Памир (ҡыт. Упр. 帕米尔, пиньинь Pàmǐ'ěr; фарсы. پامیر‎; пушту телендә پامیر,‎ Pamir; тажик телендә Помир; һинди सुमेरु; урду телендә پامیر‎, Pamir; дунган телендә Цунлин) — Үҙәк Азияның көньяғында һәм Гималай тау теҙмәһенең төньяғында тау системаһы, башлыса Тажикстан (Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе), Ҡытай, Афғанстан һәм Пакистан биләмәһендә[к. 1][1]. Памир Үҙәк Азияның башҡа ҡеүәтле тау системалары армыттары — Һиндукуш, Ҡараҡором (тау системаһы), Куньлунь һәм Тянь-Шань тоташҡан урында урынлашҡан[к. 2].

Памир
Характеристикалар
Майҙаны120 000 км²
Оҙонлоғо500 km
Киңлеге300 km
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеКонгур 
Бейек нөктәһе7649 м
Урынлашыуы
38°35′38″ с. ш. 75°18′48″ в. д.HGЯO
Илдәр
Азия
Красная точка
Памир
 Памир Викимилектә
Памир йыһандан: уң яҡта Тарим бассейны, һулда Афғанстандың өлөшө, Гиндукуш, Бактрия, Төркөстан һырты, Фирғәнә үҙәне, Тянь-Шандың төп һырты
Памир тауҙарының топографик картаһы
Исмоил Сомони түбәһе (элек-Коммунизм пигы)
Бартанг йылғаһының тарлауығы

XVIIIXX быуаттарҙа Памир һәм уның тирә-яғындағы өлкәләр Британия һәм Рәсәй империялары араһындағы геосәйәси дәғүә урынына әүерелә, был күренеш британ геосәйәсәте тарихында «Ҙур уйын» тип атала[к. 3].

Әлеге ваҡытта Памир бер нисә дәүләт араһында хәл ителмәгән ҡаршылыҡтарҙың үҙәге булып тора, был төбәктә геосәйәси көсөргәнеш тыуҙыра[2].

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

Б. э. т. 140—135 йылдарҙа Памир буйлап ҡытай кешеһе Чжан Цянь сәйәхәт итә, Ул беренселәрҙән булып Памирҙы «һуған тауҙары» (цун-лин, традицион ҡытай телендә 蔥嶺) тип атай. Бында электән ҡырағай тау һуғандары (анзурҙар[к. 4]) күпләп үҫкән. Ул Памирҙы Тянь-Шандың дауамы тип уйлай[3].

Әҙәбиәттә «Памир» һүҙе тәүге тапҡыр VII быуатта Ҡытай сәйәхәтсеһе һәм Тан династияһы тәржемәсеһе Сюаньзан яҙмаларында телгә алына. Ул ваҡытта дипломатик маҡсаттарҙа Амударья йылғаһының сығанағы булған илдәрҙә була. Сюаньцзян, урындағы халыҡ һүҙҙәренә таянып, былай тип билдәләй: «Ике ҡар һырты араһында „По-ми-ло“, башҡа сығанаҡтар буйынса „Па-ми-яй“ иле һуҙыла[4], унда һыуыҡ һәм елдәр хакимлыҡ итә, ҡышын һәм йәй ҡар яуа, тупраҡ тоҙло һәм таш менән ҡапланған». «По-ми-ло» атамаһын, ул башҡа сығанаҡтарға ярашлы «Па-ми-яй»[5], тип ҡытай телендә яҙа — уны ижектәргә бүлә. Был, һис шикһеҙ, Памирға тап килә, сөнки ҡытай телендә «р» хәрефе әйтелмәй[6][7].

Памир атамаһын төрлөсә яҙғандар. IX—X быуат әҫәрҙәрендә исеме «Фамир» йәки «Бамир» булараҡ осрай. Ғәрәптәр был исемде һиндтарҙан алған, һинд мифологияһында Меру тауы бар. Ул, әйтерһең дә, донъя үҙәгендә урынлашҡан тигән фекер бар. Будда географияһында иһә Гималай һәм Көньяҡ Тибет донъя үҙәге тип һанала. Ошонан «Упа-Меру», йәғни "аҫҡа ятҡан ил тигән фараз барлыҡҡа килә[6].

Марко Поло — Италия сауҙагәре һәм сәйәхәтсеһе. Ул XIII быуатта Азия буйлап, атап әйткәндә, Памир буйлап сәйәхәт итеү тарихын билдәле "Донъя мөғжизәләре китабы"нда таныштыра. Был тауҙың атамаһын «Памер» йәки «Памиер» тип яҙа. Һинд һәм Амударъя йылғаларының үрге ағымында күп кенә географик атамалар оҡшаш: Памир, Кашмир, Тиричмир, Аймир һәм башҡалар. Был атамаларҙың нигеҙен санскрит телендәге «донъя» һүҙе тәшкил итә, ул «күл» тигәнде аңлата[8]. Памирҙа, ысынлап та, күлдәр бик күп. «Памир» һүҙенең килеп сығышын раҫлау мөмкин булмай, беренсе ижек асыҡланмаған булып ҡала[6][9].

Мирза-Гайдарҙың XVI быуаттағы фарсы телендәге әҫәрендә «Памир» йәки «Бамир» исеме телгә алына; Иран тел белгестәре фаразлауынса, «Памир» — фарсы һүҙе «Бам-иар», йәғни «ер түбәһе» тигәнде аңлата. Моғайын, «Донъя ҡыйығы» тигән билдәле билдәләмә шунан килгәндер. Уның тажик теленән транслитерацияһы — «Боми дунье», ул «донъяның ҡыйығы» тигәнде аңлата. Фарсы теленән башҡа аңлатмалар ҙа була, мәҫәлән, «По-и-мор», йәғни «үлем итәге», йәки «По-и-мург» — «ҡош аяғы». Әммә был атамалар географик мәғәнәнән алыҫ тора[6][10].

50-се йылдар аҙағында башта үзбәк географы К. Хәсәнов, һуңынан профессор Н. Г. Малицкий тарафынан Афғанстанда әлегә тиклем «Памир» түгел, ә «Па-и-михр» тип яҙыуҙары хаҡында фараз әйтелә. «Михр» йәки «Митр»[6] — боронғо ирандарҙың ҡояш аллаһы, һәм «Пай-михр» һүҙе «ҡояш итәгендә йәки ҡояш илаһы», йәғни көнсығышта ҡояш сыҡҡан тау тигәнде аңлатырға тейеш. Боронғо иран халыҡтары йәшәгән ерҙәргә ҡарата[11] Памир ысынлап та шундай урынды биләй, һәм был атама тап килә. Бәлки, унан «Памир» һүҙе килеп сыҡҡандыр[6].

Орографияһы

үҙгәртергә

Памирҙың һырттары

үҙгәртергә
  • Фәндәр Академияһы һырты
  • Ванч һырты
  • Вахан һырты
  • Вахш һырты
  • Дарваз һырты
  • Заалай һырты
  • Зулумарт һырты
  • Ишкашим һырты
  • Калат (тау)
  • Каратегин һырты
  • Музкол
  • Петр I һырты
  • Пшарт һырты
  • Рушан һырты
  • Сарыколь һырты
  • Төньяҡ Танымас һырты
  • Төньяҡ Аличур һырты
  • Хазратишох
  • Шахдарин һырты
  • Шугнан һырты
  • Южно-Аличур һырты
  • Язгулем һырты

Сығанаҡ[12].

Название Провинция / страна Макс. бейеклеге (диңгеҙ кимәленән метр бейеклектә)) Оҙонлоғо (км) Боҙлоҡтар майҙаны (кв.км)
Төньяҡ Танымас һырты Көньяҡ Памир 6018 68 200
Сарыколь һырты Көньяҡ Памир 6351 402 132
Вахан һырты Көньяҡ Памир 6281 186 96
Төньяҡ Аличур һырты Көньяҡ Памир 5929 130 70
Ашарт һырты Көньяҡ Памир 4734 57 0
Музтаг-Сарыколь һырты Көньяҡ Памир 5821 44 0
Көньяҡ-Аличур һырты Көньяҡ Памир 5706 150 0
Музкол һырты Көньяҡ Памир 6233 110 250
Петр I һырты Көнбайыш Памир 6785 200 900
Фәндәр Академияһы һырты Көнбайыш Памир 7495 110 660
Язгулем һырты Көнбайыш Памир 6974 131 438
Дарваз һырты Көнбайыш Памир 6083 200 420
Ишкашим һырты Көнбайыш Памир 6096 79 300
Шахдарин һырты Көнбайыш Памир 6726 113 270
Ванч һырты Көнбайыш Памир 5000 83 221
Рушан һырты Көнбайыш Памир 6080 120 200
Шугнан һырты Көнбайыш Памир 5704 99 150
Белеули (тау һырты) Көнбайыш Памир 5358 67 120
Сары-Бель (һырт) Көнбайыш Памир 4030 30 0
Сары-Айгыр һырты Көнбайыш Памир 4867 42 0
хр. Заалайский Көнбайыш Памир 7134 273 1194

Памирҙың тау түбәләре — ете меңлектәр

үҙгәртергә
  • Конгур түбәһе (бейеклеге 7649 м) — Ҡытай биләмәһендә урынлашҡан Памирҙың иң бейек нөктәһе.
  • Исмоил Сомони түбәһе (элекке Коммунизм түбәһе) (бейеклеге 7495 м) — элекке СССР-ҙың иң юғары нөктәһе, 1880-се йылдарҙа Памирҙы өйрәнеүсе урыҫ тикшеренеүселәре аса[13]. Хата буйынса Гармо пигына тиңләштерелә; һуңыраҡ хата төҙәтелә. 1932 йылда Сталин түбәһе тип атала; 1962 йылда Коммунизм түбәһе тип үҙгәртелә; 1998 йылда Исмоил Сомони түбәһенә үҙгәртелә.
  • Ленин түбәһе (Әбүғәлисина түбәһе) — бейеклеге 7134 м, 1871 йылда асыла, Кауфман түбәһе тип атала; 1928 йылда Ленин түбәһе тип үҙгәртелә; 2006 йылда Әбүғәлисина тип (Әбүғәлисина хөрмәтенә) тип атала[14], шулай уҡ Ибн Сина түбәһе атамаһы менән йөрөтөлә.
  • Корженевская түбәһе — бейеклеге 7105 м, 1910 йылда урыҫ географы Н. Л. Корженевский аса, ҡатыны Евгения Корженевская хөрмәтенә атала.

Памирҙың башҡа тау түбәләре

үҙгәртергә
  • Гармо түбәһе;
  • Карл Маркс түбәһе:
  • Маяковский түбәһе;
  • Музтагата;
  • Бойондороҡһоҙлоҡ түбәһе;
  • Фрунзе түбәһе;
  • Эйлер түбәһе;
  • Энгельс түбәһе.

Памир өсөн оҙайлы һәм ҡырыҫ ҡыш һәм ҡыҫҡа йәй хас. Түбәләре йыл әйләнәһенә ҡар менән ҡаплаулы.

Памир климаты — бейек таулы, ҡырыҫ, киҫкен континенталь. 2500 м бейек таулы райондарға Үҙәк һәм Көнсығыш Памир[к. 5] инә, был райондарҙың климаты континенталь. Ҡыштан йәйгә тиклем һәм төндә температураның тирбәлеүе ярайһы уҡ ҙур һәм көнсығышҡа табан күтәрелә. Йыш ҡына ҡышҡы иртәлә −20 °C тирәһе температура була, ә төштән һуң нулдән бер нисә градусҡа юғары күтәрелә. Памир субтропик бүлкәттә урынлашҡан, ҡышын бында уртаса киңлектәге һауа массалары өҫтөнлөк итә, йәйен — тропик. Ғинуар айында уртаса температура яҡынса 3600 м бейеклектә −17,8 °C. Ҡыш октябрҙән апрелгә тиклем дауам итә. Абсолют температура минимумы −50 °C. Йәй ҡыҫҡа һәм һыуыҡ. Йәйге температура 20 °C-тан юғары күтәрелмәй. Июлдә уртаса температура (ғинуарҙағы кеүек үк бейеклектәр өсөн) — 13,9 °C. Айырыуса уңайһыҙ климат шарттары Көнсығыш Памирҙа. Бында ҡыш оҙон һәм ҡырыҫ. Октябрҙән апрелгә тиклем кире айлыҡ температура күҙәтелә. Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура −14 °C-тан −26 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Абсолют минимум бик түбән: −63 °C (Булункуль гидрометеорологик станцияһы мәғлүмәттәре буйынса). Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡын. Июль айындағы уртаса һауа температураһы 15 °C-тан артмай (Сарез күле буйында Ирхт гидрометеорологик станцияһы урынлашҡан). Абсолют максимум 20 °C (академик Н. П. Горбунов исемендәге гидрометеорологик станция[к. 6], Федченко боҙлоғо[к. 7]) 34 °C тиклем (Ирхт гидрометеорология станцияһы)[к. 8].

 
Федченко боҙлоғоноң һул яғындағы ҡая баҫҡыстарында Академик Н. П. Горбунов исемендәге гидрометеорология станцияһы

Һыуыҡ осорҙоң оҙайлылығы 111 көн тәшкил итә (Ирхт метеостанцияһы), ә ҡайһы бер һалҡын райондарҙа (Шаймаҡ, Күл, Болонкүл) һыуыҡ булмаған осор бөтөнләй юҡ. Таулы участкалар төрлө температуралы осорҙар башланыу һәм тамамланыу ваҡыты буйынса ла, ошо осорҙар оҙайлығы буйынса ла айырылып тора. Шулай итеп, тауҙарҙа температура 5 °C-тан юғары булған осор — 90 — 160 көн, 10 °C — 26 — 44 көн, Ҡаракүлдә һәм Федченко боҙлоғонда температура 0 °C-тан юғары булған осор юҡ[15]. Мургаба, Оксу үҙәндәрендә, тымыҡ уйпатлыҡтарҙа (Каракүл һ. б.) күп йыллыҡ туң тау тоҡомдары таралған. йыллыҡ яуым-төшөмгә башлыса массаларҙың көньяҡ-көнбайышҡа күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән циклондар йоғонто яһай. Рельефтың ҡатмарлылығы һәм бейеклектең төрлөлөгө айырым участкаларҙа яуым-төшөм һиҙелерлек тигеҙһеҙ. Дымлы көнбайыш һауа массаларына дусар булған таулы урындарҙа яуым-төшөмдөң күп өлөшө яуа. Был һауа массаларынан бейек тауҙар менән кәртәләнгән көнсығыш райондар дымды аҙ ала[15]. Көнбайыш Памир ярайһы уҡ юғары температуралар менән айырылып тора. Әйтәйек, Дарвазе метеостанцияһында ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура ыңғай һәм 0,2 градус тәшкил итә. Һауа температураһының абсолют минимумы −34 градусҡа етә (Тавильдар метеостанцияһы)[15].

Көнбайыш Памир үҙәндәрендә йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 92 — 260 мм, Көнсығыш Памирҙа — 60 — 119 мм. Таулы тауҙарҙа һәм тау битләүҙәрендә яуым-төшөм күләме арта (Федченко боҙлоғонда — 1100 мм). Йәй Көнсығыш Памирҙа Һиндостандың муссон әйләнешендә ҡатнашҡан дымлы тропик һауа массаларының йоғонтоһо булыуы ихтимал.

Памирҙың өлкә үҙәктәре буйынса ҡайһы бер климатик мәғлүмәттәр:

  • Калай-Хумбала уртаса йыллыҡ температура — 12,3 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 507 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күп өлөшө март айында яуа, уртаса 101 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 25,1 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −1,8 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 100 мм. Уртаса температура йыл дауамында 26,9 °C-ҡа үҙгәреп тора.
  • Ванчела уртаса йыллыҡ температура — 9,9 °C. Яуым-төшөм йыл һайын яҡынса 341 мм яуа. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе март айында яуа, уртаса 64 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 23,0 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4,9 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 63 мм. Йыл дауамында уртаса температура 27,9 °C-ҡа үҙгәреп тора.
  • Рушанда уртаса йыллыҡ температура — 9,2 °C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 292 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөмдөң күп өлөшө март айында яуа, уртаса 54 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температура 22,4 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,1 °C. Был йыл эсендә иң түбән температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 54 мм. Йыл дауамында уртаса температура 28,5 °C-ҡа үҙгәреп тора.
  • Хорог ҡалаһында уртаса йыллыҡ температура — 9,3 °C. уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 276 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 0 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе март айында яуа, уртаса 52 мм. Йылдың иң йылы айы — август, уртаса температураһы 22,6 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,2 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 52 мм. Уртаса температура йыл дауамында 28,8 °C-ҡа үҙгәреп тора.
  • Ишкашимдә уртаса йыллыҡ температура — 7,5 °C. уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 416 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 4 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе апрель айында яуа, уртаса 82 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 19,5 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,0 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 78 мм. Уртаса температура йыл дауамында 25,5 °C-ҡа үҙгәреп тора.
  • Мургабта уртаса йыллыҡ температура 0,3 °C. Яуым-төшөм йыл һайын яҡынса 72 мм яуа. Иң ҡоро ай — ноябрь, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе май айында яуа, уртаса 11 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 13,8 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −15,5 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Яуым-төшөмдөң иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһындағы айырмаһы — 10 мм. Уртаса температура йыл дауамында 29,3 °C-ҡа тиклем үҙгәрә[16].

Гляциология

үҙгәртергә
 
Федченко боҙлоғо, Landsat-7 һүрәте
  • Федченко боҙлоғо — Памирҙа иң ҙур боҙлоҡ. Үҙәк Тажикстан (таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе) территорияһында урынлашҡан. Боҙлоҡтарҙың тау-үҙән тибына ҡарай. Донъяла поляр өлкәләрҙән ситтә урынлашҡан иң оҙон боҙлоҡ булып тора. Боҙлоҡтоң майҙаны яҡынса 700 км². Евразия боҙлоҡтары араһында Федченко боҙлоғо майҙаны буйынса Сиачендың Ҡаракорам (оҙонлоғо 76 км, майҙаны 750 км²) һәм Балторо (оҙонлоғо 62 км, майҙаны 750 км²) боҙлоҡтарынан ғына ҡалыша.
  • Медвежий боҙлоғо Бадахшанда, Фән академияһы һыртының көнбайыш битләүендә урынлашҡан, ул Памирҙың төп субкиңлек геологик структуралары йүнәлешенә арҡыры һуҙылған. Уның хәҙерге үҙәне бер-береһенән айырылып торған ике өлөштән: үҙәндән һәм боҙлоҡтоң фирнлы өлкәһенән тора. Үҙәне (Хирсдар йылғаһы үҙәне, Абдукагор йылғаһы бассейны, Ванч йылғаһының һул сығанағы) — тәрән уйылған тарлауыҡлы[17].

Медвежий боҙлоғоноң хәрәкәт тиҙлеге күп тапҡырға арта: 1916 йыл алдынан, 1937 йылда һәм 1951 йылда. Әммә был боҙлоҡ белгестәрҙең иғтибарын 1963 йылда ғына йәлеп итә, ул саҡта боҙлоҡ үҙенең үҙәне (Хирсдар йылғаһы) буйлап 1,75 саҡрымға тиерлек аҫҡа шыуа һәм, Абдукагор үҙәнен кәртәләп, Ванча үренә сыға. Боҙлоҡ тиҙлеге 1963 йылдың яҙында көнөнә 100 метрға тиклем етә, ә июль башында сёрдж туҡтай. Боҙлоҡ осонда Абдукагор күле барлыҡҡа килә. Боҙлоҡтоң сираттағы хәрәкәте 10 йылдан һуң була һәм 1973 йылдың авгусына тиклем дауам итә. Ул был юлы алғараҡ шыуа. Артабан хәрәкәт даими ҡабатлана, ә инде яңы мең йыллыҡта төрлө ҙурлыҡта. 1989 йылдың март — июль айҙарында Тажик гидрометеорология хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән үлсәүҙәр һөҙөмтәһендә боҙлоҡ теленең хәрәкәте тиҙлеге үҙгәреүе тураһында өҙлөкһөҙ яҙма алына, шулай уҡ уларҙың максимумдары билдәләнә (13 — 17 июндә тәүлегенә 50 метрҙан ашыу).

