Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы (рус. Сиразетдинов Шарифулла Гатиятович 1897 йыл — 1963 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1897
Тыуған урыны Үрге Әрмет, Әрмет ауыл советы, Ишембай районы
Вафат булған көнө 1963
Вафат булған урыны Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө экспедитор
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Берлинды алған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы 1897 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында тыуа. 1919 июленән алып 1922 июленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1942 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының хужалыҡ взводында кавалерист булып хеҙмәт итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Берлинға тиклем барып етә. 1945 йылдың 5 авгусында тыуған яҡтарына Еңеү менән әйләнеп ҡайта. «Берлинды алған өсөн», «1041—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдарына эйә[2].

Ветеран 1963 йылда 66 йәшендә вафат була.

Хәрби ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

1943 йылдың 16 сентябрендә ҡыҙылармеец Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

1943 йылдың 18 октябрендә подполковник И. Кусимов ҡултамғаһы менән Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында уның тураһында былай тип яҙылған:

  Сиражетдинов Шәрифулла Ғәтиәт улы полкта экспедитор вазифаһын башҡара. Хәрби хәрәкәттәр барышында үҙен ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтте.

Хәрби хәрәкәттәрҙең ауыр шарттарында дошмандың көслө уты аҫтында иптәш Сиражетдинов корреспонденцияларҙы һәр ваҡыт мәлендә туранан-тура подразделениеға алғы һыҙыҡҡа ташыны. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ.[3]

 

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә