Ҡорбан салыу
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡорбан салыу (ғәр. قربان) — шәриғәт ҡанундары буйынса салынған мал. Мосолман халыҡтарында таралған. Ҡорбан салыу йолаһы Ибраһим Пәйғәмбәр ﷺ заманынан уҡ килә.
Ҡорбанлыҡҡа тояғы асалы мал кәрәк, күберәген тәкә малы салалар. Ҡош-ҡорт, инәү һалынған мал, ат салырға ярамай. Аттың тояғы айры түгел, шуға ярамай.
Ҡорбанлыҡтың итен өс өлөшкә бүләләр: беренсеһен — етем-фәҡиргә, икенсеһен — туғандарға, өсөнсөһөн шул көндө бешереп, күрше-күләнгә, халыҡҡа ашатырға кәрәк.
Ҡорбанлыҡ төрҙәре
үҙгәртергә- Махсус
- Нәҙер ҡорбаны
- Ғәҡиҡә
Махсус ҡорбан — йыл һайын ҡорбан айында, ҡорбан байрамына салына торған ҡорбан. Ул бар кешегә лә вәжиб.
Нәҙер — ул ҡорбан нимәгәлер нәҙер итеп әйтелә. Әйтәйек, дауаханнанан шәбәйеп сыҡһам, ҡорбан салыр инем, тип нәҙер әйтәләр. Был ҡорбанлыҡты оҙаҡлатырға ярамай.
Аҡиҡа (ғәҡиҡә) — был бала тыуғас салына торған ҡорбан. Ир бала тыуһа ике баш, ҡыҙ бала өсөн бер баш салына. Ҡорбанлыҡты быуынынан ғына бүлеү хәйерле. Салыу ҡанын, тиреһен, һөйәген кеше аяғы баҫмаған ергә күмәләр.
- дини риүәйәттәрҙән
Ҡорбандың иң изге нәмәһе тиреһе тип иҫәпләнә. Ахыры заман булғанда бөтә донъя түңкәрелер, үлгән кешеләр ҙә терелер, ти. Бер ат баҫып торорлоҡ урында мең ғәләм бер аяғында ғына баҫып тора алыр, ти. Ер өҫтөнә кеше һыймаҫ. Ҡояш ергә яҡынайып, ҡыҙҙыра башлар. Эҫелектән әҙәмдең мейеһе сүл өҫтөндә ҡайнаған һыу кеүек ҡайнап торор. Бына шул ваҡытта һинең биргән саҙаҡаларың, хәйерҙәрең, ҡорбанлыҡ тиреһе ана шул ҡояш эҫеһенән һаҡлап, күләгә булып торор, ти.
Нәҙер ҡорбаны
үҙгәртергәНәҙер ҡорбаны (ғәр. نذر قربان — ант ителгән ҡорбан) — был кеше үҙ теләге менән мотлаҡ вәжиб тип ниәтләп салған ҡорбан.
Нәҙер ҡорбаны ике төрлө була:
- Ниндәйҙер шарттар менән бәйле булмаған нәҙер. Мәҫәлән, кемдер: «Мин Аллаһ хаҡына ҡорбан килтерәм», - тип әйтә. Был осраҡта кеше теләгән ваҡытында ҡорбан сала ала.
- Ниндәйҙер шарттар менән бәйле нәҙер. Мәҫәлән, кемдер:« Әгәр сирле һауыҡһа, мин Аллаһ хаҡына ҡорбан килтерәм», тип әйтте, ти. Сирле кеше һауыҡандан һуң ҡорбан салыу мотлаҡ. Теләгәне үтәлмәҫ элек үк ҡорбан салырға ла мөмкин.
Нәҙер ҡорбан итен ҡорбан салдырған кешегә ашарға ярамай. Шулай уҡ уның ҡушағына (иренә йә ҡатынына), ата-әсәһенә, өләсәй- олатаһына, балаларына һәм ейәненә лә ашарға ярамай. Бынан тыш ҡорбан малының ите шулай хәлле тип иҫәпләнгән (нисабы булған) кешегә ярамай.
Вафат булғандар өсөн ҡорбан Ҡорбан байрамы көнө салына. Ҡорбан салған кеше итен таратырға ла, үҙендә ҡалдырырға ла хоҡуҡлы. Ә мәрхүмдең васыяты буйынса салынған ит фәҡирҙәргә таратыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Удхия // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Курбан-байрам (подробно) . Umma.ru. — «Верблюды, буйволы, быки и коровы приравниваются к семи баранам, то есть в жертвоприношении одной коровы, например, может участвовать не более семи семей.» Дата обращения: 19 июнь 2013. Архивировано 20 июнь 2013 года.
- Правила исламского жертвоприношения . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2022 йыл 13 июнь архивланған.
- О жертвоприношении в исламе и положениях, связанных с ним 2013 йыл 15 август архивланған.
- Животное для Курбана 2016 йыл 7 март архивланған.