Ҡушан батшалығы

(Ҡушан империяһы битенән йүнәлтелде)

Ҡушан батшалығы[1] (бактр. Κυϸανο, Кушано; санскр. कुषाण राजवंश Кушана раджавамша; БГС: Guṣāṇa-vaṃśa IAST; парф. 𐭊𐭅𐭔𐭍 𐭇𐭔𐭕𐭓, Kušan-xšaθr; ҡыт. 貴霜王朝, Гуйшуан, б.э. I—III быуатындағы боронғо дәүләт.) — хәҙерге Урта Азия, Афғанстан, Пакистан, Төньяҡ Һиндостан территорияһындағы боронғо дәүләт. Уның сәскә атыу осоро б. э. 105—250 йылдарына тура килә.

Ҡушан батшалығы
бор. грек. Βασιλεία Κοσσανῶν
Нигеҙләү датаһы 30
Рәсми тел Грек теле һәм бактрийский язык[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Баграм[d]
Идара итеү формаһы монархия
Валюта кушанские монеты[d]
Алмаштырылған Кидариты[d] һәм Гупта империяһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 375
Урынлашыу картаһы
Карта
 Ҡушан батшалығы Викимилектә

Ҡайһы бер теориялар буйынса, күсмә Ҡушан батшалығына иран халыҡтары тохар (ҡыт. юэчжи) нигеҙ һалған. Уларҙың территорияларында хәҙер синьцзян-уйғыр автономиялы районы. Был дәүләт Рим, Фарсы һәм Ҡытай менән дипломатик бәйләнештә булған.

Ҡушан батшалығы халыҡтары төрлө этник төркөмдәргә ҡарай һәм көнсығыш-иран (ҡушан, бактрий һәм башҡа) телдәрендә һөйләшә. Ҡушан батшалығында үҫешкән грек-буддизм дине булған. Донъя цивилизацияһы мәҙәниәте тарихында Ҡушан, күп халыҡтарҙың ҡаҙаныштарын берләштереп, ҙур эҙ ҡалдырған.

Ҡушан империяһының булыу факты тарихсылар тарафынан бары тик XIX быуаттың уртаһында танылған. Ҡушан империяһы тураһындағы һаҡланған мәғлүмәттәр эпизодик торошло һәм ҡаршылыҡлы. Уның тарихы һәм хронологияһы тәңкәләр, ҡытай йылъяҙмаһы (мәҫәлән, «Хоу Хань Шу» — һуңғы Хань династияһы тарихы), шулай уҡ һинд һәм грек танытмалары буйынса тергеҙелгән. Батшаларҙың исеме һәм хронологиялары тураһында тарихсылар һаман бәхәсләшә.

 
Ҡушан башы скульптураһының бер принц Халчаян территорияһында хәҙерге Үзбәкстан.

Ҡушан дәүләтенең төп биләмәһе булып Бактрия тора[2][3][4][5][6][7][8]. Грек-Бактрия дәүләте ҡолатылғандан һуң бында төрлө сәйәси ваҡ берәмектәр барлыҡҡа килгән, уларҙың башында етәкселәре торған, шул иҫәптән грек бактрия власын юҡҡа сығарған күсмә ҡәбиләләрҙең башлыҡтары был батшалыҡта етәкселек иткән. Күсмә ҡәбиләләр ултыраҡ халыҡтарҙың мәҙәниәте традицияларын бик тиҙ отоп алған. Атап әйткәндә, был турала Виктор Сарианиди етекселегендәге афған һәм совет архелогтары тапҡан кәшәнәләр һөйләй.

Б.э. I быуатында бөтә Бактрия территорияһында каналдар үткәрелә, оазистарҙа игенселек барлыҡҡа килә, ҡалалар төҙөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кушанское царство // БРЭ. Т.16. М.,2010.
  2. Айртам // БРЭ. Т.1. М.,2005.
  3. Бактра // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  4. Бактрия // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  5. Дахма // БРЭ. Т.8. М.,2007.
  6. Аджина-тепе // БРЭ. Т.1. М.,2005.
  7. Дальверзин-тепе // БРЭ. Т.8. М.,2007.
  8. Канишка // БРЭ. Т.12. М.,2008.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор)
Период: Төньяҡ Ҡөньяҡ Пятиречье

 Б.Э.Т VI быуат
 Б.Э.Т V быуат
 Б.Э.Т IV быуат

 Б.Э.Т III быуат
 II быуат до н. э.

 Б.Э.Т I быуат
 I быуат


 II быуат
 III быуат
 IV быуат
 V быуат
 VI быуат
 VII быуат
 VIII быуат
 IX быуат
X быуат
XI быуат


















(Әһәмәниҙәр дәүләте)
(Македония империяһы)






(Һиндостанда ислам дәүләте)