Үрге Әрмет
Үрге Әрмет (рус. Верхнеарметово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 382 кеше[1]. Әрмет ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453238, ОКАТО коды — 80 231 805 002.
Ауыл | |
Үрге Әрмет Үрге Әрмет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәҮрге Әрмет XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан билдәле. V ревизияла 80 башҡорт һәм 6 ихатала 23 типтәр теркәлгән. Шул осорҙан алып бында яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәгән. Шуларҙың 56-һы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, әммә был ревизия, башҡа ауылдарға күсенеү арҡаһында, уларҙы күрһәтмәй. Типтәрҙәр бында 1747, 1754 йылдарҙа уҡ төпләнгәндәр. 1859 йылда 45 ихатала 160 аҫаба-башҡорт һәм 118 типтәр йәшәй. 1920 йылда бында башҡорттар өҫтөнлөк итә. 165 йортта 830 башҡорт һәм типтәр була. 1839 йылда 109 башҡорттоң (типтәрҙәр буйынса мәғлүмәт юҡ) 110 аты, 50 һыйыры, 70 һарығы, 80 кәзәһе, 150 умартаһы, 10 солоғо була.
Пугачев ихтилалында был ауылдың 56 кешеһе ҡатнаша.
Егән йылғаһы буйында XVIII быуаттың 80-се йылдарында старшина Әрметрәхим исеме менән аталған Әрмет ауылы урынлашҡан. V ревизияла ике ауыл — Түбәнге Әрмет һәм Әрметрәхим халҡы иҫәпкә алына. 1834 йылда — 230, 1859 йылда — 147 башҡорт була. 1920 йылда 237 ихатала 1265 кеше йәшәгән.
Ауыл халҡы малсылыҡ, ер эшкәртеү һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 230 башҡорт (35 ихата) 1839 йылда 150 ат, 35 һыйыр, 120 һарыҡ, 200 кәзә, 80 умарта һәм 15 солоҡҡа эйә була. Улар 280 бот көҙгө һәм 758 бот яҙғы иген сәскән. Уларҙа һыу тирмәне булған [2].
1839 йылда Үрге һәм Түбәнге Әрмет араһында Урта Әрмет ауылы барлыҡҡа килә, унда 81 башҡорт һәм 51 типтәр йәшәй. 1920 йылда ауылда 678 кеше йәшәй һәм 137 йорт хужалығы була, халҡы башлыса башҡорт. 1920 йылдан һуң Үрге Әрмет 1839 йылда барлыҡҡа килгән Урта Әрмет ауылы менән берләштерелә[3].
1877 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 26 йорт хужалығы, 142 ир-ат һәм 147 ҡатын-ҡыҙ була. Мәсет булған.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп (Түбәнге Әрмет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 830 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1086 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 853 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 568 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 534 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 382 | 188 | 194 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[5].
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Кесе Әрмет йылғаһы яры буйлап урынлашҡан.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 49 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Әрмет): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 47 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[7]:
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәбиҙуллин Зәйнулла Ғәйнулла улы (10 октябрь 1941 йыл — 8 август 2014 йыл) — ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, өлкән ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1984 йылдан — микробиология кафедраһы мөдире. 1992—2014 йылдарҙа Бөтә Рәсәй эпидемиологтар, микробиологтар һәм паразитологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).
- Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (15 июнь 1935) — 13 июнь 1995) — гигиенист-токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы (рус. Сиразетдинов Шарифулла Гатиятович 1897 йыл — 1963 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында тыуа.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- страница Арметово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
- https://web.archive.org/web/20131227110022/http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/9952-verkhnearmetovo-derevnya-v-ishimbajskom-r-ne
- Лист карты N-40-77 Красноусольский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Әрмет ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Үрге Әрмет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Арметово | Генеалогия и архивы
- ↑ Үрге Әрмет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Әрмет ауылы