Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы
Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (15 июнь 1935) — 13 июнь 1995) — гигиенист-токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 июнь 1935 |
Тыуған урыны | Үрге Әрмет, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 июнь 1995 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМырҙаҡаев Фәрүәз Маҡар урта мәктәбендә уҡый.
1960 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай
1963—1982 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһы мөдире, Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар буйынса ғилми-тикшеренеү институтының тирә-яҡ мөхит бүлеген етәкләй (1975—1983 йылдар), бер үк ваҡытта был институттың фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары.
1980—1990 йылдарҙа коммуналь гигиена кафедраһы мөдире була, ә 1990—1991 йылдарҙа — токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы кафедраһы мөдире.
1991—1995 йылдарҙа — Башҡорт медицина институтында табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетының ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы профессоры.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМырҙаҡаев Фәрүәз тирә-яҡ мөхитте һауыҡтырыуҙың гигиена аспекттарын һәм нефть химияһының, нефть һәм химия сәнәғәтенең үҫешкән райондарында халыҡтың һаулығын һаҡлау менән шөғөлләнә. Ул 30-ҙан ашыу зарарлы химик матдәнең сикке рөхсәт ителгән концентрацияһын дәлилләй һәм тирә- яҡ мөхиттә файҙаланыуға тәҡдим итә.
200-ҙән ашыу фәнни эш авторы.
1978 йылда Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы инициативаһы менән Өфө гигиена һәм профессиональ ауырыуҙар буйынса фәнни-тикшереү институты базаһында «Етештереү һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы, аҡһым-витамин концентраттары производствоһын үҫтереү менән бәйле һөнәр патологияһы» темаһына конференция үтә.
Библиография
үҙгәртергә- Химизация нефтегазодобывающей промышленности и охрана окружающей среды / Ф. Г. Мурзакаев, Г. Г. Максимов, 174,[1] с. 22 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1989
- Химизация и охрана окружающей среды Ф. Г. Мурзакаев. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1983, 128 с. 16 см
Һылтанмалар
үҙгәртергә- МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 416. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.