Ҡорбан
Ҡорбан — башҡорт ир-ат исеме.
Ҡорбан | |
ғәр. قربان | |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
---|
Этимология
үҙгәртергәҠорбан ғәрәп телендә:1) үҙен-үҙе аямаған, ҡорбан иткән; 2) һижрә — Ай календарының 12-се Зөлхизә айының 10-да башланып, 3 көн дауам итә торған ҡорбан байрамында тыуған. Төрки халыҡтарҙа күп таралған исем[1]
Фамилия
үҙгәртергәМөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев (шулай уҡ Ҡорманғәлиев, 1889—1972) — күренекле башҡорт дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре.
Ҡорбанғәлиева (Сафиуллина) Суфия Шәрәфулла ҡыҙы (13 февраль 1949 йыл) — башҡорт артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы[1].
Ҡорбанғоло Мәликғоло улы Бирҙемөхәммәдов (рус. Бердымухамедов Гурбангулы Мяликгулыевич, төркм. Gurbanguly Mälikgulyýewiç Berdimuhamedow; (29 июнь 1957 йыл, Төркмәнстан ССР-ы, Ашхабад өлкәһе) — Төркмәнстан сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 2007 йылдың 14 февраленән Төркмәнстан президенты. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), медицина фәндәре докторы (2007), Төркмәнстан ФА академигы (2009), Төркмәнстан Ҡораллы көстәре генералы (2007). Төркмәнстан Ҡаһарманы (2011). Рәсми булмаған «Милләт лидеры», «Арҡадағ» («арҡалашусы») титулдары бар.
Мөхәмәтһарун (Һарун) Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев (1892—1920) — хәрби эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһында 3-сө Башҡорт пехота полкының 1-се батальон командиры.
Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (27 декабрь 1900 йыл — 2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).
Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (21 ноябрь 1859 йыл — 7 декабрь 1919 йыл) — башҡорт дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Күпләп эйәреүселәре булған билдәле, абруйлы дини лидер.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠорбан байрамы (ғәр. عيد الأضحى: Ид әл-Әдһа; фарс. عید قربان: Ҡорбан ғәйете) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
Ҡорбан салыу урыны (йондоҙлоҡ) (лат. Ara) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — α Ara, яҡтылығы 2,95 була. Майҙаны буйынса урыны — 63.
Ҡорбан салыу(ғәр. قربان) — шәриғәт ҡанундары буйынса салынған мал. Мосолман халыҡтарында таралған. Ҡорбан салыу йолаһы Ибраһим Пәйғәмбәр заманынан уҡ килә.
Ҡорбанлыҡҡа тояғы асалы мал кәрәк, күберәген тәкә малы салалар. Ҡош-ҡорт, инәү һалынған мал, ат салырға ярамай. Аттың тояғы айры түгел, шуға ярамай.
Ҡорбанлыҡтың итен өс өлөшкә бүләләр: беренсеһен — етем-фәҡиргә, икенсеһен — туғандарға, өсөнсөһөн шул көндө бешереп, күрше-күләнгә, халыҡҡа ашатырға кәрәк.
Ҡорбан — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Дим йылғаһының һул ярына тамағынан 309 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 12 км.
Мосолман байрамдары- мосолмандар байрам иткән байрамдар. Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары — Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете. Улар Мөхәммәт СҒС ваҡытынан уҡ байрам ителә. Байрамдар ай календары буйынса үткәрелә.
Ғәҡиҡә (аҡиҡә) (ғәр. عقيقة — ҡырҡыу) — бала тыуғас салына торған ҡорбан. Ҡорбан итеп ир балалар өсөн ике һарыҡ, ә ҡыҙ балаларға бер һарыҡ салына.
Шәһит (ғәр. شَهيد šahīd, күплектә شُهَداء šuhadā' (шүһәдә); ғәр. شهادة šahāda шәһәҙә һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул башҡортса «шаһитлыҡ» һүҙенә тап килә). Исламда шәһитлек хөкөм эшендә шаһит булып ҡатнашыуҙы ла аңлата, Аллаһ юлында яуҙа динеңде, ватаныңды, иманыңды, ғаиләңде яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ла ҡулланыла[1]
Тәкби́р (ғәр. تكبير — ҙурлау) — Исламда: Аллаһу тәғәләне «Аллаһу әкбәр» тип ҙурлау (ғәр. الله أكبر)[1]. Ғәрәп теленән «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе: «Аллаһ — бөйөк!» тигәнде аңлата[2] йәки «Аллаһ — бөйөктәрҙән бөйөк»[3]. Тантаналы осраҡтарҙа ҡулланыла. Тәкбир аҙанда, намаҙҙа, Ҡорбан байрамында һәм зекерҙә әйтелә. «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе бер нисә дәүләттең байрағында яҙылған. Тәкбир Ҡөрьән Кәримдә,[4] Ислам барлыҡҡа килгән осорҙағы риүәйәттәрҙә билдәләнгән, шулай уҡ хәҙерге ислами сәйәси төркөмдәрҙә ҡулланыла[2].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |