Баҙал (һырт)
Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан тау һырты
Баҙал — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Баҙал | |
---|---|
урыҫ Базал | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 25 км |
Киңлеге | 5 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 878 м |
Урынлашыуы | |
53°12′ с. ш. 57°18′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБөрйән районында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел йылғаһы киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
- Оҙонлоғо — 25 км;
- төньяҡ киңлеге— 4 км,
- үҙәк өлөшө —5 км,
- көньяҡ өлөшө —7 км;
- абсолют бейеклеге —878 м.
Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868, 878, 473, 807 м).
Баҙал асимметриялы битләүҙәр менән билдәләнә:
- көнбайыш битләүҙәре — һөҙәк,
- уйһыулыҡтар һирәк; көнсығышы — текә,
- уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар күп.
Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, эзбизташтары һәм доломиттарынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.
Алағуян йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) ҡушылдыҡтарының үрге ағымы ер аҫты аҡмаһы менән билдәләнә.
Ландшафтары серемтәле-карбонатлы һәм һоро урман тупраҡтарындағы имән, йүкә, ҡарағай урмандарынан тора.
Топонимия
үҙгәртергәИсеме, фаразланыуынса, боронғо төрки телендә «урман йыуаһы» тигәнде аңлата.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБыл Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |