Ысыҡ-Күл
Ысыҡ-Күл (ҡырғ. Ысык-Көл — «ҡайнар күл») — Ҡырғыҙстандағы иң ҙур күл, донъялағы 25 иң ҙур майҙанлы күлдәрҙең береһе, шулай уҡ тәрәнлеге буйынса алтынсы урында тора. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Төньяҡ Тянь-Шань тауҙарында: Күндәй-Ала-Тоо һәм Терский Ала-Тоо һырты араһында 1609 метр бейеклектә урынлашҡан. Аҡмаған күлгә 80-гә яҡын ҙур булмаған йылға ағып төшә. Уларҙың иң ҙурҙары — көнсығыштан Түп һәм Джергалан. Көнбайыштан Шыу йылғаһы бик яҡында, шуға ла яҙғы ташҡын ваҡытында Кутемалды йылғаһы (оҙонлоғо 6 км) ҡушылып киткән саҡта һыуының бер өлөшө күлгә ағып төшә. Күлдең һыу кимәле цикллап үҙгәреүсән (йәғни йә таша, йә кәмей); цикл тиҫтә йылдар дауам итә. Һыуы тоҙло (минерализацияһы — 5,90 процент).
Ысыҡ-Күл | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Джергалан[d], Тамга[d], Tosor River[d] һәм Тюп[d] |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Ҡырғыҙстан |
Бассейн майҙаны | 21 900 км² |
Период обновления воды | 305 йыл[1] |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
Административ-территориаль берәмек | Эҫеккүл өлкәһе[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1606 метр |
Мираҫ статусы | Рамсарское угодье[d] |
Оҙонлоҡ | 182 km |
Киңлек | 60 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 668 метр |
Майҙан | 6236 км² |
Күләме | 1738 км³ |
Периметр | 688 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Иссык-Куля[d] |
Ысыҡ-Күл Викимилектә |
Һыу күләме 1738 куб метр, һыу өҫтө майҙаны — 6236 квадрат километр, яр буйы оҙонлоғо — 688 км, уртаса тәрәнлеге — 278 м, иң тәрән урыны 2,5 тапҡырға күберәк һәм 702 метрға етә. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа — 182 километр, ә көньяҡтан төньяҡҡа — 58 км.
Климат
үҙгәртергәЯр буйында уртаса континенталь, йылы һәм ҡоро климат һаҡлана. Ғинуарҙың уртаса температураһы: Тамғала −2°, Сулпан-Атала −3°, Ҡарҡолда −6°. Июлдәге уртаса температура: +17°.
Күлдең көнбайыш ярында яуым-төшөм әҙ, ә иң ҡаҙанһыуҙың көнсығыш өлөшөндә күп.
Ҡояш 2700 сәғәт ҡыҙҙыра, Ҡара диңгеҙ менән сағыштырғанда күберәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә был күләм 700 сәғәткә тиң.
Исеме
үҙгәртергәКүлдең урыҫса исеме «Иссык-Куль», төрки яҙманан килә — «Иссиқ-Кўл». «Ысык кёль» (ысык көл) ҡырғыҙ теленән «ҡайнар (эҫе) күл» тип тәржемә ителә.[2], сөнки күл ҡыш көнө лә туңмай. Ҡаҙанһыуҙың йылы ҡышы, һыуҙың йылылығы һаҡланып ҡалыуы, күлдең тоҙлолоғо уны туңыуҙан һаҡлай. Әммә Э. М. Мурзаев фекеренсә, (географ һәм топонимист) күлдең исеме элекке «ызык, эзых» (изге) һүҙенән килеп сыҡҡан. Күлдең изгелеге һәм уға ҡарата ҡырғыҙ халҡының ихтирамлы мөнәсәбәте хәҙерге көнгә тиклем дә һаҡланып ҡалған[3]. Әммә был географик дәлилдәргә лә (Хакасия күлдән 2000 километр алыҫлыҡта ятанаходится на расстоянии), тел факттарына ла ҡаршы килә, сөнки ҡырғыҙ телендә «изге» мәғәнәһенә эйә һүҙ ыйык формаһына тура килә, а хакас телендәге зның ҡырғыҙ телендә сға әйләнеүе бер нисек тә аңлатылмай.
Жуңғар ханлығы осоро өсөн күлдең Тэмиртунор монгол атамаһы теркәлгән. (Ч. Ч. Валиханов күлде 1756 йыл осорона шул атамала иҫкә ала[4]).
Тикшереү тарихы
үҙгәртергәЫсыҡ-Күл тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағындағы ҡытай йылъяҙмаларында иҫкә алына. Унда ул Же-Хай, йәғни «йылы диңгеҙ» тип теркәлә. Әммә күлде фәнни тикшереү бары тик XIX быуатта Рәсәй ғалимдары, шул иҫәптән үҙен Ысыҡкүл ярында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған Н. М. Пржевальский тарафынан башлана.
Ғалим, офицер, сәйәхәтсе Александр Фёдорович Голубев 1859—1864 йылдарҙа Европа ғалимдарынан беренселәрҙән булып Ысыҡ-Күлдең тирә-яғында астрономик билдәләмәләр менән шөғөлләнә башлай. Яр буйлап хәрәкәт итеп, ул төп пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, ушл арҡала күл контуры карталарға аныҡ төшөрөлә.
2006 йылда Ҡырғыҙ-Рәсәй славян университетының Ҡырғыҙстан Фәндәр академияһының вице-президенты Владимир Плоских етәкселегендә ойошторған күл төбөнә археологик экспедиция 2,5 мең йыл элек йәшәгән билдәһеҙ боронғо цивилизауцияны аса[5].
Туризм
үҙгәртергәДиңгеҙ һәм тау климатының һирәк осраған берлеге күп һанлы ял итеүселәрҙе һәм туристарҙы йәлеп итә. Ярҙың буйынан-буйы пансионаттар һәм ял йорттары урынлашҡан[6]. Ысыҡ-Күл Ҡырғыҙстан туризмының төп килем сығанағы булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, уның ярында һаман да әле үҙләштерелмәгән ерҙәр бик күп һәм шуға ла яңынан-яңы уңайлы ял урындары барлыҡҡа килеп тора.
Туристар араһында Ысыҡ-Күлдә иң популяр урындар — Сулпан-ата һәм Ҡараҡол ҡалалары, Бостери, Сары-Ой (Һары өй), Чок-Тал (Суҡ тал), Булан-Сегеттю, Чон-сары-Ой, Тамчы курорт ауылдары, шулай уҡ Барскоон, Джети-Огуз, Григорьевское һәм Семеновское тарлауыҡтары.
Яр буйы туризмы Тамчы ауылынан төньяҡ ярҙан Корумду аулына тиклем һуҙыла. Миҙгел июнь уртаһынан август һуңына тиклем дауам итә.
Ысыҡ-Күлдә, нигеҙҙә, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй туристары ял итә.
Транспорт
үҙгәртергәСудноларҙа йөк һәм пассажирҙар ташыу киң таралған. Төп порттар — Ысыҡ-Күл һәм Пржевальск пристане[6].
Ысыҡ-Күл өлкәһенең Тамчи ауылында ошо уҡ атамалы аэропорт урынлашҡан (элек — «Иссык Куль» аэропорты).
Экологияһы
үҙгәртергәЭкологик хәл-торошо ыңғай. Күл урынлашҡан районда тирә-яҡты бысратыусы эре сәнәғәт предприятиелары юҡ.
1998 йылдың йәйендә ағыулы матдәләрҙе ташығанда авария һөҙөмтәһендә күл ҡушылдыҡтарының береһе булған Барскон суусу йылғаһына, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 0,5 — 1,7 тонна натрий цианиды эләгә. Һәр йыл авария урынында тикшереү үткәрелә һәм һөҙөмтәләр хәүеф юҡлығын күрһәтә[7][8].
Һынауҙар
үҙгәртергәСССР заманында күлдә һыу аҫты ҡоралланыуын тикшереү үткәрелә[9]. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының «Каракол» һынау базаһы әле лә бар[10].В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета</ref>.
Шулай уҡ заманында күл ярында конструктор О. К. Антонов ҡатнашлығында Ан-10 самолеты ла һынау үтә. Аняыҡлап әйткәндә, самолеттың ҡырсын һыҙатына ултырыу мөмкинлеге тикшерелә. Дивгатель эшләмәгән осраҡ та имитациялана. Был хаҡта билдәле конструктор үҙенең китабында ентекләп яҙа.
Спорт
үҙгәртергә2014 йылда Рәсәй ультрамарафонсыһы Дмитрий Ерохин Ҡырғыҙстандың Балалар яман шешенә ҡаршы көрәш фондын хуплау йөҙөнән Ысыҡ-Күл яры буйлап 350 километр йүгерә[11].
Легендалар
үҙгәртергәАпостол Матфей ҡеүәте тураһында легенда
үҙгәртергәКүл менән күп легендалар бәйле. Шуларҙың береһе төньяҡ яр эргәһендә һыу аҫтында ҡалған апостол Матфей ҡеүәте һаҡланған әрмән монастыре булыуы хаҡында һөйләй. 1375 йыл менән билдәләнгән Каталон картаһында күлдең төньяҡ ярында тәреле бина һүрәтләнгән һәм: «Ысыҡ-Күл тип аталған урын. Был әрмән туғандар монастырендә Апостол һәм Евангелист изге Матвей ерләнгән», — тип яҙылған[12].
Аҡһаҡ Тимер тураһында легенда
үҙгәртергәТамерлан Ысыҡ-Күл ярҙарында кәм тигәндә өс тапҡыр — 1376, 1389 һәм 1392 йылдарҙа була. Ул урындағы ҡәбиләләрҙе оҙаҡ һәм уңышһыҙ буйһондорорға тырыша, әммә походтары һәр саҡ бер үк һөҙөмтә менән тамамлана: ғәскәр яҡынлашыу менән күсмә ҡәбиләләр күсенә, ғәскәр киткәс, ҡабат әйләнеп ҡайта.
Сираттағы походы алдынан Тамерлан Ысыҡ-Күл ярына килә. Һәм ғәскәренә берәр таш алып, уларҙы бер урынға ташларға ҡуша. таштарҙан бейек тау хасил була. Походтан ҡайтҡас, уны күпме яугиры ҡалғаны ҡыҙыҡһындыра һәм ул иәүге өйөмдән таш алып, икенсе өйөмгә өйөргә ҡуша. Һәм икенсе тауҙың беренсеһенән күпкә ҡайтыш икәнлеген күреп эсе боша. Ә таш өйөмө Санташ (Һанташ — «иҫәп ташы») тигән атама ала — Ысыҡ-Күлдән көнсығыштараҡ шундай атамалы артылыш бар.
Совет заманында артылыштағы ҡурғандарҙы тикшереүсе археологтар уларҙың береһе сак-усунь осорона ҡараған ҡәберлек булыуын асыҡлай.
Башҡа легендалар
үҙгәртергәШулай уҡ батырылған ҡалалар һәм байлыҡтар хаҡында легендалар йәшәй. уларҙың күпселеге аныҡ факттарға нигеҙләнә. Һыу аҫты тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, яр буйы эргәһе зонаһында, ысынлап та, һуңыраҡ осорҙа батырылған урта быуат ҡалалары, шул иҫәптән усундарҙың баш ҡалаһы Чигу бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://wldb.ilec.or.jp/Details/Lake/ASI-55
- ↑ Русско-киргизский словарь. Орусча-кыргызча сөздүк. Под ред. Орузбаевой В. О. Редакция Киргизской советской энциклопедии. Фрунзе. 1988
- ↑ Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М.: Вост. лит., 1996. — C. 161.
- ↑ С.Г. Скобелев Демографические последствия завоевания Джунгарии войсками империи Цин // Вестник Новосибирского государственного университета. Серия: История. Филология.. — 2010.
- ↑ Неизвестная древняя цивилизация на дне Иссык-Куля . РИА «Новости» (4 декабрь 2006). Дата обращения: 16 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 20 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Эдельштейн К. К., 2008
- ↑ Анализы проб поверхностных вод, сточных вод, донных отложений, почвы и пульпы, отобранных на территории Рудника Кумтор, Кыргызская Республика, в октябре 2012 . kumtor.kg. Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года.
- ↑ Н. А. Мешков. Гигиеническая оценка последствий химической аварии на реке Барскоон в Киргизии (недоступная ссылка — история). Жизнь без опасности. № 2, 2008 г.. Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года. 2010 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ Оборонщики разрабатывают для ВМФ торпеды пятого поколения — Владимир Федосенко — Российская газета
- ↑ В Киргизии пройдёт парад российских военных кораблей — Артём Петров — Российская газета
- ↑ Российский Форрест Гамп намерен обежать озеро Иссык-Куль в Кыргызстане за 4 дня . Мир 24 (23 октябрь 2014). Дата обращения: 6 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 3 февраль 2017 года. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Московский Подводно-Археологический Клуб — Гурина Е. Мощи святого Матфея на дне озера Иссык-Куль