -u -a -i, -u -iya -yā -te, -īšt(e), -(y)a
Винительный килеш (acc). -u -u -u, -a -u -u -(iy)ī -yā(yī) -tya, -īštī, -ān(u)
Родительный килеш (gen).- Дательный килеш (dat). -yē -ya -(uy)ī -uya -(iy)ī -yā(yī) -tya, -īštī, -ān(u)
Местный килеш (loc). -ya -ya -ya -(uy)ī -uya -(iy)ī -yā(yī) -tya, -īštī, -ān(u)
Творительный килеш (instr).- Аблатив (abl). -a -a -ya -(uy)ī -uya -(iy)ī -yā(yī) -tya, -īštī, -ān(u)
«Ауыр» нигеҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше
үҙгәртергә

«Ауыр» нигеҙле исемдәрҙең мужской һәм средний родта килеш менән үҙгәреүе айырылмай.

Килеш Мужской һәм средний род Женский род Күплек
Прямой килеш -t
Звательный килеш -Ø, -a -e -te
Косвенный килеш -tī

Сифаттар исемдәр кеүек килеш менән үҙгәргән. Күпселек сифаттарҙың нигеҙе женский родта -č ялғауын ала, мәҫәлән, «смешанный» сифаты: мужской род (masc.) — pətristē, ләкин женский род (fem.) — pətrisč.

Сағыштырыу дәрәжәһе -(i)star суффиксы ярҙамында булдырылған, мәҫәлән, murzək короткий — murzək-star «короче». Артыҡлыҡ дәрәжәһе -tar суффиксы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Будда дини текстарында артыҡлыҡ дәрәжәһе сағыштырыу дәрәжәһендәге сифат + ēw «один» йәки āδparm «совсем» һүҙе ярҙамында яһалған, мәҫәлән, ew murzək-star «самый короткий».

Зат алмаштары

үҙгәртергә

Сөғд телендә тик беренсе һәм икенсе зат алмаштары була, өсөнсө зат урынына, боронғо грек һәм иҫке славян телдәренә оҡшатып, күрһәтеүсе алмаш ҡулланылған.

Килеш 1 sg 2 sg 1 pl 2 pl
Прямой килеш azu taγu māx(u) šmax(u)
Косвенный килеш maná tawa
Клитика (Клитик форма),
прямой килеш
-m -f(i) man -fan
Клитика (Клитик форма),
косвенный килеш
-mi -t(i) -tan

Күрһәтеүсе алмаштар

үҙгәртергә

Сөғд телендә күрһәтеүсе алмаштарҙың ике тибы: көслө дейксис һәм көсһөҙ дейксис менән, беренселәре 3-сө зат зат алмаштары һәм артиклдәр сифатында, икенселәре — күрһәтеүсе алмаштар сифатында ҡулланылған.

Сөғд теленең күрһәтеүсе алмаштары, һөйләшкәндән объектҡа тиклем арауыҡҡа ҡарап, өс класҡа бүленә: проксималь (яҡын ара), медиаль (уртаса ара) һәм дисталь (ҙур ара), система әрмән һәм грузин телдәрҙекенә оҡшаш.

Башҡа һинд-иран телдәрендәге кеүек, ҡылым ике нигеҙгә, хәҙерге һәм үткән заман нигеҙенә эйә, һуңғылары өҫтәлгән аугментлы хәҙерге заман нигеҙҙәре булып тора. Ритмик нигеҙҙәре, исем нигеҙҙәренә оҡшатып, еңел һәм ауыр төрҙәргә бүленә.

Башҡа һинд-иран телдәрендәге кеүек, ҡылымдың ике: хәҙерге һәм үткән заман нигеҙе бар, мәҫәлән, «делать» kun- ҡылымы əkt-? үткән заман нигеҙен тәшкил итә, шулай итеп, я делаю (azu) kunam, ә «я сделал» — (azu) əktu кеүек яңғырай. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡылымдар имперфекттың айырым нигеҙенә эйә.

Исем нигеҙҙәр кеүек үк, ритмик нигеҙҙәр еңел һәм ауыр төрҙәргә бүленә.

Ҡылымдың зат формалары һан (берлек һәм күплек) һәм зат (беренсе, икенсе, өсөнсө) категорияларына эйә.

Сөғд телендә хәҙерге, үткән, киләсәк заман һәм перфект формалары булған.

Хәҙерге заман
үҙгәртергә

Хәҙерге замандың хәбәр һөйкәлеше хәҙерге заман нигеҙенә хәҙерге заман зат алмашын ҡушыу ысулы менән яһалған. Берлектәге 1-се зат «слушать» (patγōš-) ҡылымы презенста patγōšam, берлек 2-се затта patγōš һ. б. була.

Хәҙерге замандың зат ялғауҙары

Зат «Еңел» нигеҙ «Ауыр» нигеҙ
1 -ām -am
2 -ē, (-Ø) -Ø, -ē
3 -ti -t
1 -ēm(an) -ēm(an)
2 -θa, -ta -θ(a), -t(a)
3 -and -and
Имперфект
үҙгәртергә

Имперфект имперфекттың зат ялғауын имперфект нигеҙенә ҡушып яһалған, әгәр ҡылымдың имперфект нигеҙе булмаһа, ялғау хәҙерге заман нигеҙенә ҡушылған. Әйтәйек, берлектә 1-се зат «слушать» (patγōš-) ҡылымы имперфектта — patγōšu, берлектәге 2-се затта — patγōši һ.б. буласаҡ.

Имперфекттың зат ялғауҙары

Зат «Еңел» нигеҙ «Ауыр» нигеҙ
1 sg. -u -Ø, -u
2 sg. -i -Ø, -i
3 sg. -a
1 pl. -ēm(u), -ēm(an) -ēm(u), -ēm(an)
2 pl. -θa, -ta -θ(a), -t(a)
3 pl. -and -and
Үткән заман
үҙгәртергә

Ҡылымдың үткән заманы үткән замандың таҙа нигеҙе һәм ярҙамсы ҡылымдың зат формаһы ярҙамында барлыҡҡа килә. Күсемле ҡылымдарҙа — «быть» as-, күсемһеҙ ҡылымдарҙа «иметь» δar- ҡылымы ҡулланылған.

Күсемле ҡылымvt Күсемһеҙ ҡылымvi
Һан Берлек Күплек Берлек Күплек
1 sg wēt-δaram wēt-δarēm murt-im murt-ēm
2 sg wēt-δarē wēt-δarθ murt-iš murt-asθ
3 sg wēt-δari wēt-δarant murt-i murt-ant
  • vt «видеть» ҡылымы ҡулланыла, хәҙерге заман нигеҙе wēn, үткән заман нигеҙе wēt.
  • vi «умирать» ҡылымы ҡулланыла, хәҙерге заман нигеҙе, mir, үткән заман нигеҙе murt.

Вид (лингвистика)

үҙгәртергә

Сөғд телендә ҡылымдар совершенный һәм несовершенный видҡа эйә (камил һәм камил булмаған төр?)

Һөйкәлеш

үҙгәртергә

Сөғд телендә хәбәр, теләк, шартлы теләк (сослагательный), бойороҡ һәм ихтималлыҡ (оптатив) һөйкәлештәре булған.

Зат формаһы булмаған ҡылымдар

үҙгәртергә

Сөғд телендә зат формаһы булмаған (нефинитная форма) ҡылымдарға: хәҙерге һәм үткән заман сифат ҡылымдары (причастие), хәҙерге һәм үткән заман инфинитивтары, герундий һәм ҡылым сығышлы сифат (отглагольное прилагательное) ҡарай.

Үткән заман инфинитивы
үҙгәртергә

Үткән заман инфинитивы үткән заман нигеҙе + -e ялғауы йәки ялғауһыҙ, мәҫәлән βaγt-e («давать», βaxš- хәҙерге заман нигеҙе) һәм γōβāt («хвалить», γōβ- хәҙерге заман нигеҙе).

Хәҙерге заман инфинитивы
үҙгәртергә

Хәҙерге заман инфинитивы христиан, будда һәм манихей текстарында төрлөсә яһала (миҫал сифатында wēn «видеть» нигеҙле ҡылым ҡулланыла:

  • Христиан текстарында par предлогы + -u ялғаулы йәки ялғауһыҙ: par wēn(u) хәҙерге заман нигеҙе.
  • Манихей текстарында -i ялғаулы йәки ялғауһыҙ: wēn(i) хәҙерге заман нигеҙе ҡулланылған.
  • Будда текстарында нигеҙ : wēn-ē-гә тиклем *-aka суффиксы ҡушылып үҫтерелгән.
Герундий
үҙгәртергә

Герундий хәҙерге заман нигеҙенә: βar-kya «приношение», wāβ-ki «говорение» -kya йәки -kī ялғауҙарын ҡушып булдырылған.

Тел материалы сығанаҡтары

үҙгәртергә

Сөғд телендә яҙылған күп текстар, башлыса манихей трактаттары, әммә христиан (несториан) һәм будда дини әҫәрҙәре, шулай уҡ хужалыҡ-административ документтар («Муг тауынан хаттар») килеп еткән[12].

Рәсәйҙә сөғд теленекенә оҡшаған гидронимдар

үҙгәртергә

Рәсәйҙәге Тулун, Куйтун һәм Нижнеудин райондарының төньяғында һәм Иркутск өлкәһенең Братский районы территорияһында (Ия һәм Уда йылғалары бассейнында) об элементтары (мәҫәлән, «Обь» йылғаһының атамаһы, был һүҙ иран телдәрендә һыу тигәнде аңлата) булған боронғо Иран гидронимдары таралған. А. П. Окладников фекеренсә, Орхон төркиҙәре һәм уйғырҙары дәүерендә иран телле халыҡтың көнсығышҡа Ангара бассейнына (ҡушылдығы Унга йылғаһы) тиклем таралыуы мөмкин. Бындай гидронимдар шулай уҡ Тажикстандағы Пяндж йылғаһы бассейнында осрай[13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Яғноб теле

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Виноградова С. П. Согдийский язык // Языки мира. Иранские языки III. Восточноиранские языки. М.: Индрик, 2000.
  • Хромов А. Л. Ягнобский язык. — М.: Наука, 1972. — 208 с.
  • Skjaervo, P. Manichaean Sogdian Primer. Harvad. 2007.
  • Yoshida, Y. Sogdian // The Iranian Languages. Ed. by G. Windfuhr. L and NY: Routledge. 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Владимир Лившиц: Почему в Хорезме писали на верблюжьей челюсти — Общество — Новости Санкт-Петербурга — Фонтанка.Ру. Дата обращения: 26 февраль 2021. Архивировано 25 март 2018 года.
  2. Roland Bielmeier. YAGHNOBI (ингл.). Encyclopaedia Iranica (2006). Дата обращения: 17 октябрь 2020. Архивировано 13 март 2022 года.
  3. Ягнобской язык // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

  4. Paul Bergne. The Birth of Tajikistan: National Identity and the Origins of the Republic. — I. B. Tauris. — P. 6–. — ISBN 978-1-84511-283-7. Архивная копия от 24 июль 2020 на Wayback Machine
  5. Хромов, 1972, p. 208
  6. Stamp-seal; bezel British Museum (ингл.). The British Museum. Дата обращения: 10 июнь 2022. Архивировано 8 апрель 2022 года.
  7. Например, Бугутская надпись, установленная в Монголии во время первого Тюркского каганата, содержала в том числе и надпись на согдийском языке, см. [1]
  8. Дьяконов И. М., Дьяконов М. М., Лившиц В. А. Документы из древней Нисы (Дешифровка и анализ). // Материалы Южно-Туркменской Археологической Комплексной Экспедиции, Вып. 2. — М.—Л., 1951. С. 47
  9. Лившиц В. А., Согдийцы в Семиречье: лингвистические и эпиграфические свидетельства // Красная речка и Бурана. Фрунзе. 1989, с. 79-80
  10. Лившиц В. А., Согдийские документы с горы Муг. Выпуск 2. Чтение. Перевод. Комментарий. Юридические документы и письма. М., 1962, с. 29, 55
  11. Лившиц В. А. О древней согдийской письменности Бухары // Вестник древней истории, 1954, № 1.
  12. Согдийские документы с горы Муг. Чтение, перевод, комментарий. Выпуск II (Юридические документы и письма). Чтение, перевод и комментарии В. А. Лившица. М., Издательство восточной литературы, 1962. Дата обращения: 27 февраль 2013. Архивировано 19 ноябрь 2011 года.
  13. М. Н. Мельхеев «Топонимика Бурятии» с. 42. Дата обращения: 21 сентябрь 2020. Архивировано 30 сентябрь 2020 года.

Ҡалып:Иранские языки