Медвежий боҙлоғоноң һәм Памир боҙлоҡтарының торошон 1990-сы йылдар аҙағында алып «Мир» орбиталь станцияһы экипаждары күҙәтеү алып бара, әлеге ваҡытта — Халыҡ-ара йыһан станцияһы

Гидрографияһы

үҙгәртергә

Йылғалары

үҙгәртергә
  • Баляндкиик
  • Бартанг
  • Белеули
  • Ванч
  • Гунт
  • Каинды (йылға)
  • Маркансу
  • Обихингоу
  • Памир (йылға)
  • Пяндж
  • Сауксой
  • Сельдара
  • Шахдара
  • Язгулем

Геологик төҙөлөшө

үҙгәртергә

Памир тауҙары геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлы һәм төрлө булыуы менән айырылып тора. Уларҙың составына ултырма тоҡомдар — эзбизташтар, ҡомташтар һәм кристаллы тоҡомдар, атап әйткәндә, граниттар инә. Унда тау гәлсәре, аҫыл таш бөрсөктәре бар[18].

Памирҙың физик-географик районлашыуы

үҙгәртергә

Памирҙы районлаштырыуҙың бер нисә схемаһы бар. Һәр бер өлкәһенең шәхси үҙенсәлектәре һәм йөҙө бар. Районлаштырыу орография, геология, геоморфология, гидрология, гляциология, климат айырмалыҡтары, геоботаника мәғлүмәттәре һәм башҡа тәбиғәт билдәләре нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

XX быуаттың икенсе яртыһында Памирҙы тикшеренеүсе, географ һәм геоботаник Окмир Агаханянц киң ялан тикшеренеүҙәре һәм фәнни анализ нигеҙендә Памирҙы физик-географик өлкәләргә бүлеү схемаһын тәҡдим итә, ул «Памир Агаханянецтың районлаштырыу схемаһы» тип атала[19].

Памирҙа йәшәгән халыҡтар

үҙгәртергә

Памир халыҡтары телдәре

үҙгәртергә

Бәйләнеш юлдары

үҙгәртергә

Юлдар, һуҡмаҡтар һәм оврингтар

үҙгәртергә

Иҫке Памир тракты

үҙгәртергә

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Чечекта Памир биология станцияһы

үҙгәртергә

Памирҙы өйрәнеүсе күренекле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Около 2/3 территории Памира охватывает Горно-Бадахшанская автономная область Республики Таджикистан. Вопрос о природных границах Памира спорный, под Памиром понимают природную территорию, ограниченную на севере Алайской долиной, на востоке — Сарыкольским хребтом, на юге — озером Зоркуль, долиной реки Памир и верховьем реки Пяндж, на западе — меридиональным отрезком долины реки Пяндж, на северо-западе к Памиру относят восточные части хребтов Петра I и Дарвазского. Некоторые советские-российские исследователи (К. В. Станюкович, Э. М. Мурзаев и другие) относят к Памиру только восточную часть указанной территории. Другие (Н. А. Гвоздецкий, Р. Д. Забиров и другие) включают прилегающие с востока Кашгарские горы; О. Е. Агаханянц рассматривал ещё южный склон Гиндукуша и восточный склон хребта Лаль на западе.
  2. Памир, Памиры — обширное высокое нагорье в Средней Азии, расположенное в верховьях Амударьи и Тарима, между Тянь-Шанем на Севере и Гиндукушем на Юге. Приподнятое в наиболее низких своих частях на высоту 10½—14 тыс. фт. (3048—4267 м) над уровнем моря, нагорье это в общем представляет систему длинных, ветвистых более или менее плоских и широких речных долин и озёрных бассейнов, разделённых горными, часто снеговыми, хребтами и кряжами, возвышающимися своими скалистыми, нередко же весьма пологими скатами всего на 3—8 тыс. фт. (914—2438 м) над дном соседних долин. <…> Расположенный в узле между величайшими горными системами азиатского материка (Тянь-Шань, Гиндукуш, Куэнь-лунь, Гималаи, Кара-корум), в верховьях важнейших среднеазиатских рек, на пути между западной и восточной Азией и Индией П. ru.wikisource.org. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 15 май 2021 года. ЭСБЕ. Россия, Санкт-Петербург, 1890—1907
  3. Автором термина «Большая Игра» в историческом смысле является Артур Конолли (англ., 1807—1842) — британский разведчик, путешественник, писатель.
  4. Название «цун-лин» («луковые горы»), возможно, связано с изобилием луков, произрастающих у подножия Алайского и Заалайского хребтов.
  5. На востоке к Памиру относятся Сарыкольский хребет, Кашгарские горы с наибольшими высотами во всем Памире (пик Конгур 7649 м над уровнем моря и Музтагата 7546 м над уровнем моря). Восточный край Памира расчленён Кашгарскими горами. Следует заметить, что название «Восточный Памир» по отношению к территории Республики Таджикистан употребляется условно, и если взять Памирское нагорье в целом с восточной частью (с Кашгарскими горами), то Восточный Памир станет Центральным (так его называли К. К. Марков и О. Е. Агаханянц).
  6. Труднодоступная гидрометеорологическая станция им. академика А. П. Горбунова расположена на высоте 4200 м, в суровых климатических условиях на скальных выступах левого борта ледника им. Федченко.
  7. Ледник Федченко является одним из крупнейших в мире горно-долинных ледников.
  8. В СССР, на Памире, в частности в ГБАО были созданы 16 гидрометеорологических станций (ГМС) — 1 метеостанция (МС); — 1 снеголавинная станция (СЛС); — 1 АМСГ Хорог (авиаметеостанция гражданская) и 36 гидрологических постов, где работали 372 человека. Со всех специализированных учреждений посредством радиостанций гидрометинформация передавалась в Хорогскую гидрометеорологическую обсерваторию (ГМО Хорог), куда одновременно с другого конца города принималась информация с Аэрологической станции при ГМО Хорог (АС ГМО Хорог проводилось зондирование атмосферы — измерение скорости ветра, температуры, давление и влажности до 50 км и более высоты в атмосфере). С ГМО Хорог вся информация телеграфным аппаратом передавалась в Душанбе, далее в Ташкент, куда вся информация в обязательном порядке поступала со всей Средней Азии, в конечном итоге в Москву.
Сығанаҡтар
  1. Петрушина М. Н. ПАМИР. Bigenc.ru/geography. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 17 февраль 2019. Архивировано 27 апрель 2019 года. 2019 йыл 27 апрель архивланған.
  2. Памир На Физической Карте Полушарий. Quotesfasr.weebly.com. Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано из оригинала 6 март 2019 года. 2019 йыл 6 март архивланған. Альпийско-Гималайский складчатый пояс — Пиренеи, Альпы, Карпаты, Кавказ, Памир, Гималаи
  3. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  4. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  5. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Агаханянц, 1962, с. 3—6
  7. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  8. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  9. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  10. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  11. Ольга Фер „Легенды о Памире, лазурите“. Проза.ру. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 31 март 2019 года.
  12. Горы Средней Азии. Дата обращения: 20 сентябрь 2021. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
  13. Иорданишвили Е. К. Последняя загадка Памирских гор. www.alpklubspb.ru. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано из оригинала 3 февраль 2015 года.
  14. Постановление Правительства Республики Таджикистан № 297 от 4 июля [[2006 год]]а. Архивировано из оригинала 12 март 2007 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
  15. 15,0 15,1 15,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; meteo төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  16. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; climat төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  17. Долгушин Л. Д. Пульсирующие ледники, 1982. — 192 с. / Л. Д. Долгушин, Г. Б. Осипова; Под ред. В. М. Котлякова. — Л.: Гидрометеоиздат, 1982. — 192 с. Госкомитет СССР по гидрометеорологии и контролю природной среды, Институт географии АН СССР
  18. Учебный фильм «Памир» из цикла «Горные системы». www.youtube.com. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 18 февраль 2019 года.
  19. Памир - информация, фото, описание. About-planet.ru. Дата обращения: 27 февраль 2019. Архивировано 28 февраль 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